RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

27.04.2012 Сәләм, баҡса!

Май башында ҡала халҡы икенсе өйөнә − баҡсаларына күсенә башлай, ә инде ауылдағылар ҙур-ҙур майҙанда йәшелсә үҫтереүгә ҡыҙыу әҙерләнә. Халыҡ араһында, быйылғы Май байрамы ҡарлы-боҙло ямғырҙар менән уҙасаҡ, тигән имеш-мимеш хәбәрҙәр йөрөһә лә, яҙ барыбер үҙенекен итәсәк. Шуға ла баҡсалар беҙҙе көтә, дуҫтар!
Май башында ҡышҡылыҡҡа ултыртып ҡалдырған һарымһаҡ менән шнитт һуған түтәлдәрен һаҡ ҡына йомшартып сығалар. Был түтәлдәргә торф йәки компост өҫтәү ҙә зыян итмәҫ. Тупраҡҡа органик һәм минераль ашламалар ҙа талап ителә. Ер ҡарҙан әрселеү менән сыҡҡан һарымһаҡ ҡыяҡтарына тәмәке йәки махорка «туҙаны»н һибеп сығыу был культураларҙы һуған себененән һаҡлаясаҡ. Ваҡланған тәмәке үләне япраҡтарының үҙен генә лә, яртылаш көл ҡушып та һибергә мөмкин. ҡоротҡостарға ҡаршы уйлап табылған был ысул һуғандың бөтә төрөн дә себендәрҙән һаҡлаясаҡ.
Тупраҡ саҡ ҡына йылына башлау менән йәй көнө ашар өсөн кишер, петрушка, редис, әнис, кинза, пастернак, ҡуҙғалаҡ, борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлы йәшелсәләр сәселә. Был культураларҙы юҡҡа ғына һыуыҡҡа сыҙамлы тип билдәләмәйҙәр. Улар дымлы тупраҡтан да, ҡырауҙан да ҡурҡмай. Шулай ҙа был үҫемлектәр­ҙең дым яратыуын билдәләге килә − ямғырһыҙ көндәрҙә уларға күп итеп һыу һибегеҙ.
Үрсетмәләре сыныҡтырылған булһа, иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә, сельдерей, аҡ шалҡанды ла асыҡ тупраҡҡа күсерә башларға мөмкин.
Ә тәҙрә төбөн йәмләп ултырған помидор, борос, баклажан үрсетмәләрен күсереп ултыртырға ашыҡмай тороғоҙ. Был йәшелсәләр тупраҡ 15 – 18 градусҡа тиклем йылынғансы тәҙрә төптәрендә ҡалһын. Бәләһенән – баш-аяҡ!








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)


Хан һыйы – тултырма

10.02.2019 - Махсус биттәр Хан һыйы – тултырма