НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Башҡортостандың киләсәге һәр беребеҙгә бәйле»

«Башҡортостандың киләсәге һәр беребеҙгә бәйле»


«Башҡортостандың  киләсәге һәр беребеҙгә бәйле»Беҙҙең әңгәмәсебеҙ – Рәсәй Федерацияһының билдәле парламентарийҙарының береһе, халыҡ-ара кимәлдәге сәйәсмән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Зөфәр ЙӘНӘКӘЕВ.

Зөфәр Ирғәле улы 1951 йылдың 4 мартында Баймаҡ райо­нының Моҡас ауылында тыуған. Белем алыу теләге уны Сверд­ловск юридик институтына алып килә. Артабан прокуратура ор­ган­дарында, Сибай ҡалаһы баш­ҡарма комитетында, Башҡорт дәү­­ләт университетында, БАССР юғары Советы секретариатында эшләй. Юғары профессионализмы һәм йәмәғәтселек араһындағы абруйы уға 1990 йылда 12-се саҡырылыш Башҡортостан Юғары советы депутаты итеп һайланырға һәм закондар сығарыу, законлылыҡ һәм тәртип мәсьәләләре буйынса Юғары Совет комиссияһы ағзаһы булырға булышлыҡ итә. Артабан Зөфәр Ирғәле улы, депутат һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылы­шы – Ҡоролтайҙың бөтә дүрт саҡырылышының да комитет рәйесе булараҡ, республиканың закондар сығарыу системаһын үҫтереүгә һәм камиллаштырыу­ға лайыҡлы өлөш индерә.
1996 йылдан 2000 йылға тиклем Европа Советының Төбәктәр Палатаһында Рәсәй исеменән сығыш яһай, төбәк үҙидаралығы тураһында Европа хартияһын әҙерләүҙә ҡатнаша, федерализм һәм регионализм мәсьәләләре буйынса күп тапҡыр Европа Советы ултырыштарында сығыш яһай. Башҡортостан суверенлығы теорияһын әҙерләүгә күп көс һала. Уның эшлекле ҡатнашлығында Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенлығы тураһында декларация һәм Башҡортостан Конституцияһы, республиканың мөһим закондары ҡабул ителә. Юғары профессионализм, эшлекле һәм ойоштороу һәләттәре уға 2010 йылдың сентябренән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе яуаплы вазифаһында эшмәкәрлеген уңышлы дауам итеүгә булышлыҡ итә.
Зөфәр Ирғәле улы – юридик фәндәр докторы, профессор, тиҫтәләгән монография, уҡыу әсбаптары һәм ғилми хеҙмәттәр авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, «Рәсәй парламенты» билдәһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыуын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» Почет билдәһе менән бүләкләнгән.


– Республика парламенты – Ҡоролтайҙың эшен ойоштороуҙа һеҙ яңыраҡ етәкләй башлаған секретариат бик мөһим роль уйнай. Күп йылдар депутат булып эшләгәс, профессиональ юрист булараҡ үҙегеҙ етәкләгән органдың эшен нисек баһалар инегеҙ?
– Билдәле булыуынса, Секрета­риаттың төп бурысы – парламент эшмәкәрлеген ойоштороу, хоҡуҡи һәм матди-техник йәһәттән тәьмин итеү. Шунлыҡтан Секретариат хеҙмәткәрҙәренә юғары талаптар ҡуйыла, уларҙың һәр береһе үҙенең өлкәһендә белгес булырға тейеш. Секретариатта бер нисә быуынды берләштереүсе абруйлы аппарат менән әле тәжрибә туплап өлгөрмәгән «йәштәр гвардияһы» бер-береһе менән килешеп, аңлашып эшләй. Секретариаттың бөтә хеҙмәткәрҙәре лә – төрлө өлкәләрҙә үҙҙәрен танытҡан ысын профессионалдар, депутаттар кеүек үк, улар ҙа республиканың ҡануниәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Сифат йәһәтенән дә уларға һүҙ юҡ. Коллективтың 20 процентының тиерлек ғилми дәрәжәһе һәм маҡтаулы исемдәре бар, күбеһе ике һәм унан да күберәк юғары белемгә эйә. Коллектив даими рәүештә үҙенең профессиональ белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй: ғилми дәрәжә яҡлауға диссертацион тикшеренеүҙәр алып бара, квалификацияны күтәреү курстарын үтә. Бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт белгестәре әҙерләү буйынса төбәктәге иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе – Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ҙур роль уйнай.
Һуңғы йылдарҙа парламенттың ҡатмарлы эшмәкәрлегенә һөҙөмтәле йоғонто яһаусы эшкә һәләтле һәм юғары профессиональ аппарат формалаштырыуға өлгәштек. Бөгөн Секретариат хеҙмәткәрҙәренең белеме, һәләте, эш тәжрибәһе уларға ҡуйылған юғары талаптарға тулыһынса яуап бирә, тип әйтә алабыҙ.
– Билдәле булыуынса, беҙҙең парламент РФ Дәүләт Думаһына бик күп тәҡдим, проект менән мөрәжәғәт итә. Әммә, үкенескә күрә, федераль парламент күп осраҡта быға битараф ҡарай: ҡайһы бер проекттар йылдар буйы хәрәкәтһеҙ ята, ҡайһы берҙәрен Дума йыш ҡына «үҙләштереп» ҡуя, йәнәһе, был уның инициативаһы. Был йүнәлештә берәй үҙгәрештәр көтөләме?
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Дәүләт Думаһына закон инициативаларын тәҡдим итеү буйынса эште үҙенең эшмәкәрлегенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе тип иҫәпләй. Һәм, әйтергә кәрәк, был йүнәлештә уңышлы ғына эшләй. Беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ, федераль закондар ҙа үҙгәрә. Мәҫәлән, 2010 йылда ғына Федераль Йыйылыштың Дәүләт Думаһына беҙҙең тарафтан 13 федераль закон проекты индерелде, шул иҫәптән Хөкүмәт, Прокуратура тураһында, Рәсәй Федерация­һының Хеҙмәт һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы һ.б. Әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһының профилле комитеттарында 16 проект ҡарала.
Һуңғы осорҙа Дәүләт Йыйылышы­ның бер нисә закондар сығарыу инициативаһы Дәүләт Думаһы тарафынан хупланды. Мәҫәлән, наркотик матдәләр әйләнеше ҡағиҙәһен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуға ҡағылышлы Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына, Ер кодексына, Рәсәй Фе­дерацияһы төбәктәрендә суд участкаларының һәм мир судьяларының дөйөм иҫәбен билдәләүсе федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексын үҙгәртеү һәм айырым эшмәкәрлек төрҙәрен лицензиялау буйынса беҙҙең тәҡдимдәр федераль закондар ҡабул иткәндә төҙәтмәләр рәүешендә иҫәпкә алынды.
Анализ күрһәтеүенсә, Дәүләт Думаһы тарафынан билдәләнгән осорҙа ҡаралған Дәүләт Йыйылы­шының тормошҡа ашырылған һәр етенсе закондар сығарыу инициативаһы федераль закон акты көсөнә эйә булған. Һуңғы йылдарҙа практикаға индерелгән башҡа Рәсәй субъекттарының закондар сығарыу органдары менән берлектә закондар сығарыу инициативаларын бергәләп тәҡдим итеү юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтте. 2009 йылдың аҙағында Дәүләт Йыйылышының Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында төҙөлгән килешеү ҙә ярҙам итте.
Һорауҙың икенсе өлөшөнә килгәндә, бындай борсолоуҙар бөтөнләй урынһыҙ. Депутатлыҡ эшендә беҙгә бер саҡырыуҙан икенсе саҡырыуға тиклем һаҡланып килгән һәм нығын­ған парламент традициялары ныҡ ярҙам итә. Әйтергә кәрәк, закон ҡабул итеү процедураһы – ҡатмарлы һәм күп этаплы процесс. Йыш ҡына закон проектын ҡараған ваҡытта фән, муниципаль берәмектәр, ижтимағи ойошмалар вәкилдәрен йәлеп итеп, эшсе төркөмдәр төҙөргә тура килә. Федераль ведомстволар, прокуратура, Башҡортостан Республикаһы Президентының һәм Хөкүмәтенең тулы хоҡуҡлы вәкилдәренең, профсоюздарҙың комитет эшендә әүҙем ҡатнашыуҙары ҙур әһәмиәткә эйә. Һөҙөмтәлә закон проекты өҫтөндә эшләгән ваҡытта уҡ төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылмай. Дәүләт Йыйылышы сайтында закон проекты тураһында фекер алышыу практикаға ингән. Граждандарҙың иҫкәрмәләре һәм тәҡдимдәре лә закон сығарыу эшмәкәрлегенең сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, «Баш­ҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу тәртибе тураһында»ғы закон проекты буйынса фекер алышыу бара һәм уның бер кемде лә битараф ҡалдырмауы асыҡ күренә.
– Күп йылдар беҙҙә ҡабул ителгән закондар өҫтөнән (мәҫәлән, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ тураһында) федераль кимәлдә көлөп, мыҫҡыллап ҡаранылар. Был аңламаған кешелә республика парламенты тураһында насар фекер тыуҙыра. Парламенттар араһындағы мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙә, «өлкән ағай» синдромынан арыныуҙа Секретариат ниндәй саралар ҡабул итә ала? Ҡайһы бер республика закондары федераль закондар­ҙың дубляжы ғына булып тормаймы? Урындағы үҙенсәлектәр уларҙа тулыһынса сағылыу табамы? Һуңғы ваҡытта Башҡортостан Консти­туцияһына, үҙаллылыҡ тура­һындағы декларацияға, республика закондарына ҡараштың кире яҡҡа үҙгәреүе һиҙелеп тора. Власть вертикален нығытыу курсы закондар сығарыу өлкәһендә ниндәй һөҙөмтәләргә килтерҙе?
– Бында мин һеҙҙең менән бөтөнләй килешмәйем. Бер генә федераль йәиһә төбәк закон сығарыусыһынан да республика законы тураһында кире фекер ишеткәнем юҡ. Киреһен­сә, Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу системаһы рәсми рәүештә иң камил төбәк закон сығарыу системаларының береһе тип танылған. Һеҙ әйтеп үткән «Умартасылыҡ тураһында», «Йыл­ҡысылыҡ тура­һында»ғы аныҡ закондарға килгәндә, улар ауыл хужалығы тармаҡтарын үҫтереүҙә ыңғай роль уйнаған һәм уйнай. Айырыуса республиканың ҡортсолоҡтағы уңыштары күҙгә күренеп тора. Мәҫәлән, 2005 йыл менән сағыштырғанда, ҡорт күстәренең иҫәбе 268 меңдән 290 меңгә тиклем артҡан, бал етештереү 11014-тән 12215 тоннаға еткән. Башҡорт балының дауалау сифаттары тураһында Рәсәйҙән ситтә лә бик яҡшы беләләр.
Федераль һәм республика закон сығарыусылары араһындағы мөнәсәбәткә килгәндә, уны туранан-тура аңларға һәм бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға ярамай. Улар һәр ваҡыт үҙ-ара килешеп эшләй. Күп осраҡта үҙ-ара мөнәсәбәткә Рәсәй Консти­туцияһының берҙәм хакимиәт даирәһе тураһындағы 72-се статьяһы йоғонто яһай. Уларҙың бер нисәүһен генә билдәләп үтәм: мәҫәлән, биләмә мәсьәләләре, ер, ер аҫты байлыҡтары, һыу һәм башҡа тәбиғи ресурстар менән файҙаланыу һәм идара итеү; тәбиғәттән файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеү; Рәсәй Федерацияһында һалым түләү һәм йыйыуҙың дөйөм принциптарын билдәләү һ.б. Был мәсьәләләрҙең бөтәһе лә дәүләт власы федераль органдарының менән федерация субъекттарының дәүләт власы органдарының бергәләп килешеп аныҡ эш итеүен талап итә. Башҡортостан закондары үҙенең үҫеш темпы буйынса федераль закондарҙан алдараҡ барған осор ҙа булды. Федераль закон сығарыу күп кенә йүнәлеш буйынса етеш­һеҙлектәргә эйә ваҡытта республиканың закон сығарыусылары тап бергәләп файҙаланыу өлкәһендә актив рәүештә үҙҙәренең закондарын әҙерләне. Һуңыраҡ, ярашлы федераль закондар барлыҡҡа килгәс, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай үҙенең закондарын федераль закондар менән яраҡлаштырырға мәжбүр булды.
– Билдәле булыуынса, власть органдары, һуңғы 20 йылда беҙҙең илдең уҡыу йорттары юрист һәм иҡтисадсыларҙы әҙерләүгә артыҡ ныҡ иғтибар бирә, тип иҫкәртеп тора, шуға ҡарамаҫтан, был специальнос­тарға конкурс юғары. Был, минеңсә, власть органдарының халыҡ ихтыяжын тейешенсә аңлап етмәүендә: кешеләрҙең үҙ балаларының ошо уҡыу йорттарында белем алыуын теләүе юҡҡа түгелдер. Бәлки, вуздар­ҙа бөтә факультеттарҙа ла юридик, иҡтисади фәндәргә бүленгән сәғәттәрҙе арттырырға кәрәктер?
– Күптәр, моғайын, күптән түгел Кремлдә үткән кәңәшмәгә иғтибар иткәндер. Унда дәүләт башлығы Дмитрий Медведев илдә юристар һәм экономистарҙың артыҡ күп булыуын билдәләгәйне. Әйтелгән­дәр, әлбиттә, туранан-тура иҫәп күрһәткестәренә ҡағыла. Ысын профессиональ юрист һәм иҡтисадсылар һәр ваҡыт кәрәк. Һәр демократик дәүләттең үҫеше һәм уның власть менән халыҡтың, граждандар йәм­ғиәте менән дәүләт органдарының бергәләп йәшәү ҡағиҙәләрен билдәләүсе юғары идеалдарына ярашлы хоҡуҡ системаһынан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был идеяларҙы юғары профессиональ һәләткә эйә кеше һәм юрист ҡына еткерә ала. Беҙҙә закондарға һәм хоҡуҡтарға, законды үтәүгә тейешле хөрмәт булмауы, тәрбиәләнмәүе – икенсе мәсьәлә. Әл­биттә, был процесс бара, әммә беҙ теләгәнсә тиҙ түгел. Хоҡуҡи дәүләткә юл оҙон һәм ҡытыршы икәнлегенә беҙ инандыҡ. Быға бик күп сәбәп ҡаршылыҡ итә – хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы коррупция, чиновниктарҙың үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуы, йәмғиәттәге битарафлыҡ һ.б. Әлбиттә, хоҡуҡи тәрбиәне бала саҡтан, башланғыс мәктәптән башларға кәрәк. Юғары уҡыу йорттарының бөтә специальностарында ла хоҡуҡты өйрәнеүгә арналған сәғәттәр иҫәбен арттырыуға өндәүселәр менән килешәм.
– Кисә генә бик матур юбилейығыҙҙы ҡаршыланығыҙ. Һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, яуаплы эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа һәм фәнни ижадығыҙҙа бөтмәҫ уңыштар теләйбеҙ. Беҙҙең ҡотлауға гәзитебеҙҙең меңәрләгән уҡыусыһы ла ҡушыла. Халыҡ, республика өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшегеҙҙән ҡәнәғәтләнеү кисерәһегеҙме?
– Ҡотлауығыҙ өсөн рәхмәт. Яратҡан гәзитемдең йылы ҡотлауы бигерәк тә яҡын. Ғөмүмән, үткән йылдар, башҡарылған эштәр менән ҡәнәғәтлек кисерергә хаҡлымындыр. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, минең тирәлә яҡшы, тырыш, эшлекле кешеләр күп булды. Депутаттар, район, ҡала етәкселәре менән дә, юғары дәүләт ойошмаларында ла һәр саҡ уртаҡ тел табып, ҡуйған бурыстарымды үтәүгә өлгәштем. Шуға күрә лә уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен. Шулай ҙа әлегә тулы ҡәнәғәтлек кисермәйем, сөнки алдымда ҙур бурыстар, йөкләмәләр тора. Республикаға, халҡыма файҙа килтерермен әле, тип уйлайым.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Илдар ҒӘБИТОВ әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 5-03-2011, 16:50 | Ҡаранылар: 1884
|
  • Башҡортостан депутаттары яҙғы сессияға әҙерләнә
  • Беҙҙең депутаттар алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтеү яҡлы
  • Мәрхәмәтлек − изге эш
  • Өс һөйләм менән
  • Парламент-ара бәйләнештәр нығына
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM