НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Сусҡа күҙе йондоҙ күрмәҫ

Сусҡа күҙе йондоҙ күрмәҫ


Хәҙерге заман гөрләп, аҡтарылып аҡҡан ташҡын йылға менән бер. Ул таштар­ҙы ҡуҙғатырға маташа, ярҙар­ҙы йыуа, ағас-ҡыуаҡ­тар­ҙы тамырынан аҡтара. Монтарлы һыуҙың төбөндә һәр саҡ ҡом ҡайнай, өҫтөндә сүп-сар өйөрөлә.
Ошо күренештең сағылышылыр инде, Мәскәү гәзиттәренең ҡайһы­һын ғына асма, олигархтар һәм милек бүлешеү тураһында мәҡәләләргә төртөләһең. Теманың көнүҙәк булыуы Рәсәйҙә баҙар иҡтисадының формалашыуы ниндәйерәк баҫҡыста тороуын күрһәтә. Әйткәндәй, миңә ошо мәсьәләләр буйынса гәзит һәм журналдарҙа, радиолағы сығыштар­ҙа ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашыу форсаты булды.
Бер биҙрә картуф өсөн ҡысҡырып һатыулашҡан йәки буялған кәзә тиреһен шәшке тип һатҡан урын – беҙ аңлағанса, баҙар. Ләкин баҙар иҡтисады ғәҙәти алдау һәм алданыу майҙаны ғына түгел. Ул ғәйәт ҡатмарлы процесс һәм уның барышы, ошо механизмдарҙы хәрәкәткә килтереүсе көстәр халыҡҡа күренмәй. Ғөмүмән, баҙар иҡтисадында мәсьәләләр хөкүмәт ҡарарҙары йәки халыҡ ихтыяры менән түгел, ә керем, табыш, конъюнктура кеүек төшөнсәләргә таянып хәл ителә. Ҙур бизнес­та, ә баҙар шундай бизнесһыҙ мөмкин дә түгел, халыҡҡа мәғлүм исемдәр төп фигура булмай. Беҙ, бер ҡатлы халыҡ, миллиардтарса доллар аҡсалы Абрамович, Дерипаска, Потанин, Мамут, Прохоров, Вексельберг ише «яңы рустар»ҙы яңыртылған Рәсәйҙең яңы хужалары тип уйлаған булабыҙ. Төптәнерәк уйлағанда, илдең нефть, алюмин, төҫлө һәм ҡара металлургия, урман сәнәғәте кеүек иҫ китмәле төшөмлө тармаҡтары хужаларының океан аръяғында йәки томанлы утрауҙарҙа булыуын аңлауы ауыр түгел.
Әгәр беҙ олигархия тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, уны Рәсәйҙәге милли күренеш тип ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Олигархия – ҙур капитал хужаларының халыҡ-ара альянсы. Нарыҡлабыраҡ әйткәндә, бөтә донъяла үҙенең финанс һәм сәйәси власын урынлаштырырға һәм шул рәүешле донъя хөкүмәтен булдырыр­ға ынтылыусы амбициоз, мөмкинлектәре сикләнмәгән көс ул.
Олигархия (грек теленән әйләндергәндә, «аҙ ғына кешеләр власы» тигәнде аңлата) тураһында аҙым һайын ишетһәк тә, уның формалашыу шарттары, тәбиғәте һәм эволюцияһы хаҡында беҙ әлегә аҙ беләбеҙ. Ельцин дәүерендә, милекте хосусилаштырыу осоронда олигархия үҙен сәйәсәткә ынтылыусы көс итеп түгел, ә халыҡ мөлкәте иҫәбенә капитал туплаусы бизнес булараҡ ҡына күрһәткәйне. Ошо мәлдә ҙур бизнес­тың эшмәкәрлеген күҙәтеп, кәрәк булғанда, төҙәтеп торорлоҡ закондар ҡабул итергә кәрәк ине лә, әммә быға Президент яғынан сәйәси ихтыяр ҙа, теләк тә булманы. Был битарафлыҡтың әхлаҡи эҙемтәләре тураһында хәтергә алмайынса ла уның яҡын арала ниндәй социаль тетрәнеүҙәргә килтерәсәген фаразлау ауыр түгел.
Баҙар иҡтисады, әгәр ул ҡәтғи закондар менән көйләнһә һәм монополияға, коррупцияға ҡаршы механизмдар йоғонтоло булһа, хилаф нәмә түгел. Уның ыңғай яҡтары бихисап. Ләкин капитализмдың насар һәр күренешен үҙебеҙгә өлгө итеп алыу ғәҙәтенә тоғро ҡалып, беҙ ҙур биз­нес­ҡа ла мөмкин булған ҡәҙәр кире шарттарҙы бирергә тырыштыҡ. Шул рәүешле иҡтисад илдең нигеҙен нығытыусы көстән дәүләтселекте емереүсе көскә әүерелде. Ошо һынылышты ил етәкселеге күрмәй ҡалды. «ЮКОС» һәм уның төп акционерҙарының береһе Ходорковский менән ҡуйыртылған тарих дәүләт власының көсөн түгел, ә ҡаушауын дәлилләне. Бында мәсьәлә Ходорковскийҙың компанияһын Америка нефть магнаттарына ҡушыр­ға теләүендә йәки Лебедевтың һалым түләүҙән ҡасыуында ғына тормай. Закон ҡәтғи, теүәл һәм аңлайышлы булғанда, ул автоматик рәүештә үтәлә. Шул уҡ ваҡытта дәүләттә йәшәүсе һәр кем, баймы ул, фәҡирме, закон алдында бүреген һалырға тейеш. Беҙҙә иһә эре капитал үҙен элекке бәйһеҙ рус сауҙагәр­ҙәре кеүек тота башланы: теләһәм, ассигнация менән тәмәке тоҡандырам, теләһәм, фәхишәләрҙе шампанскийҙа ҡойондорам, теләһәм, фәрештәгә әүереләм. Олигархия Рәсәй коммунистар фирҡәһе, «Яблоко», «Уң көстәр союзы» кеүек йоғонтоло сәйәси көстәрҙе тарҡатып ҡына ҡалманы, ул урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты ла «ашай». Әгәр баҙар иҡтисады шарттарында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың йәм­ғиәт өсөн нигеҙ ташы булыуын онотмағанда, был хәлдең ниндәй ауыр эҙемтәләргә килтерәсәген аңларға була.
Билдәле булыуынса, ҙур финанс төркөмдәренең һәр береһенең үҙ банкы бар. Ғөмүмән, был йәһәттән олигархияның мөмкинлектәре дәүләттекенә ҡарағанда сағыштыр­ғыһыҙ ҙур. Ил һәм халыҡ мәнфәғәттәрен уйлаусы эре финансист урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа кредиттар менән ярҙам итергә тейеш тә бит... Әммә уға был кәрәкмәй. Рәсәй ысынбарлығында олигархтар менән эшҡыуарҙарҙы берләштереү түгел, яҡынайтыу мөмкинлеге лә юҡ. Бүре менән һарыҡтың әкиәттә генә дуҫлашыуы ихтимал.
Эре капиталдың йәмғиәткә ниндәй ҡурҡыныс алып килеүен Көнбайыш күптән аңлаған. Улар олигархтарҙы уҙған быуат ба­шында уҡ йүгәнләй башлаған. «Аргументы и факты» аҙналығы раҫлауынса, АҠШ-та «Стандарт ойл» нефть компанияһын бүлгеләргә мәжбүр иткәндәр. Герма­нияла ла күп кенә корпорациялар шундай яҙмышҡа дусар булған. Һәм был эш монополияға ҡаршы закондарға таянып, олигархтар ҡулында сикһеҙ финанс мөмкинлектәре тупланыуға сик ҡуйыу маҡсатында эшләнгән.
Әлбиттә, уны бойомға ашырыу өсөн судтарҙың һәм банкротлыҡты теркәүсе хеҙмәттәрҙең аныҡ, намыҫ менән эшләүе кәрәк. Беҙҙең илдә иһә олигархтар арбитраж судтарҙы һәм банкротлыҡ хеҙмәттәрен предприятиеларҙы ҡулға төшөрөү өсөн ҡорал итеп файҙалана. Бушҡа килгән аҡсаны тартып алыу өсөн көслө һалым системаһы, ришүәт­һеҙ эшләүсе аппарат һәм сәйәси ихтыяр кәрәк. Һуңғыһы хатта иң мөһиме.
Рәсәйҙә әкиәттәгесә байып, аҡса­һын һәм мөлкәтен асыҡтан-асыҡ сит илдәргә күсереүселәрҙе өндәшмәй генә хуплаһа ла, Көнбайыш үҙ олигархтарын тимер ауыҙлыҡта тота. Ғинуар айында гәзиттәр Америкала һәм Италияла рәсми мәғлүмәттәрҙе байыу өсөн файҙаланған, банкрот бу­лып ҡылан­ған, иҫәп-хисапты бутаған байҙарҙы ҡулға алыу тураһында хә­бәр итте. Бындай күренеш Көнба­йышта ғәҙәти хәл. Был йәһәттән ФБР директорының һүҙҙәре Рәсәй властарына ла һабаҡ булырлыҡ: «Әгәр инвес­торҙар­ҙы алдаһа, финанс документтарын әүеш-тәүеш килтерһә, үҙ посын һәм власын шәхси мәнфәғәттәрҙә файҙаланһа, корпорация етәкселәре яуап­ҡа тарттырыласаҡ».
Рәсәй иҡтисадындағы һәм йәмғиәтендәге байтаҡ проблемаларҙың башы, бәлки, ябай ғына хәҡиҡәтте һанға һуҡмауҙалыр? Вла­димир Путин ил башында һигеҙ йыл тор­ҙо. Хөкүмәт етәксеһе булып та байтаҡтан эшләй. Дмитрий Медве­девтың президентлыҡ һөҙөмтәләре тураһында фекер йөрөтөү әлегә иртәрәк. Бөгөнгө хакимдарға ни ҡәҙәре генә тәнҡитле мөнәсәбәттә булһаҡ та, Ельциндан һуңғы осорҙа беҙ илдә хужа барлығын тоябыҙ, властың ни ҙә булһа эшләргә теләүе лә һиҙелеп ҡала. Бәлки, шуғалыр әлегә халыҡта ике лидерға ла ышаныс һаҡлана. Ләкин илдә байҙар менән яр­лы­лар араһындағы айырма һәләкәт тыуҙырыр сиккә етте. Хәлде тотороҡландырыу өсөн аныҡ эш-ғәмәл кәрәк. Декларациялар менән генә фәҡирлекте еңеү, шашынған байҙарҙы ауыҙлыҡлау мөмкин түгел. Олигархия көсәйгән һайын Рәсәй көсһөҙләнә. Илебеҙ көсһөҙләнгәс, беҙ ҙә бөләбеҙ. Президент быны аңлай. Шуға күрә өмөттө өҙмәйек.
Халыҡ әйтмешләй, февраль айында юлдар борма-борма була, әммә ҡайһы яҡҡа әйләнһәң дә, төбәлгән ереңә барып сығаһың.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Сығыу ваҡыты 12-02-2011, 11:43 | Ҡаранылар: 1483
|
  • Демократия һәм дәүләттең сифаты
  • Беҙҙең иҡтисади бурыстар
  • Рәсәй иҡтисадын кем дары мискәһенә ултыртҡан?
  • Һүҙҙән бутҡа бешмәҫ
  • Алтын һатып бөләйек тә, һалам һатып көләйек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM