RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәйге эсемлектәр

17.07.2019 Йәйге эсемлектәр

Ҡара икмәктән классик кеүәҫ
Өйҙә әҙерләнгән кеүәҫ төрҙәре күп. Ләкин иң таралғаны – ҡара икмәктән ябай кеүәҫ. Һыуһынды ҡандырыусы эсемлекте әҙерләү өсөн 1,5 – 2 л һыу, 100 г ҡара икмәк сохарыйы (әлбиттә, магазиндан һатып алынған түгел, ә өйҙөкө), 150 – 200 г шәкәр, 6 г әсетке алына.
Еңелсә кипкән (кисәге) икмәкте ваҡ итеп телеп, духовкала ҡы­ҙарғансы тоторға. Әҙер сохарыйға ҡайнар һыу ҡойорға һәм 6 – 8 сәғәткә йылы урынға ултыртырға. Һуңынан һарҡытырға һәм шәкәр менән әсетке ҡушырға. Шыйыҡса бүлмәләге температуранан һал­ҡын булмаҫҡа тейеш. Кеүәҫте тағы ла 6 – 8 сәғәт әсетергә. Һуңынан һарҡытырға. Тороп ҡалған төпрәне ташламаҫҡа. Был – киләһе кеүәҫкә әҙер әсетке. Уны айырым һауытҡа һалырға, таҙа марля менән ҡаплап, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Эсемлекте шешәләргә ҡойоп һыуытырға. Теләк буйынса һәр шешәгә бер нисә йыуылған йөҙөм өҫтәргә мөмкин. Бындай кеүәҫ шәрбәтлерәк һәм хуш еҫле була. Киләһе тапҡыр әҙерләгәндә ҡалған төпрәгә шул уҡ күләмдә һыу ҡойоп, әсеткенең ярты өлөшөн генә һәм шәкәр һалырға. Йылы урында әсетергә.

Йәйге үләндәр менән кеүәҫ
Кеүәҫ йәйге эсемлек тип һаналғанлыҡтан, уны үләндәр менән тәмләндерергә мөмкин. Уға нимә генә һалмайҙар: кейәү үләне, бөтнөк, ҡарағат йәки сейә япрағы, йүкә сәскәһе. Һеҙ ҙә эсемлеккә төрлө тәм өҫтәп ҡарағыҙ. Бынан кеүәҫ бары тик яҡшыра ғына.
500 г арыш икмәге сохарыйы, әсетке, 200 г шәкәр, 50 г йөҙөм, 5 – 10 япраҡ бөтнөк, 3 – 4 ҡара ҡарағат япрағы, 4 л һыу.
Икмәкте ваҡ итеп телергә һәм духовкала көрән төҫкә ингәнсе киптерергә. Сохарыйға ҡайнар һыу ҡойоп, 3 – 4 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Уны бер нисә ҡат марля аша һарҡытҡас, шәкәр, шыйыҡланған әсетке, бөтнөк, ҡарағат япрағы өҫтәп, һауытты таҙа туҡыма менән ябып, 10 – 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Ҡатнашма яҡшы итеп әсегәндән һуң уны ҡабаттан һарҡытырға һәм һәр береһенә бер нисә йөҙөм һалынған шешәләргә ҡойорға. Һауыттарҙы ныҡлап ябырға һәм һыуытҡысҡа ултыртырға. Өс тәүлектән кеүәҫ әҙер булыр.

Әфлисун һуты
Дүрт әфлисунды турап, биш сәғәт туңдырғыста тотоп алырға һәм ит үткәргес аша сығарырға. 5 литр ҡайнап һыуытылған һыуға ошо массаны, 3 ҡалаҡ лимон кислотаһы, 4 стакан шәкәр һалып иретергә. Эсемлекте 1 – 2 сәғәт һалҡын урында тоторға һәм һө­ҙөргә. Ҡалған әфлисундан ҡай­натма яһарға, бәлеш бешерергә мөмкин.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ

23.08.2019 - Махсус биттәр Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ


Һөнәрленең ҡулы алтын

21.08.2019 - Махсус биттәр Һөнәрленең ҡулы алтын


Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән

19.08.2019 - Махсус биттәр Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән


Диана матур булыу серҙәрен белә

16.08.2019 - Махсус биттәр Диана матур булыу серҙәрен белә


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

14.08.2019 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


"Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА

13.08.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА


Йондоҙнамә (12-18 август)

12.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (12-18 август)


Телеңде йоторлоҡ!

07.08.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Йондоҙнамә (5-11 август)

05.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (5-11 август)


Шәңге бешер байрамға, нур өҫтәлер табынға

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

31.07.2019 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

30.07.2019 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?