RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыяр күп булһын тиһәң

04.03.2019 Ҡыяр күп булһын тиһәң

Әле ҡасан ғына ҡыуаҡ кеүек үҫә торған ҡыяр орлоҡтары яңылыҡ һанала ине. Хәҙер инде ҡыярҙың бәйләмләп уңыш биреүсе сорттары бар. Был төр йәшелсәнең үҙенсәлеге шунда: бер төптән 150-гә тиклем ҡыяр йыйып алырға мөмкин. Шун­лыҡтан аҙ майҙанда ла уңыш мул була. Бәйләмләп уңыш биреүсе ҡыярҙы йыш ултыртмағыҙ. Асыҡ тупраҡта бер квадрат метрға 4 төп етә. Йәш бөрөләрҙең үҫеше тот­ҡарланмаһын өсөн өл­гөргәнен йыш йыйырға кәрәк. Уңышы мул тип, орлоҡҡа ҡал­дырмағыҙ, унда гендар һаҡланмай. Уңыш бир­гәндә минераль ашлама менән туҡлан­дырығыҙ. Ул булмағанда үләндәр төнәтмәһе лә ярай.

Ҡыяр мыйыҡ ебәрһә, еп һуҙып йәки таяҡ ҡуйып, өҫкә үрмәләтергә кәрәк.

Ҡайһы бер баҡсасылар, был сортты алып та, ҡыярҙың уңышы түбән булыуына зарлана. Был осраҡта сорт ғәйепле түгел, ә үҫтереүҙә хаталар булған тигән һүҙ. Бәлки, яҡтылыҡ, йылы етмә­гәндер, ел һуғып торған ерҙә үҫкәндер. Ямғырлы йәйҙә бындай йәшелсә асыҡ һауала матур булып үҫмәйәсәк. Ҡыҫыр сәс­кәләре булмаһын өсөн «Эпин», «Циркон» препараттары менән эшкәр­тегеҙ. Яҡшы уңыш алыр өсөн һыуҙы мул һибергә, азотлы ашламалар менән бик мауыҡмаҫҡа кәрәк.


Ниндәй сорттары яҡшы?



Теплица өсөн «Мальчик с пальчик», «Младший лейтенант», «Три танкиста», «Марьина роща» сорттары яҡшы. Һабаҡтары йә­йелмәйенсә үҫеүсе сорт ултыртҡығыҙ килһә, «Муравей», «Кузнечик», «Козырная карта» сорттарына өҫтөнлөк бирегеҙ.
F1 «Желудь», F1 «Капитан» сорттары ла һәйбәт. Температура 15, 16 градусҡа еткәс кенә асыҡ грунтҡа ултыртығыҙ.
Теплицаға сәсергә F1 «Балконный», F1 «Карапуз» сорттары бара.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (18-24 март)

18.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 март)


«Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»

17.03.2019 - Махсус биттәр «Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»


Ни өсөн окулист теш ямамай

16.03.2019 - Махсус биттәр Ни өсөн окулист теш ямамай


"Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА

14.03.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА


Йондоҙнамә (11-17 март)

11.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 март)


Ағасығыҙ туңмағанмы?

10.03.2019 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә

10.03.2019 - Махсус биттәр Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

09.03.2019 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Тәҙрә төбөм гөл генә

07.03.2019 - Махсус биттәр Тәҙрә төбөм гөл генә


Сатнама һыуыҡтар зыян килтермәһен

Йондоҙнамә (4-10 март)

04.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (4-10 март)


Зариф ХИЛАЖЕВ:  «Кешеләрҙең  яҡшылығынан  тамаҡҡа төйөр  тығылды»