RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ниндәй үтек һайларға?

30.01.2019 Ниндәй үтек һайларға?

Мөмкинлектәре сикле һәм ҡоро режимда ғына үтекләргә яраҡлы булғанлыҡтан, ябай үтектәр хәҙер етештерелмәй тиерлек. Улар төрлө туҡыманан тегелгән кейемде өтөп, кейергә яраҡһыҙ итмәһен өсөн табанының температураһын билдәләүсе регулятор менән генә йыһазландырылған. Һатыуҙа ла хаҡтары арзан.

Йылылыҡ регуляторы һәм һиптерткесе булған үтектәр, арзан хаҡҡа һатылыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың әллә ни ихтыяж кисермәүе сәбәпле, көндән-көн әҙерәк етештерелә. Уларҙың ныҡ бөтәрләнгән һәм ҡалын туҡымаларға көсө етмәй.
Пар үтеге ҡоро һәм еүеште үтекләү өсөн ҡулланыла. Башҡа төрҙәргә ҡарағанда ҙур һорау менән файҙалана. Күп функциялы булыуы, бөтә туҡыманы ла яҡшы үтекләүе, кейем өҫтөндә яҡшы шыуыуы һ. б. өҫтөнлөктәре күп.
Пар генераторлы үтектәрҙе икенсе төрлө пар станцияһы тип тә атайҙар. Улар ҙур һыу резервуарына һәм көслө пар биреү мөмкинлегенә эйә. Башҡаларға ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк, әммә көн дә ҡулланыу өсөн һатып алыуҙың кәрәге юҡ. Сөнки улар кер йыуыу бүлмәләренә, оҫтаханаларға, ателье­ларға тәғәйенләнгән.
Юл үтеге функциялары йәһәтенән ябайыраҡ, әммә бәләкәй һәм еңел булыуы менән йөрөтөүгә уңайлы.
Сымһыҙ үтек. Үтекләгән ваҡытта сымдың кейемгә эләгеп йәки сырмалып эштән бүлдермәүе, яйлы булыуы менән башҡаларҙан өҫтөн. Хаҡы ҡиммәт.
Шуға иғтибар итегеҙ, сифатлы үтек билдәләгән температураны яҡшы һаҡларға тейеш.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)


Хан һыйы – тултырма

10.02.2019 - Махсус биттәр Хан һыйы – тултырма