RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаулыҡ һағында – ҡалҡан

08.06.2019 Һаулыҡ һағында – ҡалҡан

Бөрйән районының «Атайсал» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләүсе Гөлсинә Бикмәтова кешеләрҙең сикһеҙ рәхмәтен ишетеп ҡыуана

Күҙ алдына килтерәһегеҙме: һеҙ дауаханаға ауыр хәлдә киләһегеҙ, ә хәлегеҙ тураһында медицина хеҙмәткәре социаль селтәрҙә оятһыҙ һүҙҙәр яҙып, һеҙҙе мыҫҡыл итә, мәсхәрәләй, кәмһетә? Быны күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, хатта мөмкин түгел кеүек. Ләкин ундай мәғәнәһеҙ, тупһыҙ кешеләр ҙә бар. Новосибирскиҙа билдәле бер хирург, ҡала дауаханаһының мөдире, медуниверситетта уҡыған 22 йәшлек ҡыҙының шундай оятһыҙ яҙмаларынан һуң эштән китергә мәжбүр булған. Ғәрлегенәнме, әллә көсләп мәжбүр иткәндәрме – уныһы әлегә билдәһеҙ. Ҡыҙы бит атаһының бүлексәһендә күргәндәрҙе бәйән иткән. Бер кемде лә аямаған ул, мәҫәлән, артыҡ ауырлығы булған сирле ҡатынды "140 килограмлыҡ баҡа" тип атаған. Дауаханала йән биргән кешеләрҙе лә йәлләп тормай мыҫҡыл иткән. Әйтәйек, береһе тураһында "атайымдың бер нисә сәғәтен "бушҡа" әрәм иттерҙе" тип яҙған. Нимәһе аптырата: ҡыҙға университетта шелтә генә яһағандар.

Шундай йәнһеҙ ҡыҙҙарҙың киләсәктә поликлиника-дауаханаларҙа эшләрен күҙаллаһаң, ҡурҡыуҙан йөрәк ҡалтырап китә. Ярай ҙа медицина өлкәһендә Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлаған кешелекле, шәфҡәтле изге йәндәр ҙә эшләй. Шуларҙың береһе Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Гөлсинә Бикмәтова булыр. Гөлсинә Сабирйән ҡыҙы кеүек ғәжәп миһыр­банлы, киң күңелле, мәрхәмәтле кешене бер нисә тиҫтә йылдан көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләргә тура килмәһә булды.

– Беҙҙең “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә бик тырыш хеҙмәткәрҙәр эшләй, шулар араһында Гөлсинә Сабирйән ҡыҙы айырым урын алып тора,– ти үҙәктең етәксеһе Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы Айытҡолова. – Ауыл халҡы уны ныҡ ярата, ихтирам итә. Нишләп беҙҙең Гөлсинәне күтәрмәйһегеҙ, тип үк ебәрә. Уңған кешене күрәбеҙ, күтәрәбеҙ: һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы, 30 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған, шуның 13 йылын социаль медицина хеҙмәткәре булып эшләгән Гөлсинә Бикмәтова БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Ғәҙелгәрәй ауылында тыуып үҫкән Гөлсинә апай бүләкләрлек тә шул – барыһына ла һәр яҡлап өлгө итеп ҡуйырлыҡ гүзәл зат.
Кешеләргә гел ярҙам итергә ынтылған ҡыҙ бәләкәй сағында йыш ауырып яфалана. Сирҙең ни икәнен белеп, кеше хәлен яҡшы аңлаған Гөлсинә үҫкәс, ике уйлап тормай, Белорет медучилищеһына уҡырға бара. Бер туған Гөлфиә апаһы ла бит уның ошо уҡыу йортон тамамлап, Аҫҡар ауылында фельдшер булып эшләй. 1989 йылда Гөлсинә лә, ҡулына диплом алып, район дауаханаһының терапия бүлексәһендә эш башлай.

– Ҡурҡа-ҡурҡа, оялып ҡына эшкә тотонғайным, – тип иҫләй Гөлсинә Сабирйән ҡыҙы ул мәлдәрҙе. – Өлкән апайҙар эш рәтенә төшөндөрөп, ҡыйыу булырға өйрәтте. Эшләп йөрөй торғас, нығынып кителде. Ҡан тамырҙары бөтөнләй күренмәгән кешенең дә венаһын табып, күпме укол яһаған­мындыр – иҫәпһеҙ-һанһыҙ... Ҡулың йомшаҡ, ипле, бер ҙә ауырттырмай ҡаҙайһың, тип йыш рәхмәт әйтәләр. Үҙеңде тыныс тотһаң, кеше лә тыныслана, һиңә ышана. Элегерәк саҡы­рыуҙарға ла йөрөнөм. Ҡушылмаһа ла, сығып китәһең, сөнки кеше һиңә өмөт бағлап килә, юҡ, бармайым, тип ни йәнең менән өйҙә ултырып ҡалаһың?! Гиппократ антына тоғро ҡалырға тырышам, мохтаждарға ярҙам итеү – төп бурысым. Хоҙай мине шулай итеп яратҡан, хөкүмәт шуға уҡытҡан икән, тимәк, ышанысты аҡларға тейешмен, тип йәшәйем. Дарыуҙарҙан тыш, кеше йылы һүҙгә лә, яҡшы мөнәсәбәткә лә мохтаж. Хәл-әхүәлдәрен һорашып ултырһаң да, ҡалай һөйләшеп ултырып, һәйбәт булып ҡалды лаһа, тип ҡыуана ололар. Ҡан баҫымдары рәтләнә, дөйөм хәлдәре яҡшыра, дәртләнеп китәләр. Кешенең рәхмәтен ишетеп, ул күҙгә күренеп терелһә, күңел күтәрелә. Минең ҡарамаҡта булған берәйһе ауырып торһа, үҙемә тыныслыҡ тапмайым, борсолоп бөтәм, хәлен ҡат-ҡат тикшерәм. Төндә йоҡо йоҡо түгел ундай саҡта, таң менән, нисек йоҡлап торҙоғоҙ, тип хәлен белешә һалам. Нисә йыл медицина өлкәһендә эшләһәм дә, кешенең һыҙланыуына, ауыртыныуҙарына өйрәнә алмайым. Уларҙың һыҙланыуҙары минең йөрәк аша үтеп һыҙыла. Быуындары, һөйәктәре үҙәктәренә үткәнсе һыҙланып ултырғандарында бигерәк ҡыйын...

Бер кемгә лә сер түгел: үкенескә күрә, дауалау учреждениеларында ололарҙы яратып та тормайҙар, ҡайһы бер медицина хеҙмәткәрҙәре хатта, йөрөрҙәр инде ошо ҡарт-ҡоро бимазалап, ваҡытты урлап, тип зарлана. Ауырығас, киләбеҙ инде, тигәнгә, ә һеҙҙең йәшегеҙ шундай – ауырый торған, түҙегеҙ, тигәндәр, әйтерһең дә, үҙҙәре ғүмер баҡый йәш, сәләмәт килеш йәшәргә дәғүә итә. Ләкин уларға ла ҡартлыҡ килеп ишек ҡағыр, шул саҡта үҙҙәре сәскән орлоҡто ла, бәлки, урырға насип итер. Һәр кем нимә сәсә – шуны ура бит ул, был тормош ҡануны. Бына Гөлсинә Бикмәтова гел генә изгелек сәскәс, шуның мәнфәғәтен – ҡәҙер-хөрмәт күрә. Ире Илһам Рәүхәт улы менән Илүзә исемле ҡыҙ үҫтергән (ҡыҙҙары Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 22-се отрядында хеҙмәт итә) һөйкөмлө ҡатын балалар йортонан ике ир бала алып ҡарай. Ун йыл элек уларҙың ғаиләһенә аяҡ баҫҡан Ринат менән Райман бөгөн ата-әсәһен ҡыуандырып, уңышлы уҡый, спорт менән шөғөлләнә.

– Өйөбөҙҙө балалар тауышы яңғыратҡас, күңелле. Ҡабаттан тыуырға тура килһә, мин барыбер яңынан медицинаны һайлар инем, – ти Гөлсинә Бикмәтова. – Сөнки кешеләрҙе лә, һөнәремде лә яратам. Терапия бүлексәһендә ун йылға яҡын эшләп, юлда йөрөүе ҡыйын булғас, ауылдағы ҡарттар йортона эшкә урынлаштым, ул йорт ябылғас, бәхетемдән социаль медицина хеҙмәткәре вазифаһы килеп сыҡты. Ҡыуанып, бар күңелемде һалып эшләйем, халыҡ ҡәнәғәт булғас, был минең өсөн икеләтә шатлыҡ.

Гөлсинә Сабирйән ҡыҙының ғына түгел, урындағы халыҡтың бәхетенән был эш килеп сыҡҡан. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер шәфҡәт туташы булғанда, ауырыуҙар ҙа артҡа сигенәлер ул. Ҡалҡан булып тора бит һаулыҡ һағында Гөлсинә Бикмәтова атлы нәзәкәтле ханым.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»