RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (8-14 апрель)

08.04.2019 Йондоҙнамә (8-14 апрель)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)


Һуңғы ваҡиғалар тураһында етди уйланыу файҙалы булыр. Шул ваҡытта яһаған хаталарығыҙ бөгөн дә үҙен белдерә кеүек. Аҙна ауырыраҡ килергә оҡшай, ҡәҙимге көн тәртибен һаҡлауығыҙ мөһим.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбелә ҡатмарлы мәсьәләләргә осрарһығыҙ. Уларҙы хәл итеү яңы ысулдар талап итер. Кесе йомала тәжрибәле кешенән кәңәштәр ишетерһегеҙ. Ҡайҙандыр аҡса килер, ләкин күпселеген кире ҡайтарырға тура килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Бөтә яҡтан да һәйбәт аҙна. Элекке шикләнеүҙәрегеҙ онотолор. Башҡарған эштәрегеҙ тулы ҡәнәғәтлек килтерер. Яҡын арала борсоп торған бер нисә мәсьәлә еңел генә хәл ителер. Ҡатмарлы хәлдәрҙе сисеү юлдарын уйламаған яҡтан табырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Был арала оло йәштәгеләр менән аралашыуҙа ҡатмарлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Башҡалар менән бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ булмаҫ. Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Ғөмүмән, осор яңы өмөттәр, яңы мөмкинлектәр асыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Хәлдәрҙең барышы күңелегеҙ торошо менән бәйле булыр һымаҡ. Әгәр кәйе­фегеҙгә хужа булһағыҙ, бөтәһе лә һәйбәт барасаҡ. Һөйләгән хәбәрҙәрегеҙгә лә иғти­барлыраҡ булығыҙ. Яңылыш әйтелгән бер генә һүҙҙең дә тәрән китеүе ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Эш урынында ҡыйынлыҡтар осрап торор. Үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалауығыҙ мөһим. Иңегеҙгә артығын алыу ҡыйын­лыҡтарға килтереүе лә бар. Дөйөм алғанда, аҙна уңышлы үтер, ләкин үҙегеҙгә ял бирергә лә онотмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һуңғы ваҡытта күрһәткән тырыш­лығығыҙ арҡаһында матди хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Артабан шулай дауам итһәгеҙ, нығына алырһығыҙ, бәлки. Кешеләр менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаҫ. Тик шуны онотмағыҙ: янығыҙҙа ышанысһыҙ бәндәләр ҙә бар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Был хәл башҡаларҙан алда булырға ярҙам итер. Был арала дошмандарығыҙ ҙа үҙ­ҙәре хаҡында артыҡ белгертмәҫ, мо­ғайын. Шаршамбыла иғтибарлыраҡ булығыҙ, яҡын­дарығыҙ менән юҡ нәмә өсөн арағыҙ боҙолоуы бар.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна көсөргәнешле булырға оҡшай. Күптәр яңылыш юлдан китеп, көс-ваҡытын әрәм итер. Шишәмбелә ниндәйҙер уйламаған сығымдар йәки юғалтыуҙар һағалай. Йомала кемдер ҡорған маҡсаттарығыҙҙы боҙор һымаҡ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала үҙаллы эш итеүегеҙ һәйбәтерәк булыр. Кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар ғына. Ҡайһы бер таныштарығыҙ һүҙендә тормаҫ, өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыр. Йомала мөһим эштәрҙе башҡармаҫҡа ҡушыла.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡәҙимге аҙна. Дүшәмбелә бик урынлы кәңәш ишетеүегеҙ бар. Бәғзеләр элекке хата өсөн ғәфү үтенергә мәжбүр булыр. Шулай итһәгеҙ, артабан тормошоғоҙ еңеләйер. Күптәр яҡын кешеләренән тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала әллә ни ҙур уңыштар менән маҡтана алмаҫһығыҙ. Алға барыу өсөн һеҙгә яңы юлдар һәм ысулдар эҙләргә кәрәктер. Юғиһә бер урында тапа­нырһығыҙ. Кесе йомала кемдер һеҙҙе алдарға маташыр, уяу булығыҙ.



Автор: Өмөтбай
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (15-21 апрель)

15.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 апрель)


Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)

13.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)


«Атайым – оло шәхес»

09.04.2019 - Махсус биттәр «Атайым – оло шәхес»


Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 - Махсус биттәр Үҙаллылыҡ емеше


Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

05.04.2019 - Махсус биттәр Мин һинһеҙ йәшәй алмайым


Миҙалһыҙ ҡалған батыр

04.04.2019 - Махсус биттәр Миҙалһыҙ ҡалған батыр


«Йола аша кешеләрҙә  йылға-күлдәргә,  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»

Табиптың да төрлөһө була

03.04.2019 - Махсус биттәр Табиптың да төрлөһө була


Йондоҙнамә (1-7 апрель)

01.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (1-7 апрель)


Битараф булма – «Ер сәғәте»нә ҡушыл!

Күңел күҙе тик  матурлыҡ күрһен

30.03.2019 - Махсус биттәр Күңел күҙе тик матурлыҡ күрһен