RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен

15.07.2019 Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен

Дүртөйлө районының Бейектау ауылында тыуған Алмас Торсонов, күңел күҙе барыһын да күрә, тип, ғүмеренең һәр минутын мәғәнәле үткәрергә ынтыла

Кешегә Хоҙай Тәғәлә һынауҙы бер бирһә, мул бирә, ти. Бәғзеләр, йырып сыға алған тиклем, хәленән килгәнсә бирә, ти. Һәр беребеҙ маңлайыбыҙға ни яҙылһа, шуны күрәбеҙ инде, тип йыуата өсөнсөләр. Һәр һүҙҙә лә дөрөҫлөк бар кеүек... Уйлап ҡараһаң, кешенең һәр аҙымы – һынау... Бына ошондай уйҙарға һалып, ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте был танышыу...

Эштән һуң башҡорт йыр­ҙарын тыңлап ял итеү ғәҙәтем көндәгесә үҙенекен итте. Интернет селтәрендә «Йылма­йыуың» тигән йырға юлыҡ­тым. Бер тапҡыр тыңланым – халыҡсан тауыш, йәштәрсә, мәғәнәле. Ҡабат тыңлайым... Башҡарыусыһы – Алмас Торсонов. Бығаса ишеткән дә юҡ. Дуҫлашырға тәҡдим иткәндәр исем­ле­гендә үҙенең исеме лә бар. Диуарын байҡап сыҡтым. Шунан тегегә: «Йырың матур, тик атамаһы хаталы», – тип шел­тә яҙып ебәрҙем. Оҙаҡ көттөрмәне: «Мин үҙем яҙма­ным, һеңлем», – тине. Башыма артыҡ насар уй кил­мәне. Төҙәтермен, тигәс, шатланып ҡуйҙым. Һуңыраҡ, ул күҙҙә­ренең күрмәүен әйткәс, оялдым.

Асыҡ һәм итәғәтле был егет менән яҡшы дуҫтар булып киттек. Аяҡ-ҡулы иҫән кеше лә үҙенә ҡарата шул тиклем талапсан булмаҫ. Алмас көн дә тиерлек үҙенең яңы ярыштан еңеп ҡайтыуы, яңы йыр яҙҙырыуы тураһында хәбәр итеп кенә тора. Аптырамаҫ­лыҡ түгел бит. Унда шул тиклем көс ҡайҙан? Был егетте йәлләү тойғолары һуңғараҡ һоҡла­ныуға әйләнде.

Алмас – Дүртөйлө районы­ның Бейектау ауылында йәшәүсе Ләйлә һәм Камил Торсоновтарҙың көтөп алын­ған берҙән-бер бөртөк улдары. Ул 1999 йылдың 8 ғинуарында донъяға килә. Ошо көндө йортта шатлыҡ менән ҡайғы ла тыуа. Ата-әсә табиптарҙан, балағыҙҙың күҙ­ҙәре бөтөнләй күрмәй, тигән хөкөм ала. Шулай ҙа һөй­мәлекле был малайҙан улар баш тартмай. Уны тәрбиә­ләүгә күп көс түгәләр. Алмас тыуған ауылындағы балалар баҡ­саһына тиҫтерҙәре менән бергә йөрөй. Тик 7 йәше тулғас, Өфөнөң 28-се һуҡыр балалар өсөн махсус мәктәп-интернатына уҡырға урынлаштырыла. Бында Алмас 12 йыл уҡый. Йәйҙәрен тыуған ауылында уҙғара. Күрмәйем тип тормай, бала-саға ыңға­йына велосипедта ла йөрөргә өйрәнә. Ата-әсә­һенең, өлә­сәһенең тыйыуҙа­рына ҡа­рамаҫтан, йорт эштәрен дә башҡара. Мунса ла яға, һыу ҙа ташый, ҡыҫҡаһы, барыһын да эшләй. Әсәһе моңланғанда, уға ҡушылып йырлай. Тик, үкенескә күрә, ата-әсәһе иртә вафат була. Алмас Ләйләнең һеңлеһе Илһөйәр менән еҙнәһе Рәшит, өләсәһе Мөслимә ҡурсыуында ҡала.

Үҫмер әсәһенән отоп алған йырҙарҙы гел иҫенә төшөрөп йырлап йөрөр була. Интернатта йәшәгәндәр аңлай торғандыр, таныш йыр ише­телһә лә, ата-әсәгә, тыуған йортҡа гел күңеле тарта. Әсәһенән ҡалғас, Алмас үҙе­нә һүҙ бирә. Әсәйем хөр­мәтенә йырсы буласаҡ­мын, ти ул. Музыка менән шөғөл­ләнеүҙе ҡумыҙ сир­тергә өйрәнеүҙән башлай. 7-се класта уҡыған мәлендә Салауат Балаевтың «Зәңгәр күҙҙә­реңде» тигән йыры менән беренсе тапҡыр мәктәп сәхнә­һенә сыға. Тамашасылар моңло тауышлы егеттең йырлауын бик оҡшата. Ошонан һуң инде ул бер концерттан да, бер саранан да ситтә ҡалмай, иғтибар үҙә­гендә була.

Мәктәп-интернатта 10-сы кластан үҙ уҡыусыларын киләсәк тормошҡа әҙерләү эштәре башлана (ниндәйҙер һөнәрҙе үҙләштереп, үҙ кө­нөңдө күрергә кәрәк бит). Уларҙы кластары менән медицина учреждениеларына массажсылар курстарына йөрөтә башлайҙар. Алмас алдына йә музыка, йә медицина тигән һорау тыуа. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Тәүге хыялдар, икенсе яҡта – һаулыҡтарын нығытырға теләп ярҙам һораған кешеләр. Апай-еҙнәһе, өләсәһе егетте, медицинаны һайлаһаң ыша­ныслыраҡ, тип өгөтләй. «Мохтаж кешеләргә ярҙам итеү – үҙе ҙур бәхет! Медицина менән дә, йыр менән дә, теләгең булһа, шөғөлләнергә мөмкин. Рухи яҡтан йыр дауалай, физик яҡтан – массаж. Айырмаһы артыҡ күп түгел», – ти егет, шаяртып. Һәм яңы­лышмай ҙа...

Медицина колледжына уҡырға килгәс, шунда үткән сараларҙың береһендә шулай уҡ күҙҙәре насар күргән, үҙенән бер курс юғары уҡыған ҡыҙ Алмас менән танышырға теләк белдерә. Улар дуҫ­лашып китә. Егет шул мәлдә үҙен илһамландырыусы мө­хәб­бәтен осратыуын аңлай. Әйт­кәндәй, егет быйыл уҡыуын тамамланы. Буласаҡ кәләше Бөрөгә ҡайтып, балалар өсөн үҙ массаж салонын булдырған. Аралары алыҫ­лашыу сәбәпле, Алмас һөй­гән ҡыҙына арнап, ши­ғырҙар ижад итә башлаған. Азат исемле дуҫы уның йырҙарын аранжировкалай, һәр бере­һен яҙҙырып баралар. Ә йәштәргә килгәндә, улар йәйгеһен никахлашыу тура­һында уйлай.

– Мин кешеләрҙең тормошона ҡыҫылмайым, һәр бе­реһе юлын үҙе һайлай, тик үҙ маҡсатыңа ирешергә өгөт­ләйем. Һынауҙар күп була, тик һынмаҫҡа, һағылмаҫҡа кәрәк, – ти Алмас. Бының өсөн уға рухи яҡтан көс биреүсе йыр­ҙары, үҙенән-үҙе тыуған ши­ғырҙары, кәйефен күтәреү өсөн спорт ярҙам итә. Әйт­кәндәй, егет һуҡырҙар ара­һында уҙғарылған бер спорт ярышынан да ситтә ҡалмай. Саңғы ярыштарында ғына бихисап миҙал менән беренсе урындар яулаған. «Һу­ҡыр килеш нисек саңғыла йөрөргә була, тип һорай күптәр аптырап. Мин уртала, ситтә яр­ҙамға кешеләр ҡуйыла, улар миңә, уңға йәки һулға, тип күрһәтмәләр бирә, минән тик етеҙлек талап ителә», – ти был хаҡта. Бынан тыш, егет өҫтәл теннисы менән дә шөғөлләнә.

Бер ялында Алмас ауылға ҡайтып, өләсәһенең хәлен белеп китергә була. Йорт тирәһендә ярҙамлашып, мун­са ла яғып ебәрә. Кис ауыш­ҡаны һиҙелә. Тик өләсәһе утты ҡабыҙмай. Ниңә утты ҡабыҙ­майһың, тип һорай ул. Өләсә­һе: «Люстра бөтөнләй килеп төштө, янғын сығыуҙан ҡур­ҡам», – ти. Алмас люстраны йүнәтергә була. Мөслимә инәй ҡаршы төшә. Егет өләсәһен, мунса инеп кил, тип оҙата. Ул өйҙән сығыу менән Алмас өйҙәге утты тулыһынса һүн­дереп, ҡул­дары менән ҡапшай-ҡапшай, сымдарҙы тоташтырып, люстраны түбәгә элеп ҡуя. Бер аҙна тирәһе утһыҙ ултырған оло ҡатын ейәненең бындай һәләте барлығына, мунсанан сыҡҡас, шаҡ ҡата.

Тыуым, тормош, бәхет, яҙ­мыш тураһында төрлө әйтем­дәр бар. Уларҙы көндәлек тормошта әүҙем ҡулланырға яратабыҙ. Ә Хоҙай Тәғәлә беҙ­ҙе, кешеләрҙе, яҡты донъяға яралтҡан икән, ти­мәк, бер бирелгән ғүмерҙе ғорур, на­мыҫлы үтергә те­йешбеҙ тү­гелме? Кешене ҡылған эштәре биҙәй. Ете ағзаң теүәл килеш һин ҡул ҡаушырып улты­раһыңмы? Кемгә ыша­наһың? Хыялың бармы? Маҡсат ҡуй! Килеп сыҡтымы? Уңыштар һиңә! Алға атла, кеше!



Автор: Л. ЮЛМӨХӘМӘТОВА.
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ

23.08.2019 - Махсус биттәр Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ


Һөнәрленең ҡулы алтын

21.08.2019 - Махсус биттәр Һөнәрленең ҡулы алтын


Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән

19.08.2019 - Махсус биттәр Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән


Диана матур булыу серҙәрен белә

16.08.2019 - Махсус биттәр Диана матур булыу серҙәрен белә


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

14.08.2019 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


"Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА

13.08.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА


Йондоҙнамә (12-18 август)

12.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (12-18 август)


Телеңде йоторлоҡ!

07.08.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Йондоҙнамә (5-11 август)

05.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (5-11 август)


Шәңге бешер байрамға, нур өҫтәлер табынға

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

31.07.2019 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

30.07.2019 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?