RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

Йәшелсәнән мул уңыш вәғәҙә иткән рекламаға әллә ни иғтибар бирмәгеҙ. Орлоҡтоң районлашты­рыл­ғанын, һалҡынға сыҙам­лыһын һәм, әлбиттә, быға тиклем үк һынау үткәнен һайлап алырға кәрәк. Сортына ғына түгел, таҙа­лығына, сығышына һәм шытым биреү көсөнә иғтибар итеү мөһим. Орлоҡтоң сығышын билдә­ләүҙең ябай ғына юлы бар – һыулы сепрәккә төрөп, даими дымлап торалар. Тәрилкә йылы урында тотолһон. Әгәр улар бер үк ваҡытта гөрләп шытып сыҡһа, сәсергә мөмкин. Ә инде бындай уңайлы шарт­тарҙа ла йүнләп шытмаһа, ташларға ғына ҡала.

Әлбиттә, орлоҡто урамда һатып тороусыларға ҡара­ғанда махсус баҡса магазиндарынан һатып алыу отошлораҡ.

Помидор, борос, баклажан орлоғон сәсер алдынан сыныҡтырырға кәңәш ителә. Башта орлоҡто ка­либр­лайҙар, йәғни вағын ташлайҙар. Бының өсөн уларҙы һыулы банкаға һалып, болғатығыҙ. Эсе буш булғандары өҫкә ҡалҡа, ауырҙары батасаҡ. Шыма, эре орлоҡ таҙа һыуҙа йыуыла һәм 1 стакан һыуға 2 грамм марганцовка һалынған иретмәлә ярты сәғәт тотола. Ошо килеш орлоҡто марляға төрөп, бүлмә температураһында тәүлек тирәһе һалып ҡуялар. Бүртеп сыҡҡан орлоҡ 12 сәғәт – йылыла, һуңынан 12 сәғәт ҡар аҫтында тотола. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Ошо осорҙа орлоҡ шыта ла башлай. Был – бик шәп сыныҡтырыу ысулы.

Дөйөм алғанда, үрсетмә һәйбәт үҫһен өсөн ошолар нигеҙ булырға тейеш – сәләмәт орлоҡ, етерлек дым һәм яҡтылыҡ. Шытып ҡына сыҡҡанына кәмендә 14 – 16 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк. Тимәк, беҙгә, Башҡортостан ке­шеләренә, бының өсөн өҫтәмә яҡтылыҡ сығанағы ҡулланырға тура килә. Лампа ла үҫентегә ҡеүәт бирә, туйындыра. Тик улар бер урында ғына торһон, күсеп йөрөмәһен. Шуға ла яҡтылыҡ үҫентенең бөтә яғына ла төшһөн. Тәҙрә төбөндәге үрсетмәгә үҫеп китеүе һис тә еңел түгел. Тәҙрәнән һалҡын килә, аҫтағы батареянан эҫе бәрә. Шунлыҡтан үрсетмә үҫеп ултырған тәҙрә аҫтындағы батареяны фанера йәки йоҡа таҡта менән ҡаплап торорға онотмағыҙ.

Яҡтылыҡ өсөн бөтә лампа ла бармай. Фитолампа йәки энергияны һаҡлаусы лампа иң шәбе буласаҡ. Әйткәндәй, улар ҡояшҡа ҡаршы түгел, шул уҡ ҡояш яғынан яҡтыртып торорға тейеш.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)


Хан һыйы – тултырма

10.02.2019 - Махсус биттәр Хан һыйы – тултырма


Нимәне һыуытҡыста һаҡларға ярамай?