RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә торлаҡ табыу еңелме?

23.04.2011 Өфөлә торлаҡ табыу еңелме?

Бер-ике ай йүгерекләһәң, фатирға инеүең бик ихтимал
Өфөлә торлаҡ табыу еңелме?Баш ҡалала төпләнергә теләгән һәр кем ҡапыл ғына фатир һатып ала алмай. Уҡып, эшләп йөрөгән тәүге йылдарҙа кеше фатирында торорға тура килә. Инде ғаиләле, бала-сағалы булып бөтөп, һаман да сит бүлмәләрҙә, ятаҡтарҙа көн күргән ғаиләләрҙе лә күп беләм. Үҙемә лә бер нисә йәшәү урынын алмаштырырға тура килде. Ә тәжрибәһеҙ йәш кешене үҙ аллы торлаҡ эҙләү процесында йәнә бер бәлә һағалай – алдаҡ ҡапҡанына эләгеүеңде көт тә тор. Туҡталыштарҙа, бағаналарҙа яҙып эленгән, төрлө гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан «ҡуртымға фатир бирәм» кеүегерәк иғландарҙың барыһы ла тиерлек – аралашсыларҙыҡы (риэлтор). Әлбиттә, уларҙың төрлөһө була. Бөгөн тап риэлторҙар хаҡында һүҙ алып бармаҡсымын.

Мин нисек алдандым

Хәтеремдә, дуҫ ҡыҙҙар менән фатир ялларға йыйынғанда, бер риэлтор агентлығына барып эләктек. «Офис»тың Черниковка биҫтәһендәге иҫке генә «хрущевка»ның бер бүлмәһендә урынлашыуы беҙҙе шикләндермәне – тәжрибәһеҙлек. Йәш ҡыҙ биргән адрес­ты алып, аҡсаһын түләп, кискеһен күсенәсәк йортҡа киттек. Әммә вәғәҙә ителгән «фәлән-фәлән машиналағы ир менән ҡатын» ғына күренмәне. Яҙғы һалҡында бер нисә сәғәт көткәндән һуң алданғаныбыҙҙы аңланыҡ. Ә риэлторҙың кеҫә телефоны ҡыҫҡа гудоктар ғына бирә ине...
Икенсе көндө тишек кәмәгә ултырыуым былай килеп сыҡты. Әлеге лә баяғы, фатир эҙләп, бер ойошмаға мөрәжәғәт иттем. Эш бүлмәһе шулай уҡ бәләкәй, өҫтәл артында ике генә кеше ултыра. Әммә өмөтһөҙлөк сигенә еткән торлаҡ эҙләүсе быға иғтибар итмәй бит инде. Хаҡтар менән танышам: бүлмә эҙләй­һеңме – 3500, айырым фатир икән – рәхим итеп, 5 мең һумыңды түлә. Етмәһә, торлаҡты бер ай эсендә табып бирергә вәғәҙә итәләр. Ситтән ҡарағанда барыһы ла дөрөҫ кеүек: шәхси документтарың тикшерелә, килешеү төҙөлә, ҡул ҡуйыла, аҡса түләнә. Һинең алда риэлтор ҡалын дәфтәрендәге кәрәкле адрес­тарға шылтыратып ебәрә һәм хужаларға клиенттың бөгөн фатир ҡарарға киләсәге хаҡында әйтә. Трубканың теге осондағы тауыш хужаһы күрше бүлмәлә бесәй-сысҡан уйыны уйнап ултыра, тип кемдең башына килһен. Риэлтор бүлмәһенән түбәң күккә тейә яҙып сығып китәһең.
Билдәләнгән ваҡытта ҡала буйлап йөрөп сыҡҡас, ундай адрестарҙың ҡайһы берҙәре Өфөлә бөтөнләй булмауы асыҡланһа, икенселәренең хужаһы трубканы алманы, өсөнсөләре, имеш, әле генә бүлмәһен икенсе берәүҙәргә тапшырған.
Агентлыҡта төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәңәш иттеләр һәм яңы адрестар бирҙеләр. Әммә йәнә шундай хәл ҡабатланды, билдәләнгән бер ай үтеп китте һәм мин барыһына ла ҡул һелтәнем.
Күпмелер ваҡыттан телевизор ҡарап ултыр­ғанда «Яңылыҡтар» тапшырыуында таныш фамилиялар ҡолаҡҡа салынды. «Реал – эстейт» агентлығы ҡорбаны бер мин генә булмағанмын һәм уларҙың береһе, әйтергә кәрәк, ҡул ҡаушырып ултырмаған – тегеләрҙе «мутлыҡ» статьяһында ғәйепләп, милицияға ғариза яҙған. Уға ярҙам итеү һәм аҡсамды кире ҡайтарыу ниәтенән ғариза яҙыу­сылар сафына мин дә ҡушылдым. Баҡһаң, ҡаланың икенсе осонда ошо уҡ директор «Форс» исемле агентлыҡ асып, йәнә шундай ялған хеҙмәттәр күрһәтеп ятҡан.
Суд туғыҙ айҙан һуң ғына булды. Дөрөҫөрәге, булманы. Ғәйепләнеүселәрҙең береһе генә лә ултырышҡа килмәһә (ә улар тиҫтәнән артығыраҡ), суд кисектерелә. Ә ғариза яҙыусылар һаны 200-ҙән ашыу. Срок йәки ҙур штраф алмаҫ өсөн, был агентлыҡтар­ҙың етәксеһе беҙҙең менән икенсе төрлө һөйләшергә булды – сираттағы ултырышҡа килһәм, тәҙрә төбөндә аҡса таратып тора. Өс мең ярым һумымды алдым да, үтәлгән бурыс тойғоһо менән ҡайтып киттем. Күптәр шулай итте. Сөнки бер йыл буйы риэлторҙарҙы баҫтырыу, суд һайын эштән һорап китеү барыһын да ялҡытҡайны.

Нисек үҙем риэлтор булып эшләнем

Эш вәғәҙә итеүсе гәзиттәрҙе аҡтарып ултырғанда, ошондайыраҡ иғлан күҙгә салынды: «Клиенттар менән эш алып барыусы менеджерҙар кәрәк. Аҡсаһы – көнөнә 500 һумдан алып, айына 15 мең һум эшләй алаһығыҙ. Әҙер база буйынса клиенттарға шылтыратырға һәм осрашыуҙар үткәрергә кәрәк». Шылтыраттым. Йәш ҡатын, минең белемем, кеше менән уртаҡ тел таба белеү-белмәүем хаҡында бик ентекле һорашҡандан һуң, иртәгә офисҡа килергә ҡушты. Билдәләнгән йорт подъезы алдында оҙаҡ ҡына торорға тура килде. Күпмелер ваҡыттан «текә» машинанан килеп төшкән Лариса әле генә фатир хужаһы һәм клиент араһында 12 мең һумлыҡ килешеү төҙөп ҡайтҡанлығы хаҡында хәбәр итте. Эстән генә һанайым: агентлыҡҡа фатирҙың бер айлыҡ хаҡынан 50 процент түләнә (клиент кеҫәһенән, әлбиттә). Тимәк, 6 мең һум. Ә риэлтор­ҙың үҙ кеҫәһенә шуның 20 проценты инеп ята – 1200 һум. Ларисаның, минең аңлауымса, ойошмала үҙе баш, үҙе түш булыуын иҫәпкә алғанда, моғайын, уға күберәк тә тейәлер.
Кәрәкле ҡатҡа күтәрелгәнсе, Лариса үҙе хаҡында ла, агентлыҡ тураһында ла күп мәғлүмәт бирергә өлгөрҙө. 16 йәштән көндөҙ – риэлтор, төндә официант булып эш башлап, бик күтәрелгән, машина, фатир һатып алған икән. Утыҙға етһә лә, ғаилә ҡорорға уйламай.
Өфөлә кеше фатирына инергә һәм ҡуртымға бирергә теләүселәр быуа быуырлыҡ, һәр береһенә ярашлы вариант табып ҡына өлгөр. Бының шулай икәненә офис булып хеҙмәт иткән бер бүлмәле еврофатирҙың ишеген асып ингәс тә төшөндөм.
Өҫтәлдә 50 – 60 кеҫә телефоны ята. Адрестар, телефондар яҙылған бер нисә папка. Стенала – баш ҡала картаһы. Лариса эш барышы менән таныштырҙы. Уныһы үҙемә лә таныш: клиентҡа кәрәкле районда фатир табып, хужаһы менән килешергә лә, икеһен осраштырырға. «Коллегам» бер көн эсендә теге 50 – 60 кеҫә телефонына шылтыратып та, ҡабул ителмәй ҡалған номерҙарҙы яҙып бирҙе. Исемлек буйынса шылтыратып, һәр береһен дәфтәргә теркәргә кәрәк: ул кеше фатир эҙләйме? ҡуртымға бирәме? Күпмегә? Ниндәй районда? Кем йәшәйәсәк? һ. б. Был исемлектән тыш та шылтыратыуҙарға яуап биреп кенә өлгөр. Бер нисә сәғәттән Өфөләге фатир хаҡтарына һығымта яһарлыҡ хәлдә инем инде. Бүлмә – 4 – 7 мең һум, йәшәү шарттарына ҡарап, әлбиттә. Бер бүлмәле фатир 9 – 10 мең һумдан алып. Ике бүлмәлеһен 12 мең һумдан түбән хаҡҡа табырмын тимә. Шәхси йорт варианттары ҡалала аҙ һәм уларҙың хаҡы төрлөсә. Фатир эҙләүселәр араһында студенттар ҙа, ғаиләлеләр ҙә, хатта пенсия йәшендәгеләр ҙә бар. Биш балалы ҡатындың осһоҙ хаҡҡа шәхси йорт эҙләүе йөрәгемдә яра ҡалдырҙы. Ире үлгән, балаларын бер үҙе тәрбиәләй. 6 мең һум ғына аҡсам ҡалды, шәберәк табығыҙ инде, зинһар, тип инәлгән ҡатынды ныҡ йәлләнем, әммә ярҙам итә алманым. Өҙгөләнеүемде күреп, Лариса ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. Унан башҡа ла клиенттар етерлек, йәнәһе. Күптәргә үҙенең эшләгән, бала­һы уҡырға йөрөгән ергә яҡын урынлаш­ҡан тор­лаҡ кәрәк. Әммә хаҡы осһоҙ булһын. Ә ун­дай хаҡҡа торлаҡ, ана, айырым папкала, «Шаҡ­ша, Дим, Нижегородка, Затон» тип яҙыл­­ған. Ул райондар беҙгә алыҫ, ти үҙҙәре тағы.
Шылтыратыусы бер ҡыҙ үҙ тарихын һөйләп бирҙе. «Арҡайым» исемле риэлтор контораһына ҙур ғына суммала аҡса түләгән дә, бүлмә көтөп ята. Тегеләр ҡыбырламай икән. Ошо ерҙә тағы бер фактты билдәләп үткем килә: ҡайһы бер агентлыҡтарҙың бурысы фатир табыу түгел, ә бары тик мәғлүмәт биреү. Тимәк, бер нисә адрес яҙылған ҡағыҙ тотторһалар, килешеү үтәлде, тигән һүҙ. Һиңә берәү ҙә торлаҡ эҙләшеп йөрөмәйәсәк.
Шулай итеп, киске сәғәт 10-да эш көнөм тамамланды. Иртәгәһе көнгә клиенттар менән бер нисә осрашыу хаҡында килешеп, дәртләнеп ҡайтып киттем.
Икенсе көндө офиста ике генә сәғәт эшләнем дә, тәүге осрашыуға юл алдым. Настя исемле студент ҡыҙ үҙенә бүлмә эҙләй. Өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһен һорарға киттек. Бер ҡыҙ тора, икенсе урын пенсионер хужабикә тарафынан ҡуртымға бирелә. Хаҡы 5 мең һум тигәс, Настя риза булғайны: эшләп тә йөрөгәс, 2500 нимә генә уға? Әммә хужабикә дөрөҫләргә ашыҡты: баҡһаң, бер кешенән 5 мең һум икән! Шок хәлендә икенсе адрес буйынса юлландыҡ. Урта йәштәрҙәге хужабикә 4 мең һумға бер ҡыҙҙы индерә. Фатир шундай таҙа, бөхтә, әммә ҡатын Настяға оҡшаманы. Хушлашырға тура килде.
Киләһе туҡталышым телеүҙәк районындағы шәхси йортта ине. Йылы һыу, газ, мунса юҡ. Әммә бүлмә ҙур, мебель яҡшы, хаҡы – 4 мең һум. Клиенттарҙы көткән хужабикә һүҙҙәренән шул асыҡланды: уға балалы ғаилә кәрәкмәй – шарттар юҡ, егеттәр шаулаясаҡ, ҡыҙҙарға көн һайын йыуынырға мунса кәрәк. Аҙна һайын тыуған яҡтарына ҡайтып йөрөрлөк яҡын райондан йәш егет менән ҡыҙ булһын. Шуға ла клиенттарым – ике ҡыҙҙы тәҙрә аша ғына күреп ҡалдым, хужабикә ҡаршы алырға сыҡҡан еренән тегеләрҙе кире борған. Асыуымды эскә йотоп, өшөп-туңып, офисҡа кире ҡайтырға мәжбүр булдым.
Күп тә ултырманым, кисәнән бирле бик тиҙ рәүештә фатир табыуҙы талап иткән ғәрәп егете шылтыратты. Ғаиләле, балаһы бар. ҡатыны менән икеһе лә – студенттар. Дим районына юл тоттоҡ. Беренсе ятаҡ бүлмәһенә хужабикә 5 минут элек кенә ике ҡыҙ менән килешеп өлгөргән булып сыҡты. Икенсе бүлмә егетемдең күңеленә ятманы. Рәсәйҙә торлаҡ шундай ҡиммәттер тип башыма ла килтермәнем, ти. Шулай итеп, көнө буйы ҡала ҡыҙырыуҙан файҙа булманы һәм эш көнөм дә бөттө. Ә өсөнсө көндө «эш»кә сыҡманым.
Үҙ башымдан үткәндәрҙән сығып, ниндәй һығымталар яһарға була һуң? Торлаҡ буйынса махсуслашҡан агентлыҡтарҙың төрлөһө булыуын иҫтә тоторға кәрәк. Береһе һине офисҡа килешеү төҙөргә саҡыра, аҡса түләйһең, әммә ул бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтергә уйламай. Икенсе төр агентлыҡтарҙа риэлторҙар фатир тапмайынса аҡсаңды ал­май. Шуға ла тәүҙә үк уларҙың эш принцибын белешеү мөһим.
Ә аралашсы эшенә килгәндә, бәлки, көнөндә аҡса эшләү өсөн был бик яҡшы ысулдыр. Әммә, беренсенән, үҙеңдең кеҫәңдә лә аҡсаң булыу зарур – көн буйы нисә ергә барырға кәрәк бит. Икенсенән, йылы кейемһеҙ булмай (ҡышты күҙ уңында тотам). ҡаланы яҡшы белергә, кеше менән оҫта аралашырға, кәрәк ерҙә алдан шымартып та ебәрергә өйрәнергә кәрәк. Эш режимы ла үҙенсәлекле – 12 сәғәт. Шуға ҡалғанын үҙегеҙ уйлағыҙ, йәмәғәт. Ә мин һеҙгә ҙур ҡалала алданмай ғына үҙ мөйөшөгөҙҙө табып йәшәүегеҙҙе теләйем.

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»