RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?

30.07.2019 Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?

Һуңғы йылдарҙа һөйәкле культураларҙың сирҙәре күбәйеүе сәбәпле, уларҙың уңышы ла кәмеүе күҙәтелә. Коккомикоз, монилиоз сирҙәре лә ағастарға ныҡ зыян килтерә. Коккомикоз – бәшмәк ауырыуы, ямғырлы йылда ныҡ тарала. Япраҡтарында һоро, ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килә. Һуңынан улар ҡойола. Бер аҙҙан ағас та әкренләп ҡорой башлай. Сейәне баҡыр купоросы менән эшкәртеү талап ителә. Монилиоз сейә емештәрен киптерә.

Энәлек күбәләге (боярышница)
алма, груша, сейә ағастарына зыян килтерә. Яҙ бөрөләрҙе кимерә башлай. Май аҙағында ағас олононда ҡурсаҡтары барлыҡҡа килә. Һуңынан күбәләккә әйләнеп, ул япраҡтың өҫкө яғына 500-гә тиклем йомортҡа һала. Йомортҡанан сыҡҡан ҡарышлауыҡтар ағас япраҡтарын ашап, һеңерсәгә ҡалдыра.

Сейәнең лайлалы киҫәре (вишневый слизистый пилильщик)
личинкалары тупраҡтың өҫкө ҡатламында ҡышлай. Яҙ личинкалар ҡурсаҡҡа әйләнә. Июнь-июль айҙарында өлгөргән бөжәктәр осоп сығып, япраҡ өҫтөнә йомортҡа һала.

Сейә оҙонмороно (вишневый слоник)
сейә һәм сливаның сәскә бөрөләренә, япраҡтарына, сәскәгә һәм емештәргә ҙур зыян килтерә. Алтын йәшел төҫтәге ҡуңыҙ йәй уртаһында йәшел сейәгә йомортҡа һала, ҡарышлауыҡтар емеш һөйәгенә инә. Зыянлаған емештәр өлгөрмәй.

Сәскәләр барлыҡҡа килеү менән «Хорус» препараты, 2-3 аҙнанан «Скор» менән эшкәртәләр. Сейә ағасында сир булмаһын тиһәгеҙ, ҡойолған япраҡтарҙы көҙҙән йыйып яндырырға, ҡороған ботаҡтарҙы ҡырҡып ташларға, ағастың төбөндәге тупраҡты йомшартып, уға фунгицид эретмәһе һибергә, ботаҡтарҙы ла эшкәртергә кәрәк. Химикаттарҙы ла йыл һайын үҙгәртеп тороғоҙ.

Августа бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртәләр.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ

23.08.2019 - Махсус биттәр Бала күңеленә һеңгән матурлыҡ


Һөнәрленең ҡулы алтын

21.08.2019 - Махсус биттәр Һөнәрленең ҡулы алтын


Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән

19.08.2019 - Махсус биттәр Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән


Диана матур булыу серҙәрен белә

16.08.2019 - Махсус биттәр Диана матур булыу серҙәрен белә


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

14.08.2019 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


"Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА

13.08.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА


Йондоҙнамә (12-18 август)

12.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (12-18 август)


Телеңде йоторлоҡ!

07.08.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Йондоҙнамә (5-11 август)

05.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (5-11 август)


Шәңге бешер байрамға, нур өҫтәлер табынға

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

31.07.2019 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Йондоҙнамә (29 июль - 4 август)

29.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (29 июль - 4 август)