RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.08.2011 Тиңдәш

«Кеше һәр саҡ уҡырға, өйрәнергә, эҙләнергә тейеш»
Тиңдәш
Наҙгөл Иҫәнбаева Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй. Бала саҡта буй етмәҫлек хыял кеүек кенә булған сәхнә хәҙер уның тормош мәғәнәһенә әүерелгән. Репертуарҙағы ниндәй генә спектаклдәрҙә уйнамаған актриса. Күбеһе – төп ролдәр. ҡаҙаныштары, уңыштары байтаҡ уның. Театр эсендә бер нисә тапҡыр «Йыл актрисаһы» булып та танылған, республикала үткән абруйлы «Йәш ғаилә» конкурсында гран-при ҙа яулаған Иҫәнбаевтар. Һуңғы уңыштарынан «Театр яҙы» VII республика фестивалендә Ә. Атнабаевтың «Ул ҡайтты» драмаһында «ҡатын-ҡыҙ образын сағыу кәүҙәләндергәне өсөн» (Мәрзиә ролендә) номинацияһына лайыҡ булыуын билдәләмәү мөмкин түгел. Бынан тыш, моңло тауышлы актриса театрҙың һәр концертында тамашасыларына матур-матур йырҙарын да бүләк итә.
Әйткәндәй, Наҙгөл менән уның тормош юлдашы Ишбулат Иҫәнбаев бер үк һөнәр эйәләре. Йәнтөйәктәре лә бер: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Күгәрсен районының Бикес ауылында тыуып үҫкән. Балалары Инсаф менән Ләйлә, ата-әсәһен аңлап, улар менән ғорурланып, аҡыллы булып үҫеп килә.
«Сәхнәгә һәр ваҡыт, Алла бирһә, барыһы ла һәйбәт булыр, тип белгән доғаларымды уҡып сығам, шулай еңелерәк тә», – ти Наҙгөл Иҫәнбаева. Йәштәргә, бигерәк тә йәш милләттәштәребеҙгә, нисек тә булһа белем алырға, күңелдәренә оҡшаған һөнәрҙе үҙләштерергә ынтылыуҙарын теләй. Шулай итеп, ихлас әңгәмәсе, алсаҡ, сибәр актрисанан уңышлы булыуға биш кәңәш.

Тырышлыҡ

Бер замандың бөйөгө әйтмешләй, уңыш ул – 1 процент талант һәм 99 процент тырышлыҡ. Ысынлап та, ниндәй генә эште башҡарма, һәр ваҡыт тырышлыҡты иң тәү сиратҡа ҡуйыу мөһим. Ошо сифаты булмаһа, кеше әллә ни уңыш ҡаҙана алмай. Беҙҙең башҡортта, тырыш­ҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигән үтә дөрөҫ әйтем дә бар бит әле.

Яуаплылыҡ

Һәр бер тотонған эшемде еренә еркереп башҡарыуҙы үҙемә ҡәтғи талап итеп алам. Шундай яуаплылыҡ булмаһа, алда әйткән тырышлығым юҡҡа сығыр ине.
Тормошта һәр нәмәлә яуаплылыҡ кәрәк. Мәҫәлән, ата-әсәйем мине уҡытты, улар алдында яуаплымын, туғандарым алдында ла. Унан ғаиләле булдым, хәҙер ошо ҡәлғәм алдында яуаплымын. Эштә бигерәк тә кәрәк ошо сифат. Сәнғәт кешеһе икеләтә яуаплы.

Һөнәрилек

Профессионализм йылдар буйына туплана. Һайлаған һөнәребеҙҙең оҫтаһы булырға ынтылырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, уҡып сығыу менән генә оҫта актер булып китеү мөмкин түгел. Үҙ өҫтөңдә бер туҡтау­һыҙ эшләү кәрәк. Беҙгә, театр актерҙарына, юғары профессиональ режиссер менән эшләү ҙә уңышҡа өлгәшеүҙең бер юлы.

Маҡсатлы булыу

Был – тормош мәғәнәһе. Маҡсатһыҙ кеше ҡайҙа барырын белмәй, ҡыя юлға сығып, аҙашыуы ла бар. Алда, хыял һымаҡ ҡына булһа ла, маҡсат, уй-ниәттәр торор­ға тейеш. Позитив маҡсаттар хаҡында һүҙем. Аҙым-аҙымлап булһа ла, бәләкәй «сәп»кә ынтылығыҙ. Уға ирешәһегеҙ икән, ҙурыраҡтарын ҡуйығыҙ. Мотлаҡ ҡайҙалыр һеҙҙе уңыш көтәсәк.

Үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булмау

Эйе, эйе, йәш дуҫтар, нәҡ шулай. Үҙеңдән ҡәнәғәт булып, ирешкәнеңә ҡыуанып, шул тирәлә туҡтап ҡалмаҫ, артабан тырышыр өсөн әйтәм быны. Үҙем берәй ролде уйнап сыҡҡандан һуң мотлаҡ уйланам һәм... ҡәнәғәт ҡалмайым, икенсе юлы былайыраҡ йә тегеләйерәк уйнаһам, тағы ла яҡшыраҡ килеп сығырын күҙаллайым.
Һәр эшегеҙҙе баһалап өйрәнегеҙ. Баҫҡан урында тороуға ҡарағанда тырмашып булһа ла алға барыу – шул уңышҡа аҙымдар инде. Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

«Комендант сәғәте» кәрәкме, юҡмы?
(Блиц-интервью)

Былтыр июлдә Башҡортостанда «Бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» Законға үҙгәрештәр индерелде һәм ошоға ярашлы «комендант сәғәте» иғлан ителде. Был ҡышҡы ваҡытта (1 октябрҙән 30 апрелгә тиклем) 22.00 сәғәттән һуң, йәйен (1 майҙан 30 сентябргә тиклем) төнгө 12-нән таңғы алтығаса 17 йәше тулмаған балаларға, үҫмерҙәргә өлкәндәрһеҙ йәмәғәт урындарында – урамда, транспортта, клубта, интернет-кафела – йөрөү тыйыла тигән һүҙ. Тыйыу инҡар ителгән хәлдә ата-әсәләргә штраф һалына. Был турала барыһы ла хәбәрҙармы, үҫмерҙәр үҙҙәре «тәғәйен ваҡыт»ҡа нисек ҡарай?

Ришат, 15 йәш:
– «Юлдаш» радиоһынан көн һайын әйтәләр, тип атайым ҡаты ғына итеп тыйып ҡуйҙы. Уның һүҙен нисек тыңламайһың? Былай ҙа урамда улай уҡ төнгә ҡалып йөрөмәй торғайным. Йәй көнө ваҡыт күп бит, дуҫтарым менән көндөҙ аралашам. «Комендант сәғәте» кәрәк ул. Төндә балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә ҡурҡыныс әле.

Розалия, 13 йәш:
– 19 йәшлек апайым менән ауылда бер-ике тапҡыр клубҡа сыҡтым. Унда минең кеүектәр үҙҙәре генә лә йөрөй ул, берәү ҙә тыймайсы. «Комендант сәғәте» тураһында мәктәптә уҡытыусылар әйткәйне лә, ә ниңә тикшермәйҙәр икән? Ныҡлаңҡырап тыймағас, нимәгә уйлап сығарғандар...

Артем, 16 йәш:
– «Комендант сәғәте»?! Һуң, улай булғас, ярты Башҡортостандың ата-әсәләренә штраф һалып сығыр­ға кәрәк. Өфөлә йәшәйем, бер ниндәй тыйыуһыҙ төн буйы урамда йөрөгән бар. Нефтекамаға ҡунаҡҡа барҙым, унда ла рәхәтләнеп күңел астыҡ. Дуҫым – ауылда. Бер ҙә, клубҡа сыҡмайым, тигәнен ишеткәнем юҡ.

Илгиз, 16 йәш:
– Беләһегеҙме, ауылға ҡаланан бик күп бала каникул­ға ҡайтып төшә. Ата-әсәләре уларҙы ҡалдыра ла киренән ҡалаға китә. Ә балалар артынан олатай-өләсәйҙәр гел ҡарап өлгөрә алмай ҙа инде. Былай ҙа эш етерлек. Шуға ла һәр кем йөрөй шунда, йә йылға буйында, йә берәй дуҫында. Төндә шаулы тормош башлана. Урам тулы үҫмерҙәр, хатта бала-саға. Юғары тиҙлектә машиналар «сабыша», етмәһә. Иҫерек йәштәр клубҡа ла барып етмәй. Ниндәй «комендант сәғәте» тураһында һүҙ булыуы мөмкин?!

Эшкә алһындар өсөн нимә эшләргә?

Эш эҙләү кемгәлер мауыҡтырғыс тарих­ҡа әйләнһә, берәүгә ул таныш-тоношһоҙ яҡшы эш табып булмаясағы тураһында күңелһеҙ хикәйә кеүек кенә. Был тәңгәлдә ниндәйҙер ҡағиҙәләрҙе лә белеү ҡамасау итмәҫ. Шуларға ҡолаҡ һалығыҙ.
1. Үҙеңә аныҡ маҡсат ҡуй – кем булып эшләргә теләйһең, хеҙмәт хаҡы күпме булһын, ниндәй эш көнө тәртибе менән һ.б.
2. Бөгөн резюме яҙыу модала тиһәк тә була. Уның хатта ябай эшсегә лә кәрәге тейә. Бында башҡа эш эҙләүселәргә ҡарағанда ниндәй өҫтөнлөктәрең бар, бөтәһен дә күрһәтеп яҙырға кәрәк. Тик һәр эш урынына бер резюме ярамаҫ, талаптарға ярашлы итеп яҙыу мөһим. Уларҙы, әлбиттә, барыһын бер юлы ебәрергә түгел, юҡһа, саҡырыуҙар өҫтө-өҫтөнә булып, үҙеңә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыр.
3. Әңгәмәләшергә барғанда үҙеңде ышаныслы тот. ҡайһы бер эш биреүселәр юрый стресты тикшереүсе тестар үткәрә. Юғалып ҡалырға ярамай.
4. Артығын вәғәҙәләй күрмә. Эшләй алыр эшеңә генә ынтыл.
5. Эшкә алынғас та, еңел һулама. Тәүҙән үк үҙеңде бурысын яҡшы үтәүсе, компетентлы хеҙмәткәр итеп күрһәтә бел.
Эш эҙләүселәргә психолог
Айһылыу АБДУЛЛИНА кәңәш бирҙе.

Темаға көләмәс

Бер бик яҡшы ғына вакансияға дәғүә итеүсе килеп, байтаҡ тест һорауына яуап биргәндән һуң уның менән менеджер әңгәмәләшә икән:
– Яуаптарығыҙ беҙҙе ҡәнәғәтләндерҙе. Тағы бер-ике генә һорау ҡалды. Беҙ бөхтә хеҙмәткәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Һеҙ ингән саҡта туфлиҙарығыҙҙы шунда ятҡан балаҫҡа һөрттөгөҙмө ул?
Теге кеше бер секундҡа ғына уйланғандай итә лә шулай тип яуаплай:
– Әлбиттә.
– Яҡшы... Тик беҙгә иң тәү сиратта эшсебеҙҙең намыҫлы булыуы ҡиммәт. Ишек төбөндә бер ниндәй ҙә балаҫ ятмай!

Мәңгелек диск
Тиҙҙән йөҙәр йылдар буйына мәғлүмәттәрҙе «боҙмай» һаҡлай алырлыҡ диск һатыуға сығарыласаҡ. M-Disc тип аталған был яңы төр дискыны «уҡыу» өсөн әллә ниндәй приводтар алырға ла кәрәкмәй, уға ғәҙәти DVD йә Blu-ray плеерҙары ла етә.
Иң төп «фишка»һы ғәләмәт ышаныслы булыуында. Етештереүселәр әйтеүенсә, дискыны шыйыҡ азотҡа ла һалып ҡарағандар, ҡайнар һыуға ла. Бирешмәгән яңы M-Disc. Әлбиттә, автор­ҙар ниндәй материалдан эшләнгәнен сер итеп тота, шулай ҙа таштай бер әйберҙән яһалғанын аңғарта. Һаҡлау шарттары уңайлы булһа, хатта меңәр йылдар буйына сифатын юғалтмаҫҡа мөмкин икән. Әйткәндәй, уның ныҡлығын Пентагонда ла ентекле тикшергәндәр. Сағыштырыу өсөн бер нисә эре етештереүсенең дискыларын да алғандар. Нисек кенә һынамағандар – 85 градусҡа тиклем ҡыҙҙырып, һыуға ла һалғандар, көслө яҡтылыҡҡа ла «дусар иткәндәр». Һөҙөмтәлә M-Disc ҡына үҙендә яҙылған мәғлүмәтте 100 проценты менән һаҡлап ҡала алған.
Был супер-диск һатыуға октябрҙә сығарыласаҡ тип күҙаллана. Берәүһенең хаҡы өс доллар самаһы торасаҡ.


Һаумы, вуз!

Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы тапшырҙың да күптән хыялланған вузыңа уҡырға индеңме? ҡотлайбыҙ һине! Тик беренсе курс студентына күп осраҡта сит ерҙә, яңы мөхиттә тиҙ генә өйрәнеп, уҡыуҙан да артта ҡалмай, ҙур ҡалаға ерегеп китергә лә кәрәк бит әле. Студент йылдары кеше ғүмеренең иң сағыу осороноң береһе. Бында 5 – 6 йыл эсендә йәш кеше донъяла үҙ урынын таба, һөнәр үҙләштерә, тормош тәжрибәһе туплай. Иң мөһиме, тәүге көндәрҙән үк кәрәкле «тулҡынға» эләгеп, артабан тик позитив тойғолар кисереп кенә йәшәргә ынтылыу.
Әлбиттә, ата-әсәһе, яҡын туғандары студент тормошон үткән булһа, был хаҡта йәш кеше аҙмы-күпме хәбәрҙар. Шулай ҙа университетта, институтта уҡый башлаусыларға бер нисә кәңәш тә бирмәксебеҙ.
Ситтән килеүсе беренсе курс студенты үҙ аллы тормошҡа нисегерәк өйрәнеп китергә тейеш? ҡапыл шундай иреккә сыҡҡан бала үҙен нисек тотасаҡ? Тура юлдан тайпылмаҫмы? Һорауҙар етерлек.
Беренсенән, уҡыу, уҡыу һәм уҡыу. Үҙен уҡытыусылар, профессорҙар алдында күрһәтә алған студентҡа тәүге сессияны тапшырыу күпкә еңелгә төшәсәк.
Икенсенән, вуз йәш кешегә һәр яҡлап һәләтен асырға ҙур мөмкинлектәр бирә. Спорт секциялары, төрлө түңәрәктәр, фәнни лабораториялар һ.б.
Өсөнсөнән, беренсе курс студентына көн тәртибен яңыса көйләргә кәрәк. Ул күпме ваҡытын уҡыуға бүләсәк, күпмеһен – ялға, ә, бәлки, эшкәлер ҙә.
Дүртенсенән, дуҫтар һайлау. Маҡсатың белем һәм һөнәр алыу икән, аралашҡан кешеләрең өсөн дә былар мөһим булһын. Шундай бер принцип йәшәп килә: тәүҙә кеше абруй яуларға тейеш, һуңынан шул абруй кеше өсөн эшләйәсәк. Быны онотмағыҙ!

Тәҙрәңә ҡош ҡунһа...

Бер иҫ киткес гүзәл ҡош һеҙгә тәҙрә «сиртте», ти. Үҙе күк төҫтә. Һеҙ, әлбиттә, уны үҙегеҙҙә ҡалдыраһығыҙ. Әммә был ҡош икенсе көнөнә һарыға әйләнде, унан һуң – сағыу ҡыҙыл, дүртенсе көн иртән һеҙ уны ҡара төҫлө итеп күрәһегеҙ. Ә бишенсе көндә?.. ҡара, күк, аҡ, алтынһыу – ул ниндәйгә әйләнер?
Был ябай тест түгел. Яуабығыҙ һеҙҙең теге йәки был ҡатмарлы хәлдә нимә эшләйәсәгегеҙҙе йә ни ҡылырға тейешлегегеҙҙе аңғарта.
Әгәр ҡара төҫлөгә әүерелә тиһәгеҙ, һеҙ – пессисист. Хәл-торошоғоҙ бер насарланһа, шулай ҡалыр тип уйлап, төшөнкөлөккә биреләһегеҙ. Онотмағыҙ: ҡараңғылыҡ таң алдынан ҡуйы була.
ҡош яңынан күккә әйләнә, тиеүселәр, киреһенсә, оптимист. Ауырлыҡтарға осраһағыҙ ҙа, тормошта төрлө хәлдәр була инде ул, тип һәр һынауҙы тыныс ҡабул итәһегеҙ. Был һеҙгә киләһе аҙымдарға ышаныс та өҫтәй.
ҡошоғоҙҙо аҡ итеп күрергә теләһәгеҙ, һеҙ – тәүәккәл кеше.Әгәр бик ауыр булһа, ул эште ташлап, яңыһын башлай алаһығыҙ, бер ҙә ҡайғырмайһығыҙ.
Алтынһыу төҫтө һайлағандарҙы ҡурҡыу белмәҫ кеше тиҙәр. Һеҙҙең өсөн һәр көрсөк – уңайлы мөмкинлек. Әммә һаҡ булығыҙ, һәр нәмәне «күкрәк менән ҡаршы алып», күңелегеҙгә көс төшөрә күрмәгеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»