RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙар

21.09.2010 Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙар

Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙарҺөнәри бурысым мине ошо көндәрҙә Өфө трикотаж фабрикаһына юлыҡтырҙы. Республика­быҙҙың йөҙөн, заманса тел менән әйткәндә, имиджын булдырыусы был асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештергән продукция, үҙебеҙҙең төбәктән бигерәк, Рәсәй күләмендә киңерәк танылыу ала бара. Ил, төбәк-ара, бөтә донъя күләмендә үткәрелгән еңел сәнәғәт күргәҙмәләрендә өфө­ләр­ҙең иң түрҙә булыуы һәм, компетентлы комиссия тарафынан продукция төрлөлөгөнөң киң, башҡарылыш кимәленең һәм сифатының юғары, фантазияға бай, милли колоритҡа эйә булыуы танылып, лайыҡлы призлы урындар алыуы аяҡҡа яңы-яңы баҫып, үҫеп килгән предприятиеның һәм унда эшләгән ижади коллективтың потенциалы ҙур булыуын дәлилләй.

«Йәш» предприятиеның (йәш тип әйтеү дөрөҫ үк булмаҫ, ә ҡайтанан тергеҙелгән) фабриканың мөмкинлектәрен артабан асыу һәм үҫтереү, донъяуи брендын булдырыу өсөн йәмғиәттең директорҙар советы күп көс һала. Ул ғына ла түгел, эҙләнеүҙәр, яңы табыш һәм асыштар өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләү еңел сәнәғәт өлкәһенең был тармағының яңынан-яңы ресурстарын аса. Ижади форсатты бойомға ашырыу өсөн етәкселеккә ышаныслы һәм белемле, һәләтле йәш белгестәр, эшсе көс кәрәк. Бына ошо маҡсатта – йәштәрҙе предприятиеға эшкә йәлеп итеү, ҡыҙыҡтырыу өсөн ойошторолдо ла инде бында «Асыҡ ишектәр көнө». Был сараға Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы, баш ҡаланың Әхмәт Дәүләтов исемендәге 10-сы профессиональ лицейы, 138-се профессиональ училище, Өфө кейем технологияһы һәм дизайны колледжы, Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжы уҡытыусылары һәм студенттары саҡырылғайны.
Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙарЙыйылған халыҡты, өс төркөмгә бүлеп, алдан әҙерләнгән маршрут буйынса предприятиеның баш белгестәре производство цехтарына әйҙәне. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән цехтар менән танышып сығыуҙан алған тәьҫораттар, әлбиттә, әйтеп аңлатырлыҡ та түгел. Өс ҡатлы ҙур производство цехтарындағы заманса бесеү, тегеү, кейемдең ситтәрен бөгөү һәм тағы ла ошо тармаҡта эшләгәндәргә генә таныш булған әллә күпме өр-яңы ҡорамал нәфис зат вәкилдәре ҡулдарында тыңлаусан машинаға әүерелә. Ғәләмәт ҙур тиҙлектә әйләнеп торған бысаҡ аҫтында ҡатын-ҡыҙҙарҙың «бойороғо» менән төрлө туҡыма бер нисә секунд эсендә айырым бер формаға эйә була. Беселгән туҡыма артабанғы конвейерҙы дауам итә һәм иң һуңғы этапта әҙер продукция сүрәтенә инә. Бесеүселәр, тегеүселәр, кейемдең ситтәрен эшкәртеүселәр – һәр береһе эш урынында үҙ эшенә мөкиббән. Хәрәкәттәре автоматик рәүешкә әүерелгән. Кәңәш рәүешендә бер-береһе менән бер нисә секундҡа ғына һүҙ ҡатышып алалар ҙа, машиналарының педалдәренә баҫып, эштәрен артабан дауам итәләр.
Эксперименталь цехты экскурсия үткәреүсе ханым «ижади ҡеүә туп­ланған урын» тип атап, бында өр-яңы идеялар рухы йәшәүен һәм уларҙың иң матур, иң зауыҡлы әйберҙәр булып бойомға ашырылыуын билдәләне. Һис һүҙһеҙ, «Асыҡ ишектәр көнө»нә килеүселәргә күрһәтергә тип әҙерләнгән өҫкө кейем моделдәре күҙҙе уйнатырлыҡ. Әйткәндәй, беҙҙе ҡаршы алған, оҙатып йөрөгән ханымдарҙың һәр береһенең өҫтөндә үҙҙәре етештергән күҙ яуын алырҙай күлдәк-костюмдар ине. ҡатын-ҡыҙ күрке – сепрәк, тигәндәре хаҡ инде: улар үҙҙәре подиумдағы супермоделдәрҙән бер ҙә кәм тойолманы.
Әҙәм балаһын Аллаһы Тәғәлә яралтһа ла, һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе һайлай, тиҙәр. Ошо бәләкәй генә экскурсия ваҡытында үрҙә һанап кителгән уҡыу йорттары уҡыусыларының ҡайһы береһенең күңелендә ҡыҙыҡһыныу уяныуы, аҙаҡ был сараны ойош­тороусылар менән өҫтәл артында осрашҡанда төрлө һорауҙар яуҙырыуҙары, төпсөнөүҙәре профйүнәлеш юҫы­ғында уйланылған сараның маҡсатына ирешеүен күрһәтте.
Әлбиттә, бында йыйылған уҡыусыларҙың барыһының да киләсәктә эшкә нәҡ ошо предприятиеға килере икеле, әммә бер нисә ҡыҙ бында практика үтергә, эшкә килергә тигән теләк белдерҙе лә инде.
Предприятие етәкселеге ни, ундайҙарҙы ҡолас йәйеп ҡаршылап, ҡуш ҡуллап эшкә алырға әҙер – йәштәрҙә эшләү, тырышлыҡ күрһәтеү, ижад итеү тигән маҡсат ҡына булһын.
Студенттар менән осрашыуға саҡырылған Ирина Миңләхмәтова ике йыл элек 10-сы лицейҙы тамамлаған һәм әхирәте менән бында эшкә килгән. «Һүҙ юҡ, эш еңел түгел, түҙемлек, тырышлыҡ талап итә. Әммә көндән-көн ҡулың шымара, оҫтара барыуын тояһың. Иң мөһиме – эшеңде, тырышлығыңды күрә беләләр. Эш хаҡы эшеңә ҡарап түләнә, тотороҡло», – тип һөйләй йәш белгес. Шул саҡ уны тыңлаусыларҙың күңелен өйкәп торған һорауҙы бер ҡыҙ бирә һалды:
– Эш хаҡы күпме һәм ҡайҙа йәшәйһең?
– Әхирәттәрем менән ике бүлмәле фатирға индек, 3-әр мең һум түләйбеҙ. Ә эш хаҡым – 7 – 8 мең һум.
– Һәм шул ғына эш хаҡын фатирға түләргә лә, йәшәүгә лә еткерәһегеҙме?
– Төрлө ваҡыт була. Ауылдан атай-әсәй ярҙам итә. Әммә эш хаҡы гел былай ғына булмаясаҡ – мин бит үҫәм. Тимәк, эш хаҡы ла үҫәсәк.
Иринаның оптимистик рухтағы яуабын директорҙар советы рәйесе Зөһрә Салауат ҡыҙы Исмәғилева күтәреп алды.
– Предприятиела эшләүселәргә ҡайнар аш ҡаралған: 55 һумға төшкө аштың тулы комплексы тәҡдим ителә. Был да бит эш хаҡына плюс. Киләсәктә иһә беҙҙең үҙ ятағыбыҙ буласаҡ. Предприятиела башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләүен иҫәпкә алып, балалар баҡсаһы асырға ла ниәтләйбеҙ. ҡыҫҡаһы, изге ниәттәребеҙ бихисап, тик беҙгә ярҙам кәрәк. Йәштәр, һеҙҙең ярҙамға һәм, әлбиттә, матур башланғыстарыбыҙҙы тейешле ведомстволарҙың күреп, хуплап, булышлыҡ итеүенә өмөтләнәбеҙ.
Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙарПредприятиеның тарихына ҡағылып, Зөһрә Салауат ҡыҙы быйыл уның 70 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйыныуҙарын әйтте. 2006 йылда реконструкциялана башлаған өс ҡатлы производство цехы заманса техника һәм социаль коммуникациялар менән тәьмин ителгән һәм 2008 йылда эшләй башлаған. Ошо ике йыл эсендә унда яңы технология буйынса эшләгән ҡорамалдар һатып алынған. Бигерәк тә Германияның «SТOOI», «FRI», Италияның «Rimacһ» компаниялары ҡорамалдарын ҡулланыу продукцияның сифат кимәлен һиҙелерлек арттырған. Әйткәндәй, Өфө трикотаж фабрикаһы – республикала тәбиғи сүс туҡымаларҙан кейем етештереүсе берҙән-бер предприятие. Ә тәбиғи материалдан етештерелгән әйберҙәргә донъя баҙарында ихтыяж ҙур. Шуға ла Өфө трикотажына бөгөн Рәсәйҙең төрлө субъект­тарынан да, сит илдән дә заказдар өҫтәлеп тора.
Предприятие ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр, балалар өсөн өҫ кейеме, мәктәп формаһы, мосолмандар өсөн кейем, эшселәр өсөн махсус кейем, йорт текстиле, сувенир изделиелары, трикотаж туҡыма етештереү буйынса махсуслашҡан. Сифаты, дизайны буйынса Балтик буйы, Белоруссия трикотаждарынан ҡайтыш ҡына түгел, ә күпкә өҫтөн. Хаҡтар иһә иң һай кеҫәне лә ҡәнәғәтләндерерлек.
Фабрика тәҡдим иткән «Рәсәй халыҡтары биҙәктәре» тигән коллекция (уға өҫ кейеме лә, йорт әй­бер­ҙәре лә инә) һәр милләт кешеһен үҙенә ылыҡтырырлыҡ.
«Ағиҙел» башҡорт художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы – был асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең икенсе подразделе­ние­һы: унда етештерелгән әйбер­ҙәр­ҙең исемлеге сикһеҙ булырға оҡшай. Йәғни «Лакланған миниатюр живопись», «Нәфис сигеү», «Милли костюмдар» «Ағасты һырлау», «Тирмәләр», «Кейеҙ», «Батик» коллекциялары айырым иғтибарға лайыҡ булһа, киләсәктә етәкселек халҡыбыҙ кәсепселегенә хас ағас ҡалаҡтар, дебет шәлгә һәм башҡа әллә күпме яңы йүнәлешкә баҫым яһамаҡсы. Бында йәш көстәргә ҙур өмөт бағлайҙарҡыҫҡаһы, халыҡ традицияларын тергеҙеү Өфөлә байтаҡ яңы эш уры­ны барлыҡҡа килтерәсәк; күп кенә уҡыу йорттары етәкселеге менән эш биреүсе сифатында берлектә эшләү мөмкинлеген бирәсәк; халҡыбыҙ мәҙәниәтен пропагандалауға, республика имиджын булдырыуға этәргес көс буласаҡ.
Баш ҡалабыҙҙың исемен йөрөткән предприятие һәр яҡлап ярҙамға мохтаж, бына шуның өсөн дә «Асыҡ ишектәр көнө»ндә БР Мәғариф министрлығынан, БР Сәнәғәт һәм инновацион технологиялар ми­нистр­лығынан, Өфөнөң Киров ра­йоны хакимиәтенән, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан вәкилдәр һәм БР буйынса Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрованың, «Опора России» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Мусиндың ҡатнашыуы акционер йәмғиәтенең директорҙар советы күтәргән кадр­ҙар мәсьәләһенең бик актуаль булыуын раҫлай. Эйе, республиканың хеҙмәт баҙары бөгөн юрист, иҡтисадсы, компьютер белгестәре кеүек һөнәр эйәләренә мохтажлыҡ кисермәй, ә бына тегеүсе, бәйләүсе, кейеҙсе һәм шундайыраҡ белгестәргә ихтыяж арта бара. Кем әйтмешләй, бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы һәм бөтә һөнәрҙәр ҙә кәрәк. «Асыҡ ишектәр көнө» уҡыу йорттарының да үҙ эшмәкәрлеген ошо юҫыҡта үҙгәртергә тейешлегенә кинәйә булды.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (17-23 июнь)

17.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (17-23 июнь)


Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы

12.06.2019 - Махсус биттәр Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы


Йондоҙнамә (10-16 июнь)

10.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 июнь)


Телеңде йоторлоҡ! (17.05.2019)

09.06.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (17.05.2019)


Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)

09.06.2019 - Махсус биттәр Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)


Һаулыҡ һағында – ҡалҡан

08.06.2019 - Махсус биттәр Һаулыҡ һағында – ҡалҡан


«Ҡас, Луиза, ҡас!»

07.06.2019 - Махсус биттәр «Ҡас, Луиза, ҡас!»


"Йондоҙло табын" - Ирина ХАФИЗОВА

04.06.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Ирина ХАФИЗОВА


Йондоҙнамә (3-9 июнь)

03.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 июнь)


Барыһы ла ирем өсөн, уның һаулығы хаҡына

Малды хәҙер электрон көтөүсе көтә

Йондоҙнамә (27 май - 2 июнь)

27.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (27 май - 2 июнь)