RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Милли биҙәкле түбәтәй

05.05.2019 Милли биҙәкле түбәтәй

“Йәшлек” оҫтаханаһының сираттағы ҡунағы — Бөрйән районынан Алһыу Зарипова. Ул ырғаҡ ярҙамында милли нағышлы түбәтәй бәйләргә өйрәтә. Йә, тотондоҡмо, һылыуҙар, апай-инәйҙәр?

Был түбәтәйҙе бәйләү өсөн уртаса ҡалын­лыҡтағы ике төҫтәге еп һәм 2 миллиметрлы ырғаҡ кәрәк буласаҡ. Түбәтәй тик “элмәкһеҙ бағана” (“столбик без накида”) менән бәйләнә.



1-се фото

Ептән “амигуруми” түңәрәге яһарға.
1-се юл. Шул түңәрәк аша 8 ба­ға­на бәйләп сыға­рыр­ға һәм һуңғы ба­- ғананы беренсеһе менән тоташ­ты­рыр­ға кәрәк.
2-се юл. Һәр күҙ­ҙән икешәр баға­на бәйләп, түңә­рәк­те ҙурайтырға.






3-сө фото

3-сө юлда ла түңәрәкте 8 күҙгә ҙурайтырға. Бының өсөн бер күҙ аша арттырып, күҙҙәр йыйырға.
1-се бағана – аҡ еп,
2-се – аҡ ептән башлана һәм йәшел менән тамамлана,
3-сө – күҙ йәшел менән башлана һәм аҡ менән тамамлана,
4-се – тулыһынса аҡ ептән эшләнә,
5-се – аҡ менән башлана һәм йәшел менән тамамлана,
6-сы – йәшел менән башлана һәм аҡ менән тамамлана.
Рәт бөткәнсе ошо тәртип ҡабатлана.



4-се фото



4-се юл. Тағы ла 8 бағанаға арттырыла. Һәр өсөнсө ба­ға­нанан ике ба­ғана сығарып бәйләнә. Ике аҡ төҫтәге ба­ғананың һәр береһенә бе­рәр бағана бәй­­ләргә һәм йәшел бағана өҫтөнә бер төп­тән ике йәшел бағана бәйләргә — юл бөткәнсе ошо тәртиптә бәй­ләргә.
5-се юл. Шулай итеп, һәр юлда баға­на­лар­ҙың һаны 8-гә арттырыла. Ике аҡ бағананың һәр ҡайһыныһынан берешәр — бер йәшелдән берәү һәм икенсе йәшелдән ике бағана бәйләп ултыртырға.
6-сы юл. Ике аҡтан ике аҡ бағана, ике йәшелдән ике йәшел һәм һуңғы йәшелдән бер төптән ике бағана бәйләнә. Шулай итеп, һәр рәттә 8 раппорт була. Аҡ төҫтәге баға­налар арттырылмай икәү көйөнсә бара, ә йәшел төҫтәге бағаналар рәт һайын берәүгә артып бара һәм дүртәүгә етһә, уртаһында бер бағана өҫтәй башларға. Уны икенсе төҫтә итергә була, ә мин уны аҡтан эшләнем. Былай бәйләү юлдарҙы яңылышмай, тигеҙ итеп ҙурайтырға ярҙам итә. Һәм тағы ла: бер еп менән бәй­ләгәндә, икенсе төҫтәге епте рәттең өҫтөнә буйлатып һалып, бағананың эсендә ҡалдырып барырға кәрәк. Бәйләм йәйелеп китмәһен, ыҡсым ғына булһын өсөн, буйлатып һалынған икенсе епте әҙерәк кенә тартыбыраҡ барырға була.
7-се юл. Ике аҡтан берешәр аҡ бағана, бер йәшелдән бер йәшел һәм икенсе йәшелдән бер йәшел һәм бер аҡ бағана бәйләнә лә ҡалған ике йәшелдән берешәр йәшел бағана бәйләнә. Юл тамамланғансы ошо рәүештә бәйләргә.



5-се фото



Был түбәтәйҙең түбәһе һуңғы юлда 200 бағананан тора. Һәр кем үҙенең баш үлсәменә тиклем бәйләй. Оло кеше өсөн түбәһенең диаметры 17 – 18 см булһа етә. Бөтәһе 25 юл бәйлә­гәндән һуң, түбәтәй­ҙең тирәсен бәйләүгә күсергә. Бында жаккард менән берәй һүрәт бәйләргә лә була. Мин милли орнамент бәйләнем. Ике бағаналарҙың һанын икәүгә кәметергә тура килде сөнки бер һүрәт 11 бағана киңлегенә тап килә. Бөтәһе 18 һүрәт килеп сыға.



6-сы фото




Жаккардтың бәйләнеше:
1-се рәт. 3 аҡ, 2 йәшел, 2 аҡ, 2 йәшел, 2 аҡ.
2-се рәт. 2 аҡ, 8 йәшел, 1 аҡ.
3-сө рәт. 1 аҡ, 2 йәшел, 2 аҡ,2 йәшел, 2 аҡ, 2 йәшел.
4-се рәт. 2 аҡ, 1 йәшел, 2 аҡ, 2 йәшел, 2 аҡ 1 йәшел,1 аҡ.
5-рәт. 1 аҡ, 3 йәшел, 4 аҡ ,3 йәшел.
6-сы рәт. 1 аҡ, 4 йәшел, 2 аҡ, 4 йәшел.
7-се рәт. 2 аҡ, 2 йәшел, 4 аҡ, 2 йәшел, 1 аҡ.



Түбәтәйҙең тирәсен үҙегеҙгә самалап бейегәйтергә кәрәк.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (13-19 май)

20.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Пионер булмауыма үкенәм

19.05.2019 - Махсус биттәр Пионер булмауыма үкенәм


Батыр башҡорт ҡыҙы

17.05.2019 - Махсус биттәр Батыр башҡорт ҡыҙы


Йондоҙнамә (13-19 май)

13.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Эх, был чаттар!  Бөтөнләй теңкәне ҡороттолар!

“Йондоҙҙар” рецебы  буйынса шешлек  бешерәйек

Кибеттә нисек алдайҙар?

10.05.2019 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ

08.05.2019 - Махсус биттәр Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ


Йондоҙнамә (6-12 май)

06.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (6-12 май)


Ҡыуаныс сығанағы

03.05.2019 - Махсус биттәр Ҡыуаныс сығанағы


«Умартасылыҡ –  килемле шөғөл»

01.05.2019 - Махсус биттәр «Умартасылыҡ – килемле шөғөл»


Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)

29.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)