RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Ҡас, Луиза, ҡас!»

07.06.2019 «Ҡас, Луиза, ҡас!»

25 миллион һум аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаның тарихы детектив китаптар йәки фильмдар сюжетына инерлек

Был криминаль хәл бар Рәсәйгә яңғыраны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 27 майҙа, дүшәмбе көндө, Салауат ҡалаһында йәшәүсе 36 йәшлек Луиза Хәйруллина үҙенең эшенән – “Рәсәй ауыл хужалығы банкы” (“Россельхозбанк”) операция офисынан иртәрәк ҡайтып киткән. Ул ҡулына пакет тотҡан, эсендә – кассанан алынған бер нисә миллион һум, йөҙәр мең доллар һәм евро – йәмғеһе 25 миллион һум аҡса булған.

Банк хеҙмәткәрҙәре ҙур суммала аҡса юғалыуын тик аҙаҡтан ғына аңғарып ҡалған. Кассирҙың өйөнә барһалар, унда бер кем дә табылмаған, әйберҙәр туҙып ятҡан. Бар ғаилә – Луиза, уның бер туған апаһы, ҡайныһы, 41 йәшлек ире Марат, 8 һәм 12 йәшлек ике балаһы, хатта бесәйе лә эҙһеҙ ғәйеп булған. Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре лә юйылған.

Банк офисында өлкән кассир Луиза Хәйруллина был вазифала биш йыл эшләгән, хеҙмәттәштәре һәм хәүеф­һеҙлек хеҙмәте уға ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәгән. Луиза эшкә бер ҡасан да һуңламаған, барыһы менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булған.

28 майҙа полиция ҡасаҡ ҡатынды эҙләү тураһында иғлан итә. Иртәгәһенә уның ике ҡыҙы ла эҙләүгә ҡуйылған. Урлашыу осрағына банк вәкилдәре: “Әле процессуаль тикшереү бара, унан һуң ғына енәйәт эше асыласаҡ”, – тип кенә белдергән. Тәүҙә 23 миллион һумдың юғалыуы асыҡланһа, аҙаҡтан был сумма 25 миллионға тиклем күтәрелгән.


Ир “минауат”мы?


Луизаның ире – 41 йәшлек Марат Хәйруллиндың элек банкта эшләгәне мәғлүм булды. Ул үҙен башҡорт тип йөрөтһә лә, Тажик ССР-ының Канибадам ҡалаһында тыуып үҫкән. Луиза иһә Салауат ҡыҙы.

Өйләнешкәнгә тиклем Марат менән Луиза Бочкарев урамындағы күрше йорттарҙа йәшәгән. Ғаилә ҡорғас, улар тәүҙә Бекетов урамында фатирҙа торған һәм быйыл ҡала ситенә, М. Кәрим урамына ике ҡатлы коттеджға күскән. Был йортто улар өс йыл элек һала башлаған. Күршеләре лә аптырай – шул хәтлем ҙур өй төҙөп, бар нәмәне ҡапыл ғына ташлап сығып китеү башҡа һыймаҫлыҡ хәл, тип баһалай.
Әле буш ҡалған коттеджға Луизаның атаһы Рафаэль күҙ-ҡолаҡ булып тора. Әйткәндәй, ул 28 майҙа, ҡыҙым, кейәүем һәм ейәнсәрҙәрем ғәйеп булды, тип полицияға ғариза яҙған. Йәнәһе лә, улар 27 май иртәһендә өйҙән сығып киткән һәм шул мәлдән бер хәбәр ҙә юҡ. Ә банкта аҡса юҡлығы 27 май кисендә мәғлүм булған.

Марат Хәйруллиндың биографияһы ҡыҙыҡлы. 2002 – 2005 йылдарҙа ул дүрт урында – “УралСиб”, “Инвесткапиталбанк”, “Социнвест-Агро”, “Инвестиционный капитал” банктарында эшләп алған. Шулай итеп, ул да, ҡатыны кеүек, банктарҙағы хәүефһеҙлек системаһы ҡоролошон белгән булып сыға һәм енәйәтте атҡарыу тураһында бергәләшеп план ҡороуҙары мөмкин.

Ғаилә башлығы машиналар һатыу-һатып алыу менән булышҡан. Һуңғы ике йылда ғына ул ун автомобилде иҫәпкә ҡуйып, кире алған. Мараттың үҙ бизнесын киңәйтеп, үтә ҡиммәтле машиналар менән эшләй башлауы ла ихтимал. Был өлкәлә криминаль схемалар күп. Хәйруллиндың да шуларҙың тоҙағына эләгеп, бурысын ҡатыны аша банктан аҡса урлатып түләүе бик тә мөмкин. Суд приставтарының асыҡ базаһында ирҙең бер нисә ябылмаған ҙур кредиты ла күренә.

Хәйруллиндарҙың ҡайҙа булыуы мөмкин?


Полиция таратҡан ориентировкаларҙа, ҡасҡан ғаилә С896МУ/102 дәүләт номерлы “Рено-Дастер” йәки “Дэу-Матиз” авто­мобиленә ултырған, тиелгән. Аҙаҡтан ғына уларҙың “Дастер”ҙы һатҡанлығы мәғлүм булды.

Луизаның ҡыҙҙары Регина менән Милена мәктәптә: “Беҙ тиҙҙән йылы диңгеҙгә барабыҙ”, – тип һөйләп йөрөгән. Ике көндән Хәйруллиндар ғәйеп булған.

Ғаиләнең бер тәүлектә сит илгә сығыуы мөмкин, ти эксперттар. Хоҡуҡ һаҡ­лаусылар граждандарҙың тимер юлында йөрөүен һәм самолетта осҡанын иҫәпкә алыусы дөйөм базаларҙы ҡуллана. Ә машинала хәрәкәт иткән кешеләр үҙҙәре теләгән ергә бара һәм йәшенә ала. Енәйәт эше асылыу тураһында тик 30 майҙа ғына мәғлүм булды, уға тиклем Хәйруллиндарҙы бер кем дә федераль кимәлдә эҙләмәне.
Үткән ялдарҙа “Инстаграм” социаль селтәрендә кемдер, @luikhair исеме аҫтында, Луизаның фотоһын ҡуйып, сәхифә эшләгән. Унда ошолай тип яҙғандар: “Беҙҙең яҙмыш кемгә ҡыҙыҡ булыусыларға хәйерле көн!

Тәү сиратта, теләһә нимә яҙмағыҙ, тип һорайым. Беҙгә бар фотоһүрәттәрҙе алып ташларға тура килде. Беҙҙең барыһы ла яҡшы, ҡайҙа икәнебеҙҙе әйтә алмайым. Ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт”. Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтан күренешенә оҡшаш һүрәт тә ҡуйылған.
Әйткәндәй, Хәйруллиндар Ҡаҙағстанға ҡасҡан, тигән фараз да бар. Салауат ҡалаһынан ҡаҙаҡтарға сығыуы оҙаҡ түгел, Рәсәй граждандары ил сиген еңел үтә ала. Тик был яҙманың һәм сәхифәнең ысын булыуы ҙур шик уята. “Инстаграм” ҡулланыу­сыларының ошолай уҫал шаяртыуы ла ихтимал.

Луизала аҡса – бер муҡса...


БР Дәүләттән тыш хәүефһеҙлек өлкәһе предприятие-ойошмалары союзы рәйесе Александр Басистов фекеренсә, урлыҡ алдан әҙерләнгән булған. Банк хәүеф­һеҙлеге менән бер рәттән, кадрҙар хеҙмәтенең дә ғәйебе бар. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе күҙәтергә тейеш, ә Луиза енәйәткә алдан әҙерләнгән. Шуныһы билдәле: һуңғы йылдарҙа, иҡтисади көрсөккә һылтанып, банктар бүлек­сәләрҙә һаҡсылар ҡуймай. Инеү-сығыу урындарын, операция залын админи­страторҙар күҙәтә. Клиенттар сумка-маҙар менән инеп-сыға ала, ә хеҙ­­мәткәрҙәрҙең пакеттары шик уятырға тейеш.

Салауаттағы хәл былтыр Ҡазанда ҡупҡан хәлгә оҡшаған. Сентябрь айында “Открытие” банкының урындағы бүлек­сәһе етәксеһен эҙләүгә биргәндәр. Ул һаҡлау урынында ысын аҡсаны “приколдар банкы”ның сувенир банкноталары менән алмаштырған һәм 230 миллион һумды алып сыҡҡан.

Шуныһын билдәләргә кәрәк: Салауат ҡалаһында “Рәсәй ауыл хужалығы банкы”ның бер генә операция офисы эшләй. Ҙур күләмдә урланған аҡса уға ҡайҙан барып эләкте, тип һораусылар бар. Быға ике аңлатма бирелә. Тәүгеһе – тиҫтәләрсә миллион һумды һәм валютаны иҫәпкә һалғандар. Икенсеһе – депозиттан шул сама сумманы алыу өсөн клиенттан ғариза яҙҙырыу кәрәк. Банк өлкәһендә эшләүселәр әйтеүенсә, Луиза Хәйруллина ундай ғаризаны үҙе яҙып, хәүефһеҙлек хеҙмәтен һәм баш бухгалтерҙы алдаған. Ниңәлер бер кем дә депозит аҡсаһы һаҡлау урынынан сумка менән сығып барған кассирға иғтибар бирмәгән – был енәйәтсе ҡатындың ярҙамсылары булыуына ишара яһай.
Купюралар инкассация үткән булһа, уларҙың һандары яҙып алына. Әгәр ҙә Хәйруллиндар аҡсаны тотона башлаһа, шул һандар буйынса полиция уларҙың ҡайҙа икәнлеген еңел асыҡлай аласаҡ.

Башҡалар уйлағанды берәү эшләне


Луиза Хәйруллинаның тарихы, детектив сюжетлы булыуынан тыш, быға йәмғиәттең ҡарашы менән дә ҡыҙыҡлы. Ҙур суммалағы аҡсаны урлап ҡасыу насар эш булһа ла, күптәр кассирҙы яҡлай. Интернетта ҡасҡалаҡ ғаилә тураһындағы яҙмалар аҫтында #бегиЛуизабеги, #RunLuizaRun тип хэштег ҡуйып, өмөт биреүсе фекерҙәр ҡалдыралар.

“Хоҡуҡ һаҡлаусылар һеҙҙе тапмаһын, шул аҡсаға имен-аман йәшәгеҙ”, “Луиза – замана Робин Гуды”, “Луиза барыһы өсөн дә үс алды” – ошондай комментарийҙарҙы күрергә мөмкин. Кешеләр, дәүләт һәм банктар беҙҙе былай ҙа талай, ғүмер буйы ипотека, һалым түләтә, беҙ эшләргә теләгәнде бер Луиза ҡылды, тигән фекерҙе яҡлай. Күптәр, әгәр ҡасҡындар берәй ерҙә килеп сыҡһа, уларҙы – хәҙерге заман геройҙарын, бер кем дә хоҡуҡ һаҡ­лаусыларға һатмаясаҡ, тип әйтә. Әле Луиза Хәйруллинаға ҡарата РФ Енәйәт ко­дексының 160-сы статьяһының 4-се өлөшө (“Үтә ҙур күләмдә үҙләштереү”) буйынса енәйәт эше асылған. Уның буйынса 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Шулай ҙа барыһы ла яҡшы тамамланыр, ҡатынды урлашыуға нимә этәргәне асыҡланыр, ғәйеплеләр яуап бирер тип ышанырға ғына ҡала.

Әйткәндәй



«Тура эфир» программаһында билдәле алып барыусы Андрей Малахов Хәй­рул­линдарҙың ҡайҙа икәнен хәбәр итеүсегә миллион һум аҡса вәғәҙә итеүҙәре хаҡында белдерҙе.

Тапшырыуҙа Луизаның туғандары, күрше­ләре, шулай уҡ Башҡортостан журналистары ҡатнашты. Күршеһенең һүҙҙә­ренсә, ғаиләнең юғалыуына криминаль сәбәп бар, хатта уларҙы үлтереүҙәре лә мөмкин.

Студиялағы эксперттар фекеренсә, Хәйруллиндар күптән сит илдә, сөнки аҡсаны урлау һәм сәфәр ентекле уйланылған.



Автор: А. Ишназаров
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Баҡсасыға –  ярҙамға

25.06.2019 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


“Һылыуҡай”ҙың  исеме  – Гүзәл!

25.06.2019 - Махсус биттәр “Һылыуҡай”ҙың исеме – Гүзәл!


Йондоҙнамә (24-30 июнь)

24.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (24-30 июнь)


Йәй етте, баҡсала эш тағы күбәйҙе

21.06.2019 - Махсус биттәр Йәй етте, баҡсала эш тағы күбәйҙе


Йондоҙнамә (17-23 июнь)

17.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (17-23 июнь)


Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы

12.06.2019 - Махсус биттәр Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы


Йондоҙнамә (10-16 июнь)

10.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 июнь)


Телеңде йоторлоҡ! (17.05.2019)

09.06.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (17.05.2019)


Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)

09.06.2019 - Махсус биттәр Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)


Һаулыҡ һағында – ҡалҡан

08.06.2019 - Махсус биттәр Һаулыҡ һағында – ҡалҡан


"Йондоҙло табын" - Ирина ХАФИЗОВА

04.06.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Ирина ХАФИЗОВА


Йондоҙнамә (3-9 июнь)

03.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 июнь)