НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Телеңде йоторлоҡ

Телеңде йоторлоҡ


Хөрмәтле хужабикәләр! Был махсус сығарылышыбыҙ һеҙҙең табынды тағы ла байытыу маҡсатында ябай һәм шул уҡ ваҡытта бик тәмле аҙыҡ-түлек әҙерләү рецептарын тәҡдим итәбеҙ. Улар бигерәк тә йәш хужабикәләргә ярҙамға килер тип ышанғы килә. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек әҙерләүгә ҡағылған кәңәштәребеҙ ҙә бөтә гәзит уҡыусылар араһында ла ҡыҙыҡһыныу уятыр тип өмөт итәбеҙ.

Ҡара емеш менән һарыҡ ите

600 г һарыҡ ите, 150 г башлы һуған, 1 лимон, 60 г үҫемлек майы, 30 г он, 150 г һөйәкһеҙ ҡара емеш, 80 г миндаль сәтләүеге, 30 г шәкәр, тоҙ, борос.
Итте ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос, балдаҡлап турал­ған һуған ҡушып, лимон һуты өҫтәп, өс сәғәт маринадларға. Бынан һуң ул үҫемлек майында ҡыҙҙырыла, он, һыу ҡушып, йомшарғансы быҡтырыла. Бешергә етешкән иткә ҡара емеш һәм ныҡ итеп ваҡланған сәтләүек ҡушып, утта тотола. Итте уттан алыр алдынан уға тағы ла бер аҙ лимон һуты менән шәкәр ҡушыла.

Һарыҡ ите менән банан

200 г һарыҡ ите, 200 г банан, 150 г үҫемлек майы (зәйтүн майы булһа, бигерәк тә һәйбәт), 100 г он, 3 йомортҡа, тоҙ.
Һарыҡ ите йоҡа киҫәктәргә бүленә. Ит киҫәктәре араһына ҡырҡылған банан ҡыҫтырып сығыла.
Онға йомортҡа, тоҙ ҡушып, ныҡлап туҡыла, ҡамыр шыйыҡ булырға тейеш. Ит киҫәктәрен ошо ҡамырға манып алып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға кәрәк.

Эксклюзив икмәк

500 г он, 10 – 15 г сүпрә, 2 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ кунжут орлоғо, 1 балғалаҡ әнис.
Иләнгән онға тоҙ һәм йылымыс һыуҙа ебетелгән сүпрә, 2 аш ҡалағы һыу ҡушып, ҡамыр баҫыр­ға. Бынан һуң уға кунжут, әнис ҡушып, яҡшылап бу­тар­ға. Ошо ҡа­мырҙы ике өлөшкә бүлеп, икмәк әүәләргә. Һәм йылы ғына урында ике сәғәт самаһы тотҡандан һуң мейескә ҡуйыла. Ул мейестә 45 минутта әҙер була.

Ҡарабойҙай менән бәлеш

1 – 1,5 кг ҡамыр, 1 кг ҡарабой­ҙай, 300 г иретелгән май йәки 1 кг ит, 300 г башлы һуған, борос, тоҙ.
Ҡарабойҙайҙы тәүҙә табала ҡыҙҙырып алырға ла, тоҙло һыуҙа саҡ ҡына бешерергә. Бәлешкә сөсө ҡамыр баҫырға. Эслеген бутҡа һыуынғас ҡына әҙерләй­ҙәр. Үрҙә яҙыуыбыҙса, был бәлеште итһеҙ генә лә әҙерләргә була. Ә ит ҡулланырға теләгән осраҡта уның майлы булыуы шарт. һарыҡ ите һәйбәтерәк буласаҡ. Бәлештең эсенә һуған ныҡ итеп ваҡланып һалына.

Йөҙөмлө ҡалас

150 мл һөт, 20 г сүпрә, 120 г шәкәр, 350 г он, 1 йомортҡа, ҡырғыста ҡырылған ли­мон, тоҙ, 50 г аҡ май, йөҙөм.
Һөттө йылытырға һәм уға сүп­рә, 1 балғалаҡ шәкәр менән 2 бал­ғалаҡ он ҡу­шып бутар­ға. Был мас­са 20 минут самаһы йылы урында торорға тейеш.
Ҡалған ондо ҙур һауытҡа тау һымаҡ өйөп, уртаһында уйым эшләргә. Шул урын­ға 100 г шәкәр, йомортҡа, лимон ҡабығы, тоҙ һәм сүпрәле массаны һалыр­ға кәрәк. Бынан һуң аҡ май, йөҙөм ҡушып, тағы ла нығыраҡ болғап, йомшаҡ ҡамыр баҫыла. Уны сепрәк менән ҡаплап, йылы урында бер сәғәт самаһы тоторға кәрәк.
Әлеге ҡамырҙан, яҡынса алғанда, 16 ҡалас килеп сығырға тейеш. Уларҙы формаға һалып сыҡҡас, тағы ла 20 минут самаһы ҡабартыу талап ителә. 225 градус самаһы эҫелектәге мейестә ҡаластар 20 минутта әҙер була. Уларҙы мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртөп, шәкәр һибергә.

Майонездан ҡалас

100 г сүпрә, 1 литр һөт, 250 г майонез, 400 г шәкәр, 200 г үҫемлек майы, он, дәрсен (корица).
Сүпрәне һыуҙа иҙеп, май, ондан ҡамыр әҙерләргә. Әҙер булғас, уны таҡтала йәйергә һәм оҙонса итеп ҡырҡырға. Оҙонса ҡамырҙы еп бәйләгән һымаҡ итеп бороп, формаға килтереп, ҡаластар әҙерләргә. Улар ошо килеш сәғәт ярым тирәһе тороп торһон. Мейескә ҡуйыр алдынан өҫтәренә туҡылған йомортҡа һарыһын һыларға кәрәк.

Ҡаймаҡтан бәлеш (сметанник)

3 стакан он, 500 г ҡаймаҡ, 1,5 стакан шәкәр, ҡалаҡ осонда сода, тоҙ.
Ҡаймаҡты шәкәр менән ҡушып, ике өлөшкә бү­лергә. Уның бер өлөшөнә сода, тоҙ һа­лып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уны тағы ла дүрт өлөшкә бүлеп, һәр бер өлөштө дүртмөйөшләп формаға килтергәндән һуң, май һөртөлгән табала бешереп алырға. Кипмәһен.
Өс йәймәгә лә ҡалдырылған ҡаймаҡты һөртөп сығырға кәрәк. Дүртенсеһен ваҡлап, бәлештең өҫтөнә һибергә.
Ҡаймаҡ йәймәгә 4 сәғәт самаһы үткәс кенә һәйбәтләп һеңеп бөтәсәк. Бәлеште ромб формаһында матур итеп ҡырҡырға.

Печенье

300 г ҡатлы ҡамыр, 100 г сыр, тоҙ, йомортҡа.
Ҡамырҙы йоҡа ғына өлөш­тәргә бүлеп, печенье формаһына килтерергә һәм һалҡын һыу һибелгән табаға ҡуйыр­ға. Өҫтөнә ҡыр­ғыстан үткәрелгән сыр һәм тоҙ һибеп, йомортҡа буяр­ға. Был печенье 7 минутта бешә. Оҙаҡ тотһаң, кибеп бөтәсәк.

Манный (манник)

1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 250 ҡаймаҡ (әсегән һөт, ҡатыҡ), тулыр-тулмаҫ бер стакан шәкәр, 2 йомортҡа, 4 – 5 аш ҡалағы аҡ май йәки ярты стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ сода.
Йомортҡа менән шә­кәр­ҙе ту­ҡыр­ға һәм уға со­да, он, манный ярмаһын ҡушып, болғатырға. Был ҡамыр ярты сәғәт самаһы торғандан һуң, иретелгән аҡ май ҡойоп, яҡшылап бутарға.
Ҡамырҙы ныҡлап майланған тәрән табаға һалып, мейескә ҡуялар. Ул, әҙер булғас, табаға йәбешмәҫкә тейеш. Ҡамыр ике өлөшкә бүленә һәм аҫтағыһына шәкәр сиробы ҡойола. Бәлештең өҫтөн ҡайнатманан алынған еләктәр менән биҙәргә мөмкин.

Ҡамырға ҡағылышлы кәңәштәр

Ондо ҡулланыр алдынан иләү мотлаҡ. Был уны таҙартыу өсөн генә түгел, араһына һауа инһен өсөн дә эшләнә. Иләнгән ондан бешерелгән аҙыҡ матур ҡабара, өҫтө тигеҙ була.
Ҡоро сүпрәне ҡулланыр алдынан 20 – 30 минут һалҡын һыуҙа ебетергә кәрәк.
Ҡамыр әҙерләү өсөн пресланған сүпрәне – ондоң 2 – 5 проценты күләмендә, ә инде ҡороһон тағы ла аҙыраҡ алырға кәрәк.
Ҡулланыр алдынан сүпрәне шәкәр ҡушыл­ған йылымыс һыу йәки һөткә һалып, бер аҙ тотор­ға кәңәш ителә.
Сүпрәне эҫе һыуға һалмайҙар. Сөнки юғары температурала ундағы бәшмәктәр үлә һәм ҡамырҙың әсеү процесы туҡтала.
Әгәр ҡамыр әсегән ваҡытта, ныҡ эҫе урын­ға ҡуйылып, сүпрә бәшмәктәре үлһә, ҡамырҙы һыуытып, яңы сүпрә һалырға кәрәк.
Сөсө ҡамырҙы оҙаҡ баҫырға кәңәш ителмәй. Был уның сифатын түбәнәйтә.
Ҡамыр йәйгән урында үтәнән-үтә ел уйнап торорға тейеш түгел, ел ҡамыр­ҙы ҡатыра, әҙерләнгән ризыҡтың өҫтөн киптереп, тышы ҡаты булып бешеүенә килтерә.

Һөт һәм һөт аҙыҡтарына ҡағылышлы кәңәштәр

Һөттө аҙыраҡ ҡына шәкәр ҡушып ҡайнатһаң, оҙағыраҡ һаҡланасаҡ.
Әгәр һөт саҡ ҡына көйһә, уны тиҙ генә икенсе һауытҡа ҡойоғоҙ ҙа, тоҙ һалып, һалҡын һыу һалынған һауытҡа бушатығыҙ.
Көйгән һөт еҫен һөт һалынған кәстрүлде еүеш, саҡ ҡына аш һеркәһе һибелгән сепрәк менән ҡаплап тороп бөтөрөргә була.
Эремсектең шыйығыраҡ булыуы ла ихтимал. Был осраҡта уны марляға һалып, өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Артыҡ һыуы ағып сығасаҡ.
Эремсек әсе булмаһын өсөн уны шул уҡ миҡдарҙағы һөт менән бутап, бер сәғәт тоторға кәрәк. Бынан һуң уны тишекле сүмес аша үткәрәләр.
Сей һөттө һалҡынса ғына түгел, ҡараңғы урында ла һаҡлар­ға кәңәш итәләр. Шул ваҡытта унда А менән С витаминдары оҙағыраҡ һаҡланасаҡ һәм һөт тиҙ әсемәйәсәк.

Сығыу ваҡыты 29-01-2011, 15:29 | Ҡаранылар: 1712
|
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Ҡышты ла онотмайыҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM