RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөйөнөс тә, көйөнөс тә ишетәбеҙ

31.07.2012 Һөйөнөс тә, көйөнөс тә ишетәбеҙ

Йәйге мәшәҡәттәр менән гәзитте лә бигүк уҡып булмай, ти бәғзе уҡыусыларыбыҙ. Шулай ҙа “Йәшлек”тең дежур телефонына шылтыратыуҙар ҡабул итеп торабыҙ. Элеккесә, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. ҡайһыларына кәңәштән башҡа булышлыҡ итеү ҙә мөмкин түгел.

Мәҫәлән, Ғафури районының Толпар ауылынан шылтыратҡан Рим ағайға квалификациялы белгес тәҡдим итеүҙе дөрөҫөрәк тип иҫәпләнек. Ул проблемаһын былайыраҡ аңлатҡайны:
– 2003 йылда бер участкала йорт күтәргәйнек. Ер ике туған ағайҙың ата-әсәһенеке ине, ағайҙан рөхсәт алынды. Шунан һуң бер-ике йыл үткәс, ағайҙың һеңлеһе берҙән-бер вариҫ тип, ерҙе үҙенә теркәткән, межалатҡан. Суд уның бер үҙе генә вариҫ икәнен инҡар итһә лә, үҙ белдеге менән төҙөлгән өй, миңә уны күсерергә, тигән ҡарар сығарҙы. Мин рөхсәт менән эшләнем бит…

Учалы районының Мулдаҡай ауылынан Флүзә ханым ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Ул дежур телефонға “әсәлек капиталы” буйынса үтенесе менән шылтыратҡан булған. Әле әсәнең мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән.
Бындай шылтыратыуҙарҙы ишетеү беҙгә лә һөйөнөс.

Л. Ғ. (тулы исем-фамилияһы редакцияла бар), Әбйәлил райо­нының Амангилде ауыл биләмәһенән:
– Опекун ата-әсә булып торабыҙ. Балаға айлыҡ пособие арта тигән хәбәр ишетеп ҡалғайныҡ, әлегә элеккесә, 4600 һум алабыҙ. Ысынлап та, артыуы көтөләме?
Тағы ла бер һорауыбыҙ бар: нисә йәштә етем бала фатирға сиратҡа тора ала?

Шылтыратыусыға Әбйәлил райо­ны мәғариф бүлегенең опека һәм попечителлек бүлегенән Рита Шәрәфетдинова түбәндәге яуабын еткерә:
– Пособие артыуы тураһында һүҙ алып барылды. Был хаҡта беҙгә БР Мәғариф министрлығынан положение килергә тейеш. Түләнгән сумма һуңынан яңынан иҫәпләнәсәк, йәғни перерасчет яһаласаҡ. Әлегә барыһы ла элеккесә ҡала.
Ә фатирға сиратҡа баҫыуға килгәндә, етем балаға 14 йәш тулып, паспорт алһа, опекуны менән бергә ғариза яҙып, урындағы район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ғәфүрйән Атанов, Баймаҡ ҡалаһы, Гуревич урамы, 23-сө йорт:
– Гәзиттәрҙе һуңлатып килтерәләр. Үткән аҙнала ике “Йәшлек” тә килмәне. Был бер бөгөн генә түгел, күптән шулай.

Баймаҡ почтамтының баҫмалар­ҙы таратыу бүлеге мөдире Флүрә Айытбаеваға шылтыратып, хәлгә аныҡлыҡ индереүен һораныҡ.
“Почтаның Белореттан килтерелгәнен көтөп, көндөкөн көнгә таратырға тырышабыҙ, тик почтальондар етешмәү сәбәпле, берәр көнгә генә һуңлабыраҡ китәбеҙ шул. Кадрҙар проблемаһы бар. Ә ағайҙың үтенесен хәл итербеҙ”, – тине ул.
Шуныһы ғына күңелде ҡырҙы – үтенескә яуап алыр алдынан Атановтар, йәнә шылтыратып, гәзит килмәүҙә редакцияны ғәйепләне, дөрөҫлөктө яҙырға ҡурҡыуыбыҙ тураһында һүҙ йөрөттө.
Хөрмәтле уҡыусылар, дуҫтар, шуны аңлағыҙ: һеҙгә гәзит ваҡытында килмәүендә уны сығарыусылар ғәйепле түгел. Әгәр беҙҙең берәй һан сыҡмай икән, был турала алдан хәбәр итәбеҙ. Кемгәлер ғәйеп ташлар алдынан хат ташыу­сыға, почта бүлексәһенә шылтыратып белешегеҙ.
Унан килеп, урындарҙағы етәкселек телефонды алмаһа, беҙ был осраҡта бер ни ҡыла алмайбыҙ.

Йылайыр районының Һабыр ауылынан Айһылыу апай Байбаҡтина шылтыратып, беҙгә теләк-тәҡдимдәрен әйтеп, үҙ фекере менән уртаҡлашты:
– Гәзитте электән бик яратып уҡыйбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Йәштәргә хас дәрт-көс менән эшләгеҙ, уҡымлы материалдарығыҙ менән беҙҙе артабан да ҡыуандырығыҙ. Йәш тигәндән, беҙҙең ауыл хакимиәтендә етәкселектә пенсионерҙар эшләй. Ауыл халҡы быға бигүк риза ла түгел – хаҡлы ялға сыҡҡанһың икән, ял ит, йәштәргә урын бир, тигән фекер­ҙәбеҙ…

Шишмә районының ҡайһы бер ауылдарында эсәр һыу проблемаһы бар икән.
Мәҫәлән, Күсем ауылы халҡы исеменән шылтыратыусылар (исем-фамилиялар редакцияла) ауылда колонкала һыу булмауын хәбәр итте. Урындағы хакимиәт аҡса йыйып алһа ла, мәсьәлә һаман хәл ителмәгән икән.
Шулай уҡ Шишмә ҡасабаһындағы Киров урамының күп ҡатлы йорттарында һыу өҫкө ҡаттарға килеп етмәүен белдерҙеләр.

Тәүге шылтыратыу буйынса Күсем ауылы ҡараған Шишмә ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Етәкселек әйтеүенсә, колонкала һыуҙы көнөнә өс тапҡыр асалар – иртән, төш, кис. Ул әле лә шулай эшләп тора, ауыл халҡы эшләү тәртибен белә.
Ә ҡасабаға килгәндә, урындағы хакимиәткә йорттарҙың аныҡ адресы менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шуныһы ла бар: тиҙҙән бында һыу үткәргес төҙөләсәк, ул һыу менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итәсәк (был хаҡта тулыраҡ гәзиттең 2-се битендә яңылыҡтар рубрикаһында яҙылған).

Шылтыратыуҙарҙы
А. ИШЕМҒОЛОВА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»