НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йәшлек ул - йәшәүгә ынтылыш

Йәшлек ул - йәшәүгә ынтылыш


Тормош кәйеф-сафанан йә ҡайғы-хәсрәттән генә тормай. Уның кешеләр яҙмышына һалған кисерештәрен, хистәрен, төҫтәрен аңлатырлыҡ һүҙ, һүрәтләрлек буяу табыу мөмкин түгел. Был донъяға килгән һәр кем, тормошҡа аяҡ баҫҡан һәр быуын үҙ ҡарашы, үҙ хыялы, үҙ идеалдары менән йәшәй. Бөйөк Гете әйтмешләй, «донъя, ғөмүмән алғанда, алға табан барһа ла, йәштәргә һәр ваҡыт барыһын да яңынан башларға тура килә».
Уйлай китһәң, уның шулай икәнлегенә ышаныу ауыр түгел. Беҙ, ололар, үҙебеҙҙең ата-әсәлек бурысына тоғро ҡалып, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ғүмер юлын башлағанда туңмаһын-янмаһын өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға әҙербеҙ. Һәм был генетик логика ҡанундарына яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ошо хәсрәт-хәстәрҙәр, эшләгән эштәребеҙ, ғөмүмән, донъяға ҡарашыбыҙҙың йәштәр тарафынан ҡабул ителмәүе лә ихтимал. Сөнки улар тыуғандан уҡ – башҡараҡ, үҙгәргән донъяға аяҡ баҫты. Ауырлыҡ менән булһа ла, быны ла аңларға тырышыр­ға тура килә.
Таҡташтың «Мөхәббәт тәүбәһе»­ндәге тиле йәшлек һымаҡ, романтик хистәр тураһында хәҙерге заманда һүҙ алып барыу урынлымы икән? Минең ҡарашҡа, бөгөнгө быуын йәштәрендә рациональ аҡыл да, йүнселлек тә, яманлыҡты яҡшы итеп күрергә тырышыу ҙа – күп сифат бергә уҡмашҡан. Бәлки, ундай хәл элек тә булғандыр, беҙ йәштәр тураһында ололарса ҡәтғилек менән хөкөм йөрөтәбеҙҙер. Әммә хәҙерге ҡырыҫ заманда йәштәр иңенә гражданлыҡ яуаплылығы иртәрәк төшә, ил яҙмышында уларҙың урыны арта бара, шулай булғас, йәштәр проб­лемалары йәмғиәт алдына дәүләт проблемаһы булып килеп баҫа.
Йәштәр сәйәсәте әле булһа шау-шыулы кампанияларҙан арына алмаһа ла, эшлеклерәк һәм тормош ысынбарлығына яҡыныраҡ төҫ ала. Мине, ҡасандыр юғары уҡыу йорттарын тамамлаған кешене, студент төҙөлөш отрядтарының яңынан тергеҙелеүе бик шатландырғайны. Эшсе ҡулдар етешмәгән осорҙа хужалыҡтар, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре әллә ниндәй «шабашниктар»ға түгел, ә көсө ташып торған, тәртипле, эшләргә һәм хеҙмәт хаҡы алырға ынтылған талип йәштәргә мөрәжәғәт итә. Бының социаль һәм әхлаҡи әһәмиәте баһалап бөтөргөһөҙ.
«Йәштәргә – эш» тип аталған, даими төҫ алған саралар эш таба алмай йөрөүсе егеттәргә һәм ҡыҙҙар­ға ярҙам йөҙөнән бик әһәмиәтле. Ошо акциялар ваҡытында ғына, Халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау буйынса дәүләт хеҙмәте идаралығының мәғлүмәттәренә ышанғанда, тиҫтәләрсә мең йәш кеше эшкә урынлашҡан. Йә булмаһа, айыҡ аҡыллы йәштәрҙең наркотиктарға, араҡыға, тәмәке тартыу­ға ҡаршы сығыш яһауы өмөт уята. Ләкин йәштәрҙе был йәһәттән дәүләт тә, йәмәғәтселек тә дәртләндерергә тейеш. Наркотиктарға, тәмәкегә, бигерәк тә хафаға һалған һыраға ҡаршы көрәштә йәштәрҙең генә көсө етмәүе лә ихтимал. Ҡәтғи закондар һәм уларҙы шундай уҡ ҡәтғилек менән үтәү ҙә кәрәк. Әлегә иһә дәүләт тә, йәмәғәтселек тә ғәфү ителмәҫлек ғафиллыҡ күрһәтә.
Билдәлелер ки, Башҡортостанда ишле балалы ғаиләләрҙе генә түгел, йәш ғаиләләрҙе яҡлау буйынса ла закондар ҡабул ителгән. Күп балалы, ауыл ерендә йәшәүсе ғаилә­ләр­ҙе ҡаматлау програм­маһында сабыйы булған студент ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү ҙә күҙ уңында тотола, уларға өҫтәмә пособие түләнә. Ғаиләгә, балаларға социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре, үҫ­мер­ҙәр клубтары, ҡораллы кон­фликттар­ҙа һәм хәрби хәрәкәттәр­ҙә ҡатнашҡан егеттәр өсөн реабилитациялау учреждениелары ла күҙгә күренеп бармаған, әммә зарурлығы төшкән кешеләр өсөн ғәйәт мөһим эш атҡара.
Бөйөк Ватан һуғышы алыҫ тарих булып барһа ла, Советтар Союзы, унан һуң Рәсәй тыныс ҡына, үлем-китемһеҙ йәшәй алманы. Афғанстан тауҙарында, Төньяҡ Кавказда, «Курск» һыу аҫты атом крейсерында баштарын һалған яҡташтарыбыҙҙың ғүмере ысындан да илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡлау өсөн кәрәк булдымы? Һыҙланһаҡ та, беҙ был һорау­ҙы хатта бер-беребеҙгә лә бирмәйбеҙ, сөнки йөрәк фронтһыҙ фронтта юғалған ҡорбандар менән килешә алмай. Ниндәй генә ваҡыт булмаһын, ҡоралды иң тәүҙә йәштәр ала. Тимәк, беренсе булып улар һәләк була. Еңеү паркында 2003 йылдың көҙөндә асыл­ған комплекс, әлбиттә, һәләк булғандар хаҡында хәтеребеҙгә һүрелергә ирек бирмәһә лә, ил күрке булырлыҡ егеттәребеҙҙе кире ҡайтара алмаҫ.

Ә хәҙерге армияла командирҙарының ғәмһеҙлегенән һәм олораҡ хеҙмәттәштәренең бәғерһеҙлегенән һә­ләк булыусы һалдаттарҙы, ауылда һәм ҡалаларҙа эскелек, наркомания, эшһеҙлек, өмөтһөҙлөк арҡаһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусы йәштәрҙе йәмғиәткә кем ҡайтарыр? Йәштәрҙе бөгөнгө тормошҡа яраҡлаштырыу тураһында дөрөҫ һүҙҙәр һөйләнелә, ҡағыҙҙар яҙыла, ә ғәмәлдә, мәҫәлән, ауыл ерендә, бер нәмә лә эшләнмәй. Ауыл йәштәре хәҙерге власть өсөн үгәй бала хәлендә ҡала килә.
Илдәге гражданлыҡ йәмғиәтенең өлгөргәнлеге уның ололарға һәм сабыйҙарға мөнәсәбәте менән баһалана, тигән раҫлау хаҡ булған һымаҡ, донъя яҙмышының да йәштәр ҡулында булыуы шик тыуҙырмай. Бала иртәгә – үҫмер, үҫмер иртәгә ир булып етер. Кемдең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡанын төҫмөрләү өсөн беҙгә, өлкәндәргә, шул йәштәр менән бер тормошта йәшәргә кәрәктер. Халыҡ рәхмәтен яуларлыҡ та, илгә зәхмәт булырлыҡ та шәхестәр үҙебеҙҙең арала үҫә.
«Йәш кеше үҙ алдында – үрҙәр, ә ҡарттар тик тауҙар ғына күрә», – тигән боронғо бер аҡыл эйәһе. Хәтерҙә, ун бер йыл самаһы элек фән һәм техника өлкәһендә күҙгә күренер ҡаҙаныштарға ирешкән тәүге өс егет һәм ҡыҙға Башҡортостан хөкүмәтенең премиялары беренсе мәртәбә тапшырылғайны. Был йәштәр – әле морон төрткән бөрө һымаҡ ҡына. Һәләттәре ҙур талант булып балҡып китһен өсөн уларға әсе тир диңгеҙен кисергә, энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙырға тура киләсәк.
Иң мөһиме шул: республикабыҙҙа һәләтле йәштәрҙе күрә, таба, күтәрә беләләр. Тимәк, уларҙың киләсәге хаҡында уйлайҙар.
Шулай булмаһа, «Йәш ғаиләләргә – торлаҡ» тип аталған дәүләт программаһын үтәй барып Өфөлә, бүтән ҡала һәм райондарҙа йәштәр өсөн йорттар төҙөлмәҫ ине лә, уларҙың хаҡы ташламалы булмаҫ ине. «Үҙ йортом» программаһы ла, башлыса, йәштәргә йүнәлтелгән бит. Ә йәшәргә фатиры булған ғаиләнең социаль статусы юғарыраҡ, ундай ғаиләләр ныҡлы була.
Барыбыҙға ла мәғлүм, уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары уртаһында ижтимағи ҡоролоштоң нигеҙҙәре ҡаҡшай һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙ юғала башлағас, ағыуланған уҡтарҙың иң беренселәре балалар, үҫмерҙәр, йәштәр аңына һәм күңеленә ҡаҙалды. Йәш үҫенте ҡырауға тиҙ бирешеүсән була. Һәм Мәскәү телевидениеһы һәм матбуғаттың, сәйәсмәндәрҙең «ты­рышлыҡтары» менән, беҙ йәштәрҙең илебеҙҙе бөйөк иткән фиҙакәрлеген, дәр­тен онота башланыҡ, хәтергә алһаҡ та, ихлас энтузиазмға нин­дәйҙер идеологик мөһөр, партия мәжбүрилеге күҙлегенән баһа бирҙек.
Сәйәсәт, әлбиттә, ҡы­рыҫ, ихласлыҡтан алыҫыраҡ тороусы мөхит. Әгәр дәүләт халыҡтың дәртен илен тағы ла мәртәбәлерәк итеүгә йүнәлтә икән, бында ғәмәлдәге сәйәси системаны ғәйепләп булмай. Шул уҡ ваҡытта, иң ахырғы маҡсаттарға ниндәй юлдар, ҡайһы ысулдар менән ирешелә, йәш быуын килтергән ҡорбандар дәүләт тарафынан лайыҡлы баһаланамы, ул баһа системалы сәйәсәт рәүешен алғанмы? Беҙҙең йәмғиәт өсөн был һорауҙар ифрат мөһим. Хәҙер йәштәрҙе, идеологик лозунгылар һәм саҡырыуҙар менән ышандырып, ата йортон ҡалдырып, мәҫәлән, ҡайҙалыр алыҫтағы төҙөлөшкә йәлеп итеү мөмкин түгел. Заман эште ойоштороуҙың бүтән юлдарын һәм дәртләндереүҙең башҡаса сараларын уйлап тапты. Әммә был йәштәрҙең көсөнә, белеменә, хыялдарына юл ябыҡ тигән һүҙ түгел.
Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ, киреһенсә, беҙҙең менән сағыштыр­ғанда киңерәк мөмкинлектәргә эйә. Финанс көрсөгө арҡаһында түбән тәгәрәгән иҡтисадты тиҙерәк ҡабаттан, камил технологик нигеҙҙә, башҡаса ойоштороу принциптарында тергеҙергә тура киләсәк.
Һәм был барса халыҡтың, айырыу­са йәштәрҙең, икеләтә-өсләтә ты­рышлығын талап итәсәк. Беҙ йәш ватандаштарыбыҙҙан ижтимағи-иҡтисади процестарға ҡарата битарафлыҡты түгел, ә бөтөн йәмғиәтте ҡуҙғатырлыҡ башланғыстар көтәбеҙ. Илебеҙгә ижади йәһәттән юғары рухлы, зауыҡлы, зыялы йәштәр кә­рәк. Шул уҡ ваҡытта, бөгөн сәйәси фирҡәләр активында йөрөүселәрҙән тағы бер быуын бюрократтары, сәхнәгә аяҡ баҫыр-баҫмаҫтан үҙен «йондоҙ»ға тиңләүселәрҙән ысын сәнғәтте һанға һуҡмаусылар үҫеп етмәһен ине. Һәр замандың хыял-ынтылыштары, әхлаҡи-рухи ҡиммәттәре тырышлыҡҡа, инсафлыҡҡа, ил тарихына һәм халыҡ традицияларына хөрмәткә таяна.
... Йәшлек ут менән бер: көндәр, айҙар, йылдар ошо утта янып көлгә ҡалмаһын, киреһенсә, уның ялҡыны бөгөнгө тормошобоҙҙо, илебеҙ һәм халҡыбыҙ киләсәген йылытһын.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Сығыу ваҡыты 26-02-2011, 12:55 | Ҡаранылар: 1454
|
  • Ҡәберемә һәйкәл ҡуймағыҙ
  • Ауыл мәңге йәшәр кеүек ине...
  • Берҙәмлеккә бәрәкәт өҫтәйек
  • Сихырсылар заманы
  • Белем-шәхесте, ғилем илде күтәрә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM