RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Етемдәр конкурсһыҙ алына

22.02.2011 Етемдәр конкурсһыҙ алына

2008 йылда Рәсәйҙең Оборона министрлығы етәкселеге балалар йорттары һәм интернаттарҙы шефлыҡҡа алыуҙы ойоштороу тураһында тәҡдим менән сыҡҡайны. Балаларҙы социаль яҡлау маҡсатында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы хәрби комиссариаттар аша Суворов, Нахимов кадет корпустарына һәм хәрби уҡыу йорттарына алыу дауам итә.
Ауыр хәлдә ҡалған балаларға Оборона министрлығы быйыл уҡырға инеүҙә ниндәй өҫтөнлөктәр тәҡдим итә? Ошо һорау менән беҙ БР Хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү бүлеге начальнигы ярҙамсыһы Юрий Евдокимовҡа мөрәжәғәт иттек.
– Юрий Иванович, Суворов, Нахимов кадет корпустарына уҡырға инергә теләгән етемдәргә ниндәй өҫтөнлөктәр бар?
– Кандидаттарға төп талап – уларҙың 10 йәштән өлкән булыуы, яҡшы һаулыҡ, хәрби эшкә өйрәнеүгә теләк. Улар шулай уҡ училищела уҡыясаҡ телдәрҙең береһе – инглиз, немец, француз телдәрен дөйөм белем биреү мәктәбендә өйрәнгән булырға тейеш. Малайҙар дөйөм белем биреү буйынса предметтарҙың имтихан һөҙөмтәләре, ижади һәм спорт ҡаҙаныштары, йәмәғәт тормошонда ҡатнашҡан документтары баһалары буйынса уҡырға алына. Етемдәр конкурс­һыҙ үтә.
– ҡараусыһыҙ ҡалғандар Оборона министрлығының ниндәй уҡыу йорттарына уҡырға алына?
– 5 – 7-се синыфтарға – Ырымбурҙағы Президент кадет училищеһына, Екатеринбург, ҡаҙан, Мәскәү, Тверь, Уссурийскиҙағы Суворов училищеларына, 5 – 6-сы синыфтар­ға – Санкт-Петербург Суворов училищеһына, Кронштадт хәрби кадет корпусына, 8-се синыфҡа хәрби-йыһан кадет корпусына, 9 – 10-сы синыфтарға – Кемероволағы радиоэлектроника кадет корпусына, 10-сы синыфҡа Мәскәү хәрби-музыка училищеһына уҡырға барырға мөмкин.
Ентекле мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ, йәшәгән урынығыҙ буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
– Хәрби уҡыу йортонда белем алыу курсантҡа нимә бирә?
– Хәрби уҡыу йортонда белем алған курсант бында һөнәр генә алмай, ысын ир-егет мәктәбен дә үтә. Улар бер ҡасан да эшһеҙ ҡаңғырмаясаҡ, киреһенсә, эш уларҙы үҙе көтөп тора. Уҡыуҙы тамамлау менән егеттәр офицер дәрәжәһендә частар­ға хеҙмәт итергә ебәрелә. Студенттарҙан айырмалы рәүештә, курсанттарға туҡланыу, йәшәү бушлай. Стипендия түләйҙәр. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн был уҡыу йорттарына инеү – ҙур мөмкинлек, тип иҫәпләйем. 2009 йылда 17 малай уҡырға инһә, 2010 йылда кадет корпусы һәм Нахимов училищеларына уҡырға инеүселәр барлығы 12 генә кеше булды. Шуныһын да билдәләп китеү урынлы булыр: кадет корпустарына ҡабул итеү имтихандары Рәсәй төбәктәрендә күсмә ҡабул итеү комиссияһы тарафынан уҙғарыла. Хәрби булырға теләгән малайҙар республиканан ситкә йөрөмәй, үҙебеҙҙә лә имтихан бирә ала.
Гүзәл ИСМӘҒИЛЕВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»