RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Теге донъя бармы?

Махсус биттәр Теге донъя бармы?

Теге донъя бармы?Нисә быуат инде кешелек донъяһына тынғы бирмәгән һорауҙарҙың береһе – кеше үлгәс, нимә эшләй? Бармы ул теге донъя? Унда үлгәндәрҙең йәне йәшәйме? Ожмах бармы? Булһа, ҡайҙа? Айыҡ аҡыл был һорауҙарға яуап бирә алмай. Әммә ғалимдар икенсе фекерҙә. Быны асыҡларға мөмкин, тип иҫәпләй улар. Уларҙың фекеренсә, бында клиник үлем кисергән кешеләр ярҙам итә ала. Айырыуса теге донъяла булып ҡайтып, күргәндәрен иҫенә төшөрә алыусылар. Үлем алды тәжрибәһе (инглизсәнән тәржемә иткәндә – NDE) феномены тип атала.
Барыһы ла туннель һәм уның аҙағында яҡты ут күрә

Ун йыл элек Голландия кардиологы Пим ван Ломмель менән уның Лондондағы аномаль психик күренештәрҙе өйрәнеү үҙәгендәге коллегаһы Кристофер Френч был феноменға бик етди тикшереү үткәрә. Унда дауаханаларҙан теге донъяға сәйәхәткә барып ҡайтыусы 344 йөрәк сирле ҡатнаша. Һөҙөмтәләр йәмәғәтселекте шаҡ ҡатыра. Айырыуса атеистарҙы. Медиктар кеше үлгәндән һуң башҡа донъя булмауын иҫбат итә алмауын таный. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, үлгән пациенттар, ысынлап та, уның ҡапҡаһы алдына барып ҡайта.
Реанимация мөғжизәләре генә түгел
Бындай сенсацион яңылыҡтан һуң йәндең үлемһеҙлегенә ышанырға теләмәгән йөҙләгән материалист Ломмель менән Френчтың тикшеренеүҙәрен дауам итә. Уларҙың маҡсаты берәү генә – теге донъя һәм ожмах кешенең үҙендә генә булыуын иҫбат итеү. Ул ниндәйҙер билдәле урын түгел, ә һүнеп барыусы аң менән булған ниндәйҙер аңлатып бирә алмаҫлыҡ күренеш. Икенсе төрлө әйткәндә, мейе – ул ожмах, күңел һәм төрлө ғәҙәттән тыш күренештәрҙең урыны. Ҡыҫҡаһы, төрлө галлюцинацияларҙың.
– Күп кешеләр үлем алды күренештәренә ҡағылышлы күп һанлы тарихтар XX быуатта реанимация уңыштарына бәйле киң тарала башланы тип иҫәпләй, – ти Кентукки университеты нейрофизиологы Кевин Нельсон. – Ысынлап та, дефибрилляторҙар барлыҡҡа килде, табиптар йөрәк мускулдарына укол һалырға, йөрәккә массаж эшләргә өйрәнде. Һәм клиник үлем кисереп, теге донъяла булып ҡайтыусылар һаны ла йөҙәр меңләп йыйылды. Хатта миллионға етте.
– Әммә ысынында үлем алды тәжрибәһе тураһындағы яҙма мәғлүмәттәргә 2000 йылдан ашыу. Тимәк, кешеләрҙе быуаттар буйына бер үк күренештәргә юлыҡтырыусы ниндәйҙер биологик механизм булырға тейеш. Ул ваҡыт эсендә медиктар NDE-ҙың медицина факты булыуына инанған. Меңләгән кеше шул тиклем ышаныслы итеп алдай алмаҫ. Быны 100 процент ышаныс менән әйтә улар.

Сәйер күренештәр

Клиник үлем кисереүселәрҙең бик һирәге генә туннель аша үтмәй. Нигеҙҙә, уларҙың барыһы ла яҡтылыҡҡа ҡаршы ниндәйҙер оҙон һәм ҡараңғы туннель аша сыға. Кемдәрелер юлында фәрештәләрҙе осрата, кемдәрҙер күптән үлгән туғандарын күрә.
– Был ни бары мейе эшмәкәрлегенә зыян килтереүсе һауа етешмәүе, – тип иҫәпләй күпселек ғалимдар, артыҡ ваҡлыҡтарға бирелеп тормай.
– Үҙ-үҙеңде һаҡлау механизмы, – тип килешә күп коллегалары. – Йөрәк туҡтаған ваҡытта төрлө зыян күреүҙән ҡасып, мейе һаҡланыу өсөн химик матдәләр бүлеп сығара. Тап шулар наркотиктарға торошло төрлө галлюцинациялар тыуҙыра ла инде.
Мәғлүмәтлерәк белгестәр иһә, киреһенсә, феноменды төптәнерәк асыҡларға тырыша.
– Мейегә кислород менән байытылған ҡан бармай башлай, – тип аңлата билдәле психиатр, Халыҡ-ара медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Сергей Левицкий. – Баш мейеһе ярымшарҙары ҡабығының күреү өлөшө тиҙ генә эшләүҙән туҡтай. Ә мейенең артҡы өлөштәренең полюстары, икеләтә ҡан менән тәьмин ителеү системаһына эйә булғанлыҡтан, эшмәкәрлеген дауам итә. Һәм бында күреү майҙаны бик тиҙ ҡыҫылып, тик нәҙек кенә һыҙыҡ булып ҡала.
– Кеше күрмәй башлағанда иң беренсе сиратта яҡындағы зоналарҙы күреүҙән туҡтай, – ти Пенсильвания университетының радиология бүлеге доценты Эндрю Ньюберг. – Сағыу яҡтылыҡ һүнеп барыусы күреү системаһының үҙәк нөктәһе генә булыуы ихтимал.
Кевин Нельсон бының менән риза түгел. Ул, NDE – йоҡоноң бер төрө, тип иҫәпләй. Атап әйткәндә, уның «тиҙ йоҡо» тип атал­ған бер фазаһының боҙолоуы.
– Ҡайһы бер саҡта кеше шундай хәлдә була: уның мейеһенең бер өлөшө – уяу, икенсеһе өлөшләтә йоҡоға талған, – ти нейрофизиолог. Үҙенең фараздарын ул теге донъяға сәйәхәт ҡылыусы бер төркөм кеше менән тикшереп ҡарай. Шулар араһынан 60 кеше бындай сәйер күренештәр менән бер тапҡыр ғына осрашмауын хәбәр итә. Өҫтәүенә, улар үлем сигендә лә булмаған. Ә аномаль хәлдән сыҡҡас, бының тик төш кенә булыуына кешеләр үҙҙәре лә ышанмаған. Уларға барыһы ла өндә булған кеүек тойола.
Ни өсөн быуаттар буйына төрлө варианттарҙа кешеләрҙең күҙҙәренә бер үк нәмә күренә, йә төштәренә инә? Нельсон быны аңлата алмай. Тик, мейелә ниндәйҙер аңды томалаусы, ағыулаусы нимәлер барлыҡҡа килә, тип фаразлай.

Сере ҡандамы?

Был өлкәлә тикшеренеүҙәр буйынса һуңғы яңылыҡтар тағы ла уйланырға мәжбүр итә. Йәнәһе лә, сәйер күренештәрҙең тәбиғәте, ниһайәт, асыҡланды. Һәм уның теге донъяға бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы булмауы, ә тик химия, физика һәм физиология менән генә бәйле булыуы иҫбат ителде. Тимәк, ожмах та юҡ.
– Беҙ асыҡлаған сәбәпте төп сәбәп тип әйтеүе ҡыйын, әммә ул үлем алды тәжрибәһенең физиологик механизмын бик яҡшы аңлата, – ти Словенияның Марибора университетынан Залик Клеменц-Кетич.
Залик йөрәк сире менән ауырыусы пациенттарҙың хәленә күҙәтеү үткәрә. Ул тикшергән ауырыуҙарҙың 52-һе клиник үлем кисерә. Сирлеләр теге донъяға барып етеп кире ҡайтҡансы табип тикшереү өсөн уларҙың ҡанын ала һәм сәләмәт кешеләр­ҙең ҡаны менән сағыштырып ҡарай. Клиник үлем кисереүселәрҙә углекислый газдың күп булыуы күҙәтелә, йәғни үлем сигендә булғандарҙа ул ҡырҡа күтәрелә. Әгәр ҙә үлем алды күренештәре галлюцинация ғына булһа, тимәк, уны газлы ҡан барлыҡҡа килтерә. Әйткәндәй, клиник үлем кисереүселәр кеүек кисерештәрҙе һәм хатта төрлө күренештәрҙе юғары бейеклеккә күтәрелеүсе альпинистар һәм аква­ланг­һыҙ ғына ныҡ тәрәнгә сумыусы драйверҙар ҙа кисерә. Уларҙың да ҡанында углекислый газ менән проблемалар килеп тыуа. Коллегаларының фекеренсә, Заликаның тикшеренеүҙәре был йүнәлештә асыш булып тора. Уға тиклем бер кем дә клиник үлем феноменының физиологик сәбәптәре булыуын ышаныслы иҫбатлай алмаған.

Клиник үлем ваҡытында күптәр үҙҙәрен ситтән күрә

Шулай итеп
Теге донъянан кире ҡайтҡан кешеләр оҙаҡ йәшәмәй, тиҙ үк был донъяны мәңгелеккә ҡалдырып китә. Был өлкәлә тәүгеләр­ҙән булып тикшеренеүҙәр алып барыусы Пим ван Ломмель, клиник үлем феноменының сере тулыһынса асылып бөтмәгән әле, тип иҫәпләй. Күптәр, тикшереп бөттөк, тип уйлай, әммә һуңынан яңынан-яңы серҙәре барлыҡҡа килә, ти ул. Тикшеренеүсе үҙе иһә углекислый газ менән генә аңлатып булмаған бик күп сәйер күренеште асыҡлай. Мәҫәлән, дингә, теге донъяға ышанған кешеләр ышанмаусыларға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк клиник үлем кисерә. Үлемдән ҡурҡҡан һәм ҡурҡмаған кешеләр араһында ла шундай уҡ пропорция. Ҡатын-ҡыҙҙар­ҙа һәм 60 йәшкә тиклемге ирҙәрҙә иң сағыу үлем алды күренештәре күҙәтелә. Шуныһы ғәжәп, һуҡырҙар ҙа күҙлеләр күргәнде күрә. Ә кемдәр теге донъяла башҡаларҙан оҙағыраҡ булған, улар туннель һәм яҡтылыҡтан башҡа үлгән туғандарын да осратҡан, ожмах сатырҙары буйлап та йөрөгән. Һәм, ғәҙәттә, улар, ҡайтанан терелеп, 30 көн үткәндән һуң йәнә, был юлы инде мәңгелеккә, был донъяны ҡалдырып киткән.

Шул уҡ ваҡытта
Әлеге ваҡытта Америка, Канада һәм Бөйөк Британияның 25 клиникаһында барған тикшеренеүҙәр йән һәм теге донъя тураһындағы бәхәстәргә сик ҡуйырға тейеш. Был эксперименттар менән билдәле доктор Сэм Парниа етәкселек итә. Һәм ул йәндең тәндән сығып китеүен күҙәтә. Белеүебеҙсә, клиник үлем кисереүселәр­ҙең күбеһе йәндең тәндән айырылып сығыуы тураһында һөйләй. Йәнәһе, улар үҙҙәрен ситтән ҡарап торған, хатта башҡа палаталар буйлап осоп йөрөгән һ.б.
Доктор һәм теләктәштәре реанимация палаталарының ауырыу карауатта ятҡан килеш күрә алмаҫлыҡ урындарына яҙыуҙар менән табличкалар элеп сыҡмаҡсы. Клиник үлем кисереүселәрҙең «бурысы» – уларҙы уҡып, һуңынан унда нимә яҙылғанын медиктарға хәбәр итеү. Әгәр ҙә бер генә пациент булһа ла шуны уҡый алһа, тимәк, йәндең тәндән айырылыуы тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин буласаҡ. 1500 пациент ҡатнашлығындағы тәжрибә 2011 йылда тамамланасаҡ. Сэм әлегә һөҙөмтәләр тураһында хәбәр итмәй, тик перспективалар тураһында ғына һүҙ алып бара.
– Әгәр ҙә беҙ мейе эшләүҙән туҡтағас та аңдың йәшәүен иҫбат итһәк, аңдың үҙе генә лә йәшәй алыуы тураһында һүҙ алып барырға мөмкин буласаҡ. Көтәйек. Тағы бер йыл ғына ваҡыт ҡалды, – ти ул.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад