RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һөнәрленең ҡулы алтын

21.08.2019 Һөнәрленең ҡулы алтын

Рәмилә менән беҙ бер өйҙә йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа йәштәштәр. Уның – бер ҡыҙ, бер малай, ә минең – ике ҡыҙ. Бәләкәй саҡтарында ишек алдында бик йыш осраша инек. Был зифа буйлы, тыныс холоҡло йәш ҡатындың, балаларының өҫтөндә һәр ваҡыт беҙҙең беребеҙҙә лә булмаған матур кейем була торғайны.

Бер көн, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай:
– Бындай матур кейемде махсус кибеттәрҙән алаһығыҙҙыр? – тип һорап ҡуйҙым.
Рәмилә ихлас көлдө лә:
– Юҡ, үҙем тегәм! Бындай матур кейемде һатып алырға аҡсам етмәй, – тине.
– Заказдар алмайһығыҙмы? Мин һеҙҙән мотлаҡ тектерер инем.
– Теләгегеҙ булһа, әлбиттә. Әлегә өйҙә тегәм, оҙаҡламай үҙемдең оҫтаханамды асырға йөрөйөм. Һеҙгә, күршеләргә, ташлама ла яһармын, – тигәс, шундағы йәш әсәләр ҙә теләктәрен белдерҙе.

Рәмилә Илдус ҡыҙы Фәсхетдинова – Өфө ҡыҙы. Атаһы Илдус ағай, әсәһе Сәлимә апай ҙа ошонда тыуып үҫкән. Ғүмер буйы заводта эшләп, шунан хаҡлы ялға сыҡҡандар. Рәмилә, урта мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек-техник училищеға уҡырға инеп, бәләкәй саҡтан хыялланған һөнәре – тегенселек серҙәренә өйрәнә башлай. Әле мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ул матур өҫ кейеме тегеп, төрлө конкурста ҡатнашып, мәк­тәптәр араһында ярайһы уҡ билдәлелек ала. Үҙ оҫтаханаһын асыу тураһында хыяллана.

Ҡарап тороуға әҙ һүҙле күренгән күршем ваҡытында – хоббиға, ә хәҙер “икмәгенә” әй­ләнгән яратҡан эше тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Теген энә­һен ул беренсе тап­ҡыр ете йәшендә ҡулына ала. Тыуған көнөнә бүләк итеп алған принцесса ҡурсағына матур-матур күлдәктәр тегеүҙән башлана буласаҡ һөнәргә ҡарата һөйөү. Өйҙә әсәһенең ситса киҫәктәрен тотоноп бөткәс, ҡаршылағы ательеға инеп, уларҙан кәрәкмәгән туҡыма киҫәктәрен биреүҙәрен һорай. Бик оялсан, ҡыйыуһыҙ ҡыҙға был бик еңелдән бирелмәһә лә, тегеү теләгенең шул тиклем көслө булыуы әлеге аҙымды яһата. Унда эшләгән изге күңелле, йомарт апайҙарға әле булһа рәх­мәтле ҡыҙ. Уларҙа әсәһендә булмаған ялтыр-йолтор, сағыу, төрлө төҫтәге ебәк, капрон туҡыма киҫәктәренең бөтәһе лә бар.

Өлкән кластарҙа уҡығанда ул үҙенә генә түгел, һеңлеһенә лә төрлө матур кейем тегеп бирә. Урта мәктәпте тамамла­ғанда, үҙенең була­саҡ профессияһын аныҡ белә.

Тегеүгә һөйөү ҡай­ҙан килгәндер, быны Рәмилә лә белмәй. Әсәһенең дә әллә ни тегенеп ултырғанын хәтерләмәй. Текһә шул шунда хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын ғына теккеләш­тер­гәндер…

Сығарылыш кисәһендә уның күлдәге иң матуры була!

Рәмилә һөнәре буйынса ҡулына документ алғас, үҙ оҫтаханаһын асып ебәрә. Һәләтле, тырыш ҡыҙҙарҙан татыу коллектив туплай. Шунан күбеһенсә ойоштороу эштәре менән мәшғүл була. Һирәк-мирәк теген машинаһы артына ла бик теләп ултыра. Клиенттарға ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Сөнки бер килгән кеше икенсе тапҡыр мотлаҡ бында атлыға. Үҙе генә килмәй, дуҫтарын, таныштарын да килтерә. Аҙаҡ таныштарының таныштары, дуҫтары ла килә башлай. 18 – 20 йыл тирәһе аралашҡан клиенттары бар хатта. Оҫталарға ышанып килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың теләк­тәрен аҡларға тырышалар.

Рәмилә, оҫтаханам эшләй, аҡса килә, тип кенә тынысланмай. Белемен камиллаштыра, яңы технологияларҙы үҙләштерә, курстарға, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй… “Шунһыҙ булмай, сөнки заман менән бергә атларға кәрәк”, – ти ул.

Иптәшенән, балаларынан уңды бәхетле ханым. Ире Илдар менән 33 йыл инде бик татыу йәшәйҙәр. Улы Динар менән ҡыҙы Зарина – юғары уҡыу йорттарын тамамлап, хәҙер дипломлы белгестәр. Улы үҙ бизнесын асып ебәрҙе, ҡыҙы – икенсе бәпәйе менән декрет ялында.
Эшлекле ханымдың буш бер минуты булмаһа ла, һабын бешереү технологияһын үҙләштереп, һабын да ҡайната. Үҙенә оҡшаған төҫ, үҙе яратҡан хуш-еҫ менән! Туғандарына, таныштарына бүләк итә.

Тағы ла улар баҡса үҫтерә, ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатма, компот, салат яһайҙар, ҡыяр, помидор, кәбеҫтә тоҙлайҙар.

Ял тураһында уйына ла инеп сыҡмай Рәмиләнең. Сөнки үҙ-үҙеңә эшләгәндә ял көндәренә ваҡыт ҡалмай. Шулай ҙа ял көндәре лә булғылай. Бер эшләп өйрәнгәс, эшһеҙ тороп булмай. Әммә ғаиләләре менән тәбиғәт ҡосағына сығып ял итергә яраталар. “Беҙҙеке кеүек иң матур тәбиғәтле республикала йәшәп, ниндәйҙер матурлыҡ артынан сит яҡтарға йөрөүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Ҡайҙа ереккәнһең, шунда берегәһең инде ул. Шулай ҙа тәжрибә тупларға, уҡырға сит илдәргә сығырға тура килде”, – ти үҙ эшенең оҫтаһы, бәхетле ханым.
Һөнәрленең ҡулы алтын, ти халыҡ. Яратып, теләп башҡарған эштән генә күңел ҡәнәғәтлек ала, һөҙөмтәһе лә ҡыуаныслы була.



Автор: М. Ғәйфуллина
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Йондоҙнамә (26 август -1 сентябрь)

26.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (26 август -1 сентябрь)


Таҙа нәски булһа

26.08.2019 - Махсус биттәр Таҙа нәски булһа


Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ

23.08.2019 - Махсус биттәр Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ


Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән

19.08.2019 - Махсус биттәр Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән


Диана матур булыу серҙәрен белә

16.08.2019 - Махсус биттәр Диана матур булыу серҙәрен белә


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

14.08.2019 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


"Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА

13.08.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА


Йондоҙнамә (12-18 август)

12.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (12-18 август)


Телеңде йоторлоҡ!

07.08.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Йондоҙнамә (5-11 август)

05.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (5-11 август)


Шәңге бешер байрамға, нур өҫтәлер табынға

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

31.07.2019 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа