RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн ҡыҙҙар сигеү сикмәй … Һуғыша…

30.03.2012 Бөгөн ҡыҙҙар сигеү сикмәй … Һуғыша…

Бер ҡыҙ, икенсеһенән туҡмалып, дауаханала ята
Редакцияға гәзитебеҙ әүҙем генә таралған райондарҙың береһенән дүрт балаһын яңғыҙ тәрбиәләүсе апай шылтыратты. Республикабыҙҙың ябай бер ауылында, төндә дискотекаға сыҡҡан ваҡытта, 11-се синыфта уҡыусы ҡыҙын туҡмап киткәндәр икән. Туҡмаусылары – ошо уҡ ауылда йәшәүсе өс ҡыҙ. Был ҡыҙҙар ҙа – мәктәп, колледж уҡыусылары. Саҡ ҡына төрткөләшкәндәрҙер инде, тип уйлағайныҡ тәүҙә. Ләкин эштәр башҡасараҡ булып сыҡты: ҡыҙҙы төрткөләп кенә китмәгәндәр, ысынлап туҡмағандар. Һөҙөмтәлә 11-се синыф уҡыусыһы әлеге мәлдә район дауаханаһының хирургия бүлегендә һаулығын нығытырға мәжбүр, ә инде көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре, шыл­тырат­ҡан апайҙың әйтеүе буйынса, туҡмалған ҡыҙҙы әрләү менән мәшғүл. Аптыраған әсә, яҡлау һорап, беҙгә мөрәжәғәт итте.
ҡыҙҙарҙың үҙ-ара әрләшкәненә, хатта саҡ ҡына төрткөләшеп алыуына нисек тә булһа күҙ йоморға мөмкиндер. Донъя бит ул. Әммә йәш кенә, балалыҡтан сығып ҡына килгән гүзәл заттарҙың, бер өйөргә тупланып, икенсе ҡыҙҙы дауаханаға ятырлыҡ хәлгә еткәнсе туҡмауын ишеткән юҡ ине әле. Шуға ла, һуғышҡан бөтә ҡыҙҙарҙың исем-шәрифе редакцияла булһа ла, гәзиткә был турала яҙыу ҙа оят. Туҡмалған ҡыҙҙың синыф етәксеһенә шылтыраттыҡ. Уның аңлатыуынса, туҡмалған һәм туҡмаған ҡыҙҙар ҡатнашлығында ығы-зығы беренсе тапҡыр ғына сыҡмаған. Бәлки, был мәктәптә уҡыусы ҡыҙ­ҙар өсөн көрәш түңәрәге ойоштороп ҡарарғалыр? Бәлки, ҡағиҙәһеҙ көрәш түңәрәге? Әйҙә, дөмбәҫ­ләш­һендәр шунда. ҡыҙҙарҙың йыш ҡына һуғышып тороуы тураһында ишеткәс, башҡа шундайыраҡ уйҙар килде.
Әлбиттә, төнгө сәғәт 11-ҙән һуң урамда йөрөүсе мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләренең дә ғәйебен инҡар итеп булмай. Туҡ­малған ҡыҙ ҙа был ваҡытта өйҙә генә ултырһа, был бәлә килеп сыҡмаҫ ине. Әммә беҙ кемде лә булһа ғәйепләргә йыйынмайбыҙ, уныһы журналистар эше түгел. Һәр кем үҙ ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә тейеш. Беҙ, башҡорт ауылдарында башҡорт ҡыҙҙарының үҙ-ара дөмбәҫләшеүенә аптырап, был хәлдең ҡот осҡос күренеш икәнлегенә генә баҫым яһайбыҙ. Оят бит, ҡыҙҙар: гүзәл зат­тар­ҙың икенсе ҡыҙҙы туҡмауы үҙегеҙҙең, туғандары­ғыҙҙың, ауылығыҙҙың, милләттең бәҫен төшөрә.
Был эште алып барыусы тәфтишсе менән дә аралаштыҡ. Уның әйтеүенсә, һуғышыу факты буйынса енәйәт эше асылыу өҫтөндә. Һәр кем тейешле язаһын алыр, тип ышанғы килә. Һуғыш суҡмарҙары уҡыған мәктәп етәкселеге лә ниндәй ҙа булһа саралар күрергә тейештер. Иң мөһиме – ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙенең ҡылығына ситтән күҙ һалһын һәм дөрөҫ һығымталар яһаһын ине.

Лилиә СИРАЕВА.

Р. S. Был ваҡиғаны редакция күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ. Әлеге факт буйынса тикшереү эштәренең нисек барыуын артабан да күҙәтәсәкбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»