RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

25.09.2019 Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

йәки Берҙән-берең менән берҙәм йәшә

Бер мәл мөғәллимгә шәкерттәре бәхет тураһында һорашырға килгән. Аҡһаҡал башта сәй эсеп алырға тәҡдим иткән. Шәкерттәренә үҙе алып килгән төрлө, бер-береһенә оҡшамаған, кәсәләрҙе таратҡан. “Бына һеҙҙең һәр берегеҙ иң матур, яҡшы кәсәне һайлап алырға тырышты. Йәмһеҙҙәре өҫтәлдә ҡалды. Ә беҙ эскән сәйҙең тәме кәсәләрҙән тормай. Кәсә сәй өсөн тик һауыт ҡына. Тормошта ла шулай була. Сәй – беҙҙең тормош, ә кәсә – тик кәрәк-яраҡ: байлыҡ, карьера, статус һымаҡ. Беҙ йыш ҡына булғанына шөкөр итеп йәшәү урынына, үҙ бәхетебеҙҙе күрмәй, уның тышҡы атрибуттарына ғына ынтылабыҙ”, – тигән ул уҡыусыларына.


Рәсәй халҡы өсөн ғаилә һаман да иң төп ҡиммәттәр иҫәбендә тора. Үҙенең әһәмиәте буйынса ул бөгөн, һаулыҡтан ҡала, икенсе урынды биләй. Халыҡтың күпселеге, кеше тик ғаиләлә генә бәхетен таба ала, тип иҫәпләй. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа был институт етди һынауҙарға дусар булды.

2018 йылда теркәлгән никахтар һаны бер миллионға ла етмәне. Айырылышҡан парҙар һаны кәмеһә лә, уның сағыштырмаса кимәле рекорд ҡуйҙы – 68 процентҡа тиклем барып етте. Никахтар һаны кәмеүен белгестәр беҙҙең дәүләттең 90-сы йылдарҙа кисергән “демографик соҡоро” менән аңлата. Ғаилә төҙөүсе кешеләр һаны ҡырҡа кәмене.

Йән башына иҫәпләһәң, был кире рекорд тик 2000 йылда ғына булған икән. Оптимистар бының ыңғай яғын күрергә тырыша, йәнәһе, элек кеше башлыса кәрәк булған өсөн генә өйләнгән, ә хәҙер иһә бәхетле булыу өсөн ғаилә ҡора.

Никах тураһында мәғлүмәттәр
(ВЦИОМ буйынса)


– Халыҡтың 81 проценты теркәлмәгән никахта бер ниндәй ҙә яҙыҡ күрмәй;
– Кешеләрҙең 87 проценты, идеаль ғаиләлә бер-береңде аңлау, ярҙамға килергә тырышыу аҡса етмәгәнгә ҡарағанда мөһимерәк, тип иҫәпләй. Тик 9 процент кеше өсөн аҡса беренсе урында тора;
– Рәсәйҙәрҙең 60 проценты ғаилә төҙөүҙең төп маҡсатын бала табыуҙа күрә;
– Халыҡтың 79 проценты яңғыҙ булыуҙан бергәләп йәшәүҙе өҫтөн күрә. Уның тик 12 проценты яңғыҙ йәшәүҙе хуп таба.

Һуңғы ярты быуатта беҙҙең күҙ алдында ғаилә институтында булған төп үҙгәрештәрҙе билдәләп китергә кәрәк. Совет осоронда һәр кем тормош иптәшен башлыса үҙ теләге менән һайланы. Никахты теркәү мотлаҡ булды. 90-сы йылдарға тиклем ғаиләнән тыш ир менән ҡатындың бергә йәшәүе бик һирәк осрай торғайны. Бөгөнгө “гражданлыҡ никахы” әллә ни таралыш алманы. Киленде башлыса ҡайны-ҡәйнәһе йортона алып килеп йәшәтеү ғәҙәти күренеш булды. Бөгөн иһә ошо хәлгә төшкән кейәүҙәр йыш осрай. Ғаилә төҙөүҙә атай-әсәйҙең йоғонтоһо ҡырҡа кәмене: хәҙер һәр кемдең ирке алғы планда. Теләһәң, баланы никахһыҙ тап; никахта йәшәп тә бала тапмауың бер кемде лә аптыратмай; ғаилә төҙөмәй яңғыҙ йәшә; паспортта штампһыҙ бергә йәшә; йыл һайын ирҙе (ҡатынды) алмаштыр – бөтәһенә лә рөхсәт, ихтыяр. Һине бының өсөн берәүҙең дә хөкөм итергә хаҡы юҡ. Хатта үҙеңдең атай-әсәйең дә ҡаршы сыға алмай, уларға ла күнеп йәшәргә тура килә.
Атаҡайым түрендә
Ултырғаным бер таҡта.
Шул таҡталарын ҡыҙғанып,
Биреп ебәрҙе ятҡа,
тип сеңләүҙәр тик тарихта ғына ҡалды инде.
Социологтар фекеренсә, бөгөн беҙҙең йәмғиәткә “моногамия сериалы” тигән модель хас. Бында кеше үҙ тормошонда бер-бер артлы бер нисә кеше менән никах ҡороп йәшәй – уларҙың теркәлеүе мотлаҡ түгел һәм уларҙың һәр береһендә тоғролоҡ һаҡлай. Бында миҫалға композитор Максим Дунаевский (ете тапҡыр), актерҙар Михаил Козаков (алты), Людмила Гурченко (биш), Андрей Кончаловский (биш), Алла Пугачеваны (биш тапҡыр) килтерергә була. Әйтергә кәрәк, “ғүмерлеккә бергә” принцибына таянған ғаилә моданан сығып бара. Хатта никах контрактын да бер нисә йылға төҙөй башланылар.

Бөгөн ғаилә төҙөүҙең иҡтисади һәм социаль йәһәттән һиҙелерлек өҫтөнлөгө булмай башланы. Рәсми никах бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн артыҡ мәшәҡәт тыуҙырырға мөмкин. Иреңдең ялҡау, эскесе, импотент йәки һуғыш суҡмары булыуы бар. Яңғыҙың, үҙ рәхәтеңә йәшәүең мең шөкөр, тип ғүмер иткән гүзәл зат күбәйеп бара. Баланы яңғыҙыңа ла тәрбиәләү мөмкинлеге киңәйҙе. Бында йыш ҡына дәүләт ир функцияһын үтәй, үҙ ярҙамынан ҡалдырмай.

Һәр кем үҙенә оҡшаған партнерҙы ғына эҙләп табырға тырыша. Ә был – оҙаҡҡа һуҙыла торған процесс. Шунлыҡтан никахтар уртаса 30 йәштә генә төҙөлә. Бында тәүге планға бәхет табыу сыға. Мөхәббәткә нигеҙләнгән ғаиләләр ныҡ булырға тейеш тә бит, әммә статистика буйынса айырылышыуҙар кимәле артҡандан-арта барыуы борсоуға һала. Бында илебеҙ донъяла беренсе урынды биләй. Был шарттарҙа тиҙҙән “мәңгелек” никахтар Гиннесс китабына индерелә башлар әле, тигән уйҙар ҙа тыуа. Әйтергә кәрәк, ысын бәхетте ғаиләнән башҡа бер нәмә лә бирмәй. Бәхетте эшемдә, карьерала табам, тип уйлап йөрөгәндәр үҙ хатаһын аңлағандыр. Бөгөнгө йәмғиәт кешене ҡол итергә тырыша, бөгөн хеҙмәт, эш шатлыҡ, кинәнес килтереү урынына көндәлек стресс, хәүеф, борсолоу, ҡурҡыу хисе тыуҙыра торған шөғөл була башланы.

Рәсәйҙә һәр икенсе никах беренсе туғыҙ йылда тарҡала. Һуңғы йылдарҙа айыры­лышыуҙар һаны кәмене. 2002 йылда улар һаны 850 мең булһа, былтыр 584 мең тәшкил итте. Эксперттар фекеренсә, бөгөн башлыса элек бер-береһенә түҙеп, хыянат итеп йәшәгәндәр айырылыша. Бәхетһеҙ пар­ҙарҙың демографияға кире тәьҫире көслө икән: бында бала табырға тырышмайҙар. Һәм, киреһенсә, ҡатыны иренә ныҡ ышанған ғаиләләрҙә балалар күберәк тыуа.

Никах тураһында мәғлүмәттәр
(ВЦИОМ буйынса)

– Рәсәйҙәрҙең 20 проценты хыянатҡа “күҙен йомоп” ҡарай;
– Халыҡтың 7 проценты хыянат иткән ҡатындарҙы, ә 9 проценты ирҙәрҙе аҡлай;
– Ир менән ҡатындарҙың 7 проценты бер-береңә тоғролоҡто партнерҙың иң кәрәк, яҡшы сифаты тип һанай;
– Респонденттарҙың 21 проценты айырылышырға ярамай, тип иҫәпләй;
– Халыҡтың 67 проценты айырылышыуҙың төп сәбәбен ҡул күтәреүҙә, шунан һуң эскелек менән хыянатта күрә.

Айырылышыуҙарҙың 80 проценты ҡатындар инициативаһы менән башлана. Ни өсөн? Беҙ Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡара­ғанда 10 миллионға күберәк, тип ышанып йөрөйбөҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә был айырма башлыса 50 йәштән ололар иҫәбенә генә ҡарай. Баҡтиһәң, 45 йәшкә тиклем арауыҡта ир-егеттәр һаны күберәк. Беҙгә кәләштәр етешмәй, бигерәк тә ауылдарҙа. Мәҫәлән,15 – 35 йәштәрҙә ир-егеттәр һаны 19,3 миллион кеше булһа, ҡатын-ҡыҙҙар – 18,7 миллион (536 000 кешегә кәләш юҡ). Егеттәрҙең байтағы төрмәлә, байтағы эскесе икәнен күҙ алдында тотоп, 15 миллион гастарбайтерҙың күпселеген егеттәр тәшкил икәнен иҫәпкә алғанда, бөгөнгө ҡатындарға ир табыуы әллә ни ауыр түгел.

Бында бөйөк Платондың андрогиндар тураһындағы легендаһын килтереү урынлы булыр. Элек кешеләр урынына ошо йән эйәләре булған. Улар бүрәнә һымаҡ йомро, арҡалары һәм түштәре оҡшаш, дүрт аяҡлы һәм дүрт ҡуллы, бер башлы һәм ике йөҙлө, дүрт ҡолаҡлы, ике ауыҙлы һ.б. һаналған. Улар матур ҙа, көслө лә, яғымлы ла, нескә лә, йәғни, бөтә яҡтан да камил булғандар. Олимпта йәшәгән аллаларҙың берәүһе Зевсҡа: “Артабан былар беҙҙе тәхеттән алып ташлаясаҡ бит”, – тип ошаҡлашҡан. Бының ҡотҡоһона бирелгән Зевс һәр андрогинды ике өлөшкә бүлеп, бөтә донъяға таратырға ҡушҡан. Шунан алып ике енесле кешеләр барлыҡҡа килгән, ти. Улар ғүмер буйы үҙенең икенсе яртыһын эҙләргә мәжбүр булған. Бер-береһен тапҡан ир менән ҡатын, яңынан бер бөтөн булып, донъялағы башҡа айырыла алмаҫлыҡ иң бәхетле йән эйәләренә әйләнә икән. Платондың был легендаһы ысынмы-бушмы, уныһы билдәһеҙ. Әммә ғаилә төҙөүселәр өсөн бында тәрән мәғәнә ята. Ысын мөхәббәт, бәхет үҙеңдең икенсе яртыңды табыуҙан, яңынан бер бөтөн­гә әйләнеүҙән ғибәрәт.

Икенсе яртыңдың әсәйең, апайың йәки еңгәйең өсөн йәки башҡалар күҙлегенән камил булыуы шарт түгел. Иң мөһиме – ул үҙеңә һәм тик үҙеңә генә тап килергә тейеш. Абсолют камиллыҡ булмай. Ул тик һинең өсөн генә донъялағы иң камил зат. Башҡалар өсөн һин һайлаған һыңарыңдың ниндәйҙер етешһеҙлектәре лә барҙыр. Улар йәки һеҙҙең парҙан көнләшкән икенсе кешеләр һеҙҙе төрлө юл менән ҡауыштырыуға ҡаршы булыуы бар, артабан һеҙҙе айыртырға маташасаҡ. Был баҫымға һис тә бирешмәҫкә, ныҡ булырға кәрәк.

Быны аңлау кешене никахлашыуға алып килә. Никахлашмай бергә йәшәгән парҙар ысын ғаилә була алмай, уларға бергә йәшәүе тик отошло ғына. Улар бер-береһе өсөн тик “партнерҙар” ғына. Улар “ир менән ҡатын” була алмай. Юҡҡа ғына “хәләл ефет” тигән төшөнсә барлыҡҡа килмәгәндер. Бында “хәләл” һүҙенең “йөрәккә яҡын, ҡәҙерле, изге” тигәне алғы планға сыға. Ул “хәрәм”дән айырылып тора. Әйтергә кәрәк, “хәрәм”дең тағы бер мәғәнәһе (гарем) бар икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, никахһыҙ бергә йәшәүсе ир өсөн был “ғаилә” уның мини хәрәме генә булып тора.

Бер-береңде тапҡас, ошо никахты һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим. Был йәһәттән Сервантестың “Дон Кихот”ында “тотоп ҡарамайынса ышан­маған башҡорт” тураһында яҙылғанын иҫе­геҙгә төшөрөп китәм. Был бәндәгә ҙур ғына алмас киҫәге килеп эләккән. Алмастың донъялағы иң ҡаты әйбер икәненә ышанмай, быны тикшереп, һынап ҡарарға булған. Уны һандалға һалып, сүкеш менән туҡмай башлаған. Алмас бер нисә көн бирешмәй ятҡан. Был ахмаҡ бик ныҡышмал булып сыҡҡан. Бер нисә көндән алмас ваҡ ҡына ярсыҡтарға онталған. Фәнни тәғлимәтте юҡҡа сығарған был әҙәмдең шатлығынан түбәһе күккә тейерҙәй булған. Әммә ҙур байлыҡҡа тиң алмастың юҡҡа сыҡҡанын ул аңламаған да.
Бәғзе берәүҙәр никахтың кульминацияһы булған туйҙан һуң тормош иптәшен донъялағы иң ҡәҙерле, камил, яҡын кеше итеп күрәһе урынға уны төрлө яҡтан һынай башлай, уға шикләнеп, ышанмай ҡарай. Бының хыянатҡа тиң нәмә икәне уның башына ла инеп сыҡмай (ҡайһы саҡта тормош иптәшенең яттарға күҙ ташлауы йәки һүҙ ҡушыуы ла йыш ҡына хыянат итеп ҡабул ителә). Ошо һынауҙар туйға тиклем үткәрелә түгелме ни? Никахҡа ризалығыңды һин үҙ теләгең менән бирҙең дә инде... Шулай булғас, был һынауҙар алмасты сүкеш менән туҡмауға тиң түгелме ни? Үҙең һайлап алған кешеңде ҡәҙерләп, хөрмәтләп йөрөтәһе урынға уны тәнҡит утында тотоу, мыҫҡыллау юлы менән бәхеткә өлгәшеп булмаясаҡ. Бер-береһен яратҡан, ихтирам иткән атай-әсәйҙе күреп үҫкән балалары ла киләсәктә улар менән ғорурлана аласаҡ, үҙҙәренең ғаиләһен дә уларҙан кәм итеп төҙөмәйәсәк.



Автор: И. Ғәбитов
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар