RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 Ир аҫылы эштә беленә

Бөгөнгө геройымды күптән беләм. Вәлит Вәлиев миңә еҙнә тура килә. Ғәбитовтар өсөн еҙнә булыуы еңелдән түгел. Был кеше беҙҙең мәрәкәгә түҙергә, юҡ-барға үпкәләмәҫкә тейеш. Был һынауҙы ул уңышлы үткән. Ҡатыны Мәхмүзә Мәжит ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп, лайыҡлы кеше итеп үҫтерҙеләр. Район үҙәгендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, улар күпләп мал тота, ҡош-ҡорт үҫтерә. Бындай кешеләр һирәк ҡалып килә. Вәлит Мөхәрләм улы үҙенең донъяға, кеше йәшәйешенә булған үҙенсәлекле ҡараштары менән йәлеп итә. Уның менән төрлө темаларға һөйләшеп, үҙең өсөн фәһемле фекерҙәр алырға була. Районға юл төшкән һайын уға ҡунаҡҡа инеп сығабыҙ. Бөгөнгө заманда бындай кешеңдең булғаны ҙур бәхет. Был юлы ла уның менән байтаҡ әңгәмәләштек.

– Беҙҙең ата-бабалар ағас эшен бик яҡшы белгән. Һуңғы йылдарҙа был кәсеп онотолоп бара. Хатта ябай ғына нәмәнең – ағас ҡыр­ҡыуҙың – үҙ серҙәре бар. Көрәк, һәнәк, балта һабы өсөн ниндәй ағастар ҡулайлы, уларҙы йыл әйләнәһенә ҡырҡырға буламы?

– Минең олатайҙың атаһы Вә­лиәхмәт бабай (ауылдаштарын ик­мәк ташып ашатыу сәбәпле, уны “Икмәк Әхмәт” тип йөрөткәндәр) транса ярған. Транса өсөн ҡа­рағайҙың иң һәйбәтен һайлап алып, төбөнән бер метр бейек­лектә 20 – 25 сантиметр тирә­һендәй ярҡа ҡырҡып алғандар. Шул ярҡаны ярып ҡарағандар, әгәр һәйбәт ярылһа, ҡарағайҙы йығып, туҡмаҡ эшләп, балта менән урманда транса ярғандар. Уны алып ҡайтып киптергәндәр. Трансаның ҡалынлығы – бер, киңлеге 10 см тирәһе булған. Ҡарағайҙың аҫҡы, ботаҡһыҙ өлө­шөнән алынғас, бик шыма, тигеҙ килеп сыҡҡан. Транса менән ҡыйыҡ башын япҡандар. Унда сайыры ла була, сереп бармай. Беҙ бала саҡта ошо транса­ларҙың ҡалғандарында көҙ тауҙан шыуа торғайныҡ. Шунан һуң атҡа тейәп, боронғо Ҡуңыр буға юлы менән Стәрлетамаҡҡа алып барып һатҡандар, икенсе нәмәгә алмаш­тырғандар.

Беҙҙең яҡта балта һабына ҡайын ағасын алалар. Бының өсөн ҡа­йынды көҙгөһөн, ул япрағын ҡой­ғандан һуң, ҡырҡһаң яҡшы була: был хосуста ағас ныҡ та, еңел дә. Ул һынып, ярылып бармай.

Әйтергә кәрәк, элекке СССР заманында эшкәртеү сәнәғәте өсөн ағасты йыл әйләнәһенә ҡырҡма­ғандар. Йәйгеһен ике ай (июнь, июль) тирәһе ағас ҡырҡыу ты­йыла ине. Технология шулай була торғайны. Бер яҡтан, был ҡош-ҡорт, йәнлектәр өсөн ҡамасау тыуҙыр­май, ә икенсенән, йәйен ҡырҡылған ағас тиҙ боҙолоусан була. Хәҙер, баҙар шарттарында, урман йыл буйына, көнө-төнө ҡырҡыла. Технологияны ҡараған кеше лә юҡ, уға төкөрөп бирәләр: бизнес өсөн иң мөһиме – аҡса һуғыу.

Көрәк, һәнәк һаптары өсөн дә ағасты япраҡ ҡойғандан һуң ғына ҡырҡыу зарур. Көҙгө ағас һин нисек киптереп эшләйһең, гел шул хәлен һаҡлай.

Мышар (миләш) ағасы был һаптар өсөн бик һәйбәт һанала. Шул тиклем ныҡ ағас. Уны көсө күп, үсе­геңкерәп эшләгән кешегә бирә торған булғандар: ни тиклем тырышмаһын, был һапты һындыра алмаған.

Салғы һабына ҡарағай яҡшы. Баяғы транса ярған ҡарағай ағасы үҙе ныҡ, үҙе еңел була. Ул кандауай ағас тип аталған. Хәҙер ҙә урманда һирәк булһа ла ошо ҡарағайҙар осрап ҡуя. Яҡынса өс быуат йәшәгән ағастар урыны-урыны менән тап була. Ата-бабалар тамға һалып, билдәләп киткән кандауай ҡара­ғайҙар һаҡлана.

Уҫаҡ ағасы ла бик шәп була. Унан да ныҡ ағас юҡ. Кипһә, йөҙәр йыл торорға мөмкин. Үҙ күҙҙәрем ме­нән күрҙем: бер өйҙө һүт­кәйнеләр, бүрә­нәһендә “1885 йыл” тигән тамға тора. Был уҫаҡтарға бер нәмә лә булмаған.

– Күптәрҙең хәҙер екке әйбере лә юҡ шикелле...
– Сбруй эшләгән кеше ҡалманы, тиһәң дә хата булмаҫ.

– Уны нимәнән эшләйҙәр?
– Үгеҙ тиреһен эшкәртеп. Ул ныҡ була. Дегеттә тотоп алырға кәрәк. Минең бер туған ҡустым Ғәбит шөғөлләнә хәҙер. Ҡолаҡбау ныҡ булырға тейеш, бөтә көс уға төшә. Аттың тиреһе йоҡа ғына, уны төрлө нәмә тегер өсөн ҡулланалар. Мәҫә­лән, ышлыяны ике ҡат итеп тегергә кәрәк. Тауҙан аҫҡа төш­кәндә ышлыя тормоз ролен үтәй, шунлыҡтан уны ике ҡат итеп тегәләр. Ҡустым маладис инде. Уға мал табибы ғына булырға кәрәк ине. Махсус белеме булмаһа ла, бөтә ауыл халҡы уға килә. Ҡул арты ла еңел. Сыбыртҡы, сана, арба эшләй.

– Дегет ҡайнатҡан кеше бармы
– Юҡ, ундай кеше бөттө. Элек ауыл һайын бер дегет ҡайнатҡан ям булды. Дегетте ҡарағай тамы­рының сайырынан, туҙҙан ҡай­наттылар.

– Дегеттең файҙаһы нимәлә?
– Ул яҡшы антисептик. Ангинанан ярҙамы бар. Мал йәрәхәтләнеп ҡайтһа, шуның яраһына һөртһәң, тиҙ генә уңала ине. Тағундан, беш­мәнән дә ярҙам иткән. Ышлыя ҡайы­шын йылына бер тапҡыр дегеттә тотоп алалар ине. Кәртә эсенә бәләкәй шешәгә һалып элеп ҡуйһаң, һыйыр һауғанда себен кил­мәй. Магнит мәрйәләре килеп һорап алалар, себен ҡурҡытыр өсөн.

– Хәҙер арба-сананың кәрәге лә ҡалманы шикелле.

– Ысынлап та, хәҙер кеше күпләп йылҡы тота, әммә уны еккән кеше юҡ тиерлек (беҙҙең ҙур ауылда тик бер кеше – “Йәшлек”тең тоғро дуҫы Вәғиз Оморҙаҡов ҡына ат егә – И.Ғ.). Йылҡы тотҡандарҙың күпселеге ат екмәй – уның арбаһы ла, санаһы ла юҡ, бейәһен һаумай.

– Ит өсөн тоталарҙыр?
– Ит өсөн дә түгел, дан өсөн: минең шул тиклем йылҡым бар, тип маҡтаныр өсөн. Бына минең атайым бер бейә тота торғайны. Уны ай ярым һауып эсә инек. Ул биш литр һөт бирә, әсәйем ҡымыҙ бешә ине. Шул бейәне беҙ бөтә эшкә ектек. Аллаға шөкөр, йыл да ҡолонланы.

Хәҙер берәү ҙә ат екмәй, ҡымыҙ бешмәй. Көтөү юҡ, сабынлыҡтарҙы тапап, тәләфләп бөтөрәләр. Йылҡы тотоуҙың халыҡ өсөн файҙаһынан зыяны күберәк. Итте отошло итеп һатып булмай. Бөгөн Ҡаҙағстандан килеп алмаһалар, арыу хаҡҡа һатыуы мөмкин түгел.

Элек көтөү яҡшы ойошторола ине. Беҙ бейә тотҡанда, райкомға ялыу яҙған кеше лә була торғайны. Унан килеп тикшерәләр. Атайым мине иртәнге сәғәт 7-нән торғоҙоп, атты барып алып кил, тип сығара. Бейәнең муйынында дуңғылдаҡ эленеп тора, уның тауышы әллә ҡайҙан ишетелә. Тау башына ме­неп тыңлайым да шул тауыштан барып эҙләп табам...

Хәҙер аттарҙы тышамайҙар, яҙ сығарып ебәрәләр, көҙгә тиклем ул ҡырҙа йөрөй: һаумы, түгелме – быны белгән кеше юҡ. Көҙ етһә, был минеке, тип, талашып та бөтәләр.

– Быны берәй төрлө көйләп буламы?
– Быны тыйып булмай. Сөнки ваҡытында “Күпме көтһәгеҙ ҙә көтөгөҙ” тигән рөхсәт бар ине. Совет осоронда көтөүселәр булды. Ялҡау кешене бер ҡасан да көтөүсе итеп ҡуйманылар. Үҙенә күрә һайлау була торғайны. Эш хаҡын яҡшы түлә­неләр. Көтөүсенең картуф ул­тыр­тырға ваҡыты булмаһа, көҙ­гөһөн уға бер нисә тоҡ картуф бирә торғайнылар. Хәҙер көтөүсе урынына кеше табып булмай.
Ул заманда заготконтора ла һәйбәт эшләне. Һыйыр итен 3 һум 60 тин менән алды. Хәҙерге аҡсаға әйләндерһәң, 360 һум килеп сыға. Картуфтың килоһы 20 тин ине. Өйҙән генә килеп алып китәләр. Һөттө лә йыйҙылар. Асҡарҙа комбинат бул­ды: унда перәник тә бешер­ҙеләр, кукуруз таяҡсалары ла эшләнеләр. Силәбе өлкәһенән, Магни­то­горскиҙан килеп ала торғайнылар. Юҡ, бөттө хәҙер. Ниңә шуны тергеҙмәҫкә? Бөгөн кешелә мал бар. “Ҡара халыҡ” килеп, осһоҙға алып китә. Кеше үҙе һуйып алып барыр ине, ярамай, тип Магниттан уны ҡыуып ҡайтаралар.

Бына Өфөнө генә алайыҡ. Бер миллион халыҡ йәшәй. Ниңә уларға әллә ҡайҙан, әллә нисә йыл һаҡ­ланған туңдырылған ит алып килеп ашаталар? Тендер уйнатҡан булалар ҙа, отҡан кеше хладокомбинаттан 110 һумға барып ала ла балалар баҡсаһына, мәктәптәргә ошо сифатһыҙ итте тапшыра. Ниңә ошо мәсьәләлә берәй фермерға, ауыл кешеһенә өҫтөнлөк бир­мәҫкә? Быны нишләп силсәүиткә ҡушмаҫ­ҡа? Ул ойоштороу эшен башлап ебәрә ала ла инде. Алдан берәй исемлек төҙөп ҡуйырға тейеш. “Бына, ағай, иртәгә һин малыңды һуяһың, ә иртәнән һуң – икенсе кеше”. Бының бер ҡат­марлылығы ла юҡ бит. Бөтәһенә лә файҙа буласаҡ. Балалар, ауы­рыуҙар өсөн яңы һуйылған ит килеп торор ине, аҡсаһы ла булыр ине.

Шул уҡ эшҡыуарҙар ҙа билмән һ.б. өсөн туңдырылған итте ошо брикет формаһында хладокомбинаттан һатып ала. Унда билдәһеҙ, нимәнең ите: көнгөрәме, буйволмы, тик Хоҙай ғына белә. Шунан уға “хәләл ит” тип яҙып ҡуйыуҙары ла мөмкин. Ә үҙебеҙҙең кеше ошо сит халыҡҡа осһоҙға ғына һатып ебәрергә мәжбүр. Шунлыҡтан ауылда мал тотоуҙың файҙаһы бөттө.

Татарстанды ғына алайыҡ. Бөгөн унан беҙгә килеп быҙау һатып алалар, яҡынса 15 – 20 мең һумға. Нишләп беҙҙең республика шулай ойоштора алмай? Мин уларҙан һорағаным бар. Беҙгә дотация бирәләр, тиҙәр. Ике быҙауға илле мең бирелә. Кеше ошо быҙауҙың береһен үҙенә ҡалдыра. Уныһын һимертеп, хөкүмәткә тапшырам, ти.

Былтыр Ҡаҙағстан да дотация биргән: ун баш бейә һатып алып килһәң, дәүләт һиңә бер миллион һум аҡса бирә. Бер бейәгә – 100 мең һум. Былтыр улар беҙгә килеп 300 мең һумға ун баш бейә һатып алды ла, ҡалғанына “Киа Рио” машинаһы алып ҡайтып китте.

– Һинең самалауың буйынса, беҙҙең районда ҡасан мал күберәк булды: совет осорондамы әллә бөгөнмө?

– Әлбиттә, совет осоронда. Хәҙер тик йылҡы малы ғына күбе­рәк: элек уны тоттормай тор­ғай­нылар. Уны башлыса колхоз-сов­хоздарҙа ғына аҫранылар. Һы­йыр малы иһә совет осоронда күп булды. Ат ерҙе ҡыртышы менән бергә ашай, һыйыр малы улай түгел. Йылҡыны көтөүһеҙ тотоу тәбиғәткә зыянды күп килтерә. Бында дәүләт контроле кәрәк. Әйтәйек, кешенең пайы биш гектар, ти. Был майҙанда һин бер ни­сек тә бер өйөр йылҡы үҫтерә алмайһың. Тимәк, һин башҡа­ларҙың өлөшөнә керәһең. Был шарт­тарҙа башҡа кешегә бесән эшләргә, мал тоторға форсат бөтә.

Хәҙерге йәштәр әҙергә-бәҙер өйрәнде. Берәүһенең дә бесән эшләгеһе, утын ярғыһы килмәй. Әгәр “тегендәге” кранды япһалар, аслыҡ башланасаҡ.

Кешене эшләтер өсөн уға түләр­гә кәрәк. Элек беҙ бер-беребеҙгә бушлай ярҙам формаһында өмәгә йөрөй торғайныҡ. Бынан бер еребеҙ ҙә кәмемәне. Хәҙер ошо милли нәмәбеҙ бөттө, беҙ “урыҫҡа әйләндек”. Кеҫәңдә аҡсаң бул­маһа, һиңә бер кем бер нәмә эшлә­мәйәсәк. Беҙҙе тиҙҙән килеп үзбәк-тажик ҡараясаҡ. Шул уҡ башҡортоң башҡортоңа хеҙмәтсе буласаҡ. Аҡсаһы булған кеше өсөн был ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк.

– Ауыл кешеһенә был аҡсаның даими түләнеп барыуы шартмы? Күптәр өсөн был нәмә юҡ: шабашка килеп сыҡһа ғына ваҡытлыса эш була.

– Был урыҡ-һурыҡ түләнеп килгән эш хаҡы кешене боҙа. Ул был аҡсаны көтөлмәгән табыш итеп ҡабул итә, шунлыҡтан уны йыш ҡына эскегә тотона. Кеше бер-ике көн эшләмәй тик ятһа, ошоға өйрәнеп китә. Ҡапыл берәй эш килеп сыҡһа, мәҫәлән, бура күтә­реү, уны хужа ашата, эсерә, аҡсаһын түләй. Элек аҡса түлән­мәй ине. Ошо нәмә һәр кемдең эсендә һаҡлана, шунлыҡтан был аҡса “бушлай” төшкән тип иҫәп­ләнә. “Буштан” килгәнде эсһәң дә була, әллә ни оят түгел. Уны “йыуыу” йолаһын үтәү “мот­лаҡ”. Ауыл ерендәге был холоҡ арҡа­һында беҙҙең егеттәр Магни­тогорскиҙың дисциплина талап иткән предприятиеларында нығы­нып эшләп китә алмай, кире ауылға ҡайтырға мәжбүр. Даими эш кешене тәрбиәләй бит.

Элек, нимә генә әйтмәһендәр, партия, комсомол кешене тәр­биәләне, аңлатыу эше алып барҙы. Тәнҡит эше лә һәйбәт ҡуйылған ине. Шелтәләнеләр, яҙып та сыҡтылар. Хәҙер кеше тураһында яҙып та булмай, бының өсөн судҡа бирергә әҙерҙәр. Бөгөн күп кеше бер-береһенең хаталаныуына ҡыуанып бөтә алмай.

– Хәҙер бөтә нәмәне суд аша хәл итеүҙе өҫтөн күрәләр. Был дөрөҫмө?

– Элек силсәүит күп нәмәне хәл итте. Ул ҙур власть булды. Ир эсеп ҡайтып, ғауға ҡуптарһа, тик­шерә торғай­нылар. Ҡатыны, бәлки, ашарға бешермәгәндер. Хәҙер иһә, ире эскән булғас, тикшереп тормай, яба ла ҡуялар. Шунлыҡтан бәғзе ҡатындар, “Беҙҙе бер кем дә еңә алмай ул” тип, маһайып йөрөй. Ире еңә алмаһа ла, Алла еңер ул.

Тәртип бөттө. Элек ат менән китергә сыҡһаң, юлда буш биҙрә менән осраған ҡатын кире инеп китә торғайны. Хәҙер был осраҡта, машина тапап китеүҙән дә ҡурҡ­май, юлыңды ҡыйып китергә лә тартынмайҙар.

– Ҡыуанырлыҡ нәмә күп булмаһа ла, яҡшыға өмөт итеп ҡалайыҡ. Әңгәмәң өсөн рәхмәт.



Автор: И. Ғәбитов
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Йондоҙнамә (26 август -1 сентябрь)

26.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 август -1 сентябрь)


Таҙа нәски булһа

26.08.2019 - Махсус биттәр Таҙа нәски булһа


Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ

23.08.2019 - Махсус биттәр Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ


Һөнәрленең ҡулы алтын

21.08.2019 - Махсус биттәр Һөнәрленең ҡулы алтын


Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән

19.08.2019 - Махсус биттәр Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән


Диана матур булыу серҙәрен белә

16.08.2019 - Махсус биттәр Диана матур булыу серҙәрен белә


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

14.08.2019 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


"Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА

13.08.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА


Йондоҙнамә (12-18 август)

12.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (12-18 август)


Телеңде йоторлоҡ!

07.08.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Йондоҙнамә (5-11 август)

05.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (5-11 август)


Шәңге бешер байрамға, нур өҫтәлер табынға

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

31.07.2019 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа