RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Битараф булма – «Ер сәғәте»нә ҡушыл!

30.03.2019 Битараф булма – «Ер сәғәте»нә ҡушыл!

Донъялағы иң масштаблы флешмоб – “Ер сәғәте” – Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды тарафынан 2009 йылдан алып уҙғарыла. Йыл һайын марттың һуңғы шәмбеһендә экологияға битараф булмағандар урындағы ваҡыт менән 20.30 – 21.30 сәғәт арауығында электр утынан һәм электр йыһаздарын ҡулланыуҙан баш тарта.

Ут ниңә һүндерелә?



Тәүге тапҡыр “Ер сәғәте” Австралияла урындағы популяр гәзит ярҙамында ойошторолған. 2009 йылда был күренеш Рәсәйгә лә килеп етә. Быйыл ул 30 мартҡа билдәләнгән.
Ни өсөн акция өсөн мотлаҡ киске эңер мәле һайланған? Тап ошо ваҡытта флешмобта ҡатнашыусылар үҙҙәренең утын һүндереп, сараға башҡаларҙың да ҡушылыуын тәҙрәнән күҙәтһен өсөн, ти ойоштороусылар. Дөрөҫөн әйткәндә, акцияның маҡсаты электр энергияһын ҡулланыуҙы кәметеү түгел, ә кешеләрҙең тәбиғәттәге һәм планеталағы глобаль үҙгәрештәргә, климат алмашыныуына иғтибарын йәлеп итеү. Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды идеяһын сама менән 2 миллиард кеше хуплай, ә Рәсәйҙә был сараға 20 миллион самаһы халыҡ ҡушыла.
Билдәләнгән ваҡытта илебеҙҙә Василий Блаженный соборының, Кремль һәм башҡа меңәрләгән мөһим архитектура ҡомартҡыһының, биналарҙың декоратив уты һүндерелә. Флешмобта ябай кешенән алып эре ойошмаларға тиклем ҡатнашырға мөмкин.
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды тирә-яҡ мөхиттең үтә ныҡ бысраныуына саң ҡаға. Әгәр ҙә бер нәмәне лә үҙгәртмәһәк, 2050 йылда Ер планетаһын тамам бысратып, йәшәү өсөн өр-яңыһын эҙләргә тура киләсәк, ти экологтар. Яңы планета шәп, әлбиттә, тик уны ҡайҙан табырға һуң?!
Утыҙ йылдан аҙыҡ-түлек етмәй башлаясаҡ, тип фараз ҡылына. Бөгөн супермаркеттарҙа арба тултырып һатып алынған аҙыҡ-түлектең, баҡһаң, өстән бер өлөшө сүплеккә ташлана. Беҙҙең халыҡ, үкенескә күрә, эсәр һыуҙы һаҡларға, аҙыҡ-түлектең артығын алмаҫҡа, тигән кәңәштәргә: “Африкала йәшәмәйбеҙ әле!” – тип кенә ҡуя.
Шулай уҡ урмандарҙан ҡолаҡ ҡағыу хәүефе лә бар. Статистика буйынса, офистарҙа сығарылған ҡағыҙҙың 45 проценты шул уҡ көндө сүплеккә ташлана икән. Принтер аша тик кәрәклеһен генә сығарып алыу мөһим, сөнки бер тонна ҡағыҙ етештереү өсөн 24 ағас ҡырҡыла. Әйткәндәй, 80 килограмм макулатура 1 ағастың ғүмерен һаҡлап ҡала.
Эштәр былай барһа, өс тиҫтә йылдан көнкүреш ҡалдыҡтарынан йылға-күлдәребеҙҙең бысраныуы арҡаһында балыҡтан ҡолаҡ ҡағасаҡбыҙ. “Йәшелдәр” әйтеүенсә, әгәр ҙә Рәсәй ҡалаларында ваннала йыуыныу урынына душ төшһәләр, бер йылда Селигер күленең дүрттән бер өлөшө саҡлы һыу ятҡылыҡтары бысранмай ҡалыр ине.
Экологтар Рәсәйҙә ҡоролоҡ һәм һыу ташыу кеүек тәбиғәт катаклизмдарының йышайыуын илдә автомобиль һанының йылдан-йыл артыуына бәйләп, уны хәл итеүгә оло иғтибар талап итә. Бер машина йылына 4,2 тонна һөрөм газы бүлеп сығара. Автомобиле булып та, эшкә барыу өсөн йәмәғәт транспортын һайлаусылар, йәғни тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ өлөшөн индереүселәр маҡтауға лайыҡ.

Тәбиғәт ярҙамға
мохтаж



Быйыл Рәсәй “Ер сәғәте” акцияһында унынсы тапҡыр ҡатнаша. Сара Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һәм Мәскәү Хөкүмәте ярҙамында үтә. Һәр кеше үҙе теләп ҡатнаша, йәмәғәт хәүефһеҙлеге өсөн яуап биргән электр утын һүндерергә ярамай, тиелә сараның рәсми сайтында. Ҡалаларҙа яҡтыртыу ҡорамалдары ғына һүндерелә, ә лифттар, йәйәүлеләр һәм транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе фонарҙар, светофорҙар түгел.
Быға тиклем “Ер сәғәте”нең логотибы “60” рәүешендә – кешеләрҙең Ер планетаһына бағышлаған 60 минут ваҡытын күрһәтә ине. Хәҙер эмблема “60+” тип үҙгәртелде, йәғни бер сәғәт менән генә сикләнмәйенсә, экологик батырлыҡ өсөн күберәк ваҡытыңды ла бүлә алаһың.
“Ер сәғәте” йыл һайын бер темаға арнала. Быйыл “Тәбиғәт өсөн яуап бир!” тигән тема һайланған. Ошо алым менән һәр кем тәбиғәттең киләсәгенә битараф булмауын, ресурстарға һаҡсыллығын күрһәтергә тейеш. Был флешмоб барышында Ер шары буйлап төрлө дәүләттән 2 миллиард кеше менән теләктәш булыуыңды тойоу рухландыра һәм дәртләндерә.

Электрһыҙ нимә эшләргә?



Һәр минут-сәғәтебеҙ гаджеттар, электр утына бәйле заманда был һорауға яуап табыуы ауыр. Ғөмүмән, беҙҙең тормошобоҙҙа ут һүнеүе ғәҙәттән тыш хәлгә тиң. Йылына бер тапҡыр ғына уҙған акция мәлен, планетабыҙҙы һаҡлап ҡалыуға файҙалы өлөш индереп кенә түгел, ҡыҙыҡлы итеп тә үткәрергә бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
1. Балалар өсөн төрлө уйындар.
Шәм тоҡандырып, аҡ йәймә элергә һәм күләгәләр театры кисе ойошторорға. Ололар ҙа, балалар ҙа иң яратҡан әкиәтен ҡуя ала. Персонаждар өсөн ҡатырғанан төрлө һын ҡырҡып әҙерләп ҡуйырға мөмкин.
Шулай уҡ шомло ваҡиғалар һөйләү өсөн шәп мәл. Үҙебеҙҙең бала саҡтағы бындай кистәр хәтерҙә иң ныҡ ҡал­ғандарының береһе, шулаймы?
2. Романтик киске аш.
Шәм уты тыныс, оҙайлы әңгәмәгә ҡулай. Ә электрҙың көслө уты, кире­һенсә, тиҫкәре, ярһыу хистәрҙе көсәйтә. Ғөмүмән, йорттағы электр утының дөрөҫ яҡтыртылыуына (төҫө, лампа, светильник төрө) ғаилә ағзаларының эмоциональ торошо бәйле.
Ғаиләгеҙ менән шәм артында аралашҡанығыҙ булдымы? Бер сәғәткә утһыҙ ҡалыу – романтик киске аш, тыныс ҡына һөйләшер өсөн бына тигән мөмкинлек.
3. Урамда саф һауа һулау, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү.
Утты һүндереп, мотлаҡ өйҙә ултырырға тимәгән. “Ер сәғәте” мәле – йондоҙҙарҙы күҙәтеү, улар хаҡында балаларға һөйләү өсөн яҡшы форсат. Яҙҙың саф һауаһын һулай-һулай, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеп алырға ла була.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (15-21 апрель)

15.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 апрель)


Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)

13.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)


«Атайым – оло шәхес»

09.04.2019 - Махсус биттәр «Атайым – оло шәхес»


Йондоҙнамә (8-14 апрель)

08.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 апрель)


Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 - Махсус биттәр Үҙаллылыҡ емеше


Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

05.04.2019 - Махсус биттәр Мин һинһеҙ йәшәй алмайым


Миҙалһыҙ ҡалған батыр

04.04.2019 - Махсус биттәр Миҙалһыҙ ҡалған батыр


«Йола аша кешеләрҙә  йылға-күлдәргә,  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»

Табиптың да төрлөһө була

03.04.2019 - Махсус биттәр Табиптың да төрлөһө була


Йондоҙнамә (1-7 апрель)

01.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (1-7 апрель)


Күңел күҙе тик  матурлыҡ күрһен

30.03.2019 - Махсус биттәр Күңел күҙе тик матурлыҡ күрһен