RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Шәкәрҙе башҡа төрлө лә ҡулланығыҙ

02.02.2019 Шәкәрҙе башҡа төрлө лә ҡулланығыҙ

Тәнде таҙартыу өсөн. Гүзәл заттың косметика магазиндарында матур-матур скрабтарға ҡыҙығып, хаҡына күҙ һалғас, уны алмай сығып китеү осраҡтары аҙ түгелдер. Ә бит уның урынына яп-ябай шәкәрҙе ҡулланырға була. Ул, үле күҙәнәктәрҙән таҙартып, тән тиреһен шымарта, хатта целлюлитты ла кәметә. Шәкәр менән таҙартҡандан һуң тире крем, лосьондарҙы ла яҡшыраҡ һеңдерә.
Скраб яһауҙың бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. 3 ҡалаҡ шәкәргә хуш еҫ өҫтәү өсөн бер семтем какао йәиһә төйөлгән ҡәһүә, 1 – 2 ҡалаҡ балалар кремы ҡушырға. Яҡшылап болғатып, йыуыныр алдынан ошо ҡатнашманы тәнгә ышҡырға.

Ирен ярылғанда. Шәкәр ярҙамында ярылған иренде лә тиҙ генә дауалап була. 1 ҡалаҡ шәкәргә шул нисбәттә эремсек йәки ҡаймаҡ өҫтәгеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы иренегеҙгә һөртөп, 15 минут тотоғоҙ. Һөт аҡһымы һәм майы иренде туҡландыра, ә шәкәр был туҡлыҡлы матдәләрҙең эскә үтеп инеүе өсөн тире күҙәнәктәрен аса.

Терһәк йәки үксә ярылғанда.
Бер телем лимон ҡырҡып алығыҙ ҙа, өҫтөнә шәкәр һибеп, үксәгеҙгә ун минутҡа ҡуйығыҙ. Шәкәр үле күҙәнәктәрҙән арындырасаҡ. Ә лимон тиреләге ҡатланған ҡатламды йомшар­тасаҡ.

Шәкәрле һыу майлы ҡулды һәм һауыт-һаба йыуыу өсөн дә бик ҡулай. 1:1 нисбәтендә аш содаһы ҡушып ҡулланығыҙ.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)


Хан һыйы – тултырма

10.02.2019 - Махсус биттәр Хан һыйы – тултырма