RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Класташымдың әсәһе

22.02.2019 Класташымдың әсәһе

Әҙәм балаһының тәбиғәтен, эске донъяһын белеү өсөн үҙе менән аралашыу ғына аҙ, минеңсә, уның яҡын кешеләренә, ата-әсәһенә булған мөнәсәбәтен өйрәнеү ҙә мөһим. Булат Ҡаразбаев менән туғыҙынсы кластан бергә уҡыныҡ, әлеге көнгә ҡәҙәр дуҫ йәшәйбеҙ. Мәгәр ошоғаса уның кендек ҡаны тамған атай нигеҙен барып күргәнем юҡ ине әле. Хәйер, бынан бер нисә йыл элек, Тәүәкән ауылына йомош-юлға барғанымда, инеп кенә сыҡҡайным класташым йәшәгән йортҡа. Ул ваҡытта, ҡабалан булғас, Булаттың әсәһе Миңһылыу апай менән ныҡлап һөйләшеп ултырырға форсат теймәгәйне.


– Класташ, тынсыу фатирыңда нимә эшләргә белмәй ятҡансы, әйҙә беҙҙең ауыл­ға кил, – тип шылтыратты ноябрҙең бер йомаһында Булат.
Ул әйткәнсә, тынсыу уҡ түгел фатирыбыҙ, башлап та, осона сыға алмаған эштәрем дә ҡыйралып ята. Ләкин класташтың һүҙен йыға алмайынса, күбәләкләп кенә ҡар яуған бер иртәлә Тәүәкәнгә сығып киттем.

– Иртәгә Әсә көнө бит, класташ, шуға күрә беҙгә ғүмер бүләк иткән яҡын кешебеҙҙе ҡотлар өсөн Дауыт ағайым менән ауылға ҡайттыҡ әле, – тип, һәр ваҡыттағыса, ихлас йылмайып ҡаршы алды класташым.
Дауыт ағайҙы ла яҡшы беләм, сөнки ул да беҙҙең Ишембай интернатында уҡыны. Әлеге ваҡытта Мәләүез ҡалаһында табип булып эшләп йөрөй. Мине күргәс, ул да ҡоласын йәйеп ебәрҙе.
– Һинең килерҙе әйтмәй ҙә бит әле Булат. Әсәй, ҡаршы ал, ҡунаҡ килде.

Аш-һыу менән булышҡан Миңһылыу апай ишек аша күренеүем менән, йылмайып, иҫәнлек ҡушты.
– Бер көнө генә үҙеңде телевизорҙан ҡарап ултырғайным, анау МФЦ тигән нәмәләрҙең эше хаҡында һөйләй инең. – Сылтырлап ҡына аҡҡан шишмә тауышын хәтерләтеп көлөп ебәрҙе ул. – Ана ҡалай йәтеш булды, һин һөйләгәндән һуң шунда эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡтарын арттырҙылар бит.
– Мин түгел, апай, Радий Хәбиров арттыр­ҙы эш хаҡтарын, – тинем, уңайһыҙланып.
– Шул Радийҙы әйтәм, бигерәк кешелекле, ихтирамлы булып сыҡты, ана бит, оло түрә булдым, тип торманы, илгә ҡайтыу менән беҙҙең Мортаз ҡайнағаның хәлен белде, кәңәшкә саҡырҙы. Тимәк, күңеле саф ул яңы башлыҡтың. Ололарҙы хөрмәтләгәс, эштәре ырап ҡына барыр, иншалла.

Беҙҙең Мортаз, тиһә лә, Миңһылыу апай үҙе тыумышы менән күрше Бикес ауылынан. Килен булып төшкән ул Тәүәкәнгә.
– Мин атайымды бөтөнләй белмәйем. Сөнки, һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡас, шул йәрәхәттәрҙән мандый алмаған ул, баҡыйҙарға китеп барған, – тип хәтирәләргә бирелә Миңһылыу апай, йәш ҡунған күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөртөп.
Миңһылыу апайҙың әсәһе Ғәйниһан инәй, Абдуллаһы әхирәткә күсте тип, ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡараңғынан ҡараңғыға тиклем колхоз эшендә ҡайнай. Хәйер, ҡул ҡаушырып ултыра торған замандармы ни? Һуғыш алдынан тыуған Уралына – ете, Ирегенә өс кенә йәш, уларҙы ҡарарға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Атаһының вафатынан һуң тыуған Миңһылыуына ла етемлек төҫө ҡундырмаҫҡа тырыша йәшләй генә тол ҡалған ҡатын.
– Етенсе класты тамамлағас, колхоз эшенә сыҡтым да ҡуйҙым, – ти Миңһылыу апай. – Сөнки һигеҙенсегә Подгорный ауылына барырға кәрәк ине. Әсәйем: “Ҡуй, ҡыҙым, урыҫ араһында уҡый алмаҫһың ул”, – тине. Эшкә килгәндең беренсе көнөндә үк Миңһылыу исемле аҙашым менән икебеҙгә ун дүртәр һыйыр бирҙеләр, шуларҙы һауабыҙ инде.

Аҙаштар матур эшләгәндер, моғайын, сөнки ун биш йәшлек ҡыҙҙарҙың фиҙакәрлеге хаҡында район гәзитендә ауыл хәбәрсеһе Линиза Ишемғолованың “Йәш һауынсылар” исемле мәҡәләһе баҫыла. Миңһылыу апай йылдар һарыһы ҡунған гәзитте әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.
Шулай матур ғына эшләп йөрөгәндә, көтмәгәндә юлына өлөшөнә насип иткән көмөшө тап була.
– Прогресс ауылының магазинында торһам, күҙҙәре янып торған бер егет килеп инде. “Үгеҙ эҙләп йөрөйөм, күрмәнегеҙме, ошо һеҙҙең тирәлә йөрөмәйме икән?” – тине ул магазин яңғыратып. Шунан миңә ҡараны ла, уйынлы-ысынлы һүҙ ҡушты: “Мынауындай матур ҡыҙҙар булғанда, үгеҙ нимәгә миңә, әйҙә, алып ҡайтам үҙеңде, һылыу. Ана, саптарым урамда тора”.

Тәүәкән ауылы егете Ғизелхаҡ икән, күрше колхозда шофер, имеш. Мин ни әйтергә лә белмәй, ҡыҙарып, башымды түбән эйҙем. “Оялсан ғына икән дә үҙе”, – тип шаярта һалды йәнә егет.
Шул көндән башлап Ғизелхаҡтың машинаһы Тәүәкән менән Бикес араһындағы саңды ергә ятҡырмай. Юҡ һылтауҙы бар итеп сабыулап килә лә етә ул Миңһылыуҙарға. Йөрәгенә ғишыҡ уты ҡунған егетте тыйып тотоп буламы ни инде, бер көндө күңелен яралаған сибәрҙе һоратып, Хәсән еҙнәһен яусылыҡҡа ебәрә ул.
– Әсәйем дә, ағайымдар ҙа ҡаршы булманылар инде, шулай ун алты ғына йәшемдә Тәүәкәнгә килен булып төштөм, – тип көлә Миңһылыу апай. – Август айы ине, үҫтерелгән уңыш өсөн көрәштең ҡыҙған мәле. Ғизелхаҡ мине таң менән Бикестән килеп алды ла, өйҙәренә ҡалдырып, үҙе эшкә сыҡты ла китте. Ҡайным да эштә ине ул саҡта. Бейемем менән япа-яңғыҙ торҙоҡ та ҡалдыҡ. Ул аҡыллы булған инде: “Балам, үҙ өйөңдәге кеүек бул, анауында самауыр тора, сәй ҡуя тор, табын әҙерләйек”, – тип йылы ғына өндәште. “Балам” тиеүе күңелемә май булып яғылды, тиҙ генә өйрәндем дә киттем. Шул килеүҙән таш булып баттым Тәүәкәнгә. Бейемем менән ун алты йыл бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнек, бер генә лә ауыр һүҙ әйтешмәнек, һүҙгә килешмәнек.

Ҡыр эштәре бөтөп, һуғымдар һуйылғас, ер өҫтөн ап-аҡ юрған ҡаплаған матур бер мәлдә, йәштәр туй мәжлесе лә үткәрә. Йәнә бер аҙҙан Миңһылыу, Ғизелхаҡын ҡыуандырып, ул алып ҡайта. Артабан Булат, Салауат, Самат, Сәфәр исемле улдары тыуа. Улдарын уҡ юнырға ла, бесән сабыр­ға ла, балта тотор­ға ла, умартасылыҡ серҙәренә лә өйрәтеп үҫтерә аталары.
– Ҡырҡҡа еттең, бер ҡыҙ табып бирмәйһең, тип ҡыртлаша торғас, ҡыҙ ҙа алып ҡайттым Ғизелхаҡыма, – тип көлә Миңһылыу апай. – Ҡырҡым тулғанда Фәйрүзә исемле ҡыҙыбыҙ тыуҙы.
– Мин был ваҡытта Мораҡта мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөй инем, – тип әсәһенә ҡушыла Булат. – Әсәйемдең хәлен белергә бала табыу йортона барҙым. “Ҡаразбаева тапманымы әле?” – тип һорайым шәфҡәт туташтарынан. “Йәшеме, ҡартымы?” – тип көләләр. Был ваҡытта беҙҙең күрше Ҡаразбаева Наилә еңгә лә дауаханаға бала табырға ингән икән.
– Ҡартайып бөткәндә тапҡас, көлгәндәр­ҙер инде, – ти тыйнаҡ ҡына Миңһылыу апай. – Ҡарт һыйыр тулаһа, йәштәрҙән уҙҙыра.
– Аһа, әсәй, Фәйрүзә һылыуымды алып ҡайтҡас, ана, атайым атҡа атланғандай ҡайһылай ҡыуанып йөрөнө, иҫләйһеңме? – Класташым әсәһен мәрәкәләп ала.
– Балалар бағыу – бәхеттең иң ҙуры инде ул был тормошта, – тип улы менән килешә Миңһылыу апай ҙа. – Ана, хәҙер ун дүрт ейәнем, биш бүлә-бүләсәрем бар. Шулар­ҙың ҡыуаныстарына ҡыуанып, хәсрәттәренә хәсрәтләнеп йәшәйем.

Бала бағып ҡына ултырмаған инде Миңһылыу апай, хөкүмәт эшенән дә һис тә ҡалмаған. Бикестең егәрле һауынсыһы Тәүәкәнгә килен булып төшкәс тә фермаға сыҡҡан: һауынсы ла булған, быҙауҙар ҙа ҡараған. Халыҡтың теңкәһенә тейгән сөгөлдөрө лә ҡалмаған. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә эшләгән.

Бәғзе берәйһе тураһында мәҡәлә әҙерләгән булһаҡ, беҙ, журналистар, яҙған геройыбыҙ мәртәбәлерәк күренһен өсөн, уға бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙарын, орден-миҙалдарын теҙеп алып киткән булабыҙ. Әле лә ошолар хаҡында һораным Миңһылыу апайҙан, ул ҡул ғына һелтәне.
– Күп инде улар, бөтәһен дә һанап бөтөп буламы ни? – Апайҙың йөҙөнән йәнә тыйнаҡ ҡына йылмайыу йүгереп үтте.
– Аһа, класташ, әсәйемдең “Герой-әсә” тигән миҙалы бар! Унан башҡалары ла етерлек. – Беҙҙең һүҙҙе Булаттың яңғырауыҡлы тауышы бүлде. – Күрһәт әле, әсәй.
– Ҡуйсы, бала табыу маҡтанып йөрөй торған нәмәлер шул ул. Бала табыу – ҡатын-ҡыҙҙың бурысы! Хәҙер миҙалды ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙы кейендереп-яһандырып, Рес­публика йортона алып барып тапшырған булалар. Элек өйгә килтерә лә бирә торғайныларсы уны. Элек нисектер күңелле йәшәлде. Йырлай-йырлай Митрофан тауында бесән сабыуҙар, юл төҙөү өсөн Наҡаҫ буйынан ҡом-ҡырсын сығарыуҙар, күрше-күләнгә һуғымға йөрөүҙәр була торғайны. Хәҙер шундай йылылыҡ юҡ әҙәм балаһында. Ана, беҙҙең ауылда ла ҙур клуб, бассейны булған спорт үҙәге төҙөп ҡуйҙылар, ә барыбер нимәлер етмәй. Күрәһең, кешегә, матди байлыҡтан бигерәк, рухи байлыҡ кәрәктер...

Миңһылыу апай менән аралашып, үҙемдең дә эске донъям таҙарып, сафланып ҡалғандай булды. Эйе, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа күҙебеҙ тоноп мал-байлыҡ артынан сабабыҙ, күберәк аҡса булһын тип йүгергән булабыҙ. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һанламайбыҙ, шул арҡала әллә ниндәй бысраҡлыҡтарға батабыҙ. Әҙәм балалары бер-береһен хурларға, башҡаларҙың уңыштарынан көнләшергә күнегеп китте. Ябайлыҡта – бөйөклөк икәнен һуңлап аңлайбыҙҙыр, күрәһең. Йылдар үткәс кенә аңлайбыҙҙыр.



Автор: С. Рахманғолов
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә