RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә

10.03.2019 Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә

Мәктәптә теүәл фәндәрҙе үҙ иткән ҡыҙ башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлап, балаларҙа рух та тәрбиәләй, ижади һәләттәрҙе лә аса

Әбйәлил районының Ташбулат ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Илсиә Билалова тураһында күптән яҙырға ҡулым ҡысып йөрөй. Йыл һайын, быйыл мотлаҡ Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы хаҡында 8 март уңайынан яҙам, тим дә, байрам датаһы үтеп китһә, ярай, Белем йәки Уҡытыусылар көндәре бар ҙаһа, тип үҙемде тынысландырам. Сентябрь-октябрь айҙары ла артта ҡалһа, эш блокнотыма өсәр өндәү билдәһе менән нығытып, Әсә көнөнә Илсиәнең исем-шәрифен яҙып ҡуйған булам. Һәм... тағы ниәтем тормошҡа ашмай тора ла ҡала. “Илсиә Билалова” тигән яҙма тиҫтәләрсә тапҡыр бер блокноттан икенсе блокнотҡа күсеп йөрөгән арала, шәп уҡытыусы, педучилищела бергә уҡыған һәләтле курсташым уңыштарын арттырғандан-арттыра бара. Ҡабаттан егерме йыл үткәнен көтәһеңме, Илсиә инде пенсионер әбей булғас, уның тураһында Ололар көнөнә яҙырға итәһеңме ни, тип үҙемде әрләп, ҡайыҙлап, ниһайәт, ҡәләмгә тотонолдо...

Гөл-сәскәләр үҫтерергә яратҡан, тыныс тәбиғәтле, тыйнаҡ холоҡло Илсиә Яңы Балапан ауылында Сулпан менән Мөбәрәк Дулановтарҙың ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән. Кинйәкәй ҡыҙ яратылып-һөйөлөп кенә үҫкән. Яратмаҫлыҡ та түгел: һары сәсле, бер аҙ еңмешерәк холоҡло ҡыҙ йылмайыуы менән һәр кемде әсир итерлек тартыу көсөнә эйә. Бар тирә-яҡ алһыу төҫтәргә мансылып, донъяһы түңәрәк килеш, үҙен ер кендегендәй тойоп, бәхетле генә йәшәп ятҡанында атаһы мәрхүм була.

– Атайым колхоз эшендә йөрөп, ағыу менән эшкәртелгән көнбағыш орлоғон сәскәндә тәүлектәр әйләнәһенә тиерлек сәскестә тороп, ағыуланып үлде. Миңә өс кенә йәш ине, әммә атайымды ап-асыҡ хәтерләйем. Сәй эскәнендә урындыҡта ятып, башымдан һыйпағанын һаманғаса тойған кеүекмен. Ул мине етәкләп, һыртҡа алып сыҡты. Ҡалҡыулыҡҡа менеп еткәс, оҙаҡ итеп ауылға ҡарап торҙо. Шунан һуң ҡайтҡас, ятты ла, мәңгегә күҙҙәрен йомдо. Был мәлдә әсәйем колхоз эшендә ине... Мине бөтәһе лә атайыма оҡшатып сырамыта. Төҫөм атайымдан булһа, холҡом әсәйемдән. 36 ғына йәшендә әсәйем алты бала менән тол ҡалды. Иң өлкән ағайым ул саҡта яңы һигеҙенсегә күскән булған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында ябай санитарка булып эшләгән әсәйем ҡайҙан көс алғандыр, әммә барыбыҙҙы ла аяҡҡа баҫтырҙы, уҡытырға тырышты. Уның тырышлығы, фатихаһы менән ҡалҡынып киттек, кеше араһында кәм-хур булманыҡ, шөкөр. Заманында ауыл хужалығы институтын “ҡыҙыл диплом”ға бөткән Ринат ағайым әле Ташбулатта йәшәй. Әғниә апайым балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бухгалтер һөнәрен үҙ иткән Әлмира апайым Яйҡарҙа донъя көтә. Байрамғол ағайым Өфө мәктәбендә хоҡуҡ нигеҙҙәренән һәм физкультуранан уҡыта. Шулай уҡ юғары белемле Ислам ағайым тыуған ауылға ҡайтып, ата-әсә йорто нигеҙенә яңы һулыш өрҙө, Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп йөрөй. Байрамғол менән Ислам ағайҙарым еңел атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидаттар ҙа әле ул.

Етемлекте тойҙормаҫҡа ынтылды әсәйебеҙ. Бәләкәстән уның, уҡығыҙ, белем алығыҙ, тип әйткәнен ишетеп үҫтем. Шуға ла мәктәпкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән барҙым. Өлкән Ринат ағайымдың мине беренсегә әҙерләп шиғыр ятлатыуы әле лә хәтерҙә: “Еҙ ҡыңғырау, еҙ ҡыңғырау...”
Илсиәне Аһылай ауылынан Нәфисә Мәғәсүмова исемле, шундай уҡ күркәм есемле уҡытыусы белем иленә етәкләп индерә. Һуңынан да уҡытыусыларҙан уңа ул: рус теленән Рита Шәйҙуллина, немец теленән Сәриә Малыбаева, математиканан Ҡотдос Мырҙин (Йә­некәйҙән), физиканан Әхтәм Рәхимов кеүек бик көслө педагогтар уҡыта. Төплө белем биргән уҡытыусыларына һаманғаса рәхмәтле Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы – улар һалған ныҡлы нигеҙгә бөтөн тормошо ышаныслы ҡоролған. Мәктәптә бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшкән, айырыу­са математика-физиканы ныҡ яратҡан, яҡшы белгән ҡыҙ теүәл фәндәр уҡытыусыһы булырға хыяллана. Ләкин 8-сенән һуң Белорет педагогия училищеһына инеп, шунда уҡып йөрөгәндә, башҡорт теле уҡытыусыһы Хәтимә Хажи ҡыҙы Вәлиева үҙ фәненә башкөлләй ғашиҡ иттерә лә ҡуя. Тап уның тәҡдиме буйынса, Илсиә педучилищены тамамлағас, ҡаланың Түбәнге ауыл (Нижнее Селение) тигән биҫтәһе мәктәбенә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә бара. Уға тиклем башҡорт теле бөтөнләй уҡытылмағас, Илсиәгә бар йәһәттән эште өр-яңынан ойошторорға тура килә. Күптәр көлөмһөрәп ҡарай, ҡырын ҡараусылар ҙа табыла. Әммә тырыш йәш уҡытыусы артыҡ бер нәмәгә лә иғтибар итмәй, бөтөн күңелен һалып, рус телле балаларға башҡорт телен уҡыта, милләтебеҙҙең мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уята ала. Һәм һуңынан ата-әсәләрҙән әллә күпме рәхмәт һүҙе ишетә.

Артабан яҙмыш еле уны кире Әбйәлилгә алып ҡайта: Ташбулат мәктәбенә пионервожатый булып эшкә урынлашып, ошо ауыл егетенә кейәүгә сыға. Йәш ғаиләлә баш бала – Айгиз улдары тыуа. Бәпес ҡосҡан әсә эшкә сығып, башҡорт теленән уҡыта башлай, ситтән тороп БДПУ-ға уҡырға инә һәм юғары уҡыу йортон “ҡыҙыл диплом”ға тамамлай.

– Әле генә тыуып, ауаз һалған кеүек ине, ә шул арала Айгиз СиБДУ-ла юрфакты бөттө, өйләнеп, әле Өфөлә йәшәй, – тип Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы ғүмерҙең тиҙ ағыуына аптырап, баш сайҡай. – Данир улыбыҙ Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла ун беренселә уҡый, ә кинйә ҡыҙыбыҙ Рания ауыл мәктәбендә икенсе синыфта белем ала. Балаларыбыҙға рәхмәт – йөҙҙө ҡыҙартмайҙар. Бәләкәстән тырышып уҡынылар. Әйтеп-төртөп торғанды көтмәйҙәр. Улдарыбыҙға йәш саҡта ваҡыт бөтөнләй етмәне: мәктәптә уҡытам, бынан тыш, Таһир Нафиҡов ойошторған “Йәйғор” балалар бейеү ансамблен уның менән бергә етәкләйбеҙ (һуңынан бер үҙем дә эшләнем), мәктәптән тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашып, күмәкләп сығыш яһайбыҙ, етмәһә, йәйен “Аҡсарлаҡ” лагерында бушамай китәм... Шуға ла ҡыҙыбыҙға күберәк ваҡыт бүлергә, уның һәләттәрен асырға ярҙам итергә тырышам. Иордания королеваһының исемен дә, үҙен дә оҡшатып, ҡыҙыбыҙға Рания исемен ҡушҡайныҡ. Рания тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, шахмат ярыштарында көс һынай, Асҡар сәнғәт мәктәбендә скрипка һәм фортепиано буйынса дәрестәр ала, хорҙа шөғөлләнә. Ҡыҙым-йондоҙом – минең яҡты киләсәгем - фортепианола үҙе көйҙәр ҙә ижад итә, вокаль ансамблдә йырлай. “Гагарин кубогы” олим­пиадаһында, район кимәлендәге әкиәт һөйләүселәр бәйгеһендә призлы урындар яуланы. Данир улымдың да шахмат буйынса миҙалдары бихисап, ҡарт олатаһы тураһындағы ғилми эше конкурста еңеп, ике китапта баҫылып сыҡты. Әйткәндәй, икенсе улыбыҙға исемде бик уйлап, уны ғаилә тотҡаһы тип күҙаллап ҡуштыҡ: Д – Данир үҙе, А – өлкән улыбыҙ Айгиздың баш хәрефе, Н – ирем Нияздың исеменән, И – минең исемдән, Р – Ранияның исеменән (ҡыҙым тыуғас, исемде шуға ла мотлаҡ " Р " хәрефенән башланғанын эҙләнек). Ҡусты-һеңлеһенә яҡшы үрнәк булған Айгизебеҙ юғары уҡыу йортоноң "Сармат" бейеү ансамбле составында бейеп, "Байыҡ" телевизион конкурсында өс йыл рәттән лауреат исемен алды. Тормошомдан бик ҡәнәғәтмен: өс балам – өс терәгем бар, яратҡан эшемдән, мәктәптән, уҡыусыларымдан башҡа үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тормошомда һынауҙар, кәртәләр ҙә булманы түгел. Шул ауырлыҡтарҙы еңерлек көс таба алыуыма хайран ҡалам. Нимәгә тотонһам да, шуны еренә еткергәнсе, юғары сифатлы итеп башҡарып өйрәнгәнмен. Үтә тынғыһыҙмын. Әммә мин башҡаса була ла алмайым. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡ­һындырып, артыңдан эйәртеп, уларға матур өлгө күрһәтмәйенсә, нисек эшләмәк кәрәк?! Ә уңыштарға өлгәшәм тиһәң, күп көс, энергия, ваҡыт талап ителә. Мине ҡыуандырып, уҡыу­сыларым төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙә призлы урындар яулап тора. Ижади һәләтле балалар булыуына һөйөнәм. Ҡайһы ваҡыт арып та кителә, күңел төшөп киткән мәлдәр була. Шул саҡтарҙа уҡыусыларымдың яҡты йөҙөн күреп, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп, кинәнес, көс, дәрт алам да, артабан илһамланып, ҡанатланып эшләп китәм. 2000 йылғы тәүге сығарылыш уҡыусыларымдың береһенең, тормошомдағы бөтә ҡаҙанышымда һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар, тигәне гел дә күңелемде йылытып тора. Талапсан уҡытыусымын, әммә балаларға бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәйем, хәлдәренә инергә тырышам, уларҙы ихлас күңелдән яратам, яҡын күрәм. Уҡыусылар ҙа миңә һөйөү менән яуап ҡайтара. Балаларҙы һәм фәнеңде яратҡан осраҡта ғына белем усағының бөтә күркәмлеген, яҡтылығын, сафлығын тойорға мөмкиндер ул.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, “Йыл уҡытыусыһы” конкурстары лауреаты Илсиә Била­лованың фиҙакәр хеҙмәте респуб­ликабыҙҙың Мәғариф министрлығының, ҡатын-ҡыҙҙар союзының, район мәғариф бүлегенең бихисап Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты менән билдәләнгән. Ләкин күркәм холоҡ-фиғеле, йәшәү рәүеше, эше менән маҡтауға лайыҡ Илсиә яуланған үрҙәрҙә туҡтап ҡала торған шәхес түгел – ул һәр саҡ ижади эҙләнеүҙәр юлында.



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (18-24 март)

18.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 март)


«Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»

17.03.2019 - Махсус биттәр «Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»


Ни өсөн окулист теш ямамай

16.03.2019 - Махсус биттәр Ни өсөн окулист теш ямамай


"Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА

14.03.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА


Йондоҙнамә (11-17 март)

11.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 март)


Ағасығыҙ туңмағанмы?

10.03.2019 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

09.03.2019 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Тәҙрә төбөм гөл генә

07.03.2019 - Махсус биттәр Тәҙрә төбөм гөл генә


Сатнама һыуыҡтар зыян килтермәһен

Ҡыяр күп булһын тиһәң

04.03.2019 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Йондоҙнамә (4-10 март)

04.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (4-10 март)


Зариф ХИЛАЖЕВ:  «Кешеләрҙең  яҡшылығынан  тамаҡҡа төйөр  тығылды»