RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йыр – уның юлдашы

07.09.2010 Йыр – уның юлдашы

Руслан Яҡшыбаев 1992 йылдың 25 майында Себерҙәге Тында ҡалаһында донъяға килгән. Шуҡ, шаян булып үҫеп килгән малай өс йәшендә үк тормоштоң тәүге ауыр һынауына ҡаршы торорға мәжбүр була: матур ғына ғаиләләренең көслө таяуы – атаһы вафат була. Бар тәрбиә әсәһе ҡулына ҡала. Һөйөклө улы өсөн, әлбиттә, ул бер ни ҙә йәлләмәй. Әсәһенең өмөтөн аҡларҙай егет булып үҫә Руслан – тырыш та, уңған да, талантлы ла. Бәләкәйҙән сәнғәт өлкәһендә үҙен һынай башлаған егеттең тәүге уңыштары ла ҙурҙан ғына: бейеү буйынса Новороссийск, Туапсе ҡалаларында билдәлелек яулай, Алыҫ Көнсығышта һәм Ҡытайҙа үткәрелгән конкурстарҙа маҡтаулы дүртенсе урынға сыға.
Бейей белеп тә, йырлай белмәгән башҡорт башҡортмо һуң инде! Бигерәк тә туған телендәге йырҙарҙы оҫта башҡара Руслан. «Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә, ғаиләлә һәр ваҡыт башҡортса аралаштыҡ. Бындағы туғандарыма ла башҡортса хат яҙа инем. Барыбер үҙ телең, үҙ моңоң яҡын ул», – ти ул. Башҡорт егете Хабаровск, Находка, Владивосток, Уссурийск, Пекин ҡалаларын үҙ моңо менән әсир итә.
Мәктәптә таланты менән дә, яҡшы уҡыуы менән дә һөйөндөргән Русланды барыһы ла хөрмәт итә. Әсәһе лә улының уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай. Тик 2008 йылда ҡаты ауырыу Тәнзилә апайҙы ваҡытһыҙ аяҡтан йыға, һәм Руслан сит-ят ерҙә инде бөтөнләй япа-яңғыҙ тороп ҡала. Әлдә туғандары мәрхәмәтле булып сыға – әсәһенең бер туған апаһы Миңзәлә, тормош иптәше менән кәңәшләшкәндән һуң, уны үҙ ғаиләһенә ҡабул итә. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылына шулай килеп юлыға ул.
«Әсәйем үлгәс, йырламай башлағайным. Тик донъяла изге кешеләр бөтмәгән икән. Миңзәлә апайымдың ғаиләһенә рәхмәтем ҙур. Ә яңынан йырлай башларға Иҫәнғол мәҙәниәт һарайы йырсыһы, халыҡ- ара конкурстар лауреаты Вафа Мәүлитов ярҙам итте».
Әлеге ваҡытта Руслан Яҡшыбаев – БДУ-ның юридик факультеты студенты. Киләсәккә ниәттәре лә ҙурҙан егеттең. Һайлаған һөнәрен энәһенән ебенә хәтлем үҙләштереүҙән тыш, йыр-бейеүҙән дә айырылырға уйы юҡ.
... Өфө мәҙәниәт йорттарының береһенең матур итеп биҙәлгән сәхнәһе. Олпат алып барыусы киләһе номерҙы иғлан итә: «Ҡаршы алығыҙ, сәхнәлә йәш, әммә талантлы йырсы – Руслан Яҡшыбаев!». Әкрен генә тулҡынған бәрхәт тауышты тыңлап, уның тормошон күҙ алдынан үткәрәм. Ышанам, киләсәге сағыуыраҡ, бәхетле минуттарға бай буласаҡ Русландың! Ә Башҡортостан, сит ил тамашасылары уның йырҙарын ишетәсәк әле!

Гүзәл АТНАҒОЛОВА,
БДУ студенткаһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?


Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)

26.11.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 ноябрь - 2 декабрь)


Бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй

25.11.2018 - Махсус биттәр Бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй