RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡурсаҡ яһаусы Ринат

16.07.2019 Ҡурсаҡ яһаусы Ринат

Балаҡатай районының Васйылға ауылы егете нимәгә тотонһа ла булдыра

Юҡтан барҙы булдырған, тирә-яҡты йәмләгән, йәнләндергән кешеләрҙе осратһаҡ, шунда уҡ улар менән үҙебеҙҙең гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырырға ашығабыҙ: “Яныбыҙҙа йәшәүсе оҫталарҙы күрегеҙ, белегеҙ, һоҡланығыҙ!” – тип ашҡынабыҙ. Кемдер, бәлки, өлгө алыр, оҫтанан күргәндәренә үҙенең белгәнен өҫтәп, тәжрибәһен арттырыр, оҫталығын камиллаштырыр, артабан белемде таратыр, тигән уй ҙа юҡ түгел.

Ҡайһы берәүҙәр эш серҙәрен йәшерһә лә, Учалы районының Бөйҙө ҡасабаһында йәшәүсе Ринат Әхмәтйәнов ундайҙар рәтенә инмәй, белгәндәре менән уртаҡлашырға әҙер генә тора. Мәҫәлән, ҙур ҡурсаҡтарҙы яһау технологияһын шунда уҡ һөйләп тә ташланы:

– Был ижади эш ваҡыт, сабырлыҡ, һәләт талап итә. Тәүҙә геройҙың эскизын ҡағыҙҙа эшләйһең, шунан деталдәрен материалға күсерәһең. Ҡырҡылған деталдәрҙе үҙ-ара йәбештереп, һуңынан биҙәүгә күсәһең. Ҡурсаҡ яһауҙа төрлө материалды ҡулланып ҡарап, хәҙер изолонда туҡталдым. Поролондан үтә йомшаҡ килеп сыға, күптәр шуға ла ҡурсаҡтарҙы техноплекстан яһай. Ләкин техноплекс ҡаты. Ә изолон үтә йомшаҡ та, үтә ҡаты ла түгел, форманы ла тота.


Кәләше менән төрлө сара уҙғарған, “Уралташ” йәмғиәтендә ябай таш ҡырҡыусы булып эшләгән Ринат Әхмәтйәнов мауыҡтырғыс кеше: ул һөнәре буйынса тарих уҡытыусыһы, ә ҡурсаҡтар яһау, төрлө ҡулайламаны уңайлыраҡ итеп көйләү, яйлау – яратҡан шөғөлө. Сығышы менән Ринат Ғаяз улы Балаҡатай районының Васйылға ауылынан. Атаһы ғүмер буйы механизатор һөнәренә тоғро ҡалһа, әсәһе үҙен балаларға белем биреүгә арнаған кеше. Әхмәтйәновтарҙың ғаиләһендә Гөлназ менән Әлфинәнән һуң донъяға килгән Ринат бәләкәй сағын яҡты йөҙ менән иҫкә ала:
– Ата-әсәйемә барыһы өсөн дә, бигерәк тә ҡояшлы баласағым өсөн ҙур рәхмәт, күңелемдә тик яҡшы тәьҫораттар ғына һаҡлана. Ауылда һис ҡасан тик йөрөмәнем, гел дә хужалыҡ эштәре менән булышҡанды хәтерләйем. Миңә эш ҡушығыҙ ҙа, шуларҙы тамамлап, үҙемдең эштәрем менән булырмын, тип йөрөүемде һаманғаса ата-әсәйем иҫләп ҡуя. Әсәйем яғынан педагогтар күп булғанғалыр, тарих факультетына уҡырға барҙым. Уны уңышлы тамамлаһам да, яҙмыш мине икенсе юлдан алып китте лә, Учалы яҡтарына килтерҙе.

Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яраттым. Пластилиндан паровоз яһағаным хәтерҙә. Торбаһы шампан шарабының пробкаһынан ине. Ағастан һындарҙы юнып эшләргә атайымдан күреп өйрәндем. Шуға ла ҡурсаҡтар яһарға тотоноуым осраҡлы түгел.

Һәр нәмә теләктән башлана. Теләгеңде тормошҡа ашырырға ныҡышмаллыҡ, көс кәрәк. Берәй әйберҙе ташларға ҡулың бармаһа, тағы нисек итеп файҙаланырға була икән, тип баш ватаһың да, унан икенсе әйбер килтереп сығарһаң, әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ кинәнес алаһың! Әйтәйек, ике кеше ике яҡтан тартып быса торған бысҡынан рулондағы бесәнде ҡырҡыу өсөн ҡулайлама эшләп алдым. Ул шундай уңайлы, күршеләр уны ҡулланыуҙың рәхәтлеген белеп алғас, гел генә үтескә һорап тора. Рулондағы бесәнде тағатып алыуы ауыр бит ул, ә был бысҡы менән йәһәт кенә бысаһың да алаһың. Бынан тыш, трактор, сетка-рабица үреү өсөн станок яһаным, орлоҡ ярғыс машина өсөн насадка уйлап сығарҙым. Улар тормошто еңеләйтер өсөн талап ителһә, ҡурсаҡтарҙы тәү сиратта күңел өсөн эшләйем. Заказдарҙы ла үтәйем, ләкин үҙем теләгәнде яһау күпкә еңелерәк, ыңғайыраҡ бара. Тәүге яһаған ҡурсағым крокодил Гена булды. Уны шунда уҡ һатып алдылар.
Кемдер яратмаған эш менән булышып, ғүмерен заяға үткәрә, ә Ринат нимәгә тотонһа, шунан кинәнес ала. Бер ҡасан да, алма беш, ауыҙыма төш, тип ятмай ул, баш баҫып эшләй. Ситтән ярҙамға ла өмөт итмәй: бөтә ышаныс тик үҙендә генә булғас, өмөттәре лә селпәрәмә килмәй. Хас та бәләкәй балалар кеүек ваҡ нәмәләргә лә ҡыуана белеүе – айырым күренеш. Нимәнелер эшләне икән, ул шат! Кемгәлер ярҙамлашһа – бәхетле! Белгәнен ҡыҙыҡһыныусыларға ихласлап өйрәтә.

– Конкурент, конкурент, тигән булалар, ул һинең ауыҙыңдан икмәгеңде йолоп алмай ҙа һуң, – ти ошо йәһәттән Ринат. – Һәләтеңде лә, тәжрибәңде лә урлай алмай. Был киң күңеллелек миндә ҡайҙанмы? Әлбиттә, бар тәрбиә, өлгө – ғаиләнән. Ата-әсәнең бер һүҙе, бер ҡылығы елгә осмай, бала күңеленә сәселә. Быны һәр кемгә мәктәптән үк әйтеп, йәштәрҙе ғаилә тормошона, атай-әсәй булырға өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Олоғая килә атайымды яҡшыраҡ аңлай башланым. Элек уға аптырай торғайным, ниңә миңә бер үк нәмәне тылҡый икән, тип. Баҡтиһәң, шулай итеп миңә файҙалы кәңәштәрен бирергә, белгәне менән бүлешергә тырышҡан. Балалығым, йәшлегем арҡаһында күңелем менән гел далала йөрөгәс, атайыма ҡабат-ҡабат әйтергә тура килгән икән.

Балалар менән һөйләшергә, аңла­мағандарын аңлатырға, һораған һорауҙарына яуап бирергә, ҡылыҡтарыңдың һүҙеңдән айырылмауын күҙәтергә кәрәк, шул саҡта тәрбиәнең һөҙөмтәһе булалыр. Ҡай саҡта кире өлгөнөң дә ыңғайға әйләнеүе ихтимал. Мәҫәлән, ата-әсәһенең эсеүен күреп үҫкән ҡайһы бер бала тулыһынса сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Балалар тураһында һүҙ сыҡҡас, ул һәм ҡыҙҙарым менән ныҡ ғорурланыуымды әйтмәй түҙә алмайым. Тәүге никахтан Айгөл ҡыҙым менән Марат улым бар. Улар – студенттар. Наталья менән уртаҡ улыбыҙ Марис беҙҙе ҡыуандырып үҫеп килә. Марат улым яңыраҡ ҡунаҡҡа килеп ҡайтҡайны. Ул ғүмерҙә лә тимер менән эшләмәгән кеше бит инде, ә тотто ла яйлы ғына итеп эшләй ҙә башланы! Кескәй Маристың да шулай ҡул эшенә оҫталығы бар. Атанан күргән – уҡ юнған, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Натальяның Фиҙәлиә менән Әмилә исемле ҡыҙҙары ла үҙемдекеләр кеүек яҡын, ҡәҙерле. Бик талантлы, аҡыллы, уңған улар. Шундай шәп биш балам, егәрле кәләшем, яратҡан эшем була тороп, инде мин дә бәхетле булмаһам, кем бәхетле булыр?!

Ринаттан йыш ҡына, нишләп ҡалаға күсмәйһегеҙ, тип һорайҙар. Ә ул дүрт стенаға һыймай, иркенлек кәрәк! Ҡул аҫтында ғына – ҡорамалдары, яйланмалары, таҡта-тимерҙәре. Төн уртаһында ла сығып, күңеле ятҡан эш менән булышырға мөмкин. Ҡалала ул бармы? Юҡ, әлбиттә.

Донъя көтөргә әүәҫ, ҡулы ипле, үҙе килеп тороп хисле кеше бер урында ултырып сыҙамай, йыш ҡына үҙенең тыуған яғына ҡайтып әйләнә. Балаҡатай тураһында һүҙ сыҡһа, уны туҡтатып алырлыҡ түгел – тыуған еренә мөхәббәте сикһеҙ тәрән, көслө. Ринат яратҡан кешеләре уратыуында илһамланып йәшәй, ҡанатланып ижад итә. Ә ул яһаған ҡурсаҡтар кешеләргә ҡыуаныс өләшер өсөн бөтә төбәккә тарала.



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ

23.08.2019 - Махсус биттәр Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ


Һөнәрленең ҡулы алтын

21.08.2019 - Махсус биттәр Һөнәрленең ҡулы алтын


Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән

19.08.2019 - Махсус биттәр Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән


Диана матур булыу серҙәрен белә

16.08.2019 - Махсус биттәр Диана матур булыу серҙәрен белә


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

14.08.2019 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


"Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА

13.08.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА


Йондоҙнамә (12-18 август)

12.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (12-18 август)


Телеңде йоторлоҡ!

07.08.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Йондоҙнамә (5-11 август)

05.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (5-11 август)


Шәңге бешер байрамға, нур өҫтәлер табынға

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

31.07.2019 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

30.07.2019 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?