RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы

03.04.2012 Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы

Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
«Балаҫ һуғыу, башлыса, Дим буйында йәшәгән халыҡтың кәсебе ул», − тип ҡаршы алдылар беҙҙе. “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп…» тип аталған Республика башҡорт балаҫы фестиваленә яңы бер сараға йыйынған кеүек тә, башҡорт халҡының матур шөғөлөнә тағы ла бер тапҡыр күҙ һалайыҡ, тип тә юлланғайныҡ. Тәүҙә иң ҡыуандыр­ғаны шул булды – боронғо, әммә бөгөн дә матурлығын, әһәмиәтен юғалтмаған балаҫ һуғыу кәсебенә һуңғы осорҙа иғтибар, ихтирам арта. Республика балаҫ байрамы икенсе тапҡыр үткәрелә. Был сара ике йылға бер тапҡыр ойоштороласаҡ, тип ниәтләйҙәр. Әлегә иң мөһиме – балаҫ фестиваленә, башҡорттарҙың боронғо кәсебен яҡтыртҡан, ошо матурлыҡ тураһында һөйләгән сараға старт бирелгән.
Балаҫ байрамы Әлшәй районының Раевка ауылында үтте. Фестивалгә Миәкә, Бишбүләк, Ғафури, Дәүләкән, ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Ауырғазы, Бүздәк, Учалы райондарынан да килеүселәр булһа ла, әлшәйҙәр үҙҙәрен, балаҫ һуғыу шөғөлөнөң йөрәгендә йәшәйбеҙ, тип һанай. Тимәк, матур сараны үткәреү өсөн урын нигеҙле һайланған. Байрам кәйефе Раевка ауылында яңғырап торған дәртле моңдарҙан уҡ һиҙелһә лә, фестивалдең йөҙөк ҡашы – балаҫ өлгөләрен күреү менән боронғолоҡ һеңгән матур бер донъяға инеп киткәндәй булдыҡ. 1938 йылғы Кәшифә Мостафинаның балаҫтары ишектән килеп ингәндә үк күҙҙең яуын алып ҡаршыланы. Шуға ла иң тәүҙә был апайҙың күҙ нуры һеңгән балаҫтарҙы ҡарай башланыҡ. Миәкә районының Байтимер ауылында йәшәүсе Кәшифә апай үҙ ғүмерендә 300-ҙән ашыу балаҫ һуҡҡан. Байрам сараһына эштәрен ебәрһә лә, үҙе килмәгән. Шулай ҙа уның һеңлеһе Сәймә Кашапова менән танышып алдыҡ. Сәймә апай ҙа оҫта ҡуллы балаҫ һуғыусы булып сыҡты. Ул һуҡҡан балаҫтарҙың иҫәбе-һаны ла юҡ.
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
− Биш балама ла бирнә итеп балаҫтар әҙерләнем. Яратҡан, күңел һалып эшләгән эшебеҙ бит. Буш ваҡыт булдымы – балаҫ һуғырға ултырабыҙ. Был эш менән күпселек осраҡта ҡышын ултырырға тура килә. Йәйгеһен башҡа мәшәҡәттәр баҫып китә, − ти Сәймә Кашапова.
“Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп…” фестивалендә башҡорттар­ҙың балаҫ һуғыу ғына түгел, башҡа кәсептәре менән дә таныштырҙылар. Миңә урындағы халыҡтың милли кәсептәребеҙҙе йәш быуынға, ҡунаҡтарға ниндәйҙер бер ябайлыҡ менән аңлатыуы оҡшаны. Боронғо кәсептәрҙе ҡасан да кәрәккән, әммә бөгөн әллә ни донъяуи әһәмиәте булмаған тарихи-мәҙәни шөғөл итеп кенә түгел, көнкүрештә бөгөн дә ҡулланырлыҡ итеп күрһәтә белеү ҡиммәтле.
Милли байрамдар, кәсептәр ни тиклем генә әһәмиәтле, ҡыҙыҡлы булмаһын, улар ҙа дәүләттең, етәкселәрҙең яҡлауына, ярҙамына һәм аңлауына мохтаж. “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп…” Республика башҡорт балаҫы фестивален ойоштороуҙа Әлшәй муниципаль районы хакимиәтенең, Республика халыҡ ижады үҙәгенең, тыуған яғыбыҙҙы өйрәнеүсе ғалимдар, фән кешеләренең өлөшө ҙур. Байрамға килеүселәрҙе тәбрикләп сығыш яһаусы Әлшәй муниципаль районы башлығы Дамир Мостафин билдәләүенсә, урындағы халыҡ был фестивалдә ҙур өмөт һәм теләк менән ҡатнаша. Балаҫ байрамын үткәреү өсөн Әлшәй еренең һайланыуы яуаплылыҡ ҡына түгел, мәртәбә һәм ғорурлыҡ та.
Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыу­сы Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте вәкиле Айгөл Әхмәҙиева ла балаҫ һуғыу­ҙың башҡа бер ерҙә лә тиңе булмаған кәсеп икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был кәсепте һаҡлап ҡалыу өсөн уның ҡиммәтен йәш быуынға аңлатыу талап ителә. Әлеге сара тап ошо маҡсатта үткәрелә лә инде.
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы

ҡомартҡыларҙа – ҡул йылыһы

Фестивалгә бер быуаттан ашыу тарихы булған ҡомартҡыларҙы ла килтергәйнеләр. Балаҫ һуғыу өсөн ҡулланылған төрлө ҡорамалдар араһында әллә ҡасандан бирле хеҙмәт иткәндәре лә бар. Мәҫәлән, Әлшәй районының Сурай ауылында йәшәүсе Зөбәржәт Ғәбделмәнова көрө үреү өсөн ҡулланылған яҫы таҡтаны бик ҡәҙерләп һаҡлай. Таҡта уға 1910 йылдан, ҡартәсәһенән килеп еткән. Хәҙер таҡтаны дүртенсе быуын ҡуллана. Ә бит, уйлап ҡараһаң, нисәмә кешенең ҡул йылыһын һаҡлаған, ябай, әммә әйтеп аңлатҡыһыҙ әһәмиәтле ҡомартҡы был. Таҡтаның бик оҙаҡ заман ҡулланылғаны күренеп тора − ул шымарып, ялтырап бөткән.
− Мин дә балаҫ һуғам. Арып киткәндә шул таҡтаны һыйпап, нәнәйҙәремдең көсөн алғандай булам. Насип итһә, был ҡомартҡыны үҙемдең балаларыма ла тапшырмаҡсымын. Әйҙә, боронғо кәсепкә өйрәнеп үҫһендәр, тарихты ла онотмаһындар, − ти Зөбәржәт Ғәбделмәнова.
Башҡорттар балаҫ һуғыу өсөн төҫтәрҙе лә һайлап, һәр орнамент­ҡа ҙур иғтибар биргән. ҡара төҫ – беҙҙе туйындырған һәм йәшәткән еребеҙ, йәшел − йәшеллек һәм йәшлек, һары – ҡояш, күк − һауабыҙ төҫө. Сағыу ҡыҙыл төҫ байрамды күрһәтә. Ошо матурлыҡты аҫалы, буй балаҫтарға һалып, ныҡлы, сифатлы тауар етештереү − үҙе бер ҙур эш, ғорурланып күрһәтерлек шөғөл.
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Тәү ҡарашҡа балаҫтар бер-береһенән әллә ни айырылмағандай ҙа. Әммә был тәүге секундтар­ҙа ғына шулай. Үткән республика балаҫ фестивалендә гран-при яулаусы Тәслимә Кәлимуллина әйтеүенсә, үҙе татар ауылында йәшәгәс, башҡорт орнаменттарын өйрәнеү өсөн күрше башҡорт ауылдарына ла йөрөгән. Уртаса ҙурлыҡтағы балаҫты һуғыу өсөн ун көн ваҡыт кәрәк. Ҙурыраҡ балаҫтар өс аҙна ваҡытты ала. Дим буйында йәшәгән халыҡ аҫаба һәм буй балаҫтарҙы айырып, һәр береһенә күңелен генә түгел, мәғәнә лә һалып һуғырға тырыша. “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп…” республика башҡорт балаҫы фестиваленә 60 ҡул оҫтаһы 100-ҙән ашыу балаҫ алып килгәйне. Ә инде вағыраҡ балаҫтарҙың иҫәбе-һаны ла юҡ. Ошо оҫталыҡ, сабырлыҡ, матурлыҡ өлгөләре араһында ниндәй генә эштәр осраманы. Батмус аҫа, айсыҡ күҙҙе ҡамаштырып тора, асыҡ баҙыян янында шундуҡ ябыҡ баҙыян өлгөләре теҙелгән. Айсыҡтар эсендә йә кәзә тәкәһе мөгөҙө, йә сулпы биҙәктәре төшөрөлгән. Һәр аҫала күңел йылыһы, күҙ нуры, серлелек бар.

ҡулдарығыҙға күҙ теймәһен, апайҙар
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы

Бөгөн республикабыҙ балаҫ һуғыусыларының йәше 70 тирәһендә билдәләнә. Боронғо кәсепте һаҡлап ҡалған апайҙарға рәхмәт әйтергә һәм уларҙың оҫталығына һоҡланырға ғына ҡала. Тик был шөғөлдөң, башлыса, оло йәштәге кешеләрҙеке булыуы матур кәсептең юғала барыуын күрһәтә бит. Балаҫ һуғыу кәсебенең бөгөн артыҡ популяр булмауының сәбәптәре күп, әлбиттә. Берәүҙәр милли балаҫтарға һорау булмауын билдәләй, икенселәр, был эшкә көс һәм ваҡыт күп сарыф ителһә лә, әллә ни хаҡы булмауына һылтана. Ә бит башҡорт балаҫтары − тик тәбиғи материал ҡулланып эшләнгән сифатлы тауар. Балаҫ һарыҡ йөнөнән, тәбиғи буяуҙар ҡулланып эшләнә. Тик бына хәҙер балаҫ һуғыу өсөн ҡулланыл­ған буяуҙар бөтөү кимәлендә икән. Оҫталар был буяуҙы таба алмай ҡаңғыра. Һөҙөмтәлә, һарыҡ йөнө урынына ябай йөн ептәрҙе ҡуллана башлаусылар ҙа бар. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин әйтеүенсә, донъя­ла тиңе булмаған башҡорт балаҫтарын һаҡлау ғына түгел, артабан да үҫтереү – бөгөн иғтибар талап иткән мәсьәлә. Һәм был юҫыҡта етди эш алып барыласаҡ. Республика халыҡ ижады үҙәге тырышлығы менән Башҡортос­танда кейеҙ баҫыу шөғөлө тергеҙелде, тип әйтергә кәрәк. Сиратта – балаҫ һуғыусыларға иғтибарҙы арттырыу. Шуға ла “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп…” республика башҡорт балаҫы фестивалендә мастер-кластар, семинар-практикум үткәрелеүе әһәмиәтле. Унда оҫталар йәш быуынға балаҫ һуғыу серҙәрен аңлата. Һәр аҫаның, һәр балаҫтың айырым бер көсө бар. Шуға ла оҫталарҙың йәштәргә әйтер һүҙе, ҡалдырыр мираҫы күп.

Гран-при – Дәүләкәнгә

Башҡорт милли күлдәген кейеп, ҡашмауҙары, тәңкәләре менән әллә ҡайҙан балҡып ултырған Назия Әхмәтвәлиева фестивалгә Дәүләкән районының ҡоръятмаҫ ауылынан килгән. 77 йәшлек оҫта балаҫ һуғыу эшенә 18 йәшенән үк тотонған булған. Биш малай араһында үҫкән. Әсәһе лә ҡул эштәре менән әллә ни шөғөлләнмәгән. Үҙенең ҡы­ҙыҡһыныуы менән, башҡа кешеләргә йөрөп, ҡарап өйрәнгән был матур кәсебе Назия Әхмәт­вә­лиеваға күңел өсөн генә лә түгел. ҡасандыр ул балаҫ һуғыуға заказдар ҡабул итеп, килем алып та эшләгән.
− Айына ике­шәр балаҫ һуға инек. Әле лә ташламайым был шөғөлдө. Мал-тыуар аҫрамайым, яңғыҙым булһа ла бал ҡорто тотам. Булды инде заманалар – ат аҫрап та, бал ҡорто тотоп та өлгөрҙөк, балаҫтарыбыҙ ҙа күҙҙең яуын ала ине, − ти саялығы бөтә булмышында сағылған Назия Әхмәтвәлиева.
Фестивалдә махсус комиссия килтерелгән балаҫтарҙы ҡарап, баһалап сыҡты. Йөҙҙән ашыу балаҫ араһында тап Назия Әхмәт­вәлиеваның тилбер ҡулдары аша үткән эштәр гран-приға лайыҡ тип табылды. Бынан тыш, республикабыҙ оҫталары “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп…” республика башҡорт балаҫы фестиваленең бүләктәренә, Маҡтау грамоталарына ла лайыҡ булды.
Балаҫтарҙың хаҡы менән дә ҡыҙыҡһындым. Күркәм һәм ҙур ғына балаҫтың хаҡын дүрт мең һум тип билдәләне бер апай. Тәбиғи материалдан эшләнгән тауар өсөн был ҡиммәт хаҡ түгел, хатта арзан да тип әйтергә була.
Иғтибарымды сыуаш милли кейеме кейеп, нисектер тулҡынланыбыраҡ торған ҡатын йәлеп итте. ҡырмыҫҡалы районының Сихон ауылынан килгән Елена Степанова булып сыҡты ул. 52 йәшлек оҫта фестивалгә ҡыҙыҡ биҙәкле балаҫтар алып килгән – уның эштәрендә сыуаш символикалары менән башҡорт аҫалары бергә үрелгән. Балаҫ һуғыу менән әллә ни шөғөлләнмәгән райондан бер үҙе генә килгән был сыуаш ҡатынының ижади эҙләнеүҙәренә ҡарап, һоҡланырға, өлгө алырға ғына ҡала. Уның балаҫтары башҡорт үҙенсәлеген һаҡлап та ҡалған, яңылыҡ та индерелгән. Елена Степанова түҙем­һеҙләнеп мастер-класс башланғанын көтә ине, унда башҡорт балаҫтары менән ҡыҙыҡһыныу ҙур һәм киләсәктә үҙ төбәгендә ошо кәсепте халыҡҡа нығыраҡ танытыр­ға иҫәп тота.

«Һеҙҙә балаҫ һуғалармы?Беҙҙә балаҫ һуғалар!»


Балаҫ һуғыу кәсебен үҫтереү өсөн бер ниндәй ҙә яңы нәмәләр уйлап сығарырға кәрәкмәй. Милли кәсеп боронғолоғо, быуаттар буйы һаҡланып килгән биҙәктәре, аҫалары һәм ошоға бәйле йолалары менән ҡиммәтле. Һәр кем белә − ҡайҙалыр ситкә, хатта сит илгә түгел, сит ҡалаға булһа ла барһаң, шул ерҙең үҙенсәлеген, тарихын, мәҙәниәтен күрһәткән нәмәләрҙе күрге, иҫтәлеккә алып ҡайтҡы килә. Ниндәйҙер заманса, бәлки, ҡайһылыр сиктәр буйынса камил булған тауарҙар бер кемдә лә ҡыҙыҡһыныу уятмай. Шулай булғас, башҡорт балаҫы − республиканың милли брэнды булырға лайыҡлы матурлыҡ һәм ул үҙенә иғтибар талап итергә хоҡуҡлы.
Тик шуныһы – башҡорт балаҫтары үҙебеҙҙең дә йорттарҙы биҙәгән осраҡта ғына ошо матур кәсепте һаҡлай, милли брэндтың ҡиммәтен күрһәтә аласаҡбыҙ. Ситтән килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарға ниндәй генә аҫаба балаҫтар бүләк итеп оҙатһаҡ та, был матурлыҡты үҙебеҙ күрмәй, үҙебеҙ ҡулланмай, үҙебеҙ ҡәҙерен аңламай тороп, боронғо кәсептең бер генә мәғәнәһе лә юҡ. Ябай йорттоң да, дәүләт учреждениеларының да иҙәндәрен башҡорт балаҫы биҙәгәндә, ниндәй шәп булыр ине, ә!

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»