RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ейәнсура буйлап сәфәр...

10.12.2011 Ейәнсура буйлап сәфәр...

Тәгәрмәсте тәгәрләтеп ебәрһәң, ул инерция буйынса бара-бара ла туҡтай. Халыҡтың гәзит-журналдарға яҙылып килеп-килеп, бер мәл туҡтап ҡалыуын шул тәгәрмәскә оҡшатам. Ошо тәгәрмәсте ҡуҙғатып ебәреү өсөн этәргес көс кәрәк. Тыуған районыма бер аҙналыҡ сәфәремде ошо көскә тиңләр инем.
Иҫәнғол

ҡуйһаңсы ла был элекке гвардия рядовой­ҙарын! Ауылдар буйлап йөрөп, халыҡ менән осрашып-аралашыуҙан урта быуын вәкилдәренә һәм йәштәргә матбуғат баҫмалары төптө кәрәкмәгән кеүек тойғо ҡалһа, ветерандарҙы бөгөнгө көндә район гәзитенә яҙылыу кампанияһының насар барыуы ныҡ борсоуы ғәжәпләндерҙе. Уйлап ҡараһаң, пенсиялағы кешене райондаштарының гәзит-журналдар алдырып уҡыуы ниңә бошондорорға тейеш? Юҡ шул, бошондора, сөнки ғүмере буйына яҡты киләсәк өсөн тырыш­ҡан өлкән быуын йәмғиәтебеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге, йәш быуындың аңһыҙ-моңһоҙ булып тәрбиәләнеүенә битараф ҡала алмай. Уларҙың күңел талабы, аң-зиһене үҙе шуны ҡуша.
Ноябрҙең һуңғы көнөндә район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Ғәли улы Иҙрисов менән район ветерандар советы рәйесе Рәшит Хажиғәле улы Бикбаев баҫмаларға яҙылыу эшенә ҡағылышы булған ойошмаларҙың вәкилдәрен йыйып, район гәзитенең, рәхмәт инде, «Йәшлек» гәзитенең журналисы ла булыу сәбәпле, республика йәштәренең милли баҫмаһының да тиражын нисек арттырыу тураһында кәңәшләште. Ултырышта ҡатна­шыу­сыларҙың фекеренсә, халыҡтың аҡсаһы булмауы гәзит-журналдарға яҙылмауҙың төп сәбәбе булып торһа, башҡа сәбәптәр ҙә байтаҡ. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа баҫмаларҙың редакция ағзалары, мөхәррирҙәренең халыҡ араһында булмауы, улар менән осрашыуҙар ойоштормауы, аңлатма, өгөт эштәрен алып бармауы ла тиражыбыҙға кире йоғонто яһай; икенсенән, почтальондарҙың хеҙмәт хаҡы үтә түбән, өҫтәүенә, уларҙың «йөгө» үтә лә ауыр булыуы − бер юлы бер нисә ауылды хеҙмәтләндереүҙәре, транспорт ҡытлығы, бынан тыш, һатыу эштәре менән дә шөғөлләнергә мәжбүр итеүҙәре бәкәлгә ныҡ һуға − уларҙың подписка менән булышырға ваҡыттары, теләктәре лә ҡалмай; өсөнсөнән, элекке кеүек, район, учреждениелар, ойошмалар, предприятиелар етәкселегенең дә подписка эше менән ҡыҙыҡһынмауы үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай; дүртенсенән, халыҡ, башлыса, йәштәр, мәғлүмәтте интернет сығанаҡтарынан алыуҙы хуп күрә. Әйткәндәй, почта хеҙмәткәрҙәренең дә редакцияларға ҡарата үҙ дәғүәһе бар: почтальондарҙы ҡыҙыҡһындырыу, дәртләндереү тигән нимә бөтөнләй юҡ. Әлбиттә, редакцияларҙың да уларға әйтер һүҙе йыйылған: элек почтальондар йорт һайын йөрөп, гәзит-жур­налдар­ға яҙҙырһа, хәҙер ул эш бөтөнләй алып барылмай...
Эйе, бер-береңдән сүп эҙләү, ғәйеп ташлау, үҙ иңеңдән яуаплылыҡты алырға тырышыу иң еңелелер. Бәхәсләшеүҙән фәтүә юҡ − конструктив һәм оптималь эш вариантын табыу мөһим. Ошоно аңлап, үҙ ведомстволары буйынса подписка эше өсөн яуаплылар аңлатыу-өгөт әмәлен әүҙемләштерергә, тәғәйен эш алып барырға тигән йөкләмә алды. Юғиһә, «йоҡоға талған» халыҡты баҫмаларға яҙылырға йәлеп итеүе бик ауыр.
Ултырыштан сыҡҡас, юл ыңғайы райондың мәғариф бүлегенә инеп, гуманитар фәндәр буйынса методист Илфат Бирҙеғолов менән осрашып, һөйләшеп алдыҡ. Подписка буйынса уҡытыусылар менән даими эш алып барыуҙарын, «Йәшлек»кә лә ярҙам итергә тырышасағын белдерҙе ул. Ә ҡорҙашым Земфира Бәҙәмшина иһә, баҫмабыҙға яҙылыу тураһында һүҙ ҡуҙғат­ҡас: «Иң тәүҙә мин «Йәшлек»кә яҙылып ҡуйҙым», − тип ҡыуандырҙы.
Үҙәкләштерелгән китапхана сис­темаһының бөтә хеҙмәткәрҙәренә лә айырым рәхмәт − улар һәр саҡ ихлас ҡаршы алып, аңлап, эш менән дә, тел менән дә ярҙам итергә тырышып тора. Ысын агитатор­ҙар ҙа, психологтар ҙа инде Иҫәнғол китапханасылары!
Бөтә район почтальондары эше менән етәкселек иткән Иҫәнғол почтаһына ла инмәйенсә булмай. Ауылдашым Миңзирә Хоҙабәндина беҙҙең баҫма тарафынан почтальондарҙы дәртләндереү маҡсатында конкурс иғлан ителеүе тураһында бер тапҡыр ҙа ишеткәне булмауын белдерҙе. Бына бит, ике яҡтан да ойоштороу эшенең аҡһауы арҡаһында «Йәшлек» тә, почтальондар ҙа ниндәй мөмкинлектән мәхрүм булған. Шунан, ҡайҙан гәзит уҡыусыларыбыҙ артһын инде?!
Әйткәндәй, почта бүлексәһенә өс үҫмер ҡыҙҙы эйәрткән мыйыҡлы, мөләйем йөҙлө йәш уҙаман килеп инде. Уның алсаҡлығы йөҙөнә яҙылған. Яңыбай урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Хөсәйен Күзәшев балаларын үҙ фәне буйынса олимпиадаға алып килгән икән. «Йәшлек» тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, гәзиткә мотлаҡ яҙыласағы тураһында белдерҙе. ҡыҙҙары, беҙҙең төҫлө календарҙы ҡулдарына алғас, әсәйҙәребеҙгә әйтербеҙ ҙә яҙылырбыҙ, тиеште. Кем-кем, ә балалар менән аңлашыуы барыбер күпкә еңелерәк.
Уҡытыусы менән генә сикләнмәйенсә, Яңыбай мәктәбе директорына ла телефон аша «сыҡтым». Әсхәт Хужахмәтов бер ҙә ыҡ-мыҡ итеп торманы: «Һеҙҙең гәзитте беҙҙә яратып уҡыйҙар, уҡытыусылар дәрестәрҙә әүҙем ҡуллана. Әле тиҫтәләгән уҡытыусы уға яҙылған да инде. «Бөтә синыф менән − «Йәшлек»кә!» акцияһына ла ҡу­шылыр­ға уйлайбыҙ − ата-әсәләр менән һөйләшеп килешергә кәрәк», − тип, һүҙебеҙҙе йыҡманы.
Элекке гөрләп торған ауыл хужалығы идаралығы бинаһында хәҙер ниндәй генә ойошмалар урынлашмаған. Ер менән эшләүселәр, төҙөлөш эштәренә бәйлеләр, хатта район һайлау комиссияһы... ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бүлмә һайын йөрөп сыҡһам да, «ата» башҡорттар араһынан (башҡа милләт вәкилдәренә ни үпкә?) «Йәшлек»кә яҙылыр­ға теләк белдереүселәр булманы...
Балыҡ башынан серей, тиеүҙәре һәр саҡ хаҡ түгел икәнлегенә инандым: район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил ҡунаҡбаев беҙҙең баҫмаға подписка башланыу менән яҙылыуы тураһында белдер­ҙе. Бына ошондайыраҡ етәкселәр күберәк булһын ине лә бит...

Мөхәмәтйән

Абзан хакимиәтенә ҡараған Мөхәмәтйән, Әлебай, Юлдаш ауылдарын һәм Абзандың үҙен дә районда «Әселе буйы» тип йөрөтәләр. «Әселе буйы» халҡы телгә лә, йыр-моңға ла, эшкә лә бик маһир.
Мөхәмәтйәнде борондан Сере­кәй ауылы тип йөрөтәләр. Халыҡ йыйылған клубта: «Хәйерле көн, хөрмәтле серекәйҙәр!» − тип һүҙ башлауыма Абзан ауыл хакимиәте башлығы Нурғәле Бикбулатов: «Кемдәр, кемдәр тип өндәштегеҙ?» − тип көлөмһөрәне. «Серекәйҙәр, тип өндәште. Ниңә, серекәйҙәр инде», − тип, залдағылар башлыҡтарына үҙҙәре үк яуап биреп, мине хупланы.
Ә ниңә, булһын Серекәй. Бик тә йәтеш исем. Халҡына ҡарағанда, бәлки, исеме есеменә тап киләлер ҙә. Кешегә ҡаҙалып, ҡан эсергә яратҡандарынан түгел, ә, киреһенсә, эшкә, тормошҡа ҡаҙалып ятып хеҙмәт итеүҙәре, бик әүҙем, егәрле, тырыш булыуҙары менән ошо исем уларға бик ятышлы. Мин улар­ҙың шулай икәнен бала сағымдан, Серекәйҙә йәшәгән туғандарыма барып йөрөгән сағымдан уҡ, беләм. Ауылдың бәләкәй генә булыуына, заман ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, әлеге көндә клубы ла, иң мөһиме, мәктәбе лә, магазины ла бар. Был учреждениелар эшләгән саҡта, тимәк, ауыл да тын аласаҡ. Мал-тыуар ишәйтеп, бол итеүселәр байтаҡ. Абзан урта мәктәбендә атай-әсәйҙәр йыйылышында ултырғанда ике ҡатындың һуйған һуғымдарынан күпме аҡса килеүе тураһында һөйләшкәненә ҡолаҡ һалғайным. «Итте күмәртәләп килоһын 180-гә генә һатып ебәрҙек. Беҙ, абзандар, бик арзан хаҡҡа осорабыҙ итте, ә бынау серекәйҙәр хаҡты бесеп кенә һорай беләләр − 250 – 260-ар һумдан һаталар, ти», − тигәндәрен хәтергә һалып ҡуйҙым. Дөрөҫ эшләйһегеҙ, серекәйҙәр, тир түгеп үҫтергән малығыҙҙы әләф-тәләф итергә ни.
Ауылға өҫтән-мөҫтән генә күҙ һалһаң да, яңы, төҙөк йорттар ҡалҡып сығыуы күҙгә бәрелә. Район мәҙәниәт йорто артистарының концертын ҡарарға килеүсе өлкәндәрҙең, бала-сағаның өҫ-башы ла уларҙың буйтым йәшәүен дәлилләй. ҡыҫҡаһы, һәр яҡлап маҡтауға лайыҡ был ауыл хеҙмәтсәндәре. Бына бит, минең, «Йәшлек»кә яҙылығыҙ, тип саҡырып мөрәжәғәт итеүемде лә дәррәү күтәреп алдылар. Хатта бөтөн ауыл менән яҙылыу мөмкинлеген дә самалап ҡаранылар. Мәктәп уҡытыусылары Фәүриә Иҙрисова менән Таңһылыу Үҙәнбаева, ауыл активистары булараҡ, әлбиттә, гәзитебеҙгә алдан уҡ яҙылған. Ә Ғәшиә апай Дауытова концерттан һуң «Йәшлек»кә яҙылыу өсөн киленен аҡсаға тип өйҙәренә йүгертте. Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде?! Ауыл старостаһы һәм имамы Рәүеф Аҙнабаев һәр эш-ғәмәлдә лә алдынғылыҡ күрһәтергә тейешлекте яҡшы аңланы − мотлаҡ яҙыласағын белдерҙе.
Тағы ла, башҡа ауылдарҙан айырмалы булараҡ, Серекәйҙең ҡатын-ҡыҙҙары ир-егеттәрен ситкә аҡса табырға тип ебәрмәгән − болдо, хәләл малды өйҙә, тыуған ауылдарында, бергәләп табыуҙы хуп күрә улар. Ошо үҙе үк маҡтауға лайыҡ түгелме ни?!

Әлебай

Ә бына күрше Әлебай ауылында йыйылышҡа килгән халыҡ араһында ир-егеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Ирҙәрегеҙ ҡайҙа һуң, тигән һорауҙы биреп торорға ла кәрәкмәй, белеп торам − улар ситтә. Мәктәптең ауылды тотоп торған бер тотҡа булыуын ошо ауыл миҫалында ла раҫларға мөмкин: ҡасандыр гөрләп торған 9 йыллыҡ мәктәп ябылғас, балалы ғаиләләр район үҙәгенә, Себер тарафтарына һәм ҡалаларға китергә мәжбүр булған. Шунлыҡтан әле ауылдағы 64 йорттоң 22-һе буш тора! Өҫтәүенә, 9 йортта яңғыҙаҡ ир йәшәй икән. Ә ҡатын-ҡыҙ, балалар булмаған өй буш ҡыуыш менән бер: моңо ла, мәне лә, зәме лә, сәме лә юҡ.
Тырыштарға һәр ерҙә лә тормош бер инде: бында ла тырышып донъя көтөүселәр етерлек. Әйтеүҙәренсә, араларында хатта һигеҙ һыйыр аҫрап көн итеүселәр ҙә бар. Мал, ҡош-ҡорт иҫәбенә, хәләл көсө менән йәшәй инде ауыл халҡы. Ит-һөт продукцияһын район үҙәгенә, күрше Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ ҡасабаһына алып барып һатыуҙарын һөйләнеләр.
Рәхмәт әлебайҙарға ла, уларҙың да күбеһе беҙҙең баҫманың яҙмышына битараф түгеллеген күрһәтте. Һаман да шул өлкән апайҙар­ҙың: «Яҙылабыҙ, яҙылабыҙ. 18-ендә пенсия алғас та», − тип әйтеүҙәре күңелгә май кеүек яғылды. Нәҡ ошондай апайҙар милләтебеҙҙең киләсәгенә, телебеҙҙең яҙмышына ла иғтибарлы, ихтирамлы, хәлдәренән килгәнсә йәш быуында милли рух, аң тигән төшөнсәләр­ҙе тәрбиәләү кәрәклеген аңлап эш итә.

Юлдаш

Бер үк көндө өсөнсө ауылда халыҡ менән осрашыуыбыҙ булды был. Юлдаш Абзан ауыл хакимиәте биләмәһендә ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Заманында бында хатта үҙ аллы колхоз да төҙөп ҡарағайнылар. Әйтергә кәрәк, «Путь Ленина» колхозынан айырылып сыҡҡас, юлдаштар йәбешеп ятып йәш коллектив хужалығын күтәрергә тырышты. Шулайтып һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ауылды ауыл итеүҙән туҡтатыусы «үҙгәртеп ҡороуҙар» хәс тә быуынға балта сапҡан кеүек булды. Ошонан башланды инфекция кеүек таралған бөлгөнлөк сире. Һис туҡтатып булырлыҡ түгел. Хатта республика етәкселеге ауыл хакимиәттәренә квартал һайын 100-әр мең һум биреп барған хәлдә лә ауылдар барыбер элекке хәленә кире ҡайта алмаҫ. Төп тотҡаһынан − эшләй алырлыҡ йәштәге ир-егеттәренән һәм йәштәренән, хатта өлкән синыф уҡыусыларынан яҙған хәҙер ауылдар. Тик ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ, ваҡ балалары менән генә көн күрә улар. Клубҡа йыйылышҡа, концерт­ҡа тип килгән өлкән һәм урта йәштәге ҡатындарҙы, ваҡ бала-сағаны ғына күреп: «Ниңә ғәзиз ирҙәрегеҙҙе сит ерҙәрҙә интектерәһегеҙ һуң, ҡайтарып алығыҙ. Иренмәгән кешегә дәүләт һыйыр, йылҡы малын ишәйтеүгә, ҡымыҙ етештереүгә, бал ҡорттарын үрсетеүгә субсидияларын бирә бит, тик юллап алырға ғына кәрәк. Президентыбыҙ үҙ йүнселлеге менән шөғөлләнергә теләүселәргә административ кәртәләрҙе бөтөрөргә ҡушты бит», − тип әйтергә мәжбүр итте. Бындай хәл бер Аҡҡондоҙҙа йәки Бикбауҙа ғына булһа, ярай, юҡ, нисәмә-нисә ауылда булдыҡ, һәр береһендә лә бер үк хәл: донъя ҡатындар ҡулына ҡалған.
Юлдаштар ҙа, йәштәр булмағас, балалар һанының йыл да кәмей барыуын билдәләп, киләсәктә уларҙың да 9 йыллыҡ мәктәптәре ябылыр тип ҡурҡа. Әлегә 63 уҡыусы өсөн 15 уҡытыусы эшләй икән. Ошо уҡытыусыларҙың да эшһеҙ-көшһөҙ ҡалыуы ихтимал.
Ерлектәге почтальон әйтеүенсә, 20-ләп кеше бер ниндәй өгөт-нәсихәтһеҙ, үҙ теләге менән баҫмабыҙға яҙылған да инде. Әле, рәхмәт төшкөрө, һабаҡташым, Юлдаш мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлкәй Бикмөхәмәтова ауылдаштарын минең ыңғай­ға «Йәшлек»кә яҙылырға өгөтләне. Ыңғайына бөтә уҡытыусылар коллективы менән гәзитебеҙгә яҙыласаҡтарын иғлан итте.

Абзан

Район буйлап сәфәремде нәҡ Абзандан башлағайным, ошонда нөктә лә ҡуйҙым. Бер тапҡыр атай-әсәйҙәр алдында сығыш яһағас, ҡайтанан сәхнәгә күтәрелеп тороуҙың кәрәге юҡтыр тиһәм дә, урындағы хакимиәт башлығы ауылдаштары алдында иғлан иткәс, тағы ла трибуна артына баҫмайынса булдыра алманым. Тышҡы йөҙө, уңайлыҡтары менән ҡала мәҙәниәт йортонан һис тә кәм булмаған, ә, бәлки, киреһенсә, ҡайһы берҙәренән күпкә артыҡ та булған мәҙәниәт усағының тамашалар залы туп-тулы булыуын күргәс, бер аҙ ҡаушатты. Әлбиттә, ниңә тулы булмаһын ти: заманында колхоздың да, ауыл советының да төп үҙәге булған (19-сы быуат аҙағы − 20-се быуат башында хатта район үҙәге лә булған) ауыл бит ул Абзан. Ҙур, цивилизациялы ауыл халҡының менталитеты ла айырылып, күҙгә бәрелеп тора: өгөткә бик бирелеп бармай, һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере, позицияһы бар. Шунлыҡтан артыҡ һүҙ ҡуйыртып тороуҙы кәрәк тип тапманым.
Шулай итеп, бер аҙна буйы райондаштарым менән осрашып, күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеп, аңлашып килдем. Йөрөүем бушҡа булмаһа ярар ине лә, тигән көҙөк йәшәүен йәшәй күңелдә, әммә, шайтан ғына өмөтһөҙ, тигәндәр бит. Яҡташтарымдың һүҙҙәрен елгә осора торған кеше булмауҙарын белгәс, тағы ла үҙемде-үҙем тынысландырам. Яҙыласаҡ­тар ул «Йәшлек»кә! Ейәнсуралар бит улар!

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура – Өфө.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»