RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ

08.05.2019 Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ

Май – баҡсасылар өсөн көндө төнгә ялғай торған осор. Картуф, кишер-һуған ултыртаһы бар. Тиҙҙән сүп үләне лә баш ҡалҡыта башлай.

Өлгөр баҡсасылар, ҡар һыуы бөтмәҫ элек тип, тиҙерәк кишер сәсеп ҡалырға ашыға. Уны сәсеү буйынса формалашҡан ваҡыт бар. Береһе – май башы һәм икенсеһе – 10 – 15 июнь. Йәйгеһен ашау өсөн тамыраҙыҡты – яҙғыһын, ҡышҡы­лыҡҡа һаҡлау өсөн йәй башында ултырталар. Иртә сәскән кишерҙе ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ҡалдырып булмай, ул серей. Шуға күрә ике срокта сәселә. Кишерҙең ҡышҡыһын яҡшы һаҡланыуы ҡасан сәселеүенә бәйле. Сәсеүгә "Шантанэ", "Несравненный", "Витаминная 6", "Канада", "Лосиноостровская", "Нантская", "Московская зимняя", "Самсон" сорттары яҡшы. Был тамыраҙыҡ йомшаҡ тупраҡты ярата. Иң элек ерҙе ҡаҙып, яҡшы итеп йомшартырға кәрәк. Һуңынан түтәлдең 1 кв. метрына 3 – 4 кило серетмә индерегеҙ. Шулай уҡ ашлама өҫтәргә лә мөмкин. 1 кв. метрға 80 г суперфосфат, 40 г мочевина, 200 г көл индерәләр. Калийлы, азотлы, фосфорлы ашлама урынына ҡатнаш ашлама һибергә лә мөмкин (40 – 50 г нитрофоска йәки нитроаммофоска). Түтәлдең төньяҡтан көньяҡҡа эшләнеүе яҡшы. Орлоҡ 2,5 см тәрәнлеккә төртөлә. Сәсер алдынан бураҙнаға һыу һибегеҙ. Был дымланған тупраҡҡа "Агрикола" тип аталған препаратты һибеү ҙә файҙалы. Ул органик ашлама һанала. 10 л һыуға 2 – 3 ҡалаҡ һалып иретәләр. Орлоҡ һирәк сәселһен өсөн уға ҡом йәки көл ҡушығыҙ. Кишер үҫентеләрен беренсегә һирәк­ләгәндә, аралары 2 – 3 см ҡалдырыла. 10 көндән һуң тағы ла 4 – 5 см ҡалдырып һирәкләйҙәр. Йәшелсәне өс мәртәбә туҡландыралар. Кишер себене булмаһын тиһәгеҙ, эргәһенә бәрхәт сәскә ултыртығыҙ.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (13-19 май)

20.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Пионер булмауыма үкенәм

19.05.2019 - Махсус биттәр Пионер булмауыма үкенәм


Батыр башҡорт ҡыҙы

17.05.2019 - Махсус биттәр Батыр башҡорт ҡыҙы


Йондоҙнамә (13-19 май)

13.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Эх, был чаттар!  Бөтөнләй теңкәне ҡороттолар!

“Йондоҙҙар” рецебы  буйынса шешлек  бешерәйек

Кибеттә нисек алдайҙар?

10.05.2019 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Йондоҙнамә (6-12 май)

06.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (6-12 май)


Милли биҙәкле түбәтәй

05.05.2019 - Махсус биттәр Милли биҙәкле түбәтәй


Ҡыуаныс сығанағы

03.05.2019 - Махсус биттәр Ҡыуаныс сығанағы


«Умартасылыҡ –  килемле шөғөл»

01.05.2019 - Махсус биттәр «Умартасылыҡ – килемле шөғөл»


Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)

29.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)