RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күбәләк ҡулыңа ҡунһа...

26.03.2011 Күбәләк ҡулыңа ҡунһа...

Теләк телә лә, күккә осор, мотлаҡ ҡабул булыр
Күбәләк ҡулыңа ҡунһа...Һалҡын ҡыштан тора-бара тамам ялҡып, түҙемһеҙләнеп яҙҙы көтә башлайбыҙ. Яҙ, ә уның артынан сағыу төҫтәре менән балҡып йәй килә. Их, йә-ә-әй... Тиҙерәк кенә етһен ине лә, беҙҙе сәскәләре, хуш еҫтәре, ҡыҙыу ҡояшы, күбәләктәре менән ҡыуандырһын ине. Күбәләктәре тигәндән, хатта ҡышын да күрергә була бит улар­ҙы. Өфөлә үҙ баҡсалары бар. Африканан, Көньяҡ Американан, Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан килтерелгән әллә нисәмә төр күбәләк леп-леп осоп йөрөй унда. Ниндәйҙәре генә юҡ! Әйткәндәй, күбәләктәр ҙурлығы, матурлығы менән генә түгел, холоҡтары менән дә айырылып тора икән. «Берәүҙәре тыныс ҡына, икенселәре үтә лә әүҙем, берәүҙәре тәртипле, икенселәре юрамал тыңламай», – ти уларҙы тәрбиәләүсе Катя. Тәрбиәләү тигәндән, артыҡ иғтибар талап итмәй улар. Көнөнә бер тапҡыр ғына ашайҙар, дөрөҫөрәге, баллы һыу эсәләр. Ныҡ һутланып бешкән емеш-еләктән дә баш тартмайҙар. Әгәр асыҡһалар, Катяны көтәләр. Әйткәндәй, аҙыҡта консервант булһа, улар уға ҡағылмаясаҡ. Ярамаһа ла, һыуға сумып алырға яраталар. Берәүһе яһалма терпе янындағы үләндәрҙе үҙ иткән. «Яратҡан шикелле терпене, – тип йылмая Катя, – әйләнә лә шунда килә».

Күбәләктәрҙе ҡыҫҡа ғына ғүмерле йән эйәләре тип беләбеҙ. Әммә мин уларҙы бер генә көн йәшәй тип уйлай торғайным. Баҡтиһәң, улай түгел икән. Күбәләктәрҙең йәшәү ваҡыты улар­ҙың төрҙәренә бәйләнгән – берәүҙәре өс көн генә йәшәһә, ҡайһылары өс аҙна, бер ай, ай ярым да йәшәй. Ә иң оҙон ғүмерле күбәләктәр – туғыҙ ай йәшәүсе монархтар (Monarchs) һәм Heliconians тропик күбәләктәре.
Күбәләктәр – серле лә, һоҡланып туя алмаҫлыҡ матур ҙа, ниндәйҙер тылсым йөрөтөүсе һәм тормоштоң фанилығын тағы ла нығыраҡ аңлатыусы ла йән эйәләре. Улар беҙҙең хыялдарыбыҙҙы сағылдырыусы ла. Кемебеҙҙең улар кеүек бәхеттән ҡанатланып осоп йөрөгөһө килмәй? Әммә шул уҡ ваҡытта, яҡын булһа ла, уны тотоп алырмын тимә. Йә ул осоп китәсәк, йә һаҡһыҙ ҡағылып һәләк итеүең бар.
Наполеон Өсөнсөнөң ҡатыны Евгения ла бүләк итеп бирелгән әйберҙәр араһында бриллиант­тар­ға түгел, ә күбәләктәргә ҡыуана. Хоҙай тыуҙырған ошо матурлыҡҡа иң оҫта ювелирҙың да эше тиң була алмай, ти ул. Тап Евгения ҡышҡы баҡсала күбәләктәр үрсетә башлай, байрамдарҙа тере күбәләк­тәр­ҙән салюттар ойоштора. Уның исеме менән хатта күбәләкте атай башлайҙар.
Күбәләктәрҙә булған кеүек төҫтәр төрлөлөгө бүтән бер йән эйәһендә лә юҡ.
Ҙурлыҡтарында ла айырма һиҙелерлек – иң бәләкәй күбәләктең ҡанат елпегәндәге оҙонлоғо 2 миллиметр булһа, иң ҙурыныҡы – 30 сантиметр.

Күбәләктәр нисек тыуа?

Тәбиғәттең серҙәрен асып бөтөрлөк түгел. Шуларҙың береһе – имәнес йәшел ҡарышлауыҡтан нисек иҫ киткес матур, елбәҙәк ҡанатлы күбәләк тыуыуы. Күптәр был әйләнеүгә ҙур мәғәнә лә һала – йәмһеҙ генә нәмәнән дә матурлыҡ тыуыуы мөмкин, тимәк. Боронғо Мысырҙың мумияларын эшләгәндә лә ошо фекергә таянғандар.
Буласаҡ күбәләктең йомортҡаһында ике төр күҙәнәк бар. Береһе ҡарышлауыҡтың үҫеүе өсөн яуап бирһә, икенсеһе – күбәләктең формалашыуы өсөн. ҡарышлауыҡ кәрәкле ҙурлыҡҡа тиклем үҫеп еткәс, күбәләк өсөн яуаплы күҙәнәктәр әүҙемләшә. Бынан һуң ҡатмарлы үҫеш процесы башлана, яңынан тын алыу, үрсеү, аҙыҡ эшкәртеү ағзалары барлыҡҡа килә. Бөтә ошо процестар бөткәндән һуң ғына яңы күбәләк тыуасаҡ. Әммә ул шундуҡ сәскәгә осоп ҡуна алмай әле. ҡанаттарын елпеп, тәненә көс йыйып алғас ҡына матурҡай осоуға һәләтле була. Шундай бер легенда ла бар. Урманда китеп барғанда бер егет ҡурсағынан сыға алмай ыҙаланған күбәләкте күреп ҡала һәм ярҙам итергә була. Әммә күбәләкте ҡабырсағынан арындырыу менән ул осоп китә алмай, һәләк була. Уларға был һынау яҡты донъяға килеү менән йәшәргә, осорға көс туплар өсөн бирелә. Тәүге һәм иң ҡыйын кәртәләрен уңышлы үткәндәр генә йәшәүгә хоҡуҡ ала.

Иң ҙур күбәләк

Attacus atlas йәки беҙҙеңсә тауис күҙе тип атала был күбәләк. Ул ебәк эшләп сығарыусы күбәләктәрҙең береһе. Әммә уның ебәге бүтәндәрҙеке кеүек түгел – көрән төҫтә, бик ныҡлы һәм йөнтәҫ. Ул фагара ебәге тип атала. Тайвандә күбәләктең ҡурсағын янсыҡ итеп тә ҡулланалар. Күбәләк ҙурлығы менән дә, ҡанаттарындағы һүрәттәре менән дә иғтибарҙы йәлеп итерлек. ҡанаттарының өҫкө өлөшөндәге һүрәте нимәгәлер ташланырға йыйынған йыланға оҡшаған. Шуға ла аттакус тигән исем ҡушҡандарҙыр, моғайын.

ҡайҙан килә бындай көс?

Күбәләктәр, ысынлап та, ғәжәйеп йәндәр. Уларҙың ҡоштар кеүек бүтән яҡтарға осоуын аңлатыуы бик ауыр ғалимдарға. Беренсенән, ошо бәләкәс кенә йән эйәләре шул тиклем алыҫ араға осор өсөн ҡайҙан көс таба һәм, икенсенән, юлды нисек билдәләй? Быларҙы аңлау өсөн ғалимдар күбәләктәргә бәләкәс кенә маяҡтар ҡуйып, тәжрибә үткәргәндәр.
Бәләкәс кенә күбәләктең Европанан Африка илдәренә тиклем оса алыуы ышанмаҫлыҡ та кеүек хатта. Күбәләктәрҙең Германияны баҫып алыуы тураһындағы тәүге хәбәр 1100 йылға ҡарай. Ә һуңғараҡ был бөжәктәрҙең ошолай алыҫ араға күсеп йөрөүе Көнбайыш Европала, Япония һәм Америкала ла күҙәтелә. Көҙөн монарх күбәләге көньяҡҡа оса һәм 3000 саҡрым юл үтә. Ә 1960 йылдың 10 мартында Бөйөк Британияла 13 февралдә Сахара сүллегендә радиация алған күбәләкте тоталар. Ул 25 – 26 көндә тәүлегенә 100 саҡрым тиҙлек менән 2700 саҡрым юл үткән булып сыға. Бәләкәс кенә йән эйәһенең оло ҡара диңгеҙ өҫтөнән осоп үтә алыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Осоуға ҡайҙан көс табыуы ла аптыратырлыҡ. Сөнки ул осош мәлендә бер нәмә лә ашамай.
Күбәләктәр үҙ ғүмерҙәрендә бары тик бер яҡҡа ғына оса. Йылы яҡҡа осоп килгәс, йомортҡа һалалар ҙа, һәләк булалар. Ә уларҙың йомортҡаларынан тыуған яңы быуын ниндәй­ҙер аңлата алмаҫлыҡ сәбәп буйынса яңынан тыуған яҡтарына оса. Һәм бөтәһе лә яңынан башлана...

Фән үҫешендә лә өлөштәре бар

Кеше күбәләктәрҙең тән төҙөлөшө һәм ҡайһы бер ҡылыҡтарының үҙенсәлектәрен өйрәнеп, үҙ маҡсаттарында ла ҡуллана. Леонардо да Винчи үҙенең осоу аппаратын эшләргә тырышҡанда, баҙарҙа ҡоштар һатып алыр һәм уларҙың осоу серҙәрен өйрәнер булған. Һуңынан тәбиғәткә сығып, күбәләктәрҙе күҙәткән. Үҙенең күҙәтеүҙәрен дәфтәренә яҙып, һүрәттәрен төшөрөп барған. Ә күбәләктең ҡанаттарын тикшереү асышҡа килтергән. Был үҙенсәлек светодиодтар өлкәһендә технологияларҙы камиллаштырыу өсөн ҡулланыла.

Матурлыҡты нисек һаҡларға?

Күбәләктәр һаны көндән-көн кәмей. Ғалимдар әйтеүенә ҡарағанда, 40 йылдан уларҙың күп төрө бөтөнләй булмаясаҡ. Уларҙың юғалыуының төп сәбәбе – тәбиғи мөхиттең боҙолоуы, һауаның бысраныуы. Күбәләктәр ҙә, уларҙың ҡарышлауыҡтары ла теләһә ниндәй үләнде ашамай. Ә уларға яраҡлы үләндәр юҡҡа сыға бара. Ауыл хужалығы ла күбәләктәрҙе юҡҡа сығара, сөнки культураларға химик матдәләр һиптерәләр.
Беҙ бөтә нәмәне лә үҙгәртә алмаһаҡ та, ҡулыбыҙҙан килерлек эштәр ҙә бар. Коллекциялар өсөн күбәләктәрҙе үлтермәһәк, улар яратҡан сәскәләр­ҙе ултыртһаҡ, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булһаҡ, үҙ өлөшөбөҙҙө индергәнбеҙ, тимәк. Бөтә күбәләктәр ҙә матур ҙа, файҙалы ла, тип әйтеп тә булмай, әлбиттә. Әммә улар беҙҙән башҡа ла хәүеф аҫтында бит.

«Үле баш»тар

Был күбәләктәр үҙҙәре иҫ киткес матур булһа ла, исемдәре ҡотто осорорлоҡ. Был исемдәрен улар бер нисә сәбәп арҡаһында алған. Беренсенән, уларҙың арҡаһында баш һөйәгенә оҡшаш һүрәт бар. Икенсенән, ул тик кисен һәм төндә генә күренә. Бик ҙур тиҙлек (сәғәтенә 50 саҡрым) менән осоусы был күбәләк үҙенең ҙурлығынан 23 – 25 мең тапҡырға ҙурыраҡ араны осоп үтә. Бындай рекордты хатта бөгөнгө самолеттар ҙа ҡуя алмай. Күбәләк Төньяҡ Кавказда, Көньяҡ Европа һәм Америкала, Урта һәм Көнбайыш Азияла, Төньяҡ Африкала йәшәй. Әммә уларҙың һаны бик әҙ ҡалған. Ә бер нисә йыл элек был күбәләктәр Англияла ла килеп сығып, энтомологтарҙы аптыратҡан. Һөйләүҙәренсә, улар Санкт-Петербургта ла, Литвала ла, Исландияла ла күренгән. Был аптырарлыҡ та түгел. Сөнки «үле баш»тар сәйәхәт итергә ярата. Ғәҙәттә, миграциялары июль – август айҙарында башлана. Тик улар ҡоштар кеүек төркөмләп түгел, ә был хәүефле сәйәхәткә яңғыҙ сыға. Нәфис кенә күбәләктә ҡайҙан килә бындай көс һәм ҡыйыулыҡ?!
Әлеге күбәләктең кешелекте аптыратырлыҡ сифаттары күп әле: ул – донъяла берҙән-бер йырлаусы күбәләк. Ул оҫта итеп инә бал ҡортоноң да тауышын ҡабатлай белә һәм умартаға инеп, рәхәтләнеп бал менән һыйлана. Әйткәндәй, балды ла үҙенең тән ауырлығынан күберәк ашай. Кәүҙәһе 7 – 8 грамм ғына булһа ла, бер ултырыуында 10 грамм балды «һә» тигәнсе ашап та бөтә.
ҡасандыр был күбәләк тураһында төрлө легендалар йөрөгән. Мәҫәлән, уны үлем фәрештәһе йәки шайтандың юлдашы тип атағандар. Шул сәбәптән уларҙы күпләп ҡырғандар. Ә хәҙер «үле баш» ҡыҙыл китапҡа индерелгән.

Күбәләк – күп ил­дәр­ҙә бәхет, мөхәббәт һәм муллыҡ билдәһе. Уны саҡ ҡына ҡулда тотоп тороп иреккә ебәрһәң, теләгән теләгең ҡабул була, тип һанала.

Эллада мифтарында күбәләк мөхәббәт билдәһе булған. Боронғо грек телендә күңел һәм күбәләк бер үк һүҙ менән билдәләнгән.

Японияла үҙ өйөңдә күбәләк күреү бәхет килтерә тип уйлағандар. Күбәләк кешенең иң һәйбәт яҡтарын һынландыра, тип ышан­ған­дар. Шуға ла традицион күбәләктәр бейеүе уларҙа һәр саҡ тантаналы байрамдарҙы аса.

Буддистар күбәләккә тәрән ихтирам менән ҡараған, сөнки Будда үҙенең вәғәзе менән тап уға мөрәжәғәт иткән.

Насраниҙарҙа күбәләк ҡайһы саҡта сабый Христос ҡулына ултырған итеп һүрәтләнә һәм күңелдең яңынан тыуыуын аңлата.

Скандинавия мифологияһында эльфтар бар. Улар – һауа эйәһе тип һаналған күбәләк ҡанатлы бәләкәс кенә ҡыҙ һәм малайҙар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»