НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Башығыҙҙы эшләтегеҙ!

Башығыҙҙы эшләтегеҙ!


1. Һеҙҙең шкафта буталышып, 10 пар ҡара ойоҡбаш һәм 10 пар һоро ойоҡбаш ята. Ҡараңғыла бер-береһенә тап килгән бер пар ойоҡбаш сығарыу өсөн һеҙгә ни бары улар­ҙың өсәүһен һөйрәп сығарыу ҙа етә. Шул уҡ шкафта 10 пар ҡара бирсәткә һәм 10 пар һоро бирсәткә ятҡан ваҡытта ҡараңғыла икеһе лә тап килерлек итеп нисә бирсәткә сығарырға кәрәк буласаҡ?

2. 24 кешене һәр рәткә бишәрҙән ҡуйып, алты рәткә теҙегеҙ. Был мөмкинме?
3. Бүлмә эсендә кәрәсин лампаһы менән шәм бар. Кис көнө был бүлмәгә ингәндә иң тәүҙә нимәне яндырасаҡһығыҙ?

4. Бөкөлө бер шешә 1 һум 10 тин тора. Шешә бөкөнән 1 һумға ҡиммәтерәк. Шешә менән бөкө икеһе айырым күпме тора?

5. Өс кеше ашханала төшкө аш өсөн 10 һум аҡса түләп сығып киткән (һәр береһе унар һум). Клиенттар сығып китеү менән официант улар ашаған аштың дөйөм хаҡы 25 һум ғына икәнлеген һанап сығарып, бер малай аша 5 һумды кире ҡайтарып биргән. Өс кеше лә берәр һумды кире алған, ә инде ике һумды малайға ҡалдыр­ғандар. Ашханала улар­ҙың һәр береһе 9 һум аҡса түләгән була, туғыҙҙы өскә ҡабатлаһаң, 27 һум килеп сыға. Был суммаға малайҙа ҡалған ике һумды ла өҫтәһәң, 29 һум була. Ә бер һум ҡайҙа булған һуң?

Сығыу ваҡыты 27-09-2011, 11:55 | Ҡаранылар: 1233
|
  • Үәт, ҡызыҡ!
  • 900 һум өсөн – 53 миллион!
  • Яҙылығыҙ, отолмаҫһығыҙ
  • Транспорт һалымы кәмей
  • Өфөләр... ҡуян һатып байыған икән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM