RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (22-28 апрель)

22.04.2019 Йондоҙнамә (22-28 апрель)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был арала күпселек эшегеҙ туҡтағандай күренер. Иң яҡшы белгән кешеләргә лә тулыһынса ышанмағыҙ. Кәрәк саҡта уларҙың ярҙамын тоймауығыҙ ҙа ихтимал. Шаршамбыла бер кем менән дә дәғүәгә инмәгеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында әүҙемлегегеҙ кәме­гәнен асыҡ тойорһоғоҙ. Эш араһында ниндәйҙер күптәнге мөнәсәбәттәрҙе яңынан ялғарһығыҙ. Ниңәлер бынан бер ниндәй ҙә ҡәнәғәтлек кисермәҫһегеҙ. Уйла­мағанда ниндәйҙер саҡырыу алырһығыҙ. Унан баш тартмағыҙ, сара һеҙҙең өсөн файҙалы булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ваҡытығыҙҙы һәйбәт үткәрерһегеҙ, моғайын. Йыш ҡына башығыҙға өмөтлө уй-фекерҙәр килер. Шаршамбыла мөһим һөйләшеү көтә. Аҙнаның икенсе яртыһы ауырыраҡ көтөлә. Яҡындарығыҙ менән ҡытыр­шылыҡтар килеп сығыуы бар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Күтәренке кәйефегеҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор. Күптәрҙең ижади һәләттәре лә асылыр. Күҙгә күренгән уңыштарығыҙ юҡ, шулай ҙа киләсәккә өмөт менән ҡарарға сәбәптәр булыр. Кесе йомала тура һуғылмағыҙ, урау юлдар эҙләүегеҙ дөрөҫөрәктер.

Буға (21.04 – 21.05)
Осор эшлекле кешеләр өсөн яҡшы. Ялҡауҙар иһә ваҡытын бушҡа уҙғарыр. Мөмкин тиклем оло кешеләрҙең фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ. Яҡшы белгән юлдарҙан йөрөргә, таныш булған ысулдарҙы ҡулланырға кәңәш ителә.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Элек туҡтаған эштәрегеҙҙе урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Бының өсөн ниндәйҙер этәргес сәбәп килеп сығыр. Осор һеҙҙең өсөн яуаплы һәм мөһим булыр. Һуңғы эш йомғаҡтарынан сығып, һеҙҙең турала фекер йөрөтөрҙәр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Был арала ҡапыл төрлө ҡаршылыҡ күбәйеп китер. Ваҡыт һәм мөм­кинлектәрегеҙ булмауы эсегеҙҙе бошорор. Йондоҙҙар һәр нәмәгә етди ҡарарға, дөрөҫ һығымталар яһарға, үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға ҡуша. Кесе йоманан һуң хәлегеҙ еңеләйер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна араһында бәғзеләр мөһим ҡағыҙҙар менән эш итер. Һәр саҡ иғтибар күрһәтеү кәрәк булыр. Элек ебәргән хаталар арҡаһында ниндәйҙер эшкә яңынан тотонорға тура килер. Иң уңышлы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса алға китеү өсөн мөмкинлектәр булыр. Ләкин үҙегеҙгә лә егәрлелек күрһәтеү мөһим. Яҡшы белгән мәсьәләләрҙә генә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Яңыса эш итеү әллә ни файҙа бирмәҫ кеүек. Йомала эштәгеләр менән һүҙгә килешеүегеҙ ҙә бар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һәйбәт көндәр. Төп эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы буласаҡ, етәкселәр һеҙҙең менән ҡәнәғәт һымаҡ. Тап был арала киләсәккә ҡорған ниндәйҙер маҡсат­тарығыҙҙы тулыһынса асыҡларһығыҙ. Кешеләр менән аңлаша белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡатмарлы осор. Хәлдәрҙең барышын алдан төҫмөрләү мөмкин булмаҫ. Һис тә уйламаған ваҡиғалар килеп сығыр. Шу­лай ҙа элегерәк бындай мәлдәр булған­дыр, тәжрибәгеҙ ярҙам итергә тейеш. Шаршамбыла үҙ фекерегеҙҙә ныҡ тороғоҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Уңышлы аҙна. Көтөлмәгән хәлдәр булмаҫ. Бөтәһе лә һеҙ алдан уйлағанса барыр. Шәхси тормошоғоҙҙағы ваҡиға­лар ҡәнәғәтләнерлек. Шаршамбыла баш­лаған эшегеҙ бик өмөтлө булырға оҡшай. Йомала кемдер кәйефегеҙҙе боҙорға маташыр.



Автор: Өмөтбай
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормоштары күптәргә үрнәк булырлыҡ

Йондоҙнамә (13-19 май)

20.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Пионер булмауыма үкенәм

19.05.2019 - Махсус биттәр Пионер булмауыма үкенәм


Батыр башҡорт ҡыҙы

17.05.2019 - Махсус биттәр Батыр башҡорт ҡыҙы


Йондоҙнамә (13-19 май)

13.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Эх, был чаттар!  Бөтөнләй теңкәне ҡороттолар!

“Йондоҙҙар” рецебы  буйынса шешлек  бешерәйек

Кибеттә нисек алдайҙар?

10.05.2019 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ

08.05.2019 - Махсус биттәр Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ


Йондоҙнамә (6-12 май)

06.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (6-12 май)


Милли биҙәкле түбәтәй

05.05.2019 - Махсус биттәр Милли биҙәкле түбәтәй


Ҡыуаныс сығанағы

03.05.2019 - Махсус биттәр Ҡыуаныс сығанағы