RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)

29.04.2019 Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Декабрь айында тыуғандар бигерәк тә уңыр. Был арала тормош һеҙгә даими бүләктәр килтереп торор. Бәғзеләр ниндәйҙер сәйер ваҡиғаға осрар. Быға аптырамағыҙ ҙа, һорауҙар ҙа бирмәгеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Үҙегеҙ тураһында яҡшы белгән кешенән ниндәйҙер хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Уға ҡапыл бәрелмәҫкә, бер аҙ ваҡыт үткәс кенә яуап бирергә кәңәш ителә. Йомала мөһим мәсьәлә буйынса ҡарар сығарырға тура килер, һуңлаһағыҙ, аҙаҡ үкенерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Алыҫтан да, яҡындан да килеп торған яңылыҡтар ҡыуандырыр. Осрашыуҙар файҙалы һәм өмөтлө булыр. Алдан уйланылған эшегеҙҙе тейешенсә башҡа­рырһығыҙ. Йондоҙҙар аҡсағыҙҙы уйлап тотонорға ҡуша.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡайһы бер ваҡиғаларҙың көтөл­мәгәнерәк йүнәлеш алыуы бар. Быға тыныс ҡарарға кәрәктер. Сөнки күпселек осраҡта хәлде үҙгәртеү өсөн мөмкин­лектәрегеҙ етмәҫ һымаҡ. Йомала яҡшы таныш кешеләр алдында йондоҙҙар телегеҙҙе тыйырға ҡуша.

Буға (21.04 – 21.05)
Әгәр яҡындағылар менән уртаҡ тел таба алһағыҙ, бөтә эштә лә мотлаҡ уңыр­һығыҙ. Был, әлбиттә, дөйөм кәңәш, шу­лай ҙа башҡаларға маҡтау һәм йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Бер юлы элек өҙөлгән араларҙы ла ялғай алырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе бөтөнләй кәрәкмәгән эшкә йәлеп итеүҙәре ихтимал. Бер аҙҙан быны үҙегеҙ ҙә аңлай башларһығыҙ, моғайын. Кесе йомала һис тә уйламаған яҡтан ниндәйҙер юғалтыуға дусар булыуығыҙ бар. Ҡыйын булһа ла түҙегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна еңел булырға оҡшамай. Ҡайһы бер мәлдә элек башҡарған эштәрегеҙгә кире әйләнеп ҡайтырға ла тура килер. Бында төп ғәйеп үҙегеҙҙә булыр, моғайын. Был көндәрҙе тынысыраҡ үткәрегеҙ. Күңелегеҙгә ятмаған кешеләр менән аралашырға тырышмағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һәләттәрегеҙҙе күрһәтеү өсөн мөмкин­лектәр осрар. Шаршамбы бигерәк тә мөһим булыр. Был арала башығыҙҙа яңы маҡсаттар һәм уй-фекерҙәр тыуыр. Уларҙы бойомға ашырыу өсөн үҙегеҙҙә көс һәм теләк тойорһоғоҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Әллә ни ҙурға ынтылмаһағыҙ, аҙна ҡәнәғәтләнерлек булыр. Ғәҙәттәгесә, ваҡ мәшәҡәтле эштәр күбәйер. Етәкселәргә ярау өсөн байтаҡ йүгерерһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа әлегә барыһы ла һәйбәт. Йомала бүләк көтөгөҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәл киләсәккә маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Әгәр улар артыҡ ҙур булмаһа, күпселегенә ирешә алырһығыҙ кеүек. Кәрәк саҡта ярҙам да килеп торор. Элекке араларҙы тергеҙеү теләге тыуыр, ләкин йондоҙҙар ашығырға ҡушмай.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала әүҙем эш итерһегеҙ. Ҡайһы бер артта ҡалған эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерерһегеҙ. Шаршамбыла яҡын­дарығыҙҙан күпте өмөт итмәгеҙ, аҙаҡ уңайһыҙ хәлдә ҡалыуығыҙ бар. Эштәргә лә тотонорға кәңәш ителмәй.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна бер аҙ ҡатмарлы килер. Тыры­шыуығыҙға ҡарамаҫтан, әллә ни һиҙе­лерлек алға китә алмаҫһығыҙ һымаҡ. Бихисап ваҡ-төйәк эш күпселек көс-ваҡы­тығыҙҙы алыр. Кесе йомалағы хәлдәр аптыратһа ла, йоманың ваҡиғалары ҡыуандырыр, моғайын.



Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (13-19 май)

20.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Пионер булмауыма үкенәм

19.05.2019 - Махсус биттәр Пионер булмауыма үкенәм


Батыр башҡорт ҡыҙы

17.05.2019 - Махсус биттәр Батыр башҡорт ҡыҙы


Йондоҙнамә (13-19 май)

13.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Эх, был чаттар!  Бөтөнләй теңкәне ҡороттолар!

“Йондоҙҙар” рецебы  буйынса шешлек  бешерәйек

Кибеттә нисек алдайҙар?

10.05.2019 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ

08.05.2019 - Махсус биттәр Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ


Йондоҙнамә (6-12 май)

06.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (6-12 май)


Милли биҙәкле түбәтәй

05.05.2019 - Махсус биттәр Милли биҙәкле түбәтәй


Ҡыуаныс сығанағы

03.05.2019 - Махсус биттәр Ҡыуаныс сығанағы


«Умартасылыҡ –  килемле шөғөл»

01.05.2019 - Махсус биттәр «Умартасылыҡ – килемле шөғөл»