НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ни сәсһәң, шуны урырһың

Ни сәсһәң, шуны урырһың


Ни сәсһәң, шуны  урырһыңХалыҡ юҡҡа ғына шулай тип әйтмәй. Яҙғыһын сәскән орлоҡ көҙөн йылды туйҙырырлыҡ уңыш бирергә тейеш. Ә был инде еңел генә атҡарып сығырлыҡ эш түгел. Билдәле булыуынса, үткән йылда ҡоролоҡ арҡаһында, Башҡортостанда йәшелсә-емеш уңманы. Шуға ла быйылғы яҙғы баҡса эштәренә халыҡ шикләнеңкерәп, шулай ҙа ҙур өмөттәр менән тотонмаҡсы.
Ни сәсһәң, шуны  урырһыңЙәшелсә культуралары, башлыса, орлоҡтарҙан үрсей. Донъяны тултырған, әллә ниндәй уңыштар вәғәҙә иткән рекламаға әллә ни иғтибар бирмәҫкә кәрәк. Орлоҡтарҙың районлаштырылғанын, һалҡынға сыҙамлыларын һәм, әлбиттә, быға тиклем үк һынау үткәндәрен һайлап алырға кәрәк. Уларҙың сортына ғына түгел, таҙалығына, сығышына һәм шытым көсөнә иғтибар итеү мөһим. Орлоҡтоң сығышын билдәләүҙең бер ябай ғына юлы бар – һыулы сепрәккә орлоҡто төрөп, даими дымлап торалар. Тәрилкә йылы урында тотолһон. Әгәр орлоҡ бер үк ваҡытта гөрләп шытып сыҡһа, сәсергә мөмкин. Ә инде бындай уңайлы шарттарҙа ла йүнләп шытмаһа, ташларға ғына ҡала.
Әлбиттә, орлоҡто, урамда һатып тороусыларға ҡарағанда, махсус магазиндарҙан алыу отошлораҡ. Тик шуныһы күңелде ҡыра: орлоҡ магазиндарында был миҙгелдә сират шул тиклем оҙон булып теҙелә, баҫып тороп арып бөтәһең. Был баҙар иҡтисадына бәйле, сөнки орлоҡ һатыу сезонлы эш булғанлыҡтан, уның менән даими шөғөлләнеүселәр аҙ, магазиндар һирәгерәк.

Вағы-эреһе
Ни сәсһәң, шуны  урырһың
Помидор, борос, баклажан орлоғон сәсер алдынан сыныҡты­рыр­ға кәңәш ителә. Башта орлоҡто калибрлайҙар, йәғни вағын ташлай­ҙар. Бының өсөн уларҙы һыулы банкаға һалып, бутарға кәрәк. Насар­ҙары өҫкә ҡалҡа, ауырҙары бата. Шыма, эре орлоҡ таҙа һыуҙа йыуыла һәм 1 стакан һыуға 2 грамм марганцовка һалынған иретмәлә ярты сәғәт тотола. Ошо килеш орлоҡто марляға төрөп, бүлмә температураһында тәүлек тирәһе тоталар. Бүртеп сыҡҡан орлоҡтар тәүҙә 12 сәғәт йылыла, һуңынан 12 сәғәт ҡар аҫтында тотола. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Ошо осорҙа орлоҡ шыта ла башлай. Был – бик шәп сыныҡтырыу ысулы.
Күпселек халыҡ теплица, парник әҙерләү менән тап март башында шөғөлләнә башлай. Пленка өсөн каркас эшләнә, тупраҡ индерелә, иҫке теплица йүнәтелә. Теплица менән парник иртәрәк уңыш алыу өсөн мотлаҡ кәрәк.
Дөйөм алғанда, үрсетмә һәйбәт үҫһен өсөн ошолар нигеҙ булырға тейеш – сәләмәт орлоҡ, етерлек дым һәм яҡтылыҡ. Шытып ҡына сыҡҡан орлоҡ өсөн кәмендә 14 – 16 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк. Тимәк, беҙгә, Башҡортостан кешеләренә, бының өсөн өҫтәмә яҡтылыҡ сығанағын ҡулланырға тура килә. Лампа ла үҫентегә ҡеүәт бирә, туйындыра. Тик улар бер урында ғына торһон, күсеп йөрөмәһен. Шуға ла яҡтылыҡ үҫентенең бө­төн яғына ла тейһен, тигеҙ ин­һен өсөн үрсетмәне ҡыбырлатып торорға ту­ра килә. Ғөмү­мән, тәҙрә тө­бөн­дә үҫкән үр­сетмәгә үҫеп ки­теүе һис тә еңел түгел. Тәҙрәнән һалҡын килә, аҫтағы батареянан эҫе бәрә. Мәҫәлән, кеше өсөн башы һалҡынса урында, ә аяғы эҫелә булған шартта көн итеү рәхәтерәк һәм дөрөҫөрәк. Әммә был ҡағиҙә үҫентеләргә әллә ни ҡағылмай. Шунлыҡтан үрсетмә үҫеп ултырған тәҙрә аҫтындағы батереяны фанера йәки йоҡа таҡта менән ҡаплап торор­ға кәрәк.
Яҡтылыҡ өсөн бөтә лампалар ҙа бармай. Фитолампа йәки энергияны һаҡлаусы лампа иң шәбе буласаҡ. Әйткәндәй, улар ҡояшҡа ҡаршы түгел, шул уҡ ҡояш яғынан яҡтыртып торорға тейеш.


Иртәгәһен кем белә?..
Ни сәсһәң, шуны  урырһың
Хәҙер тәбиғәт шул тиклем үҙгәрҙе. Яҙ апрель башында уҡ дәррәү килерме, әллә инде май аҙағына тиклем ҡар ятырмы – быны бер ҙә аныҡ ҡына фаразлап булмай. Үрсетмәне бәләкәй һауытта, ябыҡ грунтта оҙағыраҡ тотоу проблемаһы килеп тыуа. Шуға ла үрсетмә үҫтереү өсөн ҙурыраҡ һауыт ҡулланыу дөрөҫөрәк. Мәҫәлән, ҡыяр менән кәбеҫтәне – 1 – 1,5 литр һыйҙырышлы, ә инде томатты хатта 5 литр һыйҙырышлы һауытта үҫтерергә кәрәк.

Картуфты әҙерләү
Ни сәсһәң, шуны  урырһың
Былтыр картуф уңманы һәм әле бик ҡиммәткә һатыла. Ҡайһы бер хужа­лар­ҙың баҙында сәсерлек тә ҡалманы. Булғаны ла ваҡ. Тик баҡсасылар шуны белһен – картуфтың уңышы сәселгәненең ниндәй ҙурлыҡта булыуына бөтөнләй ҡарамай. Иң мөһиме – орлоҡҡа ҡалдырылған картуф серек һәм ауырыу булмаһын. Шулай ҙа быйыл уны баҙҙан иртәрәк сығарыу талап ителә. Шыттырырға ҡуйылған картуфты һыулаңҡырап, кибеп киткән сағында көл һибеп торорға кәңәш итәбеҙ. Был уны төрлө бөжәктәрҙән, ҡоротҡостарҙан һаҡлаясаҡ. Ғөмүмән, көл менән картуф бик дуҫ ул, колорадо ҡуңыҙы ла көлдән ҡурҡа.

Томат үҫтерергә яратам

Әлбиттә, беҙҙә помидорҙы һәйбәтләп үҫтереү еңел түгел. Йәй ныҡ эҫе булып китә, ә иртә яҙ – һалҡынса. Шулай ҙа томат үҫтерергә бик яратам һәм тап ошо культуранан уңышты башҡаларға ҡарағанда күберәк алам. Бөгөн үҙемдең бәләкәй генә серҙәрем менән бүлешмәксемен.
Уңыштың нигеҙе – орлоҡ. Күберәк Рәсәй гибридтарына өҫтөнлөк бирәм. Сөнки гибрид уңышты күберәк бирә, сиргә һәм тәбиғәт көйһөҙлөгөнә бирешмәй. Миңә ҡалһа, бейегерәк үҫкән һәм эре томат биргән гибрид уңышлыраҡ. Заман кухняһы черри менән коктейль гибридын үҫтереүҙе лә талап итә. Сифатлы, һәйбәт орлоҡ табыуға аҡсағыҙҙы ла, ваҡытығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ. Был мотлаҡ үҙен аҡлаясаҡ.
Һәйбәт уңыш алыу өсөн һәйбәт үрсетмә үҫтереү талап ителә. Бөтә эш тәҙрә төбөнән башлана. Тәҙрә саҡ ҡына бысрағыраҡ булһа ла, өйгә ҡояш нуры аҙыраҡ үтеп инәсәк. Шуға ла тәҙрә төбөнә үрсетмәле йәшниктәрҙе ҡуйып сығыр алдынан быяланы тап-таҙа итеп йыуам. Үрсетмә өсөн орлоҡто 10 – 15 мартта сәсә башлайым. Әлбиттә, күп орлоҡтоң үҙенсәлеге бар, улар хаҡында тауарҙың ҡабында яҙыла. Бөтә орлоҡто ла сәсер алдынан 100 мл һыуға 2 тамсы циркоп тамыҙылған иретмәлә 10 – 12 сәғәт тотам. Үрсетмә өсөн һөт йәки һуттан бушаған дүртмөйөшлө ҡағыҙ һауыт ҡулланам. Тик кефирҙыҡы ярамай. Уларҙың төбөн тишергә кәрәк. Әгәр тупраҡҡа гидрогель өҫтәһәң, ул дымды тотоп торасаҡ һәм үрсетмәгә һыуҙы һирәгерәк һибергә мөмкин. Орлоҡто бер үк тәрәнлектә сәсеү мөһим. Юҡһа, төрлө-төрлө ваҡытта сығып, эште боҙасаҡ. Орлоҡ шытып сыҡҡас, тәүге өс көндә уларҙы тәүлек әйләнәһенә яҡтыла тотам, өҫтәмә яҡтылыҡ булдырам.
Орлоҡ шытып, 10 – 14 көн үткәс, тәүге япраҡтар күренә башлағандан һуң үрсетмәләрҙе күсереп ултыртам. Томат үрсетмәләре шулай уҡ һөт йәки һуттан ҡалған ҡаптарға, һауыттарға күсерелә. Үрсетмә күсереләсәк тупраҡҡа күп итеп йылымыс һыу ҡойорға кәрәк. Үрсетмәнең тамырҙары тиҙ генә яраҡлашып китһен өсөн тупраҡҡа гумат иретмәһе ҡойола.
Томат үрсетмәһенә иртә менән һыу ҡойоу отошло. Өләсәйем бәләкәй саҡтан, гөлдәргә һыуҙы иртә менән һибергә кәрәк, тип өйрәтә торғайны. Бында ниндәйҙер беҙгә аңлашылып бөтмәгән сер бар. Шулай ҙа һис икеләнмәй шуны әйтә алам: томат үҫентеләре иртә менән һыу эсергә ярата. Үрсетмәләрҙе бер-ике тапҡыр ашларға кәрәк. Бының өсөн микроэлементлы минераль ашламалар ҡулланам. Мәҫәлән, растворин, кемиру комби йәки кемиру люкс бик һәйбәт. Тәүге тапҡыр үрсетмәне күсереп ултыртҡандан һуң бер аҙна үткәс ашлана. Ашлау өсөн дә иртәнге яҡты, ҡояшлы көндө һайлайым.
Күптәр үҫентенең артыҡ буйға үҫеүенә зарлана. Бынан ҡотолоу өсөн уларҙы күсереп ултыртҡандан һуң ике аҙна үткәс, аҫҡы ике япрағын өҙөп ташлайым. Тағы ла ике аҙнанан һуң был процедураны ҡабатлайым. Үрсетмә бер-береһенә тейеп тормаһын, юҡһа яҡтылыҡ етмәйәсәк. Томат үҫентеһен сыныҡтырып та алам. Тышта һауа температураһы көндөҙ 10 градусҡа тиклем күтәрелә башлағас, үҫентеләрҙе берәр-икешәр сәғәткә тышҡа сығарып торам.
Был томат үҫентеһен 10 – 12 майҙа теплицаға сығарам. Әгәр теплицағыҙ юҡ икән, май аҙағына тиклем йылыраҡ урында тотоғоҙ.
Кәңәштәрем һеҙгә ярҙам итһә, бик шат буласаҡмын!

Искәндәр Хәлитов.
Өфө ҡалаһы.


Мартҡа ай календары
Культуралар


Ҡарбуз 1, 6 – 10 (11,12, 22, 23)
Баклажан, ташҡабаҡ, патиссон 6, 9, 10 (11, 12, 20 –22)
Шалҡан (6 – 10) 11, 12, 14 (20)
Борсаҡ, фасоль (5, 6) 7 – 12, 20, 23
Кәбеҫтә, сәскәле кәбеҫтә (1 – 3) 6 – 9 (21 – 23)
Картуф, топинамбур 7 – 9, 12, 15 (20, 22)
Баҡса еләге –
Кресс-салат 1, 2, 5, 6 (9, 11), 21, 22
Йәшел һуған (7, 8, 9) 10, 11, 20 – 23
Һуған 5 –9, 11, 12 (20 – 22)
Кишер, ҡуянтубыҡ (1 – 3) 5, 6, 9, 10 (20 – 23)
Ҡыяр 5 – 8 (9 – 11), 21, 22
Татлы борос 1, 2 (5, 6, 11, 12), 27
Помидор 1, 2, 5, 6 (11, 12), 13, 14
Редис 2, 6,7 (9, 10 11), 20 – 22
Торма (5 –8) 10, 11, 20 (26, 27)
Һарымһаҡ 7, 8, 9, 10 (12 – 14)
Әсе борос (6 – 8) 12 – 14
Петрушка 1, 2, 8, 9, 11 (5, 6), 20, 22
Укроп, фенхель 6 – 12 (20, 21)
Һуғанлы сәскәләр (5, 6) 10, 12, 20
Орлоҡло сәскәләр 5, 6 (8 – 10) (20 – 22)


Йәйәләрһеҙ – үҫентеләрҙе ултыртырға һәм күсереп ул­тыртыр­ға кәңәш ителгән иң шәп көндәр.

Сәсеү, ултыртыу һәм күсереп ултыртыу өсөн тыйылған көндәр
4, 16, 17, 19, 24, 25, 28 – 30

Сығыу ваҡыты 5-03-2011, 17:03 | Ҡаранылар: 3814
|
  • Өйҙә киви үҫтереү ысулы
  • Ҙур уңыштың бәләкәй серҙәре
  • Шәхси жужалыҡ
  • Апрелдә баҡса эштәре
  • Тәү сиратта – баҡса
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM