RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күҙ – ҡурҡаҡ, ҡул – батыр...

20.04.2012 Күҙ – ҡурҡаҡ, ҡул – батыр...

Күҙ – ҡурҡаҡ, ҡул – батыр...
Венер Шәрипов етештергән европоддондар хатта мәскәүҙәрҙе лә ҡыҙыҡһындырған
Колхоз бөттө тип, ауыл да бөтөрмө? Әллә ауылды колхоз түгел, киреһенсә, ваҡытында колхозды ауыл йәшәттеме? Был сетерекле һорауға яуапты ризығын үҙе тыуған төбәктән табырға тырышып ятыу-сыларҙың «вахтасы»ларға ҡарата нисбәте менән билдәләргә була. Тәүгеләре һирәк әлеге ваҡытта, әммә бар бит улар, бар!
Йылайыр районының Юлдыбай ауылы, асылда, Рәсәйҙең башҡа ауылдарынан артыҡ айырылып бармай: бында ла ауыл халҡының абсолют күпселеген эш урындары менән тәьмин иткән ауыл хужалығы, агросәнәғәт предприятиеларын тапмаҫһың. Ир-ат, ҡайһы саҡта хатта ажарыраҡ ҡатын-ҡыҙ ҙа вахта ысулы менән сит яҡтарҙа эшләп, ғаиләһен ҡарай. Хәл-әхүәл ошондай күңелһеҙ саҡта, нисек тә үҙ төйәгендә кәсеп табып маташҡандар айырым иғтибарға, үҙҙәрен өлгө итеп ҡуйыуға лайыҡтыр, минеңсә.
Эшһеҙлектән ялҡҡан Венер Урал улы Шәрипов та үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға булған. Башланған эш − бөткән эш, тигәндәй, ул уйҙарын тормошҡа ашырып, ағас эшкәртеү эшенә тотонған. Шырпы кеүек төҙ ҡарағайҙарға хәҙер яҡын барырлыҡ түгел, ҡайын-фәлән, киреһенсә, хужаһын тапмай, тамырҙа көйө ҡороп әрәм була. Бына ошо ҡайын ағасын эшкәртеүгә керешкән йүнсел. Башта «Урал аръяғының ағас эшкәртеү компанияһы» тип аталған яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошторған.
− Район хакимиәтенән аҡсалата ярҙам алдыҡ. Элекке «Һаҡмар» совхозының конкурс идарасыһынан буш торған гараждарҙы һатып алдыҡ, унда ағас эшкәртеү станоктарын ҡорҙоҡ. Яйлап эш башланыҡ шулай.
Мин барып күргәндә, «Урал аръяғының ағас эшкәртеү компанияһы» үҙе етештергән продукцияны − европоддондарҙың тәүге партияһын һатып ебәргән сағы ине. Был уңышҡа дәртләнешеп йөрөгән мәле ине егеттәрҙең.
− Бер машина поддонды стәрлетамаҡтар һатып алды. Машинаға тейәп, бөгөн иртәнсәк үҙебеҙ оҙаттыҡ. Ҙур партия булғас, хаҡын да яҡшы итеп һөйләшкәс, уларҙың транспорт сығымдарын үҙебеҙ ҡапланыҡ. Интернет селтәрендә үҙебеҙҙең европоддондар хаҡында иғлан биргәйнек. Маши-наларыбыҙ әлеге ваҡытта Башҡор-тостанда, һеҙҙең тарафтарҙа йөрөй, юл ыңғайында тейәп алып ҡайта алабыҙ, тип Мәскәүҙән шылтыратыусылар булды. Төҙөлөш әүҙем барған саҡта, беҙ етештергән продукцияға һорау ҙа ҙур икән шул. Йәйгелеккә штатҡа 14 − 15 эшсе алып, был эшкә ныҡлап тотонорбоҙ, тип уйлайым. Диләнкә алып тормаҫбыҙ: Йылайыр районында шәхси пилорамалар бик күп, шуларҙан сеймал һатып алып эшләһәк, тәүге осорҙа сығымдар әҙерәк буласаҡ.
Шулай, тәүҙә ҡыйыуһыҙыраҡ тотонһаң да, яйлап тәжрибә туплап, шымарып китәһеңдер инде... Бына бит, Юлдыбай ауылы эшҡыуарҙары ла әкренләп бөгөнгө ысынбарлыҡҡа яраҡлашып, көн күреп, тырышып ята. Шундай милләттәштәребеҙ күберәк булһын ине.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (18-24 март)

18.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 март)


«Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»

17.03.2019 - Махсус биттәр «Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»


Ни өсөн окулист теш ямамай

16.03.2019 - Махсус биттәр Ни өсөн окулист теш ямамай


"Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА

14.03.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА


Йондоҙнамә (11-17 март)

11.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 март)


Ағасығыҙ туңмағанмы?

10.03.2019 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә

10.03.2019 - Махсус биттәр Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

09.03.2019 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Тәҙрә төбөм гөл генә

07.03.2019 - Махсус биттәр Тәҙрә төбөм гөл генә


Сатнама һыуыҡтар зыян килтермәһен

Ҡыяр күп булһын тиһәң

04.03.2019 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Йондоҙнамә (4-10 март)

04.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (4-10 март)