RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Телеңде йоторлоҡ! (21.06.2019)

27.06.2019 Телеңде йоторлоҡ! (21.06.2019)

Ананаслы печенье
Ҡатлы ҡамыр, шәкәр ҡомо, консерваланған ананас кәрәк.
Һыуы һарҡһын өсөн ананас телемдәрен салфеткаға теҙергә. Ҡатлы ҡамырҙы йәйеп, 1 – 2 см киңлектә оҙон таҫмалар киҫергә. Ананас телемен таҫма менән әйләндереп, сәскәләр яһарға. Өҫтөнә шәкәр һибергә.
Печеньены 180 градустағы ҡыҙыу мейестә бешерергә.

Ҡаймаҡлы торт
Бер тортҡа 3 йомортҡа, 100 грамм шәкәр, 1 ҡап ванилин, 1 ҡап ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), ҡуйыр­тылған һөт, 1,5 стакан он кәрәк.
Ингредиенттарҙың барыһын бергә ҡушып, ҡамыр яһап, эҫе мейескә бешерергә ҡуйырға. Бешеп сыҡҡас, һыуытып, ике өлөшкә бүлеп, араһына крем һыларға. Крем түбәндәгесә әҙерләнә: бер стакан ҡуйы кибет ҡаймағына 1 стакан шәкәр һалып, миксер ярҙамында ҡуйырғансы болғатырға.

Фунчоза салаты
1 тауыҡ түше ите, 300 г корейса кишер, 1 ҡыяр, 1 болгар боросо, 200 г фунчоза, йәшел тәмләткестәр, тәменсә тоҙ, борос, кориандр, соя соусы, зәйтүн майы кәрәк.
Фунчозаны ҡабында яҙылғанса әҙерләргә. Ҡайнар һыу һалып, бер нисә минут тоторға, һуңынан һалҡын һыуға һалырға. Тауыҡ итен бешереп, шаҡмаҡлап турарға. Ҡыярҙы, болгар боросон, корейса кишерҙе, йәшел тәмләткестәрҙе турап, фунчозаны зәйтүн майын, соя соусын ҡушып болғатырға.



Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Витаминлы йәйғор – смузи

23.07.2019 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Йондоҙнамә (22-28 июль)

22.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (22-28 июль)


Ҡарағаттан желе

18.07.2019 - Махсус биттәр Ҡарағаттан желе


Ах, был ҡоротҡостар…

18.07.2019 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Йәйге эсемлектәр

17.07.2019 - Махсус биттәр Йәйге эсемлектәр


Ҡурсаҡ яһаусы Ринат

16.07.2019 - Махсус биттәр Ҡурсаҡ яһаусы Ринат


Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен

15.07.2019 - Махсус биттәр Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен


Йондоҙнамә (15-21 июль)

15.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 июль)


Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

14.07.2019 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


"Йондоҙло табын" - Гүзәлиә ХӘКИМ­ЙӘНОВА

Йылмайыуы уның нур сәскәндәй, күңелендә, гүйә, яҙ ғына...

Йондоҙнамә (8-14 июль)

08.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 июль)