RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телефон араларҙы яҡынайта

10.02.2012 Телефон араларҙы яҡынайта

Был аҙнала ла «Йәшлек»тең дежур телефонына шылтыратыу­ҙар күп кенә булды. Гәзит уҡыусылар үҙҙәренең шатлыҡтары менән уртаҡлаша, проблемалар күтәрә, борсолоуҙарын белдерә. Рәхмәт барығыҙға ла. Шылтыра­тыуҙа­рығыҙҙы мөмкин тиклем иғтибар­һыҙ ҡалдырмаҫҡа, һорауҙарығыҙға яуап бирергә тырыштыҡ. Түбәндә улар менән таныша алаһығыҙ. Һеҙҙән артабан да шылтыратыуҙар көтөп ҡалабыҙ. Тик шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: шәмбе, йәкшәмбе көндәре дежур телефон эшләмәй, төнгө сәғәт 12-лә лә шылтыратыу­ҙар ҡабул итә алмайбыҙ.

Рәми СОЛТАНОВ, Учалы районы ҡотой ауылы:
– Мин Учалы районында «Йәшлек» гәзитенә яҙылғайным, хәҙер шуны Силәбе өлкәһенә күсерергә ине иҫәп. Әммә почта бүлексәһендә, күсереп булмай, тип яуап бирҙеләр. Миңә гәзитте Силәбе өлкәһендә алдырыу өсөн нимә эшләргә?
Һеҙҙең һорауға Өфө федераль почта хеҙмәтенән, гәзитте бер урындан икенсе урынға тик Башҡортостан Республикаһында ғына күсереп була, Силәбе икенсе төбәк булғанлыҡтан, бындай мөмкинлек юҡ, тип яуап бирҙеләр. Силәбелә гәзит алдырыу өсөн, бындағыһын аннулировать итеп, тегендә яңынан яҙыла алаһығыҙ.

Гөлфирә МАНСУРОВА, Силәбе өлкәһе, ҡоншаҡ районы:
– Башҡортостандан Бөрйән ҡорттарын һатып алырға ине. ҡайҙан һатып алырға була икән?
Һеҙҙең һорауға Шүлгәнташ ҡурсаулығы директорының ҡортсолоҡ буйынса урынбаҫары Әғләм Шәрипов яуап бирҙе:
– Бөрйән ҡортон әҙләп беҙ ҙә һатабыҙ, тик әле түгел, яҙғыһын, ҡорттарҙың нисек ҡышлап сығыуына ҡарап. Бөрйән районы ауылдарында шәхси кешеләр араһында ла күс һатыусылар була. Былтыр бер пакетын 4 – 6 мең һумдан тәҡдим иткәйнеләр.

Азамат ЙӘНБУЛАТОВ, Ейәнсура районы, Аҡдәүләт ауылы:
– Гәзит аша Башҡортостан юлдаш телевидениеһына теләгемде еткергем килә – балалар өсөн йәнһүрәттәрҙе күберәк күрһәтһендәр ине. Юғиһә «Сәңгелдәк»тән башҡа әкиәт юҡ тиерлек. Беҙҙең ауылда башҡа каналдар күрһәтмәй ҙә. Шуға күрә, исмаһам, БЮТ-та беҙ бала саҡта ҡарап үҫкән әкиәттәр кеүек мәғәнәле, матур йәнһүрәттәр күберәк күрһәтелһен ине.

Сәлих ҒӘБИҘУЛЛИН, Әбйәлил районы, Асҡар ауылы:
– Миңә БЮТ тапшырыу­ҙары оҡшай, әлбиттә, әммә алып барыу­сылар телевизор ҡараусыларҙы сәләмләмәй, һаубуллашмай ҙа. ҡайһы саҡта һөйләй-һөйләйҙәр ҙә шунан ғына һаулыҡ һорашалар. Бына шул оҡшамай. Әллә шулай булырға тейешме икән?

Айһылыу ҺАТЫБАЛОВА, Б. райо­ны:
– Ауылдарҙа эскелек көсәйҙе. 16 – 18 йәшкә лә етмәгән балалар һыра һатып алып эсеп йөрөй. Хәҙер ана коктейль тигәне сығып китте, ҡыҙҙар шуның менән мауыға. Һатыусылар иһә, йәштәргә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылһа ла, ҡарап тормай, бирә лә ебәрәләр. Төндә хаҡтар икеләтә артып китә. Бына шул мәсьәлә борсой. Нисек итеп уны хәл итергә була икән? Ауыл хакимиәте бер ниндәй ҙә сара күрмәй, участковый бер нисә ауылға берәү генә, уны күргәнебеҙ ҙә юҡ…

Айтуған ХӘЛИЛОВ, Баймаҡ райо­ны, Сыңғыҙ ауылы:
– Беҙгә һайлауҙар алдынан, «Төп партия» өсөн тауыш бирһәгеҙ, ауыл­ға газ үткәртәбеҙ, асфальт түшәтәбеҙ, тип әйткәйнеләр. Ауыл кешеләре агитация үткәр­ҙе, әммә был вәғәҙәләр һаман үтәлмәй.

Владик ҡЫҘРАСОВ, Күгәрсен районы:
– Быйылғы йыл Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде, шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышына ла 200 йыл тула. Ошо уңайҙан ҡаһым түрә тураһында фильм төшөрөлһә, бик яҡшы булыр ине. «Йәшлек» гәзите яҙып сығарыуынса, Айгиз Ғабдуллин тигән бик талантлы режиссер барлығын беләбеҙ. Ул ҙур проекттар өҫтөндә эшләргә хыяллана. Уны «Башҡортостан» киностудияһына режиссер итеп эшкә алып, ошо эште йөкмәтергә ине. Сөнки таланттарға ярҙам итергә, уларҙы үҫтерергә кәрәк. Ғөмүмән, хөкүмәт кимәлендә ҡарар ҡабул ителеп, шуның нигеҙендә республикабыҙҙа кино сәнғәтен үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Рәмилә ҒӘЙНЕТДИНОВА, Балаҡатай районы, Билән ауылы:
– һөйөнөслө яңылыҡтар менән уртаҡлашып үткем килә. 4 февралдә мәктәбебеҙҙең 125 йыллыҡ юбилейын билдәләп үттек. Был датаны асыҡлау­ҙа Республика архив идаралығы рәйесе урынбаҫары Илфат Ғәлләмов ҙур ярҙам итте. Байрам кисәһендә мәктәбебеҙҙән сыҡҡан билдәле шәхестәр, ветеран уҡы­тыу­сылар, бынан 20 – 50 йыл элек мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар ҡатнашты. Улар уҡыусыларҙы, уҡытыусылар­ҙы тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Иң ҙур бүләк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты биргән көрәш келәме булды.
Икенсе һөйөнөслө яңылығыбыҙ – бер аҙна элек Азамат Тимеров етәкселегендә филармония артис­тары килеп, бик матур концерт ҡуйып китте. Көндөҙ балалар­ға бушлай концерт күрһәттеләр. Ҙур рәхмәт уларға, беҙҙең яҡтарға йышыраҡ килһендәр ине.

Сираттағы шылтыратыусы үҙен, Ауырғазы районынан Вазифа апайығыҙ, тип таныштырҙы.
– Иптәшем ете айлыҡ сағынды атаһы вафат булған, ҡәйнәм өс бала менән яңғыҙы ҡалған. ҡайным һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Иптәшем ун йәшенән генә колхозда эшләй башлай һәм бөтә ғүмерен колхоз эшенә бағышлай. Уның хеҙмәт стажы 44 йылдан ашыу. Һуғыш ветерандарының әбейҙәре, инде ейәндәре фатир алып бөттө. Ә иптәшем кеүектәргә бер нәмә лә юҡ. 9 майҙа кешеләр­ҙе парлап-парлап саҡыралар, беҙгә, исмаһам, күңел өсөн берәй ҡотлау сәләме булһасы. Ул да бит хеҙмәт ветераны.
Был һорауға беҙҙең алдағы һанда ғына яуап бирелгәйне. Ысынлап та, һуғыш осоро балалары күп нәмәнән мәхрүм. Ә бына байрамдарға саҡырыуға килгәндә, күп кенә ауылдарҙа тыл ветерандарын, оҙаҡ йылдар эшләгән оло йәштәге хеҙмәт ветерандарын да ситтә ҡалдырмайҙар. Өҫтәүенә, ғәмәлдәге закон буйынса, тыл ветерандары һуғыш ветерандарына тиңләштерелде.


Әҡлимә ӘФЛӘТҮНОВА, Баймаҡ районы, Ишмыр­ҙа ауылы:
– 2010 йылда ауылға газ килде, тик бер урамға ғына үтте лә, эш туҡтап ҡалды. Мәктәптә лә, балалар баҡсаһында ла газ юҡ. ҡасан хәл ителер икән ошо мәсьә­лә?
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Константин Замотаев һеҙҙең һорауға, быйыл Ишмырҙала газ үткәреү планлаштырылған, бының өсөн ҙур ғына сумма аҡса бүлеү ҡаралған, тип яуап бирҙе.
Земфира САФИНА, Мәсетле районы:
– Ейәнсәрем Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡый. Мине шул һорау борсой: ни өсөн уларҙы ҡышҡы һыуыҡта ла тышта иртәнге зарядка эшләтәләр икән. Ейәнсәрем бер туҡтауһыҙ ауырый. Зарядканы залда эшләтеп булмаймы ни?
Һеҙҙең һорауға мәктәп директоры Әлфир Сулпан улы Ғайсин яуап бирҙе:
– Гимназияның көн тәртибе буйынса, иртәнге сәғәт 7-нән 8-се 20 минутҡа тиклем иртәнге зарядка ҡаралған. Һауа температураһы 20 градусҡа тиклем һалҡын булғанда уҡыусыларҙы зарядкаға сығарабыҙ. Әгәр ҙә һауа температураһы 22 – 23 градус һалҡын икән, улар ун минут самаһы тышта йөрөп кенә инә, ә инде 25-кә етһә, иртәнге зарядка булмай. Зарядка эшләтеү гимназияла күптән килгән йола. Бынан 20 – 30 йыл элек тә булған ул. Ә эстә үткәреүгә килгәндә, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, 700 балаға ҡайҙан мөмкинлек табайыҡ? Ғөмүмән, беҙҙә спортҡа, балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар бирелә. Әлеге көндә гимназияла ауырыған бер бала ла юҡ. Тимәк, иртәнге зарядкалар файҙаға ғына.

Азамат ӘҘЕҺӘМОВ, Йылайыр районы:
– Бәләкәй саҡтан ике күҙем дә насар күрә. 2010 йылда Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында бер күҙемә ике тапҡыр операция яһаттым. Шул күҙ буйынса бер йыл ғына инвалидлыҡ бирҙеләр ҙә, әле иһә инвалидлыҡ ала алмайым. Операция яһатҡан күҙем бөтөнләй тиерлек күрмәй, икенсеһе лә бик насар күрә. Миңә инвалидлыҡ булырға тейеш түгелме икән ни?
Һеҙҙең һорау буйынса Өфө ҡалаһындағы төп социаль-медицина экспертизаһы бюроһына шылтыраттыҡ. Быны урында асыҡларға кәрәк, сөнки күҙ буйынса инвалидлыҡтың нескәлектәре күп, тине ундағы белгес. Шулай ҙа, әгәр ҙә һеҙгә инвалидлыҡ бирмәй­ҙәр икән, поликлиниканан йүнәлтмә алып, медицина-социаль экспертиза бюроһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Был һорауға тағы әйләнеп ҡайтырбыҙ, һеҙҙең район ҡараған Салауат ҡалаһының медицина-экспертиза үҙәге аша асыҡлайһы бар. Дежур телефонға йәнә шылтыратырһығыҙ.

Рәмзиә ҒӘЛИУЛЛИНА, уҡытыу­сы, Бөрйән районы, Исламбай ауылы:
– Февралдә Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған көнө булды. Уны ысын күңелдән ҡотлайым. Сәйәсәт менән артыҡ ҡыҙыҡһынмаһам да, Мортаза Ғөбәйҙулла улын хөрмәт итәм, ул халыҡ өсөн бик күп эш башҡарҙы. Уның тураһында матбуғат баҫмаларында ла мәҡәләләр уҡығы килә.

Йәмиғә ВӘЛИЕВА, Әбйәлил райо­ны, «Урал» совхозы:
– Бөгөн төндә өй һелкенеүгә уянып киттек, бабай менән нимә булған икән тип аптырап торабыҙ. Аҙаҡ асыҡланыуынса, күршеләр­ҙең мунсаһы шартлаған. Бына ошондай бәлә-ҡазалар булмаһын өсөн газ менән һаҡ эш итергә өйрәнергә кәрәк ине. Ауылда урлап көн-төн газ яғыусылар күп. Газовиктар килеп тикшереп торһон, контролде көсәйтһен ине. Беҙ, ололар, бигерәк ошондай хәл килеп тыумаһын тип борсолабыҙ.
Дөрөҫ мәсьәлә күтәрәһегеҙ. Район етәкселеге менән газ хәүефһеҙлеге өсөн яуап биреүселәр быға иғтибар итер тип ышанайыҡ.

Шылтыратыуҙарҙы
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»