RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

10.10.2019 «Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Суд приставтарына ниндәй вәкәләттәр йөкмәтелгән? Граждандарға үҙҙәренең бурыстарын нисек белергә? Алимент буйынса бурыстары булғандар автомобиль йөрөтөргә хоҡуҡлымы?

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы Илнур Мәхмүтов менән «Йәшлек» гәзите ойошторған «тура бәйләнеш»тә ошо һәм гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға яуап эҙләнек.


Зөһрә Йәһүҙина:
– Һеҙҙең төп бурыс – суд ҡарары үтәлешен бойомға ашырыу. Бөгөн бурыслы кешенең уртаса портреты ниндәй?

– Уларҙың уртаса портретын һүрәтләүе ауыр, сөнки төрлөһө бар. Барыһын да бер уртаҡ һыҙат – яуапһыҙлыҡ берләштерә. Һәр береһен айырып ҡараһаҡ, мәҫәлән, алимент түләмәүселәр бер нисәүгә айырыла. Улар – ваҡытлыса ғына килеп сыҡҡан ауырлыҡтарға дусар булып, эшһеҙ ҡалып, бурыс йыйыусылар, бер ҡайҙа ла эшләмәй кешелектән сығып, алкоголь менән дуҫлашыусылар.
Статистика буйынса, алимент бурыстары буйынса 20 мең башҡарма производство бар. Алиментсыларҙың 40 – 45 проценты – ваҡытында түләүселәр. 45 процентына балаларын тәрбиәләүҙән ҡасып йөрөүселәр инә. Шуларҙы беҙ ваҡытында табып, административ яуаплылыҡҡа тарттырырға, енәйәт эше асырға тырышабыҙ. Атай-әсәйҙәрҙең 15 проценты менән нисек кенә эшләһәк тә, уларҙы тура юлға баҫтыра алмайбыҙ, сөнки социаль баҫҡыстан түбән төшкән кешеләр. Күптәренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғас, эшкә урынлашыуы ла ауыр.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәте өсөн түлә­мәүселәр араһында үҙҙәренең бурыстарын белмәй йөрөүселәр ҙә, эштәрен юғал­тыусылар ҙа, күрәләтә түләмәүселәр ҙә бар. Идара итеүсе компаниялар граждандарға квитанциялар ебәрмәй, ә бурыс йыйыла бирә. Күптәр үҙҙәре теркәлгән фатирҙа йәшәмәй, күпме бурысы йыйылғанын да белмәй йөрөй. Торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙә 500 меңдән алып миллион һумға тиклем бурыс йыйыусылар ҙа осрай.
Ошо юҫыҡта 28 меңгә яҡын башҡарыу эше ҡуҙғатылған. Граждандар 1 млрд 400 млн һум түләргә тейеш. Был хәлде контролдә тотабыҙ. Быйыл ғына 400 млн һум бурысты ҡайтарҙыҡ.
Штрафтарын ваҡытында түләп бар­мау­сыларҙы, вайымһыҙ кешеләр, тип атар инем. 500 һум штрафты ваҡытында түләмәһәң, ул ун тапҡырға артып китә, һуңынан 2,5 мең һумға тиклем барып етә.
Кредит бурыстары ла – төп проблема. Уларҙың дөйөм суммаһы 54 млрд һумға тиклем барып етте. Быйыл 3 миллиард һумды банктарға ҡайтарып бирһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бурыс күләме йылдан-йыл арта. Кешеләр түләй аламы-юҡмы, төрлө рек­ла­маларға ҡыҙығып, бурысҡа телефон, көн­күреш техникаһы ала. Ҙур кредит ойошмаһы граждандың финанс мөмкинлеген етди тикшерә, күптәренә кредит бирмәй. Ә микрофинанс ойошмаларында бурысҡа аҡсаны еңел генә бирәләр. Улар үҙ бурыстарының яртыһын ғына йыйһа ла, килемдә ҡала, шуға барыһына ла кредит тарата.
Ҡайһы бер кешеләр бер банктағы бурысын икенсе банктан кредит алып түләп бөл­гөнлөккә төшә. Кредит түләй алмай башлағас, милкен йәшерә, фатирын, йортон икенсе кешегә яҙҙырып, нисек булһа ла бурысын бирмәҫкә тырыша. Ундайҙарға ҡарата енәйәт эше асырға мәжбүрбеҙ. Шунда ғына кредиттарын ҡайтарыу мөмкинлеге асыла.

– Алимент түләмәгән әсәйҙәр күпме?
– Элек мин уларҙың һаны күп түгелдер, тип уйлай инем. Статистикаға күҙ һалһаң, алиментсыларҙың 5 проценты – әсәйҙәр. Улар – әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеп, амораль тормош алып барыусылар, эскеселәр.

– Һаумыһығыҙ, Илнур Әнүәр улы, мин Баймаҡтан Нурия Һаҙыева булам. Иремдән балаларға алимент ала алмауым тураһында суд приставтарынан нисек справка алырға икән? Пособие юллағанда кәрәк ине…
И.М.:
– Ире алимент түләмәгән осраҡта дәүләт ҡатындарға пособие түләй. Әгәр ҙә Халыҡты социаль яҡлау үҙәге һеҙҙең алимент ал­мауығыҙ тураһында беҙҙән справка кил­терергә ҡуша икән, мотлаҡ суд приставтарына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Улар үҙҙәре беҙҙән һорап ала.

– Хәйерле көн, Илнур Әнүәр улы! Учалы районынан Фәнүзә Нәҙершина борсой. Мин Себерҙә 20 йыл эшләнем. Шуға күрә льготалы пенсияға сығырға тейеш инем. Әммә урындағы пенсия бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре льготалы итеп пенсияны һанаманы. Нимә эшләргә миңә? Кәңәш бирегеҙ әле.
И. М.:

– Беҙ суд ҡарары сығарғандан һуң ғына эшләйбеҙ. Һеҙгә бушлай ярҙам күрһәтеүсе юрист табып, судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирер инем. Телефонығыҙҙы яҙып алдым. Райондағы юристарҙың номерҙарын шылтыратып әйтербеҙ.

З.Й.:
– Көйөргәҙе районынан Зәмирә Аҙнабаева һорау ебәргән:
«5–6 йыл элек иремдең өләсәһе «Альфа- банк»тан кредит алды. Ирем уға поручитель булды. Был банктан үҙебеҙ ҙә кредит алып, түләп барабыҙ. Бер көндө банктан беҙҙең аҡса иҫәптәренә арест һалыныуы тураһында хәбәр килде. Бурысыбыҙ – 143372 һум. Өләсәйҙе судҡа биреүҙәре, ул түләмәгән осраҡта беҙгә түләргә кәрәклеге тураһында белмәнек. Эштең судҡа ебәрелеүен дә ишетмәнек. Суд приставтарының беҙгә хәбәр итмәйенсә, поручителдәрҙең иҫәбенә арест һалыуы законлымы?»
И. М.:

– Закон буйынса, кемдең мөлкәте бар, беҙ бурысты шунан талап итергә бурыслыбыҙ. Өләсәһе 9 мең һум пенсия ала икән, яртыһын тотоп алып ҡалырға ла мөмкинлек бар. Әммә 4 мең һумдан түләһә лә, 143 меңде ҡасан түләп бөтә әле. Шуға ла банкҡа бурысты ҡайтарып биреү поручителдәр иңенә ята. Ни өсөн суд ҡарары алмауығыҙҙы әйтеүе ҡыйын. Ғәҙәттә, банктар гражданды судҡа бирер алдынан улар менән ниндәйҙер эш алып бара, иҫкәртеү ебәрә, шылтырата, саҡыра. Баш­ҡарыу эше асылған икән, өләсәйегеҙҙең дә, поручителдең дә банктағы аҡса иҫәбенә арест һалына. Шуны онотмағыҙ: поручитель – бурысты ҡайтарыу гарантияһы.

З. Й.:
– Тағы бер һорау Ришат Бакировтан. «Норильск ҡалаһынан былтыр Өфөгә күсеп ҡайттым. Шунда бер егеткә өс айға распискаһыҙ ҙур ғына суммала аҡса биреп торғайным. Ул һаман бурысын ҡайтармай. Аҡса һорап яҙыуы тураһында СМС- хәбәр, аҡса күсереү тураһында Сбербанктан алынған чек та бар. Танышым телефон номерын үҙгәрткән. Бәйләнеш юҡ. Нисек бурысты ҡайтарырға?»
И. М.:

– Судҡа дәғүә ғаризаһы яҙыу ваҡыты – өс йыл. Ошо ваҡыт арауығында үҙегеҙҙә булған дәлилдәр менән судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бурысығыҙҙы ҡайтарыу ихтималлығы юғары, уны ҡайтарып буласаҡ.

З. Й.:
– Бурыслыларға сит илгә сығыу тыйыла. Ә бурысың барлығын нисек белергә?

– Бөгөнгө тормошта һәр кемдә интернет булырға тейеш. Нисек кенә булһа ла, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет асырға тырышығыҙ. Бөтә мәғлүмәт һеҙгә килеп торасаҡ. Уның аша төрлө органдарға ғариза яҙырға ла уңайлы.
Бурысығыҙ барлығына шигегеҙ булһа, беҙҙең бүлексәләргә килеп белешегеҙ. Суд приставтары бүлексәләре етәкселәре һәр көн иртәнге 10-дан 12 сәғәткә тиклем, ә суд приставтары хеҙмәткәрҙәре шишәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә, йомала көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 6-ға тиклем ҡабул итә. Сиратта тормаҫ өсөн электрон ҡабул итеүгә алдан яҙылып та була.

– Баймаҡ районынан Алһыу Ирғәлина борсой. Иремдең алимент бурысы бар. 2016 йылда алиментҡа бирҙем. Әммә ул эшләгән ойошма беҙгә алимент күсермәй. Нимә эшләргә?
И. М.:

– Был осраҡта бухгалтерияны тикшерергә кәрәк. Баймаҡ районы суд приставтары бүлегенә үтенесегеҙҙе еткерермен, сараһын күрерҙәр. Әгәр ҙә кеше эш хаҡы алып килә икән, уның алимент бурыстарын ойошма мотлаҡ күсерергә тейеш.

З. Й.:
– Өфөнән Лилиә Вәлиева:
«Автомобилемде һатып, автосалонға яңыһын алырға барҙым. Улар барлыҡ документтарҙы тикшерҙе лә, машинағыҙға арест һалынған, иң тәүҙә бөтә бурыстарҙан ҡотолорға кәрәк, тинеләр. Ниңә мин бер нәмә лә белмәйем һуң? Пенсия фондынан да, һалым инспекцияһынан да, бурыстарым юҡ, тип справкалар алып сыҡтым. Орджоникидзе районының суд приставтарына барһам, улар машинама ни өсөн арест һалынғанын белмәй. Сөнки мин ошо районда пропискала торам, Калинин районында башҡарыу эше асылған. Калинин районы суд приставтары штраф буйынса бурыстарым барлығын әйткәс, түлә­нем. Әммә автосалонда һаман арест тора, тиҙәр. Аптырап, суд приставтары етәк­сеһенә инеп, квитанцияларымды күр­һәткәс кенә арес­тан алдылар. Ике ай йөрөргә тура килде. Ниңә суд приставтары мин бер барыуҙа уҡ бурысым барлығын әйтмәгән?» – тип яҙа.
И. М.:
– Бурысы булмайынса кешенең мөлкәтенә арест һалынмай. Башҡарыу ҡағыҙы бар икән, суд приставы шуның буйынса эшләй. Был ҡатындың йәшәгән урыны буйынса хәбәр ебәрелгәндер. Ул үҙе белмәй йөрөгән. Суд приставына автомобилде арестан алыу өсөн күп ваҡыт талап ителмәй. Бер көн эсендә эшләнә. Беҙҙең ведомство ЮХХДИ сис­темаһы менән бәйләнештә тора. Сикләүҙәр индереү тураһындағы мәғлүмәтте уларға ебәрәбеҙ. Ваҡытында бурысың барлығын белеп, беҙҙең ҡулға барып етмәйенсә түләп, был хәлгә ҡалмаҫҡа кәрәк.
Хат килеү-килмәүен «Рәсәй почта»һы аша ла белергә була.

З. Й.:
– Суд приставы-башҡарыусының эш күләме ҙурмы? Бер хеҙмәткәргә нисә эш тура килә?

– Эш күләме йылдан-йыл арта. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 180 меңгә күбәйгән. Республикала 20 млн 200 мең баш­ҡарыу эше бар. Бер суд приставына йыл әй­ләнәһенә 4 меңдән ашыу эш тура килә. Һанап ҡарағанда, башҡарыу өсөн йыл әйлә­нәһенә суд приставы бер башҡарыу эшенә 20 минут ҡына ваҡыт сарыф итә ала. Суд прис­тавтарының өлгөрә алмауы ошо эш күләменең артыуына бәйле.

– Өфөнән Эльмира Вәлишина борсой. Туғаныбыҙ суд приставтары хеҙмәтендә эшләй. Эшегеҙ ауыр, хәүефле. Суд прис­тавтарының хеҙмәте Эске эштәр ми­нистрлығы, Росгвардия кеүек ведомстволарға ҡасан тиңләштерелер икән?
И. М.:

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең вәкә­ләттәр көс структураларыныҡына тиң, ғәйепле граждандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырабыҙ, уларға ҡарата енәйәт эштәре асабыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта ҡорал йөрөтөү, көс ҡулланыу хоҡуғы ла бирелгән. Көс структураларына тиңләштерелмәгәс, статусыбыҙ уларҙыҡына ҡарағанда түбән, хаҡлы ялға иртәрәк китеү кеүек социаль гарантияларға эйә түгелбеҙ. Әлегә РФ Дәүләт Думаһы депутаттары беҙҙең хеҙмәттең статусын күтәреү тураһында закон проектын тикшерә. Киләһе йылдан был мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип уйлайбыҙ.

З. Й.:
– Суд приставтарына коллекторҙар өҫтөнән контроллек итеү бурысы бирелде. Граждандар уларға ҡарата ниндәй дәғүә белдерә? Ялған коллекторҙы ысын суд приставынан нисек айырырға?

– 2017 йылдан беҙгә бурыс йыйыусыларҙы – коллекторҙарҙы контролдә тотоу эше йөкмәтелде. Идаралыҡта айырым бүлексә булдырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коллек­торҙар вәкәләттәрен арттырып ебәрә – граждандарҙы ҡурҡытып, кешенең бурысын ҡайтартыу өсөн яңы кредиттарға батыра. Уларҙың эшенән зарланған халыҡ беҙгә килеп ғариза яҙа. Бындай намыҫһыҙ хеҙмәткәр­ҙәргә ҡарата ваҡытында сара күрәбеҙ. Республикала рәсми рәүештә эшләгән 13 коллектор ойошмаһы бар. 8 айҙа уларға 400-гә яҡын ялыу килде, 80-гә яҡын административ эш ҡуҙғатылды. Әгәр ҙә һеҙҙе коллекторҙар борсой икән, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ.

И. М.:
– Һеҙҙең бурыс – судтарҙа ла тәртип булдырыу. Суд эштәре ҡаралғанда кеше үтә лә көсөргәнеш, асыу менән килә. Судьяларға янау, ҡорал индереүселәр бармы? Судтарҙа ниндәй тәртип боҙоуҙар йыш күҙәтелә?

– Судҡа килгән кешеләрҙең уйында ни барын бер кем дә белмәй. Кемдер мөлкәтһеҙ тороп ҡала, икенселәр хөкөм ителә, өсөн­сөләр бала бүлешә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр шуға ла судтарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Унда талашалар ҙа, һуғышалар ҙа, судьяны ла әрләйҙәр. Ҡорал, боеприпастар, бысаҡ, наркотиктар индереүселәр ҙә осрай. Судьяны мыҫҡыллағандары ла бар. Быйыл ғына дүрт енәйәт эше ҡуҙғаттыҡ. Ниндәй генә суд ҡарары сығарылмаһын, судты яҡлап торорға тейешбеҙ.

– Суд приставтарына ҡул күтәреү осраҡтары бармы?

– Беҙҙең эш конфликтлы. Ике йылда өс мәртәбә суд приставын машина менән тапаттылар, ҡул күтәреүселәр ҙә осрай. Ләкин башҡарыу эшен үтәгәндә беҙҙең хеҙ­мәт­кәрҙәргә, законға ярашлы, ҡорал, көс ҡул­ланыу хоҡуғы бирелгән. Шуға күрә хә­үефһеҙлекте тәьмин итәбеҙ. Шуны әйтеп китер инем: һеҙҙең аҙаҡҡы малы­ғыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе алып китергә беҙҙең хоҡуғыбыҙ ҙа, ниәтебеҙ ҙә юҡ. Беҙҙән йәшенеп, ҡасып ултырырға кәрәкмәй. Нисек кенә булмаһын, суд ҡарарын ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ, баш­ҡарыу эше законға ярашлы алып барыласаҡ.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Юлай КӘРИМОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар