НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Әйтеп аңлатырлыҡ һүҙҙәр юҡ

Әйтеп аңлатырлыҡ һүҙҙәр юҡ


Ҡатын кеше генә асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
Мостай Кәрим.

Ни генә тип сәбәп тапһағыҙ ҙа, директива юлы менән индерелгән, сәйәси сара төҫөн алып, ихлас йылылыҡтан мәхрүм байрамдарҙы аҡлап та, күңел менән ҡабул итеп тә булмай. Уҡытыусы хеҙмәтенең изгелеге һәм йәмғиәттең белемһеҙ халыҡ менән йәшәй алмауы тураһында йылдың бер көнөндә хәтергә төшөрәбеҙ ҙә, рәсми тантана тамамланғас уҡ ниндәй сәбәп менән йыйылғаныбыҙҙы онотабыҙ. Хәйер, бер мөғәллимдәр генәме ни?
Ауыл хужалығы эшсәндәренең донъяла әле барлығын көҙ генә иҫләгәндәй, хатта Германия һынлы Германияны теҙ сүктергән батырҙарыбыҙҙы ла майҙың бер көнөндә генә күккә күтәреп алабыҙ. Изге йола, ҡылыҡ-фиғелебеҙҙең тәбиғи һыҙаты булырға тейешле ғәмәлдәр ҙә кампания һәм рәсми сараға әүерелгәс, үҙ әхлағыбыҙ тураһында нимә әйтмәк кәрәк!
Өс көн һәм өс төн үтеүгә ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәтләүгә сират етә. Йәнә, ошо мәлдә генә хәтергә төшкәндәй, тормошобоҙҙо йәмләп, беҙ, булдыҡһыҙ ирҙәрҙе, ҡайсаҡ йәлләп йөрөүсе яҡындарыбыҙҙы сәскәгә күмербеҙ, уларҙы сикһеҙ яратыуыбыҙ, оло хөрмәтебеҙ тураһында ант килтерербеҙ... Әйтерһең, һөйөү, ихтирам, бергәлек – сезонлы күренеш, мәжбүри сара. Минеңсә, әсәй­ҙәребеҙ, уларҙың әсәләре, хәләлдәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ, апай-һеңлеләребеҙ, ейәнсәрҙәребеҙ беҙҙең хис-тойғоларҙы ғүмерҙең һәр мәлендә һиҙеп, белеп, күреп торорға тейеш. Һәр ваҡыт уларҙы һағынып йәшәүебеҙҙе, гел генә әйтә алмаһаҡ та, ҡәҙерле кешеләребеҙ белһен ул. Ысын мөхәббәт таҫма телле булмай, сөнки йөрәктәр бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай.
Йәмғиәтебеҙ әлеге заманда – байтаҡ ваҡыт сирләгәндән аҙаҡ әсә күкрәген эҙләгән сабый һымаҡ. Әхлаҡһыҙлыҡ һаҙлығына батып сәсәй башлағас, тын алыр сәбәп һәм таяныс эҙләп, халҡыбыҙҙың мәңгелек рухи хазиналарына, элекке мәктәптең донъя белгән тәжрибәһенә, ил ҡәҙере һәм патриотлыҡ традицияларына әйләнеп ҡайтыу зарурлығын аңлай башланыҡ. Аҙашып йөрөп тә юлға килеп сыға алыу – маҡтауға лайыҡ. Бары илебеҙҙе – дәүләт, һәр беребеҙҙе халыҡҡа берләштергән кешеләрҙе онотмайыҡ. Мин дә, шул ниәттән, йәштәр онота ла башлаған бер нисә апайҙың исемен, хеҙмәттәрен хәтер ебендә яңыртып ултырҙым.
Ололоҡҡа етеүҙең дә үҙ бәхете бар – ғүмерең юлында фәһем алып йәшәрлек, уларға эйәреп эшләрлек байтаҡ кеше менән юлдаш булыу форсаты тейә. Өфөлә Ленин һәм Вәлиди урамдары мөйөшөндә иҫкереп барған бер йорт тора. Уны элегерәк «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йорто» тип йөрөтә торғайнылар. Диуарында суҡ-суҡ булып эленгән иҫтәлекле таҡтаташтар уҡ бында республикабыҙ зыялыларының байтағы йәшәп киткәнлеген раҫлай. Беҙ шәхсән танышҡанда, Мәстүрә Сәхәүетдино­ва апай ҙа ялға сығып, ошондағы иркен фатирында йәшәп ятҡан көнө ине.
Өлкәнәйһә лә, апайыбыҙ теремек, тауышынан түрәлектә оҙаҡ ултырған кешеләргә хас булған ҡырҡыулыҡ әле китмәгән. Уның ғүмер йомғағын бер аҙ һүтә-һүтә, һөйләшеп ултырҙыҡ. Хәбәрҙар булыуымса, Мәстүрә Ни­зам ҡыҙының тормошо, халҡына күрһәткән хеҙмәттәре ҙур китапҡа лайыҡ ине лә, йәнә мөмкинлек тапманыҡ, йәнә һуңланыҡ...
Сәхәүетдинова апай уҙған быуат башында тиерлек Үрге Ҡыйғы ауылын­да тыуған. Ун алты йәшендә комсомолға ин­һә, тағы бер йылдан партияға алын­ған. Шау-шыу­лы, ығы-зығылы егерменсе йылдарҙа төр­лө йәмәғәт эштәрендә йөрөп алғас, 1936 йылда Мәстүрә апай эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Куйбышев исемендәге Хәрби-инженерлыҡ академияһын тамамлаған. Беҙ башҡорт ҡыҙҙарының техник белемгә бигүк тартылып бармауына борсолабыҙ. Ә Мәстүрә Сәхәүет­дино­ва сәнәғәт архитектураһы һымаҡ ҡатмарлы һөнәргә ана ҡасан тәүәккәлләгән! Апайҙың тәржемәи хәлен аҡтара китһәң, ысындан да, йәштәр өлгө алып йәшәрлек әсбап яҙырлыҡ. Академиянан һуң Мәстүрә Низам ҡыҙы «Башпроект» институтында баш архитектор булып эшләгән. Был да бәләкәй вазифа түгел, әммә утыҙынсы йылдар аҙағында уҡ Мәстүрә апайҙың тормош баҫҡыстары уны гел юғарыға ғына күтәрә башлай. Республиканың коммуналь хужалыҡ министры, БАССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, аҙағыраҡ ошонда уҡ – төҙөлөш эштәре һәм архитектура буйынса идаралыҡ начальнигы. Депутатлыҡ, орден-миҙалдар. Сөрхәнтәй баш әйләнеп тә китер ине, иллә Сәхәүетдинова апай ундайҙар затынан түгел ине.
Мәстүрә Низам ҡыҙы тураһында яҙып ултыра торғас, хәтер халҡыбыҙ күрке булып эшләгән байтаҡ апайҙың исемен яңыртты. Бына Кәримә Абдуллина. Бер ауыл фәҡиренең балаһы. Тырышлығы менән ауыл хужалығы институтын тамамлаған һәм артабан сирек быуат буйы Благовар районында агроном да, район советы башҡарма комитеты рәйесе булып та эшләгән. Кәримә апай­ҙы РСФСР Юғары Сове­тына депутат итеп ике мәртәбә һайлағандар. Шуныһы, башҡорт ҡыҙы ошо Юғары Совет рәйесе урынбаҫары булып та эшләгән, КПСС-тың ХХ һәм ХХII съездары делегаты ла булған.
Йәш журналистарҙы хәҙер халыҡтың данын күтәреп олоғайған һәм киткән кешеләр ҡыҙыҡһындырмай. Беҙҙең быуын рәхмәтлерәк хәтерле булдымы, мәҫәлән, мин ҡасандыр күргән, тарихын ишеткән һәр кемде лә күңелем мөйөшөндә һаҡларға тырышам. Әйткәндәй, Фәриҙә Усманова апай ҙа Благовар районынан ине. Тыуған ауылы – Иҫке Сынны ауылы. Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр үк медицина техникумын, унан һуң медицина институтын тамамларға өлгөргән. Хәрби табип Усманова үткән фронт юлдарын юллай, ул яһаған операцияларҙы һанай, үлемдән йолоп алып ҡалған ғүмерҙәрҙе барлай китһәң, мажаралы ла, фажиғәле лә, ғибрәтле лә роман хасил булыр ине. Фәриҙә апай йыш ҡына артиллерия уты, бомбалар аҫтында операциялар яһаған, хатта бер саҡ немец һалдатын да үлемдән алып ҡалған, үҙе лә, ауыр йәрәхәттәр алып, аяғына көскә баҫҡан.
Оҙайлы һуғыштар ҙа бер мәл тына. Күҙ йәштәре лә, аға-аға торғас, кибә. Медицина хеҙмәте капитаны, бик күп хәрби орден Һәм миҙал эйәһе Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы Усманова яу ғәрәсәттәренән һуң Туҡай урамындағы 1-се клиник дауаханала хирургия бүлеге мөдире булып эшләне. Хәҙер был бинала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары госпитале урын­лаш­ҡан. Тимәк, ҡарт яугирҙар эргә­һендә, хәрби табип Фәриҙә Усманова үҙе булмаһа ла , уның изге рухы йөрөй­ҙөр әле.
Башҡорт ҡыҙҙарының техник һәм тәбиғәт фәндәрендә уңышҡа өлгәшә алыу мөмкинлегенә дәлил итеп Мәғрифә Мәүлетова апай­ҙың ғүмерен һәм эшмәкәрлеген дә килтерер инем. Ул Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан. Була бит дәртле лә, һәләтле лә ҡыҙҙар! Утыҙынсы йылдар уртаһында уҡ Д. Менделе­ев исемендәге Мәскәү химия-технология институтын тамамлап ҡайтҡас, Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләгән, артабан бер нисә йыл БАССР Халыҡ комиссарҙары советында нефть буйынса консультант булған. Мәғрифә Зәки ҡыҙының бар булмышы нефть, уны эшкәртеү, мөмкин ҡәҙәр сифатлы продукттар алыу, тәбиғи мөхиткә зыян килтермәү йүнәлешендәге тырышлыҡтар менән бәйләнгән. Апайҙың мин «БашНИПИнефть» институтында лаборатория мөдире булып эшләгәнен, нефть сығарыу һәм эшкәртеү йәһәтенән шөһрәтле белгес сағын күреп ҡалдым. Мәғрифә Зәки ҡыҙы Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы ордендары менән бүләкләнгәйне. Ә инде маҡтаулы исемдәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Ир-арыҫлан йөрәкле ҡыҙҙар бар шул! Улар, заманында, телевидение тултырып сафсата һатып та йөрөмәгән, «йондоҙ» тигән мәғәнәһеҙ атамаларҙы, бәхеткә күрә, ишетмәй ҡалған. Апайҙарыбыҙ йөҙөндә халыҡтың игелекле, егәрле, инсафлы образы сағыла һымаҡ.
Беҙ әле өс кенә исемде хәтергә алып ултырҙыҡ. Күптән ишетә йөрөһәм дә, апайҙарҙың ғүмере, яҙмышы, йәшәйеше барыбер асылмаған сер булып ҡалды. Бәлки, ҡатын-ҡыҙ беҙгә ошо тәбиғәте менән ҡәҙерлелер? Һәр хәлдә, шиғыр менән башланған һүҙҙе шиғри юлдар менән тамамлағы килде.
Сулпаным булып ҡалҡтың һин
Ғүмерем таңдарында,
Гүзәллек менән осраштым –
Баш эйәм алдарыңда!

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Сығыу ваҡыты 5-03-2011, 16:56 | Ҡаранылар: 1600
|
  • Матурлыҡтан ҡойолған донъя
  • Бәхет – кешеләргә бәхет килтереү
  • Халҡы уны һөйөп ҙурланы
  • Мәктәбемде төштәремдә күрәм
  • Йыры менән йәмләй тормошто
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM