RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (28 ғинуар - 3 февраль)

28.01.2019 Йондоҙнамә (28 ғинуар - 3 февраль)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала күпселек эшегеҙҙең барышы туҡтағандай тойолор. Ғөмүмән, бында һеҙҙең ғәйебегеҙ бөтөнләй юҡ кеүек. Артыҡ бошонмағыҙ, бер аҙ ғына көтөргә тура килер. Йомала етди һәм өмөтлө һөйләшеүгә әҙерләнегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында ниндәйҙер өр-яңы эш менән шөғөлләнерһегеҙ кеүек. Борсолоуҙар юҡҡа булыр, барыһын да йырып сығырһығыҙ. Эшегеҙҙең йомғаҡтары менән үҙегеҙ ҙә, башҡалар ҙа ҡәнәғәт ҡалыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала күптәр йәмәғәт эштәре менән булышыр. Теләмәгәндәрҙе лә барыбер йәлеп итерҙәр. Шулай ҙа был йүнәлештә мотлаҡ уңырһығыҙ. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Элекке дуҫ-иштәрегеҙ үҙҙәре хаҡында һәр саҡ белдереп торор. Ғөмүмән, улар менән аралашыу файҙалы булмаҡсы. Аҙна тыныс үтер. Кире ваҡиғалар бөтөнләй көтөлмәй.

Буға (21.04 – 21.05)
Яҡын киләсәккә ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ тулыһынса асыҡланыр һымаҡ. Алған йүнәлешегеҙҙән тайпылмаһағыҙ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр. Әгәр инде быны үтәмәһәгеҙ, үҙегеҙҙе генә ғәйепләгеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Төрлө эш менән артыҡ мауығып, ял тураһында онота күрмәгеҙ. Нисек кенә тырышһағыҙ ҙа, барыбер рәхмәт һүҙен ишетмәҫһегеҙ. Шаршамбылағы уйламаған сығымдар кеҫәгеҙҙе арыу ғына бушатыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна һәйбәт башланып китер. Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Тик шишәмбелә һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙың уйламаған йүнәлеш алыуы ихтимал. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор барышында элегерәк башҡарған ниндәйҙер эшегеҙҙе ыңғай баһаларҙар. Маҡтау һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ. Яҡын арала яңы, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар. Бер ҙә икеләнмәгеҙ, һеҙ быға лайыҡлы.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна башындараҡ кемдер һеҙгә бик күптәнге бурысын ҡайтарыр. Уны тыныс, бер ҙә аптырамай ҡабул итегеҙ. Ошо арала ниндәйҙер эшегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатып торорһоғоҙ. Кесе йомала ниндәйҙер бүләк бирерҙәр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төп эшегеҙҙә уяу булығыҙ. Дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүе ихтимал. Уларға ҡаршы тороу, үҙ ҡарашығыҙҙы яҡлау күп көс-хәлегеҙҙе алыр. Шаршамбынан һуң ваҡиғалар ағышы бер аҙ яйланыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Элекке ваҡиғалар шауҡымы һаман да һиҙелеп торор. Уларҙы онотоп, бөгөнгө көн менән йәшәргә кәрәктер. Шишәмбе-шаршамбыла ваҡ мәшәҡәттәр менән булышырһығыҙ. Шәмбелә насар уйҙарға бирелмәҫкә тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡарата ҡарашығыҙҙы үҙгәртерһегеҙ. Әүҙемлегегеҙ ҙә көсәйер, бер ҙә уйламаған нәмәләргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҙа артыр. Яңы мөмкинлектәр ҙә асылыр.



Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Шоколадлы сыр

20.02.2019 - Махсус биттәр Шоколадлы сыр


Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)