RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Гүзәлиә ХӘКИМ­ЙӘНОВА

14.07.2019 "Йондоҙло табын" - Гүзәлиә ХӘКИМ­ЙӘНОВА

Был аҙнала үҙенең аш-һыу серҙәрен Дүртөйлө ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе йырсы, автор-башҡарыусы, халыҡ-ара конкурс­тар лауреаты Гүзәлиә ХӘКИМ­ЙӘНОВА бәйән итә.

Итле бәлеш
100 грамм маргаринды иретеп, бер стакан йылымыс һөт, ярты ҡалаҡ аш содаһы, самалап тоҙ һалып бутарға. Аҙлап ҡына он ( 2 стакан тирәһе) өҫ­тәй-өҫтәй ҡамыр ба­ҫырға. Эслек әҙер­лә­гәнсе уны бер аҙ йылы урынға ултыртып торорға була.
3 – 4 картуфты, 200 грамм тирәһе итте (май­лыраҡ булһа, бәлеште һутлы итә), 1 – 2 һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Тәменә ҡарап, тоҙ, борос, укроп ҡушып бутарға.
Ҡамырҙы тигеҙ бул­маған ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйергә. Ҙурын майланған табаға йәйгәс, өҫтөнә эслекте һалырға. Икенсе йәймә менән бәлештең өҫтөн ҡаплап, ситтәрен йәбештереп сығырға. Уртаһында бәләкәй генә уйымлы тишек ҡалдырырға кәрәк. Бешкән саҡта ҡоро булмаһын өсөн тап шунан һурпа ҡойорға мөмкин. Ә өҫтөнә туҡылған йомортҡа һылаһаң, ул алтынһыу төҫкә инеп бешәсәк.
Бәлеште 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 40 – 45 минут тирәһе бешереп алырға.

Эремсекле “толомдар”
Ярты стакандан аҙ ғына күберәк йылы һөткә бер ҡап (7– 10 г) ҡоро сүпрә һалып ебетергә. 2 ҡалаҡ шәкәр, 50 г иретелгән май, 1 йомортҡа һалып ныҡлап туҡырға. 1,5 – 2 стакан он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Бер сәғәт тирәһе ҡабартып алғас, уны дүрткел формаға тап килерлек итеп (шаҡмаҡ) йәйергә. Уртаһына эслекте тигеҙләп һалырға ла, ике яҡ ситен үткер бысаҡ менән тигеҙ яҫылыҡтағы өлөштәргә бүлергә. Ул өлөштәрҙән урталағы эслек ҡапланырлыҡ итеп толом үрергә кәрәк. Тамамланған өлөшө матур булһын өсөн артыҡ ҡамырҙы ҡырҡып алырға мөмкин. Иң мөһиме – ҡамыр толомдары эслекте тулыһынса ҡаплап торһон.
Әҙер толомдарҙы 10 минут тирәһе ҡабартҡандан һуң, эҫе мейестә ярты сәғәт бешерергә.

Кесерткәндән салат
3 – 4 йомортҡаны бешереп, әрсергә лә, 8-әр өлөшкә турарға.
2 – 3 артыҡ эре булмаған ҡыярҙы йоҡа ғына телемдәргә ҡырҡып сығырға.
200 грамм тирәһе йәш кесерткән япрағын дуршлагҡа һалып, ҡайнар һыу менән бешекләргә. Һыуын һар­ҡытҡас, ваҡлап турарға.
Йәшел һуған менән укропты ла турарға.
Барлыҡ ризыҡты ҙур һауытҡа һа­лып, тәменә ҡарап тоҙ, 150 – 200 г ҡаймаҡ өҫтәп, яҡшылап бутарға. Йәй көндәрендә мотлаҡ ашарға тейешле витаминлы салат әҙер!

Курник
Бер стакан тулыр-тулмаҫ йылымыс һөткә самалап тоҙ, бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, бер йомортҡа, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы һалып бутарға. 2,5 стакан тирәһе он өҫтәп, ҡамыр баҫырға ла, бер аҙ ултыртып торорға кәрәк. 2 – 3 тапҡыр артып ҡабара икән, тимәк, ул әҙер.
300 грамм һөйәгенән айырылған тауыҡ итен, 2 картуфты, 1-әр кишер менән һуғанды ваҡ итеп турарға. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә лә мөмкин. Самалап тоҙ, укроп ҡушып, бутарға.
Ҡамырҙы 8 – 9 өлөшкә бүлеп, йәйергә. Эслекте һалып, йомро курниктар эшләргә лә, майланған табаға теҙеп, бер аҙ ҡабартырға. 220 градуслы мейестә 45 минут тирәһе бешерергә.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡарағаттан желе

18.07.2019 - Махсус биттәр Ҡарағаттан желе


Ах, был ҡоротҡостар…

18.07.2019 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Йәйге эсемлектәр

17.07.2019 - Махсус биттәр Йәйге эсемлектәр


Ҡурсаҡ яһаусы Ринат

16.07.2019 - Махсус биттәр Ҡурсаҡ яһаусы Ринат


Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен

15.07.2019 - Махсус биттәр Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен


Йондоҙнамә (15-21 июль)

15.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 июль)


Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

14.07.2019 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Йылмайыуы уның нур сәскәндәй, күңелендә, гүйә, яҙ ғына...

Йондоҙнамә (8-14 июль)

08.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 июль)


Эшһөйәрҙәр  затынан

03.07.2019 - Махсус биттәр Эшһөйәрҙәр затынан


Йондоҙнамә (1-7 июль)

01.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (1-7 июль)


Машинаңды газонда ҡалдырма!  Юғиһә штраф!