RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (24-30 июнь)

24.06.2019 Йондоҙнамә (24-30 июнь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна барышында яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Уларҙың матди өлкәгә ҡағылышлы булыуы мөмкин. Шулай ҙа сығымдарығыҙ ҙа арта, иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шәхси хәлдәр бер аҙ борсоп та торор. Яҡын кешегеҙҙән көтөлмәгән яңылыҡ ишетеүегеҙ ҙә бар.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбелә ниндәйҙер уйламаған һәм ҡатмарлы мәсьәлә килеп сығыуы бик ихтимал. Уны ашығыс хәл итергә тура килер. Яҡын кешеләрегеҙ бик урынлы кәңәш бирер. Йомала дәғүәләргә инмәгеҙ. Эшегеҙҙең йомғаҡ­тары хаҡ булғанығыҙҙы дәлилләр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәр үтә үҙгәреүсән буласаҡ. Төрлө ҡыйынлыҡ та ҡапыл күбәйер. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытлыса кисектереп, яҡын араға ҡорған маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртеү дөрөҫөрәк булыр. Үҙ көсөгөҙгә ышаныс­ты юғалтмағыҙ, ваҡиғалар тиҙҙән ыңғайланыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна бер аҙ ҡатмарлы килер. Эшегеҙгә ҡыҫылырға маташҡан кешеләр күбәйеп китер. Уларҙың буш кәңәштәре, кәрәкмәгән тәҡдимдәре эсегеҙҙе бошорор. Быға иғтибар бирмәйенсә эшегеҙҙе дауам итегеҙ. Әллә ни борсолмағыҙ, хәл тиҙҙән ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Буға (21.04 – 21.05)
Осрап торған ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, осор уңышлы буласаҡ. Ҡыйынлыҡтар күбәйгән һайын һеҙҙең әүҙемлек тә, ныҡышмалыҡ та артыр. Һөҙөмтәлә был арала хатта ниндәйҙер хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләне лә сисерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе ҡатмарлы осор көтә. Төрлө сәбәп арҡаһында алдан ҡорған күпселек пландарығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр булырһығыҙ. Төптән уйлағанда, был хәлдә үҙегеҙҙең дә ғәйеп бар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Был арала йыш ҡына икеләнерһегеҙ. Бындай саҡта һәр саҡ эске тауышығыҙҙы тыңларға тырышығыҙ, ул һис алдамаҫ. Шаршамбыла күңелегеҙгә оҡшаған эштәр менән булышырһығыҙ. Һеҙҙән түҙемлек талап ителер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна яңы белем алыу, булғанын арттырыу өсөн уңайлы. Аҡыл-фекер төйнәү өсөн мөмкинлектәр күбәйер. Тик уларҙы күрә белергә генә кәрәк. Ял сәғәттәрен туғандарығыҙ араһында үткәрергә кәңәш ителә. Улар һеҙҙең ярҙамға һәр саҡ мохтаж.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт осор. Ҡайһы бер уңыштарығыҙ дошмандарығыҙҙың эсен бошорор. Әллә ни борсолмағыҙ, әлегә һеҙгә тештәре үтмәҫ. Бәғзеләр элекке шәхси мөнәсә­бәттәрҙе һаҡлап ҡалыр. Төптән уйлағанда, уларҙың кәрәге лә юҡ һымаҡ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Тап ошо арала кемдер ниндәйҙер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Быға ҡайғырырға тура килер. Әйткәндәй, уның мотлаҡ аҡсалата булмауы ла мөмкин. Шаршамбыла көтөлмәгән ваҡи­ғалар булыуы ихтимал. Бер аҙ йүгерергә лә мәжбүр булырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында өмөтлө осрашыуҙар күбәйер. Теләһә кем менән дә уртаҡ тел таба алырһығыҙ. Ғөмүмән, бөтә өлкәлә лә мотлаҡ ыңғай үҙгәрештәр һәм алға китеш булыр. Был арала өлкән йәштәге туғандарығыҙ менән аралашыуҙа бер аҙ ҡытыршылыҡ кисерерһегеҙ, ләкин һеҙ уларҙы еңел үткәрерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡәҙимге осор. Әллә ни ҙур уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа көтөлмәй. Ҡайһы бер кире ваҡиғалар булыр, моғайын. Ләкин һеҙ уларға әҙерһегеҙ. Йомала ниндәйҙер юғалтыу булыр. Һеҙ уны тиҙ генә кире ҡайтара алырһығыҙ кеүек.



Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡарағаттан желе

18.07.2019 - Махсус биттәр Ҡарағаттан желе


Ах, был ҡоротҡостар…

18.07.2019 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Йәйге эсемлектәр

17.07.2019 - Махсус биттәр Йәйге эсемлектәр


Ҡурсаҡ яһаусы Ринат

16.07.2019 - Махсус биттәр Ҡурсаҡ яһаусы Ринат


Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен

15.07.2019 - Махсус биттәр Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен


Йондоҙнамә (15-21 июль)

15.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 июль)


Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

14.07.2019 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


"Йондоҙло табын" - Гүзәлиә ХӘКИМ­ЙӘНОВА

Йылмайыуы уның нур сәскәндәй, күңелендә, гүйә, яҙ ғына...

Йондоҙнамә (8-14 июль)

08.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 июль)


Эшһөйәрҙәр  затынан

03.07.2019 - Махсус биттәр Эшһөйәрҙәр затынан


Йондоҙнамә (1-7 июль)

01.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (1-7 июль)