RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бала саҡ хыялдарына – бер аҙым

25.01.2019 Бала саҡ хыялдарына – бер аҙым

Мәләүез ҡыҙы, яҡшы табип булыу өсөн туҡтауһыҙ уҡырға, камиллашырға кәрәк, тип иҫәпләй

Гөлкәй Алтынбаева – буласаҡ балалар табибы. Бала саҡтан хыял иткән һөнәрҙе үҙләштереп, ҡулына диплом алырға ни бары бер генә аҙым ҡалған. Йәғни ул Башҡорт дәүләт медицина университетының 6-сы курсында белем ала, теүәл ярты йылдан хеҙмәт юлын табип булараҡ башлаясаҡ.

Хәйер, Гөлкәй инде тәүге курстан уҡ шәфҡәт туташы булып эш башлаған. Хәҙерге ваҡытта БДМУ-ның клиник дауаханаһының гинекология бүлегендә эшләп йөрөй. Студент йылдарының күңелле мәлдәре һәр ваҡыт тығыҙ эшмәкәрлек, тынғыһыҙ әүҙем тормош, уҡыу һәм имтихандар менән үрелеп бара.

– Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында беҙгә уҡытыусылар төплө белем бирҙе. Медицина университетында конкурс йыл һайын ҙур булғас, берҙәм дәүләт имтихандарын алты фәндән тапшырып, документтарҙы төрлө уҡыу йортона биреп ҡараным. Бала саҡ хыялым балалар табибы булыу ине, педиатрия факультетына конкурстан үтеүемде белгәс, нисек ҡыуанғанымды үҙем генә беләм! Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарындағы һөҙөмтәләр менән ҡыҙыҡһынып та торманым. Уҡыу еңел булманы, программа йылдан-йыл ауырлаша бара. Шулай ҙа тәүге практикалар, ауырып илаған баланы күреп ҡаушап ҡалыу, операция өҫтәлендәге пациенттан ҡурҡыу – быларҙың барыһы ла артта ҡалды.

Диплом алыу әҙер табип булдың тигән һүҙ түгел, эшләр өсөн тәжрибә кәрәк. Шуға күрә ауырлыҡтарға ҡарамайынса, студент йылдарынан уҡ эш башланым. Юҡҡа булмаған, элек дөйөм балар табибы – педиатр булырға теләһәм, хәҙер инде балалар гинекологияһы буйынса махсуслашҡым килә. Тик уның өсөн тәүҙә өс йыл эшләргә, шунан ғына ординатураға уҡырға инергә мөмкин. Ошо сәбәпле, киләсәктә тыуған яҡтарыма ҡайтып эш башлармынмы әллә баш ҡалала төпләнерменме, әлегә әйтә алмайым,– тип уй-ниәттәре менән бүлеште Гөлкәй Әхәт ҡыҙы.

Мәләүез һылыуы, уҡыуҙан тыш, студенттар советында ла әүҙем эшләй. 2-се курста уҡығанда университеттың 4-се дөйөм ятағында староста вазифаһын башҡара. Шул саҡта уҡ төрлө проблеманы тиҙ генә хәл иткән, студенттар менән уртаҡ тел тапҡан ҡыҙға дөйөм ятаҡ мөдире Лира Миңлеғәли ҡыҙы Ишмөхәмәтова иғтибар итә, һәм үҙенең урынбаҫары итеп эшкә саҡыра. Хәҙер инде Гөлкәй йәштәштәре менән генә түгел, ә ата-әсәләр менән дә эшләй. “Һәр кемгә уҙ балаһы ҡәҙерле әлбиттә. Уңайлылыҡтары булған бүлмә һорап килеүселәр бар. Тәртип боҙған улы өсөн дә әсәйҙәр ғәфү үтенеп килә. Төрлөһөн күргәс, үҙемдең атай-әсәйем беҙгә дөрөҫ тәрбиә биргән, тигән һығымтаға килдем. Мәктәп йылдарынан уҡ үҙаллы булырға, үҙ яңылышлыҡтарыңа үҙең яуап бирергә кәрәк, тип өйрәткәйнеләр. Тыуған йорттан сығып киткәс, башҡаларға ҡарағанда, миңә еңелерәк булды. Тырышып уҡыйым, эшемде лә намыҫлы башҡарам. Яҡындарымдың йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел,”– ти Гөлкәй.

Уҡыу, эш, студент советы һәм ирекмәндәр хәрәкәте – Гөлкәй Алтынбаеваның көндәре ошо дүрт төп шөғөл менән үтә. Ә һирәк эләккән ялдарҙа иһә иң яҡын кешеләре– ата-әсәһе янына ҡайта. Мәләүез районының Арыҫлан ауылында йәшәүсе Әхәт ағай менән Нурия апай ҡыҙҙарын ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Табында мотлаҡ ул яратҡан ризыҡтар менән, хәл-әхүәл һорашып сәй эскәндән һуң, уңған ҡыҙ йорт эштәренә тотона. Ул әлегә студент, ә ярты йылдан һуң яратҡан һөнәре буйынса ең һыҙғанып эшләй башлаясаҡ.



Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: Ю.Кәримов





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кер һабыны ла дауа

19.03.2019 - Махсус биттәр Кер һабыны ла дауа


Йондоҙнамә (18-24 март)

18.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 март)


«Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»

17.03.2019 - Махсус биттәр «Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»


Ни өсөн окулист теш ямамай

16.03.2019 - Махсус биттәр Ни өсөн окулист теш ямамай


"Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА

14.03.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА


Йондоҙнамә (11-17 март)

11.03.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 март)


Ағасығыҙ туңмағанмы?

10.03.2019 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә

10.03.2019 - Махсус биттәр Гөл-сәскәле донъя ҡорған Илсиә


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

09.03.2019 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Тәҙрә төбөм гөл генә

07.03.2019 - Махсус биттәр Тәҙрә төбөм гөл генә


Сатнама һыуыҡтар зыян килтермәһен

Ҡыяр күп булһын тиһәң

04.03.2019 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң