RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сит планета кешеләренең баш һөйәктәре тороп ҡалғанмы?

16.10.2010 Сит планета кешеләренең баш һөйәктәре тороп ҡалғанмы?

Сит планета вәкилдәренең Ергә килеү-килмәү, ғөмүмән, уларҙың бармы-юҡмы икәнлеге тураһындағы һорауҙар әленән-әле ҡуҙғатылып ҡына тора. Берәүҙәр, уларҙың беҙҙең планетаға килгәне бар, тип дәлилләһә, икенселәр быға бөтөнләй ышанмай. Ә уларҙың барлығын раҫларға тырышыусыларҙың дәлилдәре нимәгә генә ҡайтып ҡалмай. Беҙ ҙә китаптарҙан, интернеттан һәм бүтән сығанаҡтарҙан алынған төрлө мәғлүмәттәр менән таныштырырға булдыҡ. Бында берҙән-бер дәлил – уларҙың баш һөйәге...

Сит планета кешеләренең баш һөйәктәре тороп ҡалғанмы?Перу территорияһындағы бер музейҙа 1995 йылда табылған ғәҙәти булмаған оҙонса формалағы баш һөйәге һаҡлана. Уға 10 мең йыл тирәһе. Күп белгестәр был баш һөйәген, сит планета вәкилдәренең Ергә килеүен раҫлаған төп дәлил, тип һанай. Икенселәре оҙонса баш һөйәген гендарҙың мутацияларға бирелеүе һөҙөмтәһе итеп ҡабул итә. Ә рәсми фәнгә килгәндә, был баш һөйәге яһалма рәүештә эшләнелгән, тигән фекер йөрөй. Беҙгә билдәле булмаған сәбәптәр арҡаһында боронғо инкиҙар үҙҙәренең баш һөйәген оҙонайтырға тырышҡан. Бының өсөн яңы тыуған сабыйҙарҙың башын тығыҙ итеп бәйләгәндәр, артабан ағастан эшләнгән ҡаты баш кейеме кейҙергәндәр. Ул баланың башы тейешле форма алғанға тиклем сиселмәгән. Әммә Перуҙа табылған баш һөйәге боронғо инкиҙарҙың яһалма рәүештә оҙонайтылғандары менән сағыштырғыһыҙ, сөнки ул бик күпкә ҙурыраҡ.

Сит планета кешеләренең баш һөйәктәре тороп ҡалғанмы?1920 йылда Мексика территорияһында йондоҙло малайҙың баш һөйәге табыла. Был һөйәк баланыҡы, әммә был бала, хатта йомшағыраҡ итеп әйткәндә, бик сәйер булған. Мәҫәлән, уның мейеһенең күләме 1600 куб см, ә оло кешенеке – 1400 генә. Шулай уҡ малайҙың ике түгел, ә өс маңлай өлөшө булған тип һанала. Күҙ соҡоро ла беҙҙекенә оҡшамаған.

Шулай уҡ Ерҙә бүтән төрлө формалағы баш һөйәктәре лә табыла. Мәҫәлән, ташҡабаҡҡа оҡшағандары. 1924 йылда Африкала бер баланың баш һөйәген табалар. Оҙаҡ йылдар уны, өс йәшлек маймылға оҡшаш йәнлектеке, тип уйлайҙар. Ә һуңғы арала ғалимдар, был баш һөйәге сит планета гуманоидыныҡы булырға мөмкин тигән фекерҙә тора.

Иң киң билдәле гәлсәр баш һөйәге «Яҙмыш һөйәге (»Череп рока)» тип атала. 1927 йылда Майя цивилизацияһының ҡорамында ҡаҙыныу эштәре алып барғанда табыла. Уны археологтың ҡыҙы Анна табып ала. Был табыштан һуң ҡыҙға төрлө нәмәләр күренә башлай. Ул боронғо майяларҙың тормошон, уларҙың ҡалаларын, сағыу ритуалдарын күҙ алдынан үткәрә. Ошо хәлдән һуң, баш һөйәге үҙ заманы тураһында мәғлүмәт йөрөтә һәм шул мәғлүмәтте кешеләргә еткерә ала, тигән фараз барлыҡҡа килгән. 1860 йылда Мексикала «Яҙмыш һөйәге»нең ябайыраҡ варианты табылған. Ике гәлсәр баш һөйәге лә бер-береһенә ныҡ оҡшаш (бәлки, бер үк ҡатын-ҡыҙҙыр) ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы. Ә бына уларҙың кем булыуы һәм ниңә уларҙың баш һөйәктәрен мәңгеләштергәндәр – быныһы билдәһеҙ булып ҡала. Бәлки, ул да бүтән планеталар тураһындағы имеш-мимештәргә барып тоташалыр

Сит планета кешеләренең баш һөйәктәре тороп ҡалғанмы?Баш һөйәктәре тураһында һүҙ алып барғанда, ғалимдар өсөн асылмаҫ сер булып ҡалған гәлсәр һөйәктәрҙе лә телгә алырға кәрәк. Улар Көнъяҡ Америкала һәм донъяның бүтән тарафтарында табылған һәм нимәгә кәрәклеге билдәһеҙ. Ә уларҙы эшләү технологияһы тағы ла ҙурыраҡ йомаҡ. Белгестәрҙең әйтеүенсә, был баш һөйәктәрен юғары технологияларҙы ҡулланмайса эшләү мөмкин түгел. Мәҫәлән, кристаллография законы буйынса, баш һөйәге гәлсәрҙе эшкәртеүҙең беренсе этабында уҡ сатнап ярылырға тейеш булған. Кемдеңдер иҫәпләп сығарыуына күҙ һалғанда, бындай баш һөйәген эшләр өсөн 7 млн сәғәт кәрәк булыр ине. Шуға ла бында сит планета вәкилдәренең ҡыҫылышы барҙыр, тигән фараз йөрөй. Икенсе фаразға ярашлы, бындай гәлсәр баш һөйәктәре борон заманда йәшәгән, бик ныҡ үҫешкән Ер цивилизацияһы тарафынан эшләнгән.

Ерҙең игеҙәк һыңары бармы?
Сит планета кешеләренең баш һөйәктәре тороп ҡалғанмы?Сит планеталар тормошон, уларҙың ниндәй закондарға буйһоноуын һәм унда ниндәй тереклек барлығын өйрәнеү уйы кешелек донъяһының сиселмәҫтәй һәм шуның менән айырыуса ылыҡтырғыс серле бер яғы булып ҡала килә. Был өлкәлә тикшеренеүҙәр үткәреүселәрҙең дә һаны аҙ түгел. Бына шуларҙың береһе ошондайыраҡ фараз менән сығыш яһай – имеш, беҙҙең планетаның игеҙәк һыңары бар. Ҡаҙаҡ тикшеренеүсеһе Ҡубайҙулла Мәхүтов ул планетаны Глория тип исемләгән. Урындағы Фәндәр академияһы белгестәре ғалимдың был эшен раҫлаусы дәлилдәр етерлек, тип һанай. Ҡояштың икенсе яғындағы орбитала Ерҙеке кеүек үк ауырлыҡта һәм ҙурлыҡта булған икенсе планета барлығын нимәгә нигеҙләй һуң ул?
Был идея Боронғо Мысыр жрецтарына уҡ барып тоташа. Уларҙың күҙаллауынса, кешеләр тыуғанда, уларҙың күңеле генә түгел, астраль игеҙәк һыңары ла була (христиан динендә кешене һаҡлаусы фәрештә). Был игеҙәк тә ҡайҙалыр йәшәргә тейеш булғанлыҡтан, уға икенсе планета уйлап сығарғандар.
Ваҡыт уҙыу менән был идеяға боронғо грек Филолай әйләнеп ҡайта. Ул йыһандың үҙәгенә Ерҙе түгел, ә ниндәйҙер утлы Хестну үҙәген ҡуя. Уның тирәләй бүтән күк есемдәре әйләнеп йөрөй, шул иҫәптә Ҡояш та, тигән фекерҙә була. Ҡояш көҙгө ролен башҡара һәм үҙәк уттың яҡтылығын бөтә ғаләмгә тарата, тип иҫәпләй боронғо ғалим.
Филолайҙың идеяһына ярашлы, был донъяла бөтә нәмә лә парлы булғас, күк йөҙөндә лә шундай парҙар булырға тейеш. Шуға ла ул үҙәк ут артында, диаметр буйынса Ергә ҡапма-ҡаршы урында, икенсе Ер булырға тейеш, тигән ҡарарға килә.
Ул борон-борон замандарҙан һуң күпме һыу ағып, нисәмә быуаттар тарих төпкөлөнә инеп юғалған, үҙәк ут урынында хаҡлы рәүештә Ҡояшты ултыртҡандар. Әммә Ерҙең игеҙәге барлығы тураһындағы фекер барыбер тынғылыҡ бирмәй. Был уйҙы кире ҡағырға нимә ҡамасаулай һуң?
Беренсенән, ул планета Ҡояш артында торған булһа ла, беҙ уны асыҡлай алмайбыҙ. Ә Ҡояш күк йөҙөндә алып торған урын бик ҙур һәм уның артында бик ҙур планетаның «ҡасып» ултырыуы бик тә мөмкин.
Икенсенән, тикшеренеүселәр оҙаҡ ваҡыт «мыжыҡ» Венера планетаһының урынлашҡан ерен таба алмай йонсой. Ҡайһы бер белгестәр белдереүенсә, был бары тик уның эргәһендә урынлашҡан икенсе бер күк есеменең гравитацияһы йоғонтоһонда ғына булырға мөмкин.
Өсөнсөнән, боронғо астрономдарҙың тикшеренеүҙәренә күҙ һалырға була. Мәҫәлән, XVII быуатта Париж обсерваторияһының тәүге директоры, билдәле Доменико Кассини Глория планетаһының булыуын дәлилләүсе уйы менән бүлешкән. Ул үҙ ваҡытында Венера эргәһендә ниндәйҙер күк есеме барлығына осраған. Кассини уны тәүҙә Венераның юлдашы (спутник) тип уйлай. Әммә был турала бөгөнгө тикшеренеүселәр ҙә бер нәмә лә белмәй. Ә бәлки, тикшеренеүсе тап Глорияға юлыҡҡан булғандыр?..
Был фекерҙе ниндәйҙер кимәлдә 1740 йылда инглиз астрономы һәм оптигы Джеймс Шорт хуплап сыға. Ә 20 йыл үткәндән һуң шул турала немец астрономы Тобиас Иоганн Мейер – фән донъяһында һәр саҡ һүҙҙәренең раҫ булыуы менән билдәле ғалим – һүҙ күтәрә.
Әммә ваҡыт үтеү менән был күк есеме тураһында онотоп торалар. Һәм бына күптән түгел мифик Глорияға ҡыҙыҡһыныу яңынан артты. Был нимәгә бәйле һуң?
Ҡайһы бер астрономдарҙың тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, ысынлап та Ер планетаһының игеҙәге булырға мөмкин. Мәҫәлән, Ер янында айҙан башҡа тағы бер күк есеме әйләнеп йөрөүе мәғлүм. Ә беҙ уны тик либрация нөктәһендә тупланған туҙандан һәм бәләкәс метеорит киҫәктәренән торған өсөн генә күрмәйбеҙ. Ғөмүмән, Ҡояш системаһы өсөн планеталарҙың туҙандан торған игеҙәге булыуы, ғәҙәти күренеш. Әммә унда кемдер йәшәй, тип өмөт итеп булмай. Тере йән эйәләре туҙан араһында нисек түҙеп торһон?
Был күптәрҙе борсоған һорауға планета-ара зонд-разведчиктарҙың киләсәктәге осоштары ғына аныҡ яуап бирә аласаҡ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

14.12.2018 - Махсус биттәр «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»


"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


"Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА

Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?