НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Телеңде йоторлоҡ

Телеңде йоторлоҡ


Консерваланған голубцы
Телеңде йоторлоҡ
Ҡышын эслек төрөлгән кәбеҫтә япрағы менән һыйланырға теләһәгеҙ, тап ошо рецепт һеҙҙең өсөн.
Уға 3 кг кишер,1,5 кг кәбеҫтә, шул уҡ күләмдә − татлы борос, 1 кг пастернак, 5 − 7 борсаҡлы борос (яратһағыҙ, әсе борос та һалырға мөмкин) кәрәк. Маринад өсөн 1 литр һыу, 250 г үҫемлек майы, самалап тоҙ, 70 процентлы һеркә эссенцияһы алына.
Кәбеҫтә япраҡтарын бешекләп, һыуытырға. Кишер менән пастернакты эре ҡырғыста ҡырырға, боросто ваҡлап турарға. Барыһын да майҙа ҡыҙҙырып алырға һәм япраҡтарға ошо эслекте һалып урарға.
Маринад ғәҙәттәгесә әҙерләнә (ҡайнар һыуға шәкәр, үҫемлек майы, тоҙ һалып, биш минут ҡайнатырға). Бан­каларға голубцыны тығыҙлап тултыр­ғас, бөртөклө борос та төшөргәс, ярты балғалаҡ һеркә ҡойоп, 10 минут стерилләргә лә ябырға.

«Көнбағыш» салаты
Телеңде йоторлоҡ
Табынды биҙәрлек был ризыҡты әҙерләү өсөн 300 г йомшаҡ тауыҡ ите, 3 йомортҡа, 200 г маринадланған аҡ көләпә (шампиньон), шул уҡ күләмдә кишер, 150 г сыр, самалап һуған, үҫемлек майы, чипсы, майонез, зәйтүн емеше, тоҙ алына.
Тауыҡ итен ҡыҙҙырып алырға, бешкән кишерҙе, йомортҡаларҙы, сырҙы ҡырғыста ҡырырға, бәшмәкте ваҡлап турарға, һуғанды ярым түңәрәк итеп ҡырҡырға. Ялпаҡ һауытҡа аҫҡа салат япрағы йәйеп, өҫтөнә ит һалырға һәм майонез һыларға. Артабан тәртип шундай: кишер − майонез − бәшмәк − майонез − һуған − майонез − сыр.
Сыр өҫтөнә биҙәкләп майонез яғыр­ға ла дүрткә бүленгән зәйтүнде һалып сығырға. Табынға бирер алдынан ғына салаттың тирә-яғына чипсыларҙы теҙергә кәрәк.

Дүртмөйөшлө... эремсек
Телеңде йоторлоҡ
Был бик тәмле һәм файҙалы аҙыҡ рационығыҙҙы витаминдар менән байытасаҡ.
Эремсекте туралған базилик, зәйтүн емештәре менән бутарға ла алдан әҙерләнгән ҡамырға (туҡмас ҡамыры йоҡалығында) йәки ҡоймаҡҡа төрөп, өҫтөнә ваҡ ҡырғыста ҡырылған сыр һибеп, эҫе духовкаға ҡуйырға. Сыр ирей башлау менән алырға, юҡһа көйөүе мөмкин. Табынға теләгәнсә биҙәп ултыртырға.

Перәниктәр
Телеңде йоторлоҡ
Яҡындарын татлы ризыҡ бешереп һыйлағылары килгән хужабикәләргә бик еңел әҙерләнә торған ҡамыр аҙығы. Перәниктәр һатып алынғанға ҡарағанда күпкә тәмлерәк килеп сығасаҡ.
Улар түбәндәгесә әҙерләнә: бер стакан ойоған һөткә бер стакан шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ сода һалып болғатырға. Он ҡушып, туҡмас ҡамырынан йомшағыраҡ итеп баҫырға ла 1,5 – 2 см ҡалынлығында йәйергә кәрәк. Артабан түңәрәкләп ҡырҡып (кемгә ниндәй форма оҡшай, шулай мөмкин), духовкаға ҡуйырға ғына ҡала. Перәниктәр 20 минутта бешеп сыға.
А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 27-09-2011, 11:52 | Ҡаранылар: 1722
|
  • Телеңде йоторлоҡ!
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Ҡышты ла онотмайыҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM